«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Сығарылыш уҡыусыларының юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеү этабы тамамлана. Улар күберәк ниндәй һөнәрҙәргә өҫтөнлөк бирә икән, шул турала бер кәлимә әйтһәгеҙсе?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ МИЛЛИ КЕЙЕМЕ ҺЫУЫҠТАН, ЕЛДӘН, ЯМАН КҮҘҘӘН ДӘ ҺАҠЛАҒАН
+  - 

Аллаға шөкөр, ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ сәхнәлә генә түгел, тормошта ла башҡортса кейенә башланы. Кейем бит милләт тураһында телдән, исемдән дә алда белдерә. Башҡорт халҡының кейеменең матурлығы, зауыҡлығы тураһында күренекле рус сәйәхәтсеһе Иван Лепехин да яҙып ҡалдырған. Ә француз туристары башҡорт кейемдәре күргәҙмәһендә: "Һеҙҙә әйткәнсә: "Ҡарар иттем, күрһәттем, аптыраттым", - тип яҙып ҡалдырғандар.

Кейем ни өсөн кәрәк? Әлбиттә, һыуыҡтан, елдән, яман күҙҙән һаҡлау өсөн. Ләкин хәҙерге күлдәктәр икенсерәк шул. Өйөрөлөп бейеһәләр, балтыр, тубыҡтар ялтырай, ыштандары күренә. Ел иҫһә, итәктәре күтәрелеп, биттәрен ҡаплай һәм тағы ыштандарын шәйләйбеҙ... Ә бит башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең иплелеге, инсафлығы менән айырылып торған. Шуға ла борон бөтә күлдәктәре лә елпелдәкле, кәштәкле, иҙеүле, ҡойроҡло булған. Әсәйем (ауылыбыҙҙа һәм тирә-яҡта билдәле тегенсе), мин бейей башлағас, әйтеп аңлатып, "ысын башҡорт күлдәге" тегеп бирҙе. Ҡултыҡ аҫтына кәштәк ҡуйҙы: ҡулдарҙы өҫкә күтәрһәң дә, итәк күтәрелмәй. Арт яҡ итәккә өҫтәмә ҡыяҡ индереп, ҡойроҡ итәкле итте: ни тиклем өйөрөлһәң дә, итәк күтәрелмәй, һыбай йөрөгәндә лә уңайлы. Күлдәк итәгенә биш елпелдәк һалды, ни тиклем күп, таҫмалы булһа - итәк шул тиклем ауыр, елдә күтәрелмәй, һыуыҡта тубыҡҡа йылы була. Түш элмәле, иҙеүле була. Бала имеҙеүгә уңайлы - яға тура, муйынды ҡаплай. Башҡорт ҡатын-ҡыҙының селтәре лә шул уҡ функцияларҙы үтәй: ҡалын һәм ауыр. Түшкә һыуыҡ теймәй, елдә елпелдәп асылмай. Селтәрҙе ҡунаҡҡа, байрамға, туйға кейгәндәр: ул байлыҡты, дәрәжәне, ниндәй ырыуҙан булыуыңды күрһәткән. Ә ябай көндәлек тормошта барыһы ла күлдәк эсенән түшелдерек кейгән. Ул сепрәктән тегелә һәм түште ҡаплап тора, иҙеү асылһа ла түш ҡаплаулы һәм һаҡлаулы булған. Туйҙарҙа килен сәйендә түшелдерек таратылған. Мин бәләкәй ҡыҙымдың туйына 30 түшелдерек тегеп, әҙерләп алып барҙым. Ул да етмәй ҡалған, ҡоҙағыйым, өҫтәп, таҫма таратҡан. Был Баймаҡ яҡтары йолаһы. Ә бына күбәләктәрҙә килен сәйендә саҡырылғандар шаршауға (килендекенә) аҡса, таҫма, яулыҡ таға...
Ә был фотола өләсәйемдән ҡалған селтәрҙе әсәйем тағып төшкән. 1931 йылғы фото күсермәһе. Тамъян ырыуы ҡыҙҙарының селтәрҙәре борон ошолай булған. Хәҙерге стилләштерелгән кейемдәр, стилләштерелгән селтәрҙәр эшләп, беҙ ысын башҡорт милли кейеменең үҙенсәлеген юғалтмайбыҙмы икән, тигән һорау борсой.

Гөлдәр ӘЛИБАЕВА,
Баймаҡ районы Билал ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1312

Киске Өфө
 
Мөхәббәт ихтыярһыҙ булырға тейеш түгел, ул аҡыллы булырға тейеш. Был мөхәббәттең яратҡан кешеңдең дә, тирә-йүндәгеләрҙең дә етешһеҙлектәрен күрә, шуларға ҡаршы көрәшә белеү менән берләшкәнлеге шарт булыуын аңлата. Ул аҡыл, зарурҙы буш һәм ялғандан айыра белеү менән дә берләшергә тейеш. Ул һуҡыр булырға тейеш түгел.

Дмитрий ЛИХАЧЕВ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru