«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ
+  - 

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара. Әлегә ул бына ниндәй:
1. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосы
2. М. Аҡмулланың шиғырҙар йыйынтығы
3. Ҡол Ғәли "Йософ ҡиссаһы"
4. Ризаитдин Фәхретдин "Нәсихәттәр"
Артабан Башҡорт дәүләт университетының филология фәндәре кандидаты Рәмилә Йәнмырҙина Ғайса Хөсәйеновтың "Тормош" һәм "Донъя" тип аталған парсалар китаптарын бер ҡасан да актуаллеген юғалтмаҫ, мәңгелек әҫәрҙәр рәтенә индерергә тәҡдим итте.

- Ғайса Хөсәйеновтың бөтә әҫәрҙәрен дә уҡып сығырға тәҡдим итергә мөмкин, уның тарихи китаптарын, ғилми хеҙмәттәрен барыһы ла белергә тейеш. Шулай ҙа, йәштәрҙең дә, ололарҙың да күңеленә хуш килерҙәй парсалар китабын айырып, телгә алып китеү кәрәк. "Донъя" һәм "Тормош" тип аталған ике йыйынтыҡ башҡорт кешеһенә тормошто аңларға, йәшәү мәғәнәһен табырға ярҙам иткән хикмәтле китаптар. Йәштәр сит ил йәки урыҫ белгестәренең философия, психология буйынса яҙылған китаптарын уҡый. Ундағы кәңәштәр, фекерҙәр, аҡыл башҡа халыҡтың менталитетына, йолаларына, тәрбиәһенә нигеҙләнеп яҙылған һәм күбеһе беҙҙең асылға тап килмәй. Башҡорт халҡының тормоштоң төрлө аспекттарына ҡағылышлы уй-фекерҙәре, философияһы борон-борондан формалашып килгән. Беҙгә үҙ ерлегебеҙҙән сығып, рухи ҡиммәттәребеҙгә нигеҙләнеп яҙылған кәңәш китаптарын уҡыу кәрәк. "Кеше", "Әҙәп-әхлаҡ", "Ғүмер", "Дин", "Фән", "Философия" һ.б. тигән төркөмдәргә бүленгән парсаларҙа башҡорт халҡының философияһы, авторҙың донъяға ҡарашы тулыһынса сағылыш тапҡан. Был китаптар олоһона ла, кесеһенә лә кәрәкле бөтә һорауҙарға яуаптарҙы үҙенә туплаған. Фәһемле, ғибрәтле парсалар хикмәтле һүҙ өсөн генә түгел, һәр кемгә һабаҡ, фәһем биреү маҡсатында яҙылған. Был милләттәштәр ҡул аҫтында тотолоп, форсат тыуған һайын уҡылырға тейешле китаптар.
Ғайса Хөсәйенов бер парсаһында иң шәп китап ниндәй булыуы тураһында яҙған:
- Ниндәй китаптар шәп?
- Зиһенгә һәм күңелгә һеңгәне.
- Ниндәйҙәре йәнә шәберәк?
- Һинең үҙеңде уйланырға мәжбүр иткәне.
Был һүҙҙәр уның "Тормош" һәм "Донъя" китаптары тураһында әйтелгән төҫлө.
Хөрмәтле гәзит уҡыусыларыбыҙ! "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына һеҙ ҙә ҡушылығыҙ, үҙегеҙ уҡыған башҡорт китаптары/әҫәрҙәре араһынан иң-иңдәрен һайлап, шулар тураһында редакциябыҙға төбәп хаттар яҙығыҙ. Йәки "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Киске Өфө" гәзите" төркөмөндә махсус булдырылған "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы" тип аталған фекер алышыу битендә "#башкитап" хештегы ҡуйып үҙ фекерегеҙҙе белдерегеҙ!

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1276

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru