«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРАМА - ЙОРТ ҠОТО
+  - 


2022 йыл "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының күңеленә үтә лә хуш килгән атама алды: Рәсәй халыҡтарының Мәҙәни мираҫ йылы. Хуш килгән, тип әйтеүем шунан, беҙҙең ойошма барлыҡҡа килгәндән алып халҡыбыҙҙың мәҙәни мираҫын йыйыу, өйрәнеү, туплау, башҡаларға өйрәтеү йүнәлешендә эш алып бара. Ҡорама ла, ҡорама ҡорау ҙа - халҡыбыҙҙың шундай бер шөғөлө, мәҙәни мираҫы ул.

Былтырғы йыл аҙағында беҙ, Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ватсапта "Ҡорама - йорт ҡото, эргә юрған - түр ҡото" тигән конкурс иғлан итеп, теләүсе барлыҡ ҡатын- ҡыҙҙарҙы үҙ оҫталыҡтарын эшкә егергә саҡырғайныҡ. Саҡырыу ғына көс, тигәндәй, әүҙемлек юғары кимәлдә булды. 24 ауылдан 67 кеше ҡатнашып, йөҙҙән ашыу эш ҡабул иттек. Ватсаптағы был конкурсҡа йомғаҡ яһау эшен Ғатауллина Хәлимә Нәжип ҡыҙы етәкселегендәге Ҡунаҡбай ауылы ағинәйҙәре үҙ яуаплылығына алды. Һәр ҡатнашыусының ҡорама фотоларын йыйып, матур коллаждар эшләп, ватсаптағы төркөмөбөҙгә ҡуя барҙылар.
Конкурс файҙалы ла, ҡыҙыҡлы ла мәғлүмәттәр менән оҙатылды. Ташҡыя ауылынан Зилдә Мәүлитова ҡорамаларының һәр биҙәге менән ентекләп таныштырҙы. Алмас биҙәк, тулҡын биҙәк, маймыл табаны биҙәге, йондоҙ биҙәк, спираль биҙәк кеүек биҙәктәр урын алғайны уның юрғандарында. Мәүлиҙә Махиянованың ҡорамаларында ел тирмәне биҙәге менән таныштыҡ. Рәзилә Ибраһимованың бер оло юрғаны кәрәҙ формаһында биҙәкләнеп, шау ғына сәскәле яланды хәтерләтте. Конкурстың төп еңеүсеһе, барлыҡ яҡындарына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә бүләккә ҡорама юрғандар, япмалар эшләп биргән Гөлсирә Ғарипова шулай тип һөйләне: "Бөгөн буш ваҡытымдағы төп шөғөлөмдөң береһе - ҡорама. Берәүһен тамамлаһам, икенсеһен башларға ҡул ҡысып ҡына тора. Биҙәктәрен милли орнаментҡа оҡшатып һалғаны туғандарыма бигерәк тә оҡшай, ейәндәремә юрғанға машина һүрәте баҫылған тауарҙар һатып алам, мәңге туҙмаҫлыҡ булһа ла, кейелмәй ятҡан джинсылар ҡорама әйбергә әйләнеп бөттө инде". Уның магазинға йөрөтөү өсөн тип теккән ҡорама тоҡсайҙары ла иғтибар үҙәгендә булды. Илмира Хисмәтуллина етәкләгән Килмәк ауылы ағинәйҙәре иң күп ҡатнашыусы биргән ауыл булып танылды. Һәр береһенең эргә һәм түр юрғандары еренә еткереп күбелгән, ҡул йылыһын һеңдергән.
Ә бына Гүзәл Зәйнитдинова ғаилә тарихы менән таныштырып, шундай ҡыҙыҡлы мәғлүмәт еткерҙе: "Был юрғанды 91 йәшлек атайымдың һөйләүе буйынса ҡорарға тырыштым. Бер яғы сағыу туҡыма киҫәктәренән булһа, икенсе яғы кер күтәрмәле беше ҡырҡындынан. Ғәҙәти көндәрҙә ошо ҡарағусҡыл яғы өҫтә ятҡан, сағыу яғын ҡунаҡ килгән саҡта өҫкә һалғандар. Ғаиләлә ҡорама ҡорау шөғөлөнөң дә үҙ тарихы бар. Атайым 9 йәшенән торф сығарыу эшенә йәлеп ителә. Балаларға, көндәлек норманы үтәүенә ҡарап, эш хаҡына туҡыма биргәндәр. План тулһа, бер сиректән ашыу киҫәк, тулмаһа, 5 сантиметрға кәметкәндәр. Шулай итеп, 20, 10, 8, 5 сантиметр туҡыма киҫәктәре алып ҡайтҡан атайым. Атайымдың әзәйе, минең өлкән әзәй була инде, ошо киҫәктәрҙән зингер машинаһында ҡорама ҡораған. Олатай ҙа ағастан эшләгән әйберҙәрен Үрге Яйыҡҡа алып барып, ашлыҡҡа, туҡымаға алыштырып ҡайтыр булған. Был шөғөл шулай быуындан-быуынға тапшырыла килә. Үҙем дүртенсе быуын, бөгөн алтынсы быуындағы ейәнсәрҙәремде лә өйрәтәм ҡорама серҙәренә..."
Ҡырҡ ҡораманан тегелгән балалар күлдәге, көртөйҙәр, бәрәс, быҙау муйынсаҡтары, еңгә бүләге булған түшелдерек тә тегеп, һәр береһенең ҡулланылышы тураһында мәғлүмәтте Финзирә Солтанова еткерҙе.
Конкурста 80-86 йәшлек инәйҙәребеҙҙең ҡатнашыуы ла бер мәртәбә булды. Әлбиттә, ҡорамалары бөгөн генә ҡоралмаған. Ҡасандыр үҙҙәре ҡораған юрғандарҙы, оҙатылып килгәндәгеһен ҡәҙерләп һаҡлайҙар икән. Биҙәктәре лә һис тә уңмаған, төҫөн дә юғалтмаған. Кемеһелер һандыҡ өҫтөнә таҫлап өйөп ҡуйған, икенселәре көн ҡояшына яҙып элгән. Берәү-икәү генә лә түгел, ҡорама ятыр-торорҙарының күплеге лә иғтибарҙы йәлеп итте. "Әлдә был конкурс булды, был аҫыл әйберҙәрҙе күрмәҫ тә инек", тип шатландыҡ. "Милләт ҡото ҡорамаға тоғролоҡ" тигән номинацияла уларҙың барыһын да бүләкләнек.
Ҡорамаларына ҡушып, ҡатнашыусыларҙың ҡайһылары шиғырҙар ҙа һалдылар. Йөкмәткеләре ҡорама ҡорағандағы күңел кисерештәренең сағылышы ине. Эйе, бөгөн милли шөғөлөбөҙҙө оҫталарыбыҙ мең-мең нурҙар менән балҡытып, аҫыл йорт биҙәгенә әүерелдергән, милли сәнғәт дәрәжәһенә күтәргән, тиһәк тә була. Карауат, диван япмалары, мендәр тыштары һайланған төҫтәре, биҙәктәре менән үтә талапсандарҙың да зауығын ҡандырырлыҡ ине. Элгәре ҡорама бүләккә таратылған ус аяһындай ғына һарауыстар, килен-кейәү күрнистәре, йыртыштарҙы ҡушып, шулай уҡ терһәкләп үлсәп кенә бирелгән бүләк ептәрҙән тегеп эшләнгән. Матур мәлдәрҙең ыңғай энергетикаһын туплаған әйберҙәрҙән ҡоралған ҡорама нисек йорт ҡото булмаһын да, нисек түр ҡото булмаһын! Унан төрлөлөк, төрлө туҡыманан сыбарланған әйбер шайтан күҙен яҙлыҡтыра, күҙ тейеүҙән, сир-зәхмәттән һаҡлай, тигән ырым да булған халыҡта. Йәнә лә бетеү тигән әйбер ҙә бар. Бетеү- йән һаҡлағыс. Бетеү эсенә йән доғаһы яҙыла. Бетеү формаһы - өсмөйөш. Ҡорамала өсмөйөш ҡырҡындынан биҙәлгән биҙәктәргә ошо бетеү төшөнсәһе һалына ла инде. Мин үҙем ҡораманың фәлсәфәһен шулай аңлайым.
Шулай итеп, күптән түгел Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда конкурстың йомғаҡлау өлөшөнә арналған байрам үтте. Аллы-гөллө ҡорамаларҙан мәҙәниәт йорто йәйғор төҫтәренә күмелде, тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Йыйылған халыҡ бер ҡауым бер-береһенең эше менән танышты, яңы, оҡшаған биҙәктәрҙең яһалышы тураһында белешмә алды. Әлбиттә, ҡатнашыусыларҙың береһе лә буш ҡалманы. Һәр кем үҙенең эшенә ярашлы бүләген һәм Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын алып ҡыуанды. Конкурс бағыусылары булған Ҡунаҡбай ауылы ағинәйҙәренә, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мозафар Ҡадировҡа рәхмәтле булып таралыштыҡ. "Һеҙҙең оҫталығығыҙ һоҡландыра. Һау булып, ҡораманы камиллаштырып, башҡорттоң быуындан-быуынға күсер матур шөғөлөнә әйләндерәйек. Биҙәктәрҙе һалғанда милли колоритты һаҡлайыҡ. Башҡорттоң ҡорамаһы өсмөйөш, шаҡмаҡ, дүрткелдәрҙән, күпмөйөштәрҙән хасил булған биҙәктәрҙән балҡыһын, күңелдәрҙе арбап торһон", - тип тамамланы ағинәйҙәр байрамды.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №5, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.02.22 | Ҡаралған: 398

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru