«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ПАРАЛЛЕЛЬ ДОНЪЯ УЙҘЫРМА ТҮГЕЛ"
+  - 

Яҡташым һәм рухи остазым Марат ағай Ишмөхәмәтовтың "Киске Өфө" гәзитендә (№ 27, 28) баҫылып сыҡҡан "Параллель донъя уйҙырма түгел" тигән мәҡәләһен уҡып сыҡҡас, үҙемдең дә баштан үткәндәрҙе яҙырға булдым, сөнки күптәр беҙҙең донъя менән бергә тағы ла әллә күпме башҡа донъяларҙың да булыуын инҡар итә, уға ышанып етмәй.

Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, һүҙ сыҡҡанда, әлеге осрашыу тураһында күршелә йәшәгән бер апайға һөйләй ҡуйҙым. Аптыраманы. Улының кәләше шул ауылдан. "Улымдың ҡәйнеше район үҙәгенән ауылға ҡайтырға кисләһә, гел генә еҙнәһенә, шул ерҙе үткәнсе генә оҙатып ҡуй әле, тип ялына, юлыма бер аҡ шәүлә килә лә сыға, ҡурҡам, ти торғайны. Ысынлап та бар унда бер шәүлә, кешеләргә осрағанын ишеткәнем бар", - тине күршем.
Бер ваҡыт баяғы әхирәтемә барһам, әсәһе ҡунаҡҡа килгән. Әхирәтем әйтә: "Теге ваҡыт нимә күргәнеңде әсәйемә лә һөйлә әле", - ти. Һөйләгәйнем, ул инәй ҙә аптыраманы. Тик: "Күптән күргән кеше булмағас, мин ул аҡ шәүлә күҙҙән юғалғандыр, тип уйлағайным, бар икән әле һаман да", - тип әйтеп ҡуйҙы. Бына шулай булды минең бер параллель донъяның вәкиле менән осрашыуым.
...2008 йылда тағы ла бер хәлгә шаһит булдым. Уныһын да һөйләйем әле. Бер шулай, бер-нисә ҡатын-ҡыҙ йыйылышып, Өфөгә Дим биҫтәһенә барып, кейем-һалым алып ҡайтырға булдыҡ. Йәйге ваҡыт. Төнгө өстә юлға сыҡтыҡ. Беҙ әхирәтем менән артҡа ултырҙыҡ, өсөнсөбөҙ юлда көтөп тора. Уны алға, водитель эргәһенә ултыртып алдыҡ. Уны ултыртырға туҡтаған саҡта машинаның багажнигына бисуралар ултырып алды бит. Машина ауырайып китте хатта. Килеп тороп һамаҡлап һөйләшәләр, бытылдығы сығалар. Мин шунда ауырып киттем. Баҫлыға башланым. Манма тиргә баттым, тын алыуҙары ауырлашты. Доға уҡыйым тип уйлайым, бер генә доға ла иҫемә төшмәй. Күҙҙәремде көскә асып, ҡыҙҙарға ҡарайым, бер нәмә белмәй йоҡлап баралар. Бөттө, тип уйлайым, былай булғас. Бушҡа ғына китеп барам, бындай хәлдә йөрөй алмаҫмын, барып еткәс, машинала ғына ятып торормон, тип уйлайым. Бармаҡ ҡыбырлатырлыҡ та хәл ҡалманы. Еҫ тейгән саҡтағы кеше кеүекмен: уйым менән барыһын да аңлайым, тик бер нәмә лә эшләй алмайым. Ә теге бисуралар сутылдығы сыға. Бер-береһе менән һамаҡлай-һамаҡлай донъя хәлдәрен һөйләшеп баралар-баралар ҙа: "Өфөгә китеп бараңмы, әй!" - тип, бармаҡтары менән минең арҡаға төртәләр. Бармаҡтары оҙон, бөйөрөмдө тишеп сығыр төҫлө. Ауыртыуға түҙә алмай, ыңғырашып ҡуям. Багажниктың тимер ҡоршауы, ултырғыстың тимере аша нисек бармаҡтары үтәлер. Был хәл шулай әллә-нисә тапҡыр ҡабатланды. Бөйөрҙәремә, ағзаларыма зыян ғына итмәһәләр ярар ине, тип уйлайым, ләкин үҙемде яҡлап, һаҡлап бер нәмә лә эшләй алмайым. Уларҙы күреп тә булмай, артым менән ултырам бит инде багажникҡа. Шулай килә торғас, водитель "Урман" кафеһы эргәһенә килеп туҡтаны. Төшөп, тәмәке тартырға булды, ахыры. Сыҡҡас, машинаның тәгәрмәстәрен тибеп ҡараны. Һыҙылып ҡына таң атып килә. Машина туҡтағас, тегеләр ҙә һөйләшеүҙән шып туҡтаны. Таң атыуҙан ҡурҡтылар булһа кәрәк, төшөп ҡалдылар. Уларҙың машинанан төшөүе булды, миңә ҡапыл хәл инде, ярым ятып барған еремдән тороп ултырҙым. Бер нәмә лә булмағандай, кире үҙ хәлемә ҡайтып, кеше булдым да киттем. Юлдаштарым да күҙҙәрен асып, ҡайҙа, нимәгә туҡтағаныбыҙҙы һораштылар ҙа, кире йоҡоға талдылар. Әгәр, һиҙһәләр, ҡурҡырҙар ине.
Параллель донъя йәндәре менән осрашыуҙар тағы ла булды. Уныһын икенсе юлы һөйләрмен.

Фәриҙә АЙЫТБАЕВА. Бөрйән районы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.09.14 | Ҡаралған: 1648

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru