«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘҘӘМ БУЛАЙЫМ ТИҺӘҢ АҠСАҒА ЙӘН ҺАТМА
+  - 

Алтын ҡағыҙ, көмөш конверт -
Ҡиммәт түгел,
Һөйгән йәрҙең яҙғаны ҡиммәт,
Күҙ-йәш түгеп.


Яңыраҡ бер таныш апай: "Илдар, тиҙҙән кафедрабыҙ коллективы менән байрам итәбеҙ. Һин миңә шунда әйтер өсөн матур ғына тост әҙерләп бир әле", - тип мөрәжәғәт итте. Апай бик яҡшы кеше булғас, ризалығымды бирҙем. Әммә бер аҙ уйланып йөрөгәндән һуң, апайға шылтыратып, уның тәҡдименән баш тарттым. Сөнки ул ҡотлаясаҡ кафедра ағзаларын яҡындан белмәйем, тимәк, ҡотлау өсөн ниндәй генә матур, яғымлы һүҙҙәр тапһам да, барыбер улар эскерһеҙ йылылыҡ, ысын мөнәсәбәтте сағылдыра алмаясаҡ.


Был хәлдән һуң байтаҡ уйланып йөрөнөм: нишләп ошо байрам, юбилей, туй мәжлестәренән элекке алсаҡлыҡ, инсафлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ, киң күңеллелек, яҡты сырайлыҡ китте һәм формаль ҡотлауҙар менән алышынды әле? Әллә әҙер тостар, ҡотлауҙар яҙылған баҫмалар, открыткалар шундай яһалмалыҡҡа килтерҙеме? Һатыуҙа хәҙер үҙ ҡулдарың менән ултырып яҙырлыҡ аҡ битле открыткалар ҙа юҡ шикелле - һинең өсөн матур һүҙҙәр яҙылып, ташҡа баҫылған, үҙең әйтергә теләгәнеңә яҡын яҙыулыһын һайлап ҡына алырға ҡала. Уларҙың рус телендә булыуы ла ҡамасау түгел. Үҙеңдең әсәйеңде йә яҡын туғаныңды шул телдә яҙылған открытка менән ҡотлайһың да ҡуяһың инде...
Ысынлап та, хәҙерге баҙар иҡтисады үҙенең "ҡулын" был өлкәгә лә тығып, ундағы төп сифатты - ихласлыҡты юҡҡа сығара бара шул. Ә баҙар иҡтисадының ысын тауар урынына йыш ҡына суррогат, эрзац тотторғанын беләбеҙ. Бында ла шулай: яҡындарыңа үҙеңдең ихлас хистәреңде һатып алынған "ялған тойғолар" теркәлгән текстар менән генә белдерәһең дә ҡуяһын. Интернетта, мәҫәлән, туйҙарға тостар, ҡотлауҙар әҙерләп биреүсе фирмаларҙы еңел генә табырға була: уларға кейәү менән кәләш тураһында мәғлүмәт бирәһең дә, кәрәкле тексты тейешле суммаға һатып алаһың. Был текст мотлаҡ кейәү менән кәләшкә, уларҙың ата-әсәләренә оҡшаясаҡ. Һәр хәлдә, үҙ һүҙҙәре менән ҡотлаған кешенекенән матурыраҡ яңғыраясаҡ, сөнки, беләһегеҙ, беҙҙең арала барыбер ҙә матур итеп һөйләй белгән кешеләр күп түгел. Тик шуныһы әҙерәк хәүефләндерә: адресаттың был һүҙҙәрҙең ҡайҙан килгәнен белеп ҡалыуы, һинең уңайһыҙ хәлгә ҡалыуың да бик ихтимал бит. Ошондай ихласлыҡтан азат ялған мөнәсәбәттәр ишәйә, һиҙәһегеҙме, йәмәғәт? Мәҫәлән, торлағы, машинаһы булған өсөн генә "мөхәббәт" уйлап сығарып, ғаилә төҙөгән замандаштарыбыҙ ҙа ошо ялғанлыҡ өлгөһөн тарата түгелме? Мине яңыраҡ ишеткән бер ваҡиға аптыратты. Бер-береһен яратып, өйләнергә йөрөгән егет менән ҡыҙ араһында булған был хәл. Ҡыҙға күҙе төшкән икенсе бер Кавказ егете тегегә "Әйҙә, бергә булайыҡ" тип тәҡдим яһаған. Ҡыҙ баш тартҡас, теге аптырап ҡалмаған, уның егетенә мөрәжәғәт иткән. Егете лә баш тартҡас, Кавказ егете уға: "Ҡыҙыңдан баш тартһаң, мин һиңә яңы иномарка бүләк итәм", - тип тәҡдим иткән. Егет күп тә уйлап тормаҫтан, ризалашып, иномаркалы булып киткән. Бахыр ҡыҙыбыҙ бына шулай һемәйеп, әммә намыҫына, мөхәббәтенә тоғро булып ултырып ҡалған... Был ниҙе аңлата: егеттең мөхәббәте ысын булмағанмы, әллә ул үҙ нәфсеһе ҡоломо?
Ихласлыҡтан яҙа барыуыбыҙға тағы бер миҫал. Яңыраҡ таныштарыбыҙ ҡыҙҙарының туйына саҡырҙы. Үҙҙәре ауылдан булһалар ҙа, туйҙы Өфөнөң бер кафеһында үткәрергә булғандар. Хәҙер барыһы ла шулай итә шул. Бер яҡтан, әҙерләнеү, һауыт-һаба йыуыу кеүек мәшәҡәттәре юҡ. Икенсенән, профессиональ тамада саҡырып, мәжлесте ойоштороуҙың яуаплылығын бер аҙ өҫтөңдән төшөрәһең. Әммә... бындай туйҙарҙа, улар нисек кенә оҫта үткәрелмәһен, ниндәйҙер мөһим бер нәмә юғала. Туй ғүмерҙә бер генә була торған ысын байрамға түгел, ә күңел асыуға, кәйеф-сафа ҡороуға нигеҙләнгән шоуға, формаль бер сараға әйләнә. Ата-бабаларҙан ҡалған туй йолалары атҡарыу урынына йәштәрҙе бер туҡтауһыҙ "Әсе!" тип ҡысҡырып үбештереү менән ялҡыта торған мәжлестә ултырыу ҡунаҡтарҙы ла арыта. Ҡоҙалар бер-береһе менән танышып та өлгөрә алмай ҡала. Ошондай "еңел" үткәрелгән туйҙар менән төҙөлгән ғаиләләр еңелерәк һәм йышыраҡ тарҡалмай микән?
Мин килешә алмаған тағы бер күренеш. Туйҙарҙа ла, тыуған көндәрҙә лә хәҙер бүләк урынына аҡса һалалар. Совет осоронда, дефицит булыуға ҡарамаҫтан, кеше бүләккә берәй иҫтәлекле әйбер алырға тырыша, уны алдан уҡ донъя ҡыҙырып эҙләй торғайны. Хәҙер иһә баш ватаһы ла, алдан әҙерләнәһе лә юҡ: аҡса - конвертта, әйтәһе ҡотлау һүҙең - открыткала. Иҡтисадсылар иҫәпләүе буйынса, аҡсалата бирелгән бүләк әйберләтә бирелгәненә ҡарағанда 20 процентҡа отошлораҡ һәм файҙалыраҡ. Әммә, аҡсалата бүләк отошлораҡ, тип уйлағандар бүләктең ихласлыҡҡа төрөп бирелгән мәғәнәһенән мәхрүм ҡалыуын аңлаймы икән? Бүләктең бит ниндәйҙер мәғәнәһе була, ул бүләк итеүсенең уға булған ихлас мөнәсәбәтен, хистәрен сағылдыра. Быйыл Владимир Путин Геннадий Зюгановтың юбилейына В.И.Чапаевтың тачанкала ултырған һынын бүләк итте - бының нимәгә ишаралағанын сырамытҡандайбыҙ. Ә В.Путиндың үҙенә "Артҡа сигенә белмәгән берҙән-бер йән эйәһе", тигән һүҙҙәр әйтеп, гәлсәр крокодил һынын бүләк иткәйнеләр. Эйе, кемдер берәү, Зюганов менән Путинға аҡса бүләк итеп булмай бит инде, тип ҡаршы төшәсәк. Әммә барыбер аңлағанға ишара: аҡсалата бирелгән бүләктең бындай ҡиммәте, мәғәнәһе булмай. Ул тик бүләк итеүсенең битарафлығын ғына сағылдыра, минән бурыс төштө, йәнәһе. Һатып алынған тостарҙың да, радио, телевидение аша белдерелгән ҡотлауҙарҙың да шул уҡ бурыс үтәү өсөн генә икәне аңлашыла. Ысын күңелдән әйтелгән һүҙҙәр, ябай ғына бүләк аҡса менән иҫәпләп булмаҫлыҡ ҡиммәткә эйә барыбер.
Шулай итеп, көнсығыш дәүләттәрендә айырым сәнғәт булған бүләк биреү йолаһы беҙҙә ябай алыш-бирешкә ҡорола башланы, йәғни бөгөн һин миңә күпмелер сумма бүләк иттең, иртәгә уны мин һиңә кире ҡайтарып бүләк итәсәкмен. Тимәк, бүләк - түләп алыуҙың бер төрөнә әйләнә бара. Ошо ла сәбәпсе ихласлыҡтан яҙыуыбыҙға. Кешеләр менән кешеләр, туғандар менән туғандар, дуҫ менән дуҫ араһының һыуыныуы ла ошонан килмәйме ни?..

Илдар ҒӘБИТОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.08.14 | Ҡаралған: 1931

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru