«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН БАШҠОРТСА ЯҘАМ...
+  - 



Был көндө "Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам!" тигән девиз Башҡортостанда һәм унан ситтә йәшәүсе меңәрләгән милләттәштәрҙе берләштерҙе. Башҡорт дәүләт университеты башланғысында бишенсе тапҡыр ойошторолған башҡорт теленән диктант яҙыу акцияһы быйыл Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, БР Хөкүмәте тарафынан хуплау тапты һәм халыҡ-ара кимәлдә оло байрам рәүешендә үтте. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм башҡа юғары вазифалы төрлө һөнәр кешеләре ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу буйынса Башҡортостандың район-ҡалаларында 1179 майҙансыҡ, АҠШ, Канада, Испанияла, Италияла, Төркиә, Германия, Бөйөк Британия, Швейцария, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Польша һәм башҡа сит илдәрҙә 16 майҙансыҡ булдырылды. Шулай уҡ бөтә күрше өлкәләрҙә һәм Татарстан Республикаһында, Ханты-Манси, Ямал-Ненец автономиялы округтарында, Мәскәү, Санкт-Петербург, Мурманск ҡалаларында 25 майҙансыҡ эшләне. Башҡорт телен яҡшы белгән диктант яҙыусылар өсөн шағир Салауат Әбүзәрҙең "Ағыла ҡурай моңо" тип аталған тексын Башҡортостан һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны, ә телде яңы өйрәнә башлаусыларға педагогика фәндәре кандидаты Вәкил Хажиндың "Өфө" тигән тексын "Башинформ" акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Ростислав Мырҙағолов яҙҙырҙы. Әйткәндәй, эште ошо рәүешле ойоштороу тағы ла күберәк кешене йәлеп итте: БДУ аудиторияларында алма төшөрлөк тә урын булманы.
Шау-гөр килгән халыҡты тынысландырып, күңелдәрҙе берләштереп яңғыраған "Урал" халыҡ йыры көйөн аяғүрә баҫып тыңлағас, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Динир Әхмәтйәнов ҡатнашыусыларға Радий Хәбировтың мөрәжәғәтен уҡып ишеттерҙе. Унан һуң, йылдағыса, диктант яҙыусыларҙы вуз ректоры Николай Морозкин тәбрикләне: "Хөрмәтле ҡунаҡтар, коллегалар, студенттар, хәйерле көн! Һеҙҙе Башҡорт дәүләт университетында күреүебеҙгә шатбыҙ! - тип һүҙен башҡортса башланы Николай Данилович. - Беҙҙең байрамға килеүегеҙ өсөн оло рәхмәтемде белдерәм, дуҫтар. Быға тиклем был сараны үҙебеҙҙең вуз кимәлендә үткәреү тәжрибәбеҙ бар ине, Радий Фәрит улы уны халыҡ-ара кимәлгә сығарырға тәҡдим итте. Беҙ Рәсәй күп милләтле дәүләт булыуын һәм илдең көсө, йоғонтоһо уның халыҡтарының туған телдәрен, мәҙәниәтен һаҡлау, ярҙам итеүгә бәйле икәнен аңлайбыҙ. Шуға беҙҙең бөгөнгө байрамда бөтә донъя ҡатнашыуын белеп ҡыуанабыҙ. Диктант яҙыусыларға уңыштар теләйем!"
Сараның рәсми өлөшө тамамланғандан һуң бөтәһе лә тын ҡалды: башҡорт телен белеү кимәле ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, һәр кем етди эшләне. "Мин башланғыс төркөмдә диктант яҙҙым, текст ауыр булманы һымаҡ. Диктант өсөн ниндәй баһа ҡуйылыуы ла, хаталар күп булыу-булмауы ла мөһим түгел. Минең өсөн халҡым күңеле менән бергә булыу, үҙем кеүек туған телде камил белмәһә лә, ҡатнашырға килеүселәр менән аралашыуым әһәмиәтле. Башҡорт телен популярлаштырыу йәһәтендәге позитив һәм тик яҡшы ниәттә башланған был акция киләсәктә тағы ла күберәк ҡатнашыусылар йәлеп итер, моғайын", - тип фекерҙәре менән уртаҡлашты республика Башлығы Хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы урынбаҫары Азат Бадранов.
Акцияла икенсе тапҡыр ҡатнашыусы Миңзилә Кинйәғолова ла сараны туған телде белеү кимәлен тикшереүҙән тыш, кешеләрҙе берләштереүсе, рухландырыусы тип баһаланы һәм виртуоз ҡурайсы Роберт Юлдашев ҡатнашлығындағы байрам тамашаһы күңеленә хуш килеүен билдәләне. Ә бына диктант яҙҙырыусы ролен "уйнаусы" актер Хөрмәтулла Үтәшев акцияның мәртәбәһе йылдан-йыл арта барыуын, диктанттың нәтижәһе булараҡ "бишле"гә яҙыусыларҙың бүләктәр менән билдәләнеүе мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ойоштороусылар был йәһәттән дә тейешле хәстәрлек күреп, һәр урында бүләктәр әҙерләгән: онлайн яҙыусыларға "Китап" нәшриәтенән электрон варианттағы башҡортса китаптар, сит илдәгеләргә башҡорт матбуғат сараларына электрон яҙылыу сертификаттары тапшырылды, һәр кемгә диктант яҙыуы тураһында танытма бирелде. "Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһында әлегә дөйөм 70 меңгә яҡын ашыу кеше ҡатнашыуы билдәле, уларҙан тыш беҙгә эштәрен тикшерергә ебәрмәүселәр һаны ла байтаҡ. Мәҫәлән, күрше өлкәләрҙә 927 кеше, сит илдәрҙә - 112, республика мәктәптәрендә һәм училищеларында - 50313, Башҡорт дәүләт университеты һәм уның филиалдарында - 1238, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла 500 кеше диктант яҙған. Тимәк, туған теленә битараф түгел милләттәштәребеҙ", - тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова диктант һөҙөмтәләре менән таныштырып. ...Әйткәндәй, Өфөләге Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы офисында ла башҡорт теленән диктант яҙыу майҙаны эшләне. Башҡарма комитет аппаратының төп белгесе Рәйсә Күзбәкова, ошо рәүешле беҙ ҙә туған телебеҙҙе үҫтереүгә, һаҡлауға, пропагандалауға үҙ өлөшөбөҙҙө индерҙек, тип кенә әйтһә лә, тап ҡоролтайҙың әүҙем эшмәкәрлеге һәм хеҙмәте һөҙөмтәһендә сара беренсе тапҡыр халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. Төрлө төбәктәрҙә, төрлө илдәрҙә диктант яҙыусыларға төрлө ваҡыт арауығында йәшәү йәки меңәрләгән саҡрымдар ҙа кәртә була алманы. Ҡоролтайҙың үҙендә генә лә 50-нән ашыу кеше - ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. Иң мөһиме, уларҙың барыһы ла был сараға теләп, туған теле өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп, шатланып килде. "Донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгән башҡорттарҙың әүҙем ҡатнашыуы менән ҡәнәғәтмен - барыһына ла рәхмәт, - тине ҡоролтай рәйесе Данир Ғәйнуллин. - Белемдәрен баһалауҙан бигерәк, халҡы алдында үҙенең бурысын үтәргә, башҡорт телен ҡәүәтләргә килде милләттәштәребеҙҙең барыһы ла. Башҡорт теленә иғтибар, яҡлау юғарынан ғына түгел, һәр беребеҙ тарафынан булырға тейеш".
...М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ла диктант яҙырға килеүселәр бик күп булды. Бында иһә шул уҡ Салауат Әбүзәровтың тексын БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова уҡыны. РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың сара башланыр алдынан әйткәндәре һәр кемдең күңеленә уйылды: "Мин тыуған ауылым мәктәбен бөтә предметтарҙы ла башҡортса уҡып тамамлаған кешемен. Әммә был юғары уҡыу йортона инеп уҡырға ла, артабан төрлө вазифаларҙа эшләргә лә ҡамасауламаны. Киреһенсә, туған телемде бар камиллығында белеүем миңә милләттәштәремде генә түгел, башҡа бик күп төрки телле халыҡтарҙы ла аңларға, тәржемәсеһеҙ аралашырға ярҙам итә. Әммә телде үҙең белеү генә етмәй, уны һинең балаларың, ейәндәрең дә мираҫ итеп алырға тейеш. Туған телде йәшәтеү, үҫтереү, уны киләсәк быуындарға тапшырыу өсөн ошондай барлыҡ сараларҙы күтәреп алырға, баһаларға кәрәк. Шуның өсөн мин бөгөн башҡорт теленән диктант яҙырға килдем..."

ШУЛАЙ ИТЕП...
Башҡорт теленән диктант яҙыуҙа ҡатнашыусы Башҡортостан Республикаһы етәксеһе Радий Фәрит улы аҙаҡ журналистарға:"Мин республиканың ҡайһы ғына төбәгенә барһам да, кешеләр миңә башҡортса өндәшә, мин дә уларға башҡортса яуап бирәм, башҡортса һөйләшергә тырышам. Эйе, мин әлегә телде бөтөн камиллығында беләм тип әйтә алмайым, сөнки миңә уны мәктәптә өйрәнергә, уҡырға тура килмәне. Әммә камиллашыу өҫтөндәмен..." - тине. Эйе, "Яҡшы эш үҙен-үҙе маҡтай", тип юҡҡа ғына әйтелмәгән. Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы халыҡтан сыҡҡан матур тәҡдимдәрҙең иғтибарһыҙ ҡалмауын дәлилләгән бик ыңғай күренештәрҙең береһе. Киләсәктә лә туған телебеҙҙең бәҫен арттырған, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән ошондай масштаблы саралар булыр һәм халыҡ күңелендә лә, етәкселек тарафынан да иғтибар табыр, тигән ышаныс ҙур.

Сәриә ҒАРИПОВА, Ләйсән ДАЯНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.05.19 | Ҡаралған: 720

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru