«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАЙЛАУҘАРҒА БАРАМ ӘЛЕ…
+  - 

Яңғыраған, яҙылған, әйтелгәндәрҙең аныҡ тәғәйенләнешенә ҡайһы саҡ иғтибар биреп еткермәйбеҙ. Ә бит ғәмәлдә ҡыҫҡа ғына һүҙ артында тәрән мәғәнәле кинәйә ята. Мәҫәлән "Һайлау" һүҙе нимәнелер үҙ итеүгә, яҡын итеүгә, һайлауға ҡоролған - барыр юлды, тарафты, яҙмышты, башҡарыр шөғөлдө, йәнеңә оҡшаған әйберҙе һайлау… Ғөмүмән алғанда, бөгөн ул һүҙ парламентҡа, урындағы үҙидараға депутаттар, президент һайлауҙарына бәйләп ҡулланыла. Тимәк, уның мәғәнәһе лә киң, сәйәси төшөнсәһе лә тос. Бына тағы беҙҙең өсөн, йәмғиәтебеҙ өсөн үтә лә яуаплы мәл, һайлауҙар осоро килеп етте. Бөгөнгө бер кәлимә әйтерем ана шулар хаҡында. Алдан уҡ иҫкәртеп китәм, яҙғандарым һүҙ булмағанда һүҙ булһын, тип ҡоро әңгәмә сыбалтыу түгел, уйымдағын, күңелемдәген һеҙгә еткерәм, хөрмәтле уҡыусым.

Һайлау, тиһәм, уйым менән йыш ҡына үткәндәргә, йәшлек йылдарына әйләнеп ҡай-там. Йәшерен-батырын түгел, ошо ҡояшлы, ҡотло, нурлы көн аңыма көйөк, үпкә булып та уйылған. Хәтеремдә, медицина училищеһында уҡып йөрөгән саҡ. Йәмле йәй башында, һайлау көнөндә, ауылға ҡайттым. Шулай булмай тағы, был көн һәр ерҙә оло байрам итеп ҡабул ителә ине ул замандарҙа; бәғзеләр ер аяғы ер башынан ҡунаҡ саҡыра, икенселәре юбилейын, йә туй мәшәҡәттәрен билдәләй, ҡайһы берәүҙәр юҡ тигәндә күршеләрен сәйгә йәүкәләй, тантана тәғәйенләмәгәндәр ҙә башҡаларҙан ҡалмаҫҡа тырышып, ҡапҡа ауыҙына ҡыҙыл флагын йә сәскәле яулығын сығарып элә, күнәгенә ҡапҡасы тап килһен, йәнәһе. Күрше ауылдар һыныҡҡа һылтау, тигәндәй, аттар егеп, ҡуна килә. Клуб ҡыйығына ҡуйылған радионан иртә таңдан күңелле көйҙәр ағыла башлай, һайлау үтәһе ерҙә йәштәр концерт ҡуя, халыҡ уйындарын ойоштора. Байрам инде, ысын байрам,мөғжизә, һабантуйҙан бер ҙә кәм түгел! Беҙ ҙә байрамса кейенеп алып, урам буйлап атлайбыҙ. Әсәйем ҡаршыға осраған берәүгә ҡыуаныслы хәбәрен еткерә: "Бына улым ҡалала уҡып йөрөгән еренән һайлауға тип ҡайтып төштө әле, уға быйыл бит 18 йәш тулды. Уҙған ғүмер, кисә генә бала ине…" Һайлау участкаһында беҙҙе күңелһеҙ яңылыҡ көткән икән, түрҙә урынлашҡан комиссия мине ҡәтғи рәүештә өҫтәмә һайлау исемлегенә керетергә теләмәне, сөнки ситтә уҡып йөрөйөм, ә үҙем тәжрибәһеҙлегем арҡаһында тегенән кәрәкле документ алып ҡайтмағанмын. Комиссия составында уҡытҡан уҡытыусы-ларым, ауылдаштарым була тороп, һайлатмай баш тартһындар инде, үпкәләмәҫ ерҙән үпкәләрһең! Шулай итеп, тәүге тапҡыр тауыш бирергә теләүем уңышһыҙ тамамланды. Башҡалар алдында кәмһенеп, түбәнһенеп сыҡтым, хаҡлы хоҡуғынан яҙған кешеләй хис иттем үҙемде. Хәҙер һайлауҙарға барһам, мине онотоп, исемлектән төшөрөп ҡалдырманылармы икән, тип шөбһәләнәм. Был үтә лә мөһим сәйәси сарала ҡатнашмау, үҙ тауышыңды башҡаларҙыҡына ҡушмау, өнһөҙ ҡалыу, хатта ки фанилыҡта юғалып, йәмғиәттә онотолған әҙәм сүрәтендә ҡалыуға бәрәбәр.
Беҙҙең халыҡ борон-борондан һәр шөғөлдө бергәләп башҡарған, күмәкләшеп сәс-кән-урған, эркелеп килеп күршеләренә ярҙамлашҡан, дәррәү ҡуҙғалып, өй күтәргән. Бергәләп, иңгә-иң терәп эшләү, һәр нәмәне өмәләп башҡарыу беҙҙең халыҡтың ҡанында, уның булмышында. Ата-бабаларыбыҙҙың "Айырылғанды - айыу, бүленгәнде бүре ашар", "Ил төкөрһә - күл булыр" тигән урынлы мәҡәлдәре лә ерле юҡтан килеп сыҡмағандыр, моғайын. Шул бер төптән булыу, бер теләктә йөрөү әлеге беҙҙең алда торған һайлауҙарға ҡағылмаймы ни, йәмәғәт? Һис шикһеҙ, ҡағыла! Бөгөнгө йәштәрҙең: "Һайлауға барып ваҡыт үткәреп йөрөмәйем, унда ни ҡалған миңә?" тигән һүҙҙәрен ишетәһең дә аптырап ҡалаһың ҡайһы саҡ. Уларҙы бер кем дә тау-таш аҡтарырға, йә булмаһа, көстәренән килмәҫлек эш эшләргә өгөтләмәй ҙә баһа, бары гражданлыҡ бурысын атҡарырға ғына өндәй. Бөгөн иң ҡурҡынысы, әле йәшәп килгән һәм тарала барған: "Кеше ҡайғыһы төштән һуң" психологияһы, рус телендә лә ул тапҡыр яңғырай: "Моя хата с краю". Битарафлыҡ, һәр нәмәгә ҡул һелтәп ҡарау бөлдөрә бөгөнгө йәмғиәтте.
Әүәлге һайлауҙар ихласыраҡ үтә ине, минеңсә, был хаҡта юғарыла әйттем бит инде. Депутатлыҡҡа кандидаттар ҙа алдан билдәләнә, уларҙың халыҡ вәкиле булып үтәсәктәренә тамсы ла шик юҡ, мәгәр һайлаусылар һайлауҙарға теләп бара һәм, әйтергә кәрәк, үҙенең гражданлыҡ бурысын аҙағынаса, еренә еткереп башҡара ине. Кандидаттар менән осрашыуҙар ойошторолманы, тип тә үпкәләмәй халыҡ, сөнки ул юғары посҡа абруйлы кешеләр, арҙаҡлы шәхестәр тәғәйенләнә ине, ә улар менән осрашыу, аралашыу - тормошҡа ашмаҫ хыял. Беҙҙең ауыл Советы бер нисә саҡырылыш СССР-ҙың юғары Советына финанс министры Василий Федорович Гарбузовты, шунан өс тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы, бар донъяға билдәле авиаконструктор Андрей Николевич Туполевте һайланы. Ундайҙар төпкөл ауылға осрашыуға тип килеп йөрөйҙәрме инде тағы, осраҡлы ғына район үҙәгенә һуғылһалар ҙа беҙҙең өсөн баштан ашҡан бәхет булыр ине әле! Уның ҡарауы, мәктәптә лә, клубта ла, ҡыҙыл мөйөштә лә улар тураһында тулы мәғлүмәт туплана, ауыл буйлап теҙелгән һәр бағанаға уларҙың автобиографияһы яҙылған төҫлө һүрәттәр йәбештерелгән була, уҡымаҫ ерҙән уҡырһың, белмәҫ ерҙән белерһең.
Шул осорҙа һайлауға агитация кампанияһы башланғас, райондан вәкил килеп төш-кән дә һайлау эштәренең барышы менән танышып йөрөй икән. Урамда һикһәнен тултырып туҡһан яғына аяҡ баҫҡан Мәхәмәтғәле ҡартты тап иткәндәр. "Олатай, кемде һайлайбыҙ әле депутат итеп?" тип, аҡһаҡалдың зиһенен тикшерә икән түрә. "Район һынлы район үҙәгендә йәшәп, юғары вазифа биләп, шул ҡәҙәре лә оңҡотһоңмо ни, улым? - тип ҡыҙҙырып ташлаған вәкилде олатай. - Кемде булһын, Ҡарбуҙовты һайлайым!" "Ә ни өсөн уны?" "Ни тиһәң дә, илдең аҡса хужаһы бит ул. Һайлап ебәрһәк, бәлки, Һаҡмар аша баҫма һалдырыуға аҡса бүлер. Юғиһә, яҙғы ташҡын мәлендә беҙҙең халыҡ урауҙан йөрөп этләнә бит. Һис һүҙһеҙ Ҡарбуҙовты һайлайым, халыҡ өсөн атҡарған яуаплы эштәре лә ҡарбуҙҙай түңәрәк һәм татлы булһын!"
Ул осорҙа агитация эштәре лә юғары кимәлдә ҡуйылғайны шул. Агитаторҙар өй бер-енсә бер нисә тапҡыр йөрөп сыға, кандидаттарҙың биографияһы менән таныштыра, уларҙың һайлау алды платформаһын уҡып ишеттерә. Ә инде һайлау көнө килеп етһә, өлкәндәр беренсе булып тауыш биреп, үҙенең изге һүҙен әйтеп, бүләк алырға тырыша, йәнә ундай кешенең фотоһы район гәзитенең беренсе битендә баҫылып сыға, ә был тотош районда билдәлелек яулау тигән һүҙ. Бөгөн телевизор көнө-төнө эшләп торғанда, интернет селтәре донъяны солғап алған дәүерҙә бындай сараларҙың кәрәге лә юҡтыр. Ойошторолһа ла, ундай сараларҙа халыҡ барыбер ҡатнаша һалып бармай бит инде ул. Сөнки, йәшерен-батырын түгел, хәҙер күптәр тормошҡа, көнитмешкә вайымһыҙыраҡ ҡарай, үҙ донъяһына бикләнеп, йәмәғәт эштәренә ҡул һелтәп йәшәй. Ҡайһы берәүҙәр, власть халыҡтан ныҡ алыҫлашты, тип аҡыл һатырға әүәҫләнеп алды. Ошондай тәнҡит менән булып, баш ауырттырғансы, һәр кем үҙенең ҡулынан килерҙәй эште эшләһә, илебеҙ үҫешенә үҙ өлөшөн индерһә, тормошобоҙ ҙа алға барыр, көнитмешебеҙ ҙә күпкә яҡшырыр.
Республикабыҙҙың көсө, ҡеүәте, уның киләсәккә өмөтө - берҙәмлектә, ана шуны бер ваҡытта ла онотмаһаҡ ине. Бер төптән булыу, бер теләктә йөрөү әлеге беҙҙең алда торған һайлауҙарға ла ҡағыла. Ошо матур сифаттарыбыҙҙы һайлауҙарға дәррәү барып та раҫлайыҡ әле, йәмәғәт. Был үтә лә мөһим сәйәси сарала ҡатнашмау, үҙ тауышыңды башҡаларҙыҡына ҡушмау, өнһөҙ ҡалыу, хатта ки фанилыҡта юғалып, йәмғиәттә онотолған әҙәм сүрәтендә ҡалыуға бәрәбәр.

Хәйҙәр ТАПАҠОВ.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.14 | Ҡаралған: 1748

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru