«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
тарихи хәҡиҡәт
+  - 

БАШҠОРТОСТАН АВТОНОМИЯҺЫ -
башҡа милләттәргә үҙбилдәләнеш өлгөһө була

Башҡорт АССР-ның барлыҡҡа килеүе

1919 йылдың 8 февралендә Башҡорт хөкүмәте советтар яғына сығыу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Шулай уҡ 1917 йылда ойошҡан Бәләкәй Башҡортостан РСФСР составындағы республика тип иғлан ителә. Башҡорт хәрби-революцион комитеты төҙөлә. 1919 йылдың 22-23 февралендә Темәстә үткәрелгән Башревком ултырышында хөкүмәт структураһы һәм бүлектәр ойошторола. Ә инде 1919 йылдың 20 мартында "Үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте менән Автономиялы Совет Башҡортостаны төҙөү тураһында килешеүе" төҙөлә. Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы (АБСР) барлыҡҡа килә.
Үрҙәге "Килешеү" буйынса, Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһының баш ҡалаһын Советтар съезы (йыйын) билдәләргә тейеш була; бығаса ваҡытлыса рәсми баш ҡала тип Бөрйән олоҫо Орск өйәҙенең Темәс ауылы билдәләнә (хәҙерге Баймаҡ районында урынлашҡан). Совет власынан килешеүгә Совнарком рәйесе В.И. Ленин, Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы М.Ф. Владимирский, милләттәр эштәре буйынса халыҡ комиссары И.С. Сталин, ВЦИК секретары А. Енукидзе ҡул ҡуя. Башҡорт Хөкүмәте яғынан Башҡорт Хөкүмәте рәйесе М.А. Ҡулаев, Башҡорт Шураһы (советы) ағзаһы М. Д. Халиҡов, Башҡорт ғәскәрҙәре адъютанты Ә. И. Бикбауов ҡул ҡуя.
Был килешеүгә ҡул ҡуйыу ҡатмарлы шарттарҙа башҡарыла. Граждандар һуғышы киң ҡолас ала, башҡорт ерҙәре берсә аҡтар, берсә ҡыҙылдар ҡулына күсә. Шуға күрә лә был документ ике яҡ араһында барған оҙайлы, ауыр һәм әүҙем һөйләшеүҙәр нәтижәһе булып тора. Башҡортостандың сәйәси-хоҡуҡи статусы юридик яҡтан нығытыла. Ғәмәлдә, Рәсәй составында, сағыштырмаса үҙаллы иҡтисадҡа һәм айырым ғәскәргә эйә булған Башҡорт республикаһы барлыҡҡа килә. Башҡорт Автономияһы төҙөлөү үҙ-ара килешеү нигеҙендә барлыҡҡа килә. Башҡа милли берәмектәргә автономия хоҡуғы "юғарынан", йәғни Совет власы декреты менән бирелә. Шулай итеп, Башҡортостан Рәсәйҙәге тәүге милли-территориаль республика булараҡ ойошторола.

Башҡорт хәрби-революцион комитетының эшмәкәрлеге

Килешеү төҙөлгән мәлдә хәрби мәсьәләне тулыһынса хәл итеү өсөн Мәскәүгә Алкин һәм Вәлидовтан торған делегация ебәрелә. Шулай итеп, Совет власы яғына хәрби һәм сәйәси күсеү менән үк Башҡорт хөкүмәте идара системаһын ойоштороуға тотона. Ошо урында Башҡорт хәрби-революцион комитеты (Башревком) хаҡында әйтеп китеү урынлы булыр. Был структура автономиялы республика төҙөү өсөн күп көс һала. Уларға автономия яулап алыуҙы нығытыу бурысы йөкмәтелә. Ғөмүмән алғанда, Башҡорт хәрби-революцион комитеты республикала дәүләт органдары эшмәкәрлеген яйға һалыу йәһәтенән күп эшләй. Уның эшмәкәрлеге иҡтисади секторҙа бер аҙ үҙаллылыҡ алырға ярҙам итә. Власты үҙәкләштереү башланғас та Башҡорт хөкүмәте ағзалары Совет власына толерантлы мөнәсәбәттә ҡала һәм киҫкен хәлдәрҙә лә компромисс юлын эҙләй.
Башревком етәкселәре автономиялы Башҡортостандың Советтар дәүләтенең айырылғыһыҙ өлөшө икәнен аңлай. Шул уҡ ваҡытта иҡтисади үҙаллылыҡ һәм Федерация эсендә күберәк вәкәләттәре булған республиканы күрергә теләйҙәр. Сөнки тик иҡтисади үҙаллылыҡ булғанда ғына күп мәсьәләләрҙе хәл итеп буласағын яҡшы аңлай улар. Ләкин 1919-1920 йылдарҙа коммунистар фирҡәһенең роле артыуы тулы үҙәкләштереү башланыуға килтерә. Был тенденция милли республикалар менән Үҙәк араһындағы аңлашылмаусанлыҡтарҙы көсәйтә, республиканың ҡәҙимге өлкәгә әйләндерелеү ихтималлығын арттыра. Шуны ла билдәләргә кәрәк, күрше төбәктәрҙең (Ырымбур һәм Өфө губерналарының) урындағы партойошмалары РСФСР составында милли республика төҙөүгә ҡаршы була. Улар 1919 йылдың мартында төҙөлгән килешеүҙе лә танырға теләмәй. Даими рәүештә Башревкомдың эшмәкәрлегенә ҡыҫылалар, Башҡортостандағы хәлдәр хаҡында Мәскәүгә ялған мәғлүмәт ебәрәләр. Ошоноң менән улар Башҡортостан менән Үҙәктең аралары боҙолоуға "булышлыҡ" итәләр. Совет хөкүмәте коммунистар фирҡәһе вәкилдәренә таянып эш алып бара. Был кешеләр оҫта сәйәси менеджер булыуҙарына ҡарамаҫтан, халыҡ мәнфәғәттәренән йыраҡ торалар. Башревком етәкселеге менән большевиктар араһында власть өсөн көрәш башлана. Мәскәүҙә ныҡлы терәге булған коммунистар әле тәжрибә туплап өлгөрмәгән Башҡорт хөкүмәтенән оҫтараҡ булып сыға һәм уларҙы етәкселек органдарынан ситләтеүгә өлгәшә.
1920 йылдың 20 майында ВЦИК һәм РСФСР-ҙың Совнаркомы БАССР-ҙың ҡоролошо хаҡында яңы ҡарар сығара. Был ҡарар бер яҡлы ҡабул ителә һәм Башҡортостандың 1919 йылдың 20 мартында бирелгән вәкәләттәрен юҡҡа сығара. Федератив үҫеш юлынан баш тартыу Троцкий менән Сталин етәкләгән ике сәйәси төркөмдөң үҙ-ара көрәше эҙемтәһе лә була. Был сәйәси көрәштә Сталин партия функционерҙары етәкселәре итеп үҙ кешеләрен ҡуйһа, Троцкий революцион власть менән, шул иҫәптән Вәлидов менән эшләй. Лениндың идара итеү позициялары иһә, ауырыу сәбәпле, кәмей бара. Башревком ағзалары Йәғәфәров, Вәлидов һәм башҡалар, Башҡортостан автономияһының хоҡуҡтары ҡыҫылыу менән риза булмайҙар һәм протест йөҙөнән үҙ вазифаларын ҡалдырып китәләр. Шулай итеп, тәүге Башревкомдың эшмәкәрлеге туҡтай. Нисек кенә булмаһын, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эшләп өлгөрһә лә, Башревкомдың халыҡтың киләсәген билдәләүҙәге, халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауҙағы роле ҙур була. Һығымталар

Алдан әйтелеүенсә, 23 мартта көсөнә ингән килешеү буйынса Башҡортостан бер йыл тирәһе генә йәшәй. Ләкин ошо осор (шул уҡ Башҡортостан территорияһының ниндәйҙер мәлгә Колчак ҡулына төшөүе сәбәпле, Башҡорт хөкүмәтенең Саранскиға күсеүенә ҡарамаҫтан) башҡорт теле, мәҙәниәте үҫеүе өсөн ҙур этәргес була. Ошо осорҙа илдә барған дөйөм хаос шарттарында академтеатр, милли китапхана, Темәстә, Белоретта, Ырымбурҙа педагогик училищелар, Бәләкәй Башҡортостанда мәктәптәр асыла, юғары белем биреү йәһәтенән ҙур ғына эштәр эшләнә. Ер мәсьәләһен хәл итеүҙә лә ҡыйыу аҙымдар яһала.
Әлбиттә, йәш совет дәүләтендә хаталар күп эшләнә, ҡарарҙар тиҙ ҡабул ителә, милләттәрҙең ҡараштары иҫәпкә алынмай, бар эштәр бер ҡалыпҡа һалына, сәйәси һығылмалыҡ ҡулланылмай. Ләкин тел, мәҙәниәт мәсьәләһендә совет дәүләте арыу ғына хоҡуҡтар бирә. Бәлки, башҡа көстәр еңһә, ошо өлкәлә әллә ни эштәр эшләнмәҫ, хатта башҡорт халҡын һаҡлап ҡалыу ҙа еңел булмаҫ ине.
Шулай итеп, РСФСР составында беренсе автономияның барлыҡҡа килеүе Рәсәйҙең федератив дәүләт булараҡ формалаша башлауына башланғыс була. Ләкин Совет хөкүмәтенең киләһе аҙымдары автономияның хоҡуҡтарын ҡыҫыу менән билдәләнә һәм федератив Рәсәй идеяһына ла киң ҡолас алырға ирек бирмәй.

Рәсих ЗӘЙТҮНОВ, тарих фәндәре кандидаты.
Азамат ӘБҮТАЛИПОВ яҙып алды.
(Аҙағы. Башы 12-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.14 | Ҡаралған: 2152

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru