«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАН БУЙЫНСА БАШҠОРТТАР ТАМЫРҘАРЫН ИҪКӘ ТӨШӨРҺӨН
+  - 

Йыл аҙағында, ғәҙәттә, үтеп барған йылдың мөһим ваҡиғаларын барлайҙар. "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһының тәүге томдары сығыуы ла халҡыбыҙ өсөн ошондай ваҡиғаларҙың береһе булды. Бөтә башҡорт ырыуҙарын да үҙ эсенә аласаҡ күләмле хеҙмәттең йәнәй, балыҡсы, гәрәй (кирәй, гирей), унлар ырыуҙарына ҡараған дүрт томы сыҡты ла инде, яҡын арала ҡаңлы ырыуына арналған томдың тиражы әҙер буласаҡ. Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Рәфил Аҫылғужин, Рөстәм Шәйхиев, Радик Рыҫҡолов, Айгөл Ғүмәрова һәм башҡаларҙан торған авторҙар коллективының хеҙмәте халыҡта лайыҡлы баһаһын табып, күптәргә үҙ тамырҙарын белергә тырышыуға, өйрәнә башлауға, аңлауға һәм таныуға этәргес булыр, тип ышанып ҡалабыҙ. "Башҡорт ырыуҙары тарихы" серияһы, халҡыбыҙ тарихының ҡайһы бер биттәре тураһында тарих фәндәре кандидаты, Башҡортостан юлдаш телеканалының билдәле журналисы Салауат ХӘМИҘУЛЛИН һөйләй.

Китап хаҡында бер нисә һүҙ

Милли тамырҙарҙы, милли үҙенсәлекте (идентичность) юғалтыу, ассимиляция проблемаһы бөгөнгө көндә башҡорт халҡының бер өлөшө өсөн киҫкен мәсьәлә булып тора. Был процесҡа төньяҡ-көнбайыш башҡорттары нығыраҡ йәлеп ителеүгә ҡарамаҫтан, ошондай уҡ хәл күрше өлкәләрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙҙә лә күҙәтелә. Мәҫәлән, 1989 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы Пермь өлкәһенең (хәҙер Пермь крайы) Барҙы районында йәшәгән халыҡтың 95 проценты үҙен башҡорт тип һанаһа, һуңғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына ярашлы был төбәктә башҡорттар 50-60 процент самаһы ғына тороп ҡалған (уларҙың ҡалған өлөшө татар милләтенә күскән). Ошондай уҡ хәл бер нисә тиҫтә мең башҡорттар йәшәгән Свердловск, Ҡурған өлкәләрендә лә күҙәтелә. Хатта Силәбе өлкәһендә башҡорт райондары иҫәпләнгән Арғаяшта һәм бигерәк тә Ҡоншаҡта ла яйлап милли йөҙҙө юғалтыу процесы бара. Ә Татарстанда иһә (был республиканың бер өлөшө тарихи Башҡортостанға инеүенә һәм бары тик үткән быуаттың 20-се йылдарында ғына Татар АССР-ына бирелеүенә ҡарамаҫтан) башҡорттарҙың һаны ун меңгә лә етмәй.
Башҡорт халҡын берләштереү, уны икенсе милләт тарафынан йотолоуҙан һаҡлап алып ҡалыу мөмкинлектәре үткән быуаттың 20-се йылдарында ла, 30-сы йылдарҙа ла, 50-се йылдарҙа ла була. Хатта 90-сы йылдарҙа ла башҡорттарҙың күп өлөшөн һаҡлап алып ҡалырға булыр ине. Үкенескә күрә, башҡорт интеллигенцияһы бөтә ошо мөмкинлектәрҙе лә ҡулынан ысҡындыра.
Иң яҡшы мөмкинлек революциянан һуң тыуа. Был ваҡытта кәрәкле ҡыйыу аҙымдар ҙа күп эшләнә. Әхмәтзәки Вәлиди һәм уның арҡаҙаштары етәкләгән башҡорт милли хәрәкәтенә көньяҡ-көнсығыш башҡорттарының күп өлөшө йәлеп ителә, Кесе Башҡортостан иғлан ителә. Ләкин көнбайыш башҡорттары Өфө губернаһында тороп ҡала. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Өфө губернаһында йәшәгән башҡорттар Кесе Башҡортостанға ҡушылырға тип хаттар яҙа, хатта 1920 йылда ҡупҡан "ҡара бөркөт", йәки "һәнәктәр ихтилалы" исеме аҫтында билдәле булған күтәрелештең дә сәбәптәренең береһе ошо була. Ул ваҡытта күп мишәрҙәр һәм типтәрҙәр үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләй, башҡорттарға яҡын булырға тырыша. Ләкин берләштерә алырҙай көстөң булмауы арҡаһында (башҡорт хәрәкәтенең лидерҙары илдән киткән була, ә ҡалғандарын совет власы яйлап ҡына сәйәси аренанан ситләш-терә) был эш логик аҙағына еткерелмәй. Өфө губернаһының Бөрө һәм Бәлә-бәй өйәҙҙәре Башҡорт АССР-ына ҡушылһа ла, Минзәлә менән Бөгөлмә өйәҙҙәре яңы төҙөлгән Татар АССР-ында тороп ҡала.
Башҡорт АССР-ында ла хәлдәр яҡшынан булмай. Совет осоронда республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында уҡытыу татар телендә алып барыла. Шуға уларҙы башҡорт ғалимдары ла хатта башҡорт тип ҡабул итмәй. Бына шулай Көнбайыш Башҡортостанда йәшәгән башҡорттар, үҙ һөйләштәре һәм географик урынлашыуы арҡаһында, "татар сәйәси милләте" проектына йәлеп ителә һәм бер нисә тиҫтә йылдан һуң үҙҙәренең милли үҙбилдәләнешен юғалта. Әлеге ваҡытта иң ауыр хәл Ҡаңлы ырыуы башҡорттарында күҙәтелә. Был данлы ырыу вәкилдәре араһында үҙҙәрен башҡорт тип иҫәпләгән бер нисә ауыл ғына тороп ҡалған, башҡалары тулыһынса татарлашып бөткән. Әлбиттә, Нефтекаманан Фәнил Шәрипов етәкләгән Ҡаңлы ырыуы хәрәкәте бар, был хәрәкәт ошо ырыу башҡорттарына тамырҙарын аңлатыу буйынса әүҙем эш алып бара, күптәр үҙҙәренең башҡорт икәнен дә таный, ләкин барыбер ҙә үҙҙәрен татар тип һанай. Йәғни, улар ҡан буйынса башҡорттар, аң буйынса татарҙарға әй-ләнгән.
Үрҙә телгә алынған факторҙарҙан сығып, башҡорт ырыуҙары хаҡында китап сығарыу кәрәкле һәм ваҡытлы эш тип һанайбыҙ. Был милли йөҙөн юғалтҡан башҡорттарға үҙҙәренең тамырҙарын иҫкә төшөрөү өсөн файҙалы буласаҡ. Шулай уҡ башҡорт халҡының төрлөлөгөн, шул иҫәптән һөйләш, диалект төрлөлөгөн күрһәтәсәк.
Китаптарҙың структураһы бик ҡыҙыҡлы. Ул тарихҡа, телгә, диалектологияға арналған өлөштән тора. Бер өлөш идентификация проблемаһына арнала. Халыҡтың ниндәй территорияларҙа йәшәүе хаҡындағы мәғлүмәт Әнүәр Әсфәндийәровтың хеҙмәттәренә, шулай уҡ һуңғы йылдарҙа билдәле булған мәғлүмәттәргә таянып яҙылды. Шулай уҡ китапҡа фольклор материалдары, риүәйәттәр, ревизия сказкалары, революция осорондағы халыҡ һанын алыу кампаниялары мәғлүмәттәре индерелде. Документтар бихисап урынды ала. Шулай уҡ китаптарға минең "Тарихи мөхит" тапшырыуының "Башҡорт шәжәрәләре" циклынан булған документаль фильмдың дискыһы ла беркетелде. Финанслау булғанда, беҙ бөтә башҡорт ырыуҙары хаҡында томдар сығарырға уйлайбыҙ. Вағыраҡ булған ырыуҙарҙы бер томға берләштерәсәкбеҙ, планлаштырыуыбыҙса, ул йәмғеһе 25-26 том буласаҡ.
Башҡорттар төрки этностар араһында иң боронғоһо. Улар хаҡында тәүге телгә алыуҙарҙы VII быуатҡа ҡараған Ҡытай яҙмаларында табабыҙ. Ошо оҙаҡ ваҡыт эсендә башҡорт халҡы даими үҙгәреп тороуона ҡарамаҫтан (яңы ырыуҙар ҡушылған, башҡа милләттәр менән аралашып йәшәү, һ.б.), ул үҙенең халҡының атамаһын, үҙенсәлектәрен һаҡлап алып ҡала алған. Ә ҡайҙа VII быуаттағы башҡорттарҙың замандаштары? Ҡайҙа бәшәнәктәр, оғуҙҙар, ҡыпсаҡтар, Иҙел болғарҙары? Уларҙың береһе лә бөгөнгө көндә айырым милләт булып һаҡланып ҡала алмаған. Шуға күрә халҡыбыҙҙың тамырҙарын белеү, уны һаҡлап ҡалыу үҙебеҙҙең изге бурысыбыҙ булып тора.

Азамат САЛАУАТОВ яҙып алды.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.14 | Ҡаралған: 1606

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru