«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘ ХАЛҠЫНЫҢ ҺӨЙӨКЛӨ УЛЫ
+  - 

Билдәле башҡорт шағиры Шәйехзада Бабичтың ижады һәм тормошо хаҡында тулы метрлы нәфис фильм төшөрөлә башлай. Проект БР Мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыласаҡ. Был турала кинорежиссер Булат Йосопов журналистар менән осрашыуҙа белдерҙе. Сарала шулай уҡ сценарий авторҙары - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Өфө дәүләт сәнғәт институтының кафедра мөдире Таңсулпан Бабичева, институттың доценты, филология фәндәре кандидаты Гөлсәсәк Саламатова, композитор Ришат Сәғитов ҡатнашты.

Дөрөҫөрәге, фильм шағир һәм ул йәшәгән ваҡыт тураһында һөйләйәсәк. Бабич - башҡорт халҡының тарихында, мәҙәниәтендә, әҙәбиәтендә ҙур эҙ ҡалдырған шәхес. Тарихта шундай шағирҙар бар, уларҙың исеме һәм яҙмышы, ниндәйҙер ваҡиғалар ихтыяры буйынсамы, әллә күктәр тарафынан билдәләнепме, үҙ халҡының тарихи ваҡиғалары үҙәгендә була. Улар үлемде намыҫһыҙлыҡтан өҫтөн күрә - халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ошондай һүҙҙәре бар. Ысынлап та, Шәйехзада Бабич ошондай шанлы шағирҙар рәтенән. Хәйер, бындай яҙмышлы һөйөклө улдары аҙ түгел халҡыбыҙҙың. Был хаҡта Булат Йосопов та билдәләп үтте:
-Халҡымдың тарихы мине һәр ваҡыт ҡыҙыҡһындырҙы. Бабичтан башлап, Мортазин-Иманский, Әлмөхәмәтов кеүек шәхестәребеҙҙең яҙмышын республикабыҙҙың яҙмышынан айырып ҡарап булмай. Улар үҙ заманында халҡыбыҙ тарихында ҙур роль уйнаған. Бынан бер нисә йыл элек сәнғәт институтында "10 июль. Көн һәм быуат" тигән спектакль ҡарарға мөмкинлек тыуғайны. Билдәле булыуынса, 1938 йылдың 10 июлендә бер төн эсендә башҡорт зыялыларының иң сағыу вәкилдәре атыла. Был драма минең өсөн ҙур асыш булды. Унан һуң 10 сериялыҡ "Ҡыҙыл Башҡортостан" тигән фильм төшөрөргә теләк тыуҙы. Был проект ҙур ине, беҙ уны ике тапҡыр грантҡа бирҙек, ҡыҫҡартырға кәңәш бирҙеләр. Хәҙер трилогия төшөрөргә уйлайбыҙ, "Бабич" фильмы уның беренсе өлөшө буласаҡ. Унан һуң, 1938 йылдың 10 июле ваҡиғаһы һәм, моғайын да, республиканың һуғыштан һуңғы осоро булыр. "Бабич" фильмы үҙенә ярайһы ҙур һәм материалдарға бай осорҙо - 1914-1919 йылдарҙы ала. Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусылары Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева менән Гөлсәсәк Дәүләтбай ҡыҙы Саламатова Бабичты театр сәхнәһендә беренселәрҙән булып күрһәтеүселәр. Ун йыл элек Бабич поэзияһы буйынса ҡуйылған спектаклдә уның ижады, тормошоноң ҡайһы бер биттәре сағыла. Бабичтың тыуыуына 120 йыл тулғанда "Йәм яҡтыһы юйһын ҡан шәүләһен..." тигән спектакль уйнала. Шулай уҡ шағирҙың "Ғазазил"ы сәхнәгә икенсе тапҡыр сыға, тәүге тапҡыр уны Вәлиулла Мортазин-Иманский 1917 йылда ҡуя. "Бабичтың исеме онотолоуға дусар ителгәнгә күрә, уның тураһында бер нәмә белмәгән быуын үҫеп етте. Исемен, бәлки, беләләрҙер, сөнки Бабич исемендәге дәүләт премияһы бар. Әммә ул премияны алыусылар араһында ла Бабичтың кем икәнен белеүселәр һирәктер әле. Шуға ла был фильм тәүҙә йәштәргә тәғәйенләнә. Үҙенең 24 йыллыҡ ҡына ҡыҫҡа ғүмерендә ул ҡабатланмаҫ шиғырҙар ижад итә, сәйәси эшмәкәр була. Беҙҙең төп бурысыбыҙ - уның хаҡындағы тарихи-мәҙәни хәтерҙе тергеҙеү", - тине Таңсулпан Бабичева.
"Бабич" - республикала һуңғы ун йыл эсендә төшөрөлгән беренсе тарихи тулы метрлы фильм буласаҡ. Картина шағирҙың ябай егеттән Башҡорт автономияһын төҙөүселәрҙең береһенә әүерелеү юлын һүрәтләйәсәк. Унда 80-дән ашыу персонаж - профессиональ артистар ҡатнашасаҡ. Төп ролде Илгиз Таһиров башҡарасаҡ.

Шулай итеп...
Шәйехзада Бабич - сәхнәләрҙә беренселәрҙән булып башҡортса сығыш яһаусы була. Шул рәүешле ул башҡорт әҙәбиәтен, мәҙәниәтен пропагандалаған. Ил яҙмышын үҙ яҙмышы итеп йәшәй алған ялҡынлы шағир тураһында фильм, ысынлап та, уның шәхесен өйрәнеүгә ҙур өлөш индерәсәк. "Бабич", тәү сиратта, нәфис фильм булһа ла, унда ысынбарлыҡта булған тарихи ваҡиғалар сағыласаҡ. Үҙе тере сағында уҡ тере легендаға әүерелә алған Бабичтың "Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде" тигән ялҡынлы һүҙҙәре күптәрҙең йөрәгендә ут тоҡандырыр әле.

Ләйсән НАФИҠОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.07.16 | Ҡаралған: 1507

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru