Үткән аҙнала Өфөлә Рәсәй ҡалалары союзының иң яҡшы муниципаль тәжрибәләренең IV форумы үтеүе, уның эшендә илебеҙҙең 68 ҡалаһынан, 45 муниципаль районынан, 48 субъекттан барлығы 400-ҙән ашыу кеше, шулай уҡ БДБ илдәренән, Ҡытай Халыҡ Республикаһынан, Көньяҡ Кореянан, Бөйөк Британиянан вәкилдәр ҡатнашып, сараның халыҡ-ара статусына эйә булыуы тураһында хәбәр иткәйнек инде. Форум ысын мәғәнәһендә тәжрибә уртаҡлашыу майҙанына әүерелде. Унда Өфөнөң иң яҡшы тәжрибә өлгөләре менән хакимиәт башлығы Ирек Ишмөхәмәт улы ЯЛАЛОВ таныштырҙы. Бөгөн уҡыусыларға ҡала мэрының сығышын тәҡдим итәбеҙ.
- Өфө бер нисә йыл дауамында тотороҡло иҡтисади үҫеш кисерә һәм социаль өлкәләге йөкләмәләрен үтәй. Баш ҡала Рәсәйҙең тиҙ үҫешкән 25 ҡалаһы иҫәбенә инә, дөйөм рейтингта 18-се урынды биләй, миллионлы ҡалалар араһында 4-се урында тора. Былар барыһы ла баш ҡаланың ғына түгел, дөйөм Башҡортостандың иҡтисади һәм сәйәси тотороҡло хәл-торошон раҫлай.
Муниципалитеттың төп бурысы - ҡаланы йәшәү өсөн мөмкин тиклем уңайлы итеү. Бының өсөн даими рәүештә башҡа төбәктәрҙең һәм ҡалаларҙың тәжрибәләрен өйрәнеп, үҙебеҙҙә ҡулланабыҙ, беҙҙең ҡайһы бер эшмәкәрлегебеҙ федераль кимәлдә баһаланып, башҡа ҡалаларға таратыла.
Мәҫәлән, 2012 йылда ҡала хакимиәте тарафынан Йәмәғәт именлеге үҙәге бюджет учреждениеһы ойошторолдо. Ул РФ Эске эштәр министрлығы ҡарамағындағы хеҙмәткәрҙәрҙе һәм финанслауҙы ҡыҫҡартыуға бәйле мәжбүри килеп тыуҙы. Бөгөн Үҙәктә 321 кеше эшләй. Инспекторҙар хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, рөхсәтһеҙ асылған уйын автоматтарын асыҡлау һ.б. менән шөғөлләнә. Уларға ике мең кешене үҙ эсенә алған халыҡ дружинаһы ярҙам итә. Һөҙөмтәлә былтыр үҫмерҙәр араһында хоҡуҡ боҙоу осраҡтары ҡырҡа кәмене, йәмәғәт урындарында хоҡуҡ боҙоуҙар - 7, төркөм енәйәтселеге 35 процентҡа әҙәйҙе. Йыл дауамында инспекторҙар тарафынан төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн 24 мең протокол төҙөлдө. Быйыл яҙғыһын Мәскәүҙә үткән РФ Эске эштәр министрлығы коллегияһында Йәмәғәт именлеге үҙәге Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу өсөн өлгө итеп билдәләнде.
Хәүефһеҙ ҡала программаһы граждандарҙың мәҙәни-тамаша сараларында тупланған урындарында видеокүҙәтеү системаһын индереүҙе күҙаллай. Былтыр киң спектрлы 120 видеокамера урынлаштырылды. Улар юғары һөҙөмтә менән эшләй һәм хатта автомобилдәрҙең номерын да танырға мөмкин.
Бынан тыш, ҡалала Берҙәм диспетчер үҙәге эшләй. Ул көнөнә 4,5 мең шылтыратыу ҡабул итергә һәләтле һәм шунда уҡ мәғлүмәт тейешле хеҙмәттәргә тапшырыла. Шулай уҡ ҡалала ғәҙәттән тыш хәл-ваҡиға килеп тыуғанда халыҡҡа хәбәр итеү ҙә улар яуаплылығында.
Янғынға ҡаршы федераль хеҙмәттәге ҡыҫҡартыуҙар башланғас, ҡала 9, уҡыу-күнекмә үҙәген дә ҡушҡанда, 10 янғын часын төҙөнө. Янғынға ҡаршы муниципаль частар ойошторолғандан алып янғын осраҡтары кәмеүе күҙәтелә. Былтыр, мәҫәлән, янғындар 4 процентҡа, йәғни 29 осраҡҡа кәмерәк теркәлгән. Был да Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тарафынан ыңғай баһаланған уникаль өлгө. Янғын частары заманса техника менән йыһазландырылған, янғын урынына килеү ваҡыты 10 минуттан артмаһа, янғын һүндереүҙең уртаса ваҡыты 15 минут тәшкил итә.
Халыҡтың именлеген тәьмин итеү тураһында һүҙ алып барғанда, юл хәрәкәтен ойоштороу мәсьәләһен бер нисек тә урап үтеп булмай. 2012 йылда "Аҡыллы ҡала" технологияларын индереү сиктәрендә юл хәрәкәте менән идара итеүҙең заманса диспетчер үҙәге ойошторолдо. Әлеге ваҡытта светофорҙар менән интеллектуаль идара итеү проекты тормошҡа ашырыла. Бөгөн 300 светофор объекты светодиодтар менән йыһазландырылған. Әйткәндәй, светодиод светофорҙар Өфөлә эшләнә. Бынан тыш, беҙ артыҡ сығымдар талап итмәгән, әммә юлдарҙағы көсөргәнеште кәметеү юлын таптыҡ. Атап әйткәндә, ул ҡала юл саттарында үткәреү мөмкинлеген арттырыуға булышлыҡ итеүсе уң яҡҡа боролоуҙар. Яңылыҡ һөҙөмтәһендә, республика ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, баш ҡалала авариялар 20, ҡайһы бер участкаларҙа 50 процентҡа кәмегән.
Ҡаланың тағы бер уникаль тәжрибәһе - Ғәҙәттән тыш фонд. Ул, атамаһынан уҡ күренеүенсә, ғәҙәттән тыш хәл-торошта зыян күргән граждандарға ваҡытлыса уңайлы торлаҡ биреү, уларға килеп тыуған тормош шарттарына яраҡлашыуға ярҙам итеүгә нигеҙләнә. Уның дөйөм һыйҙырышлығы 550 кешегә иҫәпләнһә, бөгөнгә 95 кеше йәшәй. Тиҫтә йыл дауамында был фонд Рәсәйҙә беренсе һәм берҙән-бер булып тора. Былтыр ул Иң яҡшы муниципаль тәжрибәләр Бөтә Рәсәй конкурсы йомғаҡтары буйынса икенсе урын яуланы. Өсөнсө йыл рәттән Волга буйы федераль округындағы миллионлы ҡалалар араһында халыҡтың тормош именлеген тәьмин итеү буйынса смотр-конкурста беренсе урын яулайбыҙ.
Бынан тыш, Өфөлә яңы тыуған балаларҙан баш тартыуҙы профилактикалау, объекттарҙы төҙөгәндә инновацион технологиялар индереү, һөт кухнялары, мәғлүмәт-туристик үҙәктәр, IT-бизнес-инкубаторы эшмәкәрлеге, социаль ашханалар ойоштороу, йыл әйләнәһенә ауыл хужалығы йәрминкәләре үткәреү, воркаут, скейтборд менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар төҙөү һ.б. проекттар тормошҡа ашырыла.
Өфө - миллионлы ҡалалар араһында иң таҙа һәм йәшел ҡала. Бер кешегә бында 200 квадрат метр йәшеллек тура килә. Беҙ был байлыҡ менән ғорурланабыҙ, уны һаҡларға һәм арттырырға тырышабыҙ. Һуңғы йылдарҙа парктарҙы төҙөкләндереү концепцияһын тормошҡа ашырабыҙ. Эш барышында уларҙа спорт һәм балалар майҙансыҡтары ла эшләнә. Һуңғы өс йылда 17 яңы ял зонаһы төҙөлһә, 21-е тулыһынса ремонтланды, ике музыкаль фонтан төҙөлдө. Күптән түгел беҙ концепцияны үҙгәрттек. Һәм уны Рәсәйҙә ноу-хау тип иҫәпләйбеҙ. Хәҙер беҙ Өфөнө парк эсендәге ҡала итергә ниәтләйбеҙ. Ҡала эсендә парктар булдырыу түгел, ә парк эсендәге ҡаланы үҫтереү маҡсатыбыҙ.
Автор
КИРЕ СЫҒЫРҒА