«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ УҠЫТЫУСЫЛАРЫ ЯРЫШҠА СӘМЛӘНДЕ
+  - 

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһының "Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2015" XVIII ҡала конкурсы һәм "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" XI конкурсы старт алды.

Быйыл "Башҡортостан баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2015" XVIII ҡала конкурсында бөтәһе 36 педагог үҙ көсөн һынаясаҡ. Жюри ағзаларына 11 төрлө предмет буйынса уҡытҡан белгестәрҙе баһаларға тура киләсәк. Өфө ҡалаһының иң алдынғы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы 19 конкурсант араһынан һайланасаҡ. Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов конкурсанттарға уңыштар теләп, был ярыштарҙың ҡала педагогтары өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне.
- Башҡортостандың баш ҡалаһы юғары квалификациялы, белемле уҡытыусылары менән дан тота. Бөгөн ҡаланың дөйөм белем биреү учреждениеларында 5500-ҙән ашыу педагог эшләй. Улар араһында 2 меңдән ашыуы киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә индергән өлөштәре өсөн юғары наградаларға өлгәшкән, 250-нән ашыу уҡытыусы "Мәғариф" алдынғы милли проект еңеүселәре. Үткән уҡыу йылы һөҙөмтәләре буйынса БР мәғариф министрының тармаҡ буйынса наградалары менән 200 кеше бүләкләнде, "БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы" исеме 5 уҡытыусыға бирелде, 13 хеҙмәткәр ҡала округы хакимиәте премияһын алды, 11 педагог БР Президенты премияһына лайыҡ булды. Быйылғы конкурс һөҙөмтәләре лә беҙгә иң юғары квалификациялы белгесте асыҡларға, иң мөһиме, бөтәһенә лә өлгө булырҙай шәхесте билдәләргә мөмкинлек бирер, тип ышанам", - тине Сынтимер Биктимер улы сығышында.
Әйткәндәй, ҡатнашыусылар араһында оҙаҡ йылдар мәктәптә эшләү дәүерендә ҙур тәжрибә туплап өлгөргән уҡытыусылар менән бер рәттән, ярышырға баҙнат итеүсе, уларҙан өйрәнеп үҫеп еткән йәш педагогтар күп. 2014 йылда Өфө ҡалаһының йыл уҡытыусыһы тип танылған рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гүзәл Леонова йәш саҡтан уҡ үҙеңде күрһәтә алыу, яңы бейеклектәргә үрләү, мөмкинлектәреңде файҙаланып, һөнәри яҡтан үҫешеү, белемеңде камиллаштырыу, тәжрибә туплау ниндәй оло әһәмиәткә эйә булыуын билдәләп, йәш конкурсанттарҙы хупланы. "Башҡортостандың баш ҡалаһының йыл уҡытыусыһы - 2015" XVIII ҡала конкурсы һәм "Башҡортостан баш ҡалаһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы - 2015" XI конкурстарын баһалаясаҡ жюри рәйесе, һәр педагогтың эш тәжрибәһен күрмәйенсә, ярыш тураһында нимәлер һөйләү урынһыҙ, тип билдәләп үтһә лә, быға тиклем уҙғарылған ярыштарҙа әйтелгән иҫкәрмәләр, тәнҡит һүҙҙәре иҫәпкә алынғандыр, моғайын. Ярыш 18 декабргә тиклем дауам итә, ә һөҙөмтәләре ғинуар айында конкурсты ябыу тантанаһында билдәле буласаҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.14 | Ҡаралған: 1807

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru