«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СУВЕРЕНИТЕТ - УЛ МОТЛАҠ ШАРТ!
+  - 

4 декабрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин 11-се тапҡыр Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Уның телмәренең күп өлөшө иҡтисадҡа бағышланды. Әммә Путин башҡа мөһим мәсьәләләрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы. Бөгөн гәзит уҡыусыларға Мөрәжәғәтнамәләге иң төп цитаталарҙы тәҡдим итәбеҙ.

Стратегик йүнәлеш тураһында. Барлыҡ пландарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу, дәүләттең төп социаль бурыстарын үтәү өсөн беҙгә иҡтисадта, финанс мәсьәләләрендә, социаль үҫеш өлкәһендә һәм, иң мөһиме, стратегик йүнәлешебеҙ ниндәй булырға тейеш, тигән һорауға яуап биреү мотлаҡ. Рәсәй донъя өсөн, хеҙмәттәшлек өсөн, сит ил инвестицияларын йәлеп итеү өсөн, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн асыҡ булып ҡаласаҡ. Әммә үҫеш бары тик үҙебеҙҙән торғанын аңларға тейешбеҙ. Әгәр үҫеш өсөн эшләһәк, ә хәл-ваҡиғаларҙың уңышлы ағышына йәки тышҡы конъюнктураға ғына һылтанмаһаҡ, уңышҡа өлгәшәсәкбеҙ.
Украина тураһында. Рәсәйҙең Украинаға ғына түгел, элекке СССР-ҙың туғандаш республикаларына уларҙың суверенитетҡа ынтылыуына ярҙамлашыуы һәм ниндәйҙер кимәлдә 1990 йылдар сигендә ошо процесҡа булышлыҡ итеүе яҡшы билдәле. Шунан алып беҙҙең позицияла бер нәмә лә үҙгәрмәне.
АҠШ тураһында. Ҡайһы ваҡыт хатта кем менән һөйләшеү яҡшыраҡ икәнен белмәйһең: ҡайһы бер илдәрҙең хөкү-мәттәре менәнме, әллә туранан-тура уларҙың Америкалағы ҡурсалаусылары һәм бағыусылары менәнме.
Ҡоралланыу тураһында. Беҙ ҡиммәтле ҡоралланыуға баш тығырға уйламайбыҙ. Әммә яңы шарттарҙа илебеҙҙең оборона ҡеүәтен ышаныслы һәм гарантиялы тәьмин итәсәкбеҙ. Бында бер ниндәй шик булырға тейеш түгел. Рәсәйҙең мөмкинлеге лә, стандарт булмаған юлдары ла бар. Бер кем дә хәрби йәһәттә Рәсәйҙән өҫтөн була алмаясаҡ. Беҙҙең армия заманса, хәрби һәләтле, хәҙергесә итеп әйткәндә, илтифатлы, әммә ҡеүәтле.
Көнбайыш менән мөнәсәбәттәр тураһында. Беҙ донъяның күп төрлөлөгө яҡлы. Сит илдәге халыҡҡа ысынбарлыҡты еткерәсәкбеҙ. Барыһы ла Рәсәйҙең боҙоп күрһәтелгән, ялған образын түгел, уның ысын йөҙөн күрһен. Эшлекле һәм гуманитар бәйләнештәрҙе, ғилми, мәғариф, мәҙәни бәйләнештәрҙе әүҙем рәүештә алға һөрәсәкбеҙ. Быны хатта ҡайһы бер илдәрҙең хөкүмәттәре Рәсәй тирәләй ҡабат тимер ҡоршау элергә тырышҡан ваҡытта ла эшләйәсәкбеҙ. Беҙ бер ваҡытта ла үҙ-үҙебеҙгә бикләнеү, ксенофобия, шикләнеүсәнлек, дошмандар эҙләү юлынан китмәйәсәкбеҙ. Былар барыһы ла - көсһөҙлөк күрһәткесе, ә беҙ көслө һәм үҙ-үҙебеҙгә ышанабыҙ.
Санкциялар тураһында. Был АҠШ-тың һәм уның союздаштарының Украиналағы ваҡиғаларға һәм дәүләт түңкәрелешенә, хатта "Ҡырым яҙы"на бәйле беҙҙең позицияға ҡарата реакцияһы ғына түгел. Әгәр ошолар барыһы ла булмаһа ла, улар Рәсәйҙең үҫешә барған мөмкинлектәрен тотҡарлау, уға йоғонто яһау, ә иң яҡшыһы - үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланыу өсөн ниндәй ҙә булһа икенсе сәбәп табырҙар ине.
...Алда ауыр, көсөргәнешле мәл, һәм күп нәмә һәр ҡайһыбыҙҙың үҙ урынында нимә эшләүенән тора. Санкциялар һәм тышҡы сикләүҙәр - ҡуйылған маҡсаттарға тиҙерәк, һөҙөмтәлерәк өлгәшеү өсөн стимул ул.
Капиталға амнистия тураһында. Рәсәйгә ҡайтарылған капиталды тулыһынса аҡлауҙы тәҡдим итәм. Һәм быны, улар тейешле ҡарар ҡабул итһен өсөн, кешеләргә аңлатырға кәрәк. Нимә ул тулыһынса аҡлау? Әгәр кеше үҙенең аҡсаһын һәм милеген Рәсәйҙә легалләштерә икән, ул был капиталдың ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен асыҡлау өсөн төрлө органдарға, шул иҫәптән хоҡуҡ һаҡлау органдарына, саҡырып йөҙәтмәйәсәктәренә ныҡлы гарантия аласаҡ. Ул енәйәт һәм административ эҙәрлекләүгә дусар булмаясаҡ. Уға һалым һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының да һорауы булмаясаҡ. Әйҙәгеҙ, быны хәҙер эшләйек. Әммә бер тапҡыр ғына. Рәсәйгә килергә теләүселәрҙең барыһы ла ошо мөмкинлектән файҙаланырға тейеш.
Аҡса тураһында. Беҙ барыбыҙ ҙа аҡса төрлөсә барлыҡҡа килгәнен аңлайбыҙ. Улар төрлөсә эшләп алына. Әммә беҙгә иҡтисад һәм ил тарихында офшор битен ябып ҡуйыу кәрәклегенә инанам.
Һумдың курсы тураһында. Бөгөн беҙ валюта килеүенең ҡыҫҡарыуы һәм дәүләт валютаһының - һумдың курсы түбәнәйеүен күрҙек. Рәсәй банкы "йөҙөүсе" курсҡа күсте, әммә был уның һумдың курсына йоғонто яһауҙан ситләшеүен аңлатмай һәм һум курсы финанс спекуляциялары объекты була алмай. Мин Рәсәй Банкын һәм хөкүмәтте Рәсәй валютаһы курсы тирбәлгән ваҡытта спекуляция яһап ҡалырға тырышыусыларҙың барлыҡ теләген юҡҡа сығарыу өсөн ҡаты саралар күрергә саҡырам. Властар был спекулянттарҙың кем икәнен белә, уларға йоғонто яһау ҡоралдары бар. Уларҙы ҡулланыу ваҡыты етте.
Әлбиттә, һумдың көсһөҙләнеүе ҡыҫҡа ваҡытлы инфляция хәүефен көсәйтә. Тәү сиратта килеме түбән булған граждандарҙың мәнфәғәтен яҡларға, ә хөкүмәткә һәм төбәктәргә аҙыҡ-түлек, дарыу, көндәлек тормошта кәрәкле башҡа тауарҙар баҙарындағы хәл-торошто контролдә тоторға кәрәк. Быны эшләргә була һәм эшләү зарур.
Азатлыҡ тураһында. Хәҙер иң мөһиме - граждандарға үҙҙәрен асыуға мөмкинлек бирергә. Иҡтисадта, социаль өлкәлә, граждандар инициативаһында үҫеү өсөн азатлыҡ биреү - ул тышҡы сикләүҙәргә лә, эске проблемаларыбыҙға ла иң яҡшы яуап. Граждандар үҙ тормошон яҡшыртыуҙа ни тиклем әүҙем ҡатнаша, ни тиклем улар иҡтисади, сәйәси яҡтан үҙ аллы, Рәсәйҙең ҡеүәте шул тиклем юғарыраҡ буласаҡ.
Сәләмәтлек тураһында. Быйыл һаулыҡ һаҡлауҙың глобаль рейтингында Рәсәй беренсе тапҡыр имен ил тип табылған - бында уртаса ғүмер оҙайлығы 70 йылдан артып китә. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә был күрһәткес 71 йыл. Яҡын киләсәктә был һанды уртаса 74 йылға еткерергә, үлем осраҡтарын кәметергә нигеҙ бар. Ошо йәһәттән 2015 йылды йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш йылы тип иғлан итергә тәҡдим итәм.
Бизнес һәм власть тураһында. Барыбыҙ ҙа Рәсәйҙең именлеген теләйбеҙ. Бизнес һәм дәүләт мөнәсәбәттәре дөйөм эшмәкәрлек философияһында, партнерлыҡ мөнәсәбәттәрендә һәм тиң хоҡуҡлы диалогта ҡоролорға тейеш. ...Эшлекле мөхиттә, тормоштоң башҡа өлкәләрендәге кеүек үк, яуаплылыҡ, ҡанунды һәм йөкләмәләрҙе үтәү мотлаҡ. Күпселек эшҡыуарҙар тап шулай эшләй ҙә инде. Үҙҙәренең эшлекле сифаттарына һәм социаль абруйҙарына тап төшөрмәҫкә, ысын илһөйәр булараҡ, илгә файҙа килтерергә тырышалар. Шундай кешеләргә йүнәлеш тоторға кәрәк тә инде.
Бизнес яҙмышын еңеләйтеү тураһында. Бизнестан сикләүҙәрҙе мөмкин ҡәҙәр алырға, уны бәйләнсек күҙәтеүҙән һәм контролдән азат итергә кәрәк. Һәр тикшереү асыҡ булырға тейеш. Киләһе йылдан башлап бының өсөн махсус реестр эшләй башлаясаҡ, ул ниндәй орган ниндәй маҡсаттан сығып тикшереү үткәргәнен, ниндәй һөҙөмтә алынғанлығы тураһында мәғлүмәт бирергә тейеш. Был бер сәбәпһеҙ, бигерәк тә заказ буйынса тикшереү үткәреүселәрҙең визитына кәртә ҡуясаҡ. Был проблема бизнес өсөн генә түгел, бюджет, муниципаль учреждениелары, социаль НКО-лар өсөн дә көнүҙәк булып тора. Ниһайәт, тоталь, бөткөһөҙ тикшереүҙән баш тартыу зарур. Хәл-торош ысынлап та хәүефле һәм ҡағиҙә, тәртип боҙоуҙар күҙәтелгән урындарҙы ғына даими күҙ уңында тоторға кәрәк.
Дәүләт суверенитеты тураһында. Әгәр ҡайһы бер Европа илдәре өсөн милли ғорурлыҡ - күптән онотолған атама, ә суверенитет - бик ҙур байлыҡ булһа, Рәсәй өсөн ысынбарлыҡтағы дәүләт суверенитеты - уның йәшәүе өсөн мотлаҡ булған шарт. Тәү сиратта был беҙҙең үҙебеҙ өсөн асыҡ булырға тейеш - йә беҙ үҙ аллы булабыҙ, йә донъяла юғалып ҡалабыҙ.
Өҫтөнлөктәр тураһында. Сәләмәт ғаилә һәм сәләмәт милләт, атай-олатайҙарҙан беҙгә киләсәккә ынтылыш менән бергә тапшырылған традицион ҡиммәттәр, үҫеш һәм прогрестың бер шарты булараҡ тотороҡлолоҡ, Рәсәйҙең именлеген гарантиялы рәүештә тәьмин иткәндә башҡа халыҡтарға һәм дәүләттәргә ихтирам, илдең законлы мәнфәғәттәрен яҡлау - бына беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.12.14 | Ҡаралған: 1599

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru