«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
күңел мөһөрө
+  - 

ӘҮЛИӘЛЕК - БӨЙӨК КӨС УЛ,
йәғни Мифтахетдин мулла тураһында бер хәтирә

Ен алыштырған Мостаҡ

Мифтахетдин әүлиәнең тормошо нисек башланып киткән? Был турала артыҡ күп мәғлүмәттәр юҡ кеүек. 1834 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу материалдары буйынса Кинйәбулат ауылында 23-сө булып Ҡолгилде Муллағоловтың ғаиләһе теркәлгән. Ул үҙе 1832 йылда 70 йәштәр тирәһендә яҡты донъяны ҡалдыра. Ул саҡта уның оло ҡатыны Фатимаға 78 йәш була. Фатима Ҡолгилденең үлгән ағаһының ҡатыны була, тимәк, боронғо йола буйынса ҡәйнеше еңгәһенә өйләнгән. Икенсе ҡатыны Ҡыуандыҡҡа 48 йәш булған, унан тыуған балалары: Ҡотлоәхмәт - 23 йәштә, Ҡотломөхәммәт - 19 йәштә, Йәрмөхәмәт - 16 йәштә, ҡыҙҙары Шәрифә 9 йәштә. Тимәк, 1834 йылда Ҡотломөхәммәткә 19 йәш булғас, улы Мифтахетдин тыуғанда уға 42 йәш була. Мифтахетдин Ҡотломөхәммәт улы 1857 йылда донъяға килеп, 1931 йылда баҡыйлыҡҡа күсә. Уның тураһында хәтирәләрҙе мин бары ауылда ишеткәндәрҙән, әсәйемдең һәм олатайым Файзрахмандың миңә һөйләгәндәренән сығып ҡына ҡабатлай алам.
Иртә балалыҡ осоро башҡаларҙыҡынан айырылмаған. Биш-алты йәштәр тирәһендә урамда ғына йөрөгән еренән аҙна самаһына юғалып тора. Аҙаҡ ауыл осонда пәйҙә булып, өйҙәренә ҡайтып инә. "Ҡайҙа булдың?" тип һорауҙарына ул "Күмәк малайҙар, ҡыҙҙар уйнап йөрөгән ҙур йорт эсенә алып керҙеләр. Ике кис йоҡлағас, ҡабаттан ауыл осона килтереп ҡалдырҙылар", тиеүҙән башҡаны һөйләй алмай. Бынан һуң ул алмаштырылған кеүек белемгә, уҡыуға тартыла башлай. Тиҙ арала уҡый, яҙырға өйрәнеп, иҙән уртаһында үҙ алдына лыбырлап китап уҡып ултырырға әүәҫләнеп китә. Шуға ла уға үҫмер сағында "Ен алыштырған Мостаҡ" тигән ҡушамат та тағалар.
Халыҡ хәтерендә һаҡланыуынса, 1850-1870 йылдарҙа 5-10 йәшлек малай, ҡыҙҙарҙың юғалып тороу осраҡтары йыш була. Ҡолғона ауылында йәшәгән Ғарифуллин Сөләймән ағайҙың атаһы ла малай сағында ғәйеп була. Ике-өс көн үткәс, "Икенсе бәлә тауы" тирәһендәге "Ен соҡоро" тип йөрөтөлгән уя буйында илап ултырған еренән барып алалар. Аҙаҡ үҙенең һөйләүенсә, уны ла күмәк балалар уйнап йөрөгән өйгә алып инәләр. Әммә ул унда уларҙың береһе менән дә аралашмай, бер мөйөштә ҡысҡырып илап тик тора. Шуға ла уны "Был малайҙан булмай!" тип сығарып ебәрәләр. Атайымдың атаһы Имаметдин олатай ҙа шундай "балалар баҡсаһына" барып эләгә. Әммә ул шул йәшендә үк "һуғыш суҡмары" була. Бөтәһен дә баҫтырып йөрөп туҡмай. Башҡаларҙы имгәтеп бөтмәҫ элек, үҙенән ҡотолайыҡ, тип, сығарып ебәрәләр.
Бөгөнгө көндә "Йәнәш донъялар" (Параллельные миры), "Башҡа планеталарҙа йәшәүселәр" (инопланетяне) тигән төшөнсәләргә күптәребеҙ аптырамайбыҙ, хатта күнегеп тә барабыҙ. Тимәк, ниндәйҙер ныҡ үҫешкән ғаләм вәкилдәре шул замандарҙа беҙҙең ерҙәге әҙәми заттарҙы тәрбиәгә алып, рухи һәм фәнни үҫешкә йүнәлеш, ынтылыш көсөн һеңдергән. Быға ғәжәпләнергә түгел. Шул 1800 йылдарҙан бөгөнгө көнгәсә (200 йыл араһында) Ер йөҙөндәге тормош фәнни үҫештәр арҡаһында нисек үҙгәрә! Ә уға тиклем йөҙәр, меңәр йылдар дауамында рухи үҫеш тә, фән дә бер урында тигәндәй тапанған...

Мулла ғына түгел, табип та

Мифтахетдиндың уҡыуға ынтылышы, зирәклеге тирә-яҡҡа тиҙ тарала. Әммә бәхет менән бәхетһеҙлек йәнәш йөрөй. Көтмәгәндә уның атаһы ла, әсәһе лә бер-бер артлы үлеп, тома етем ҡала. Заманында данлыҡлы Һайран мәҙрәсәһенең абызы Рафиҡ мулла Мифтахетдинды үҙенә малайлыҡҡа ала. Эшсән, тырыш һәм физик яҡтан да көслө Мифтахетдин Рафиҡ муллала хеҙмәтсе һымағыраҡ булһа ла, тулы (10 йыллыҡ) мәҙрәсә белеменә өлгәшеп, муллалыҡ танытмаһы ала. Рафиҡ мулла үҙе лә бик белемле, мәғрифәтле руханиҙарҙан һаналған. Зәйнулла Рәсүлев менән дә яҡындан таныш һәм арҡаҙаштар булғанлығы билдәле. Тимәк, Мифтахетдин да Ислам диненең суфыйсылыҡ тармағы, йәғни тәғлимәте менән таныш булып, шул ағымда рухын үҫтереүе бик мөмкин.
Алда әйтеп үтеүемсә, Мифтахетдин Кинйәбулатҡа ҡайтҡас, Кесебейә урманынан бүрәнәләр күтәреп ташып, йорт бурап инә. Өйләнеп, мал-тыуарлы булып, балалар үҫтереп донъя көтә башлай. Тирә-яҡтағы мәсеттәр, мәҙрәсәләр һәм муллалар менән яҡын бәйләнештә була. Дуҫтары уға килгән саҡтарында һәр ваҡыт берәй яңы китап биреп китә. Үҙе иһә, ҡайҙа барһа ла, кәрәкле китаптарҙы эҙләп һатып алып йөрөй. Хатта Ҡаҙандан, Ырымбурҙан, Силәбенән, Петербургтан китаптар килтерткәнлеге билдәле. Табиплыҡ һәм муллалыҡ даны таралған һайын, килеме лә артып, арыу ғына бай кешегә әйләнә. Тейешенсә эш хаҡы түләп, бер нисә хеҙмәтсе лә тота. Мифтахетдин олатайҙың төп килеме муллалыҡ эшен башҡарғандан булмағандыр. Сөнки ул ауылдағы ике мәсеттең береһендә лә төп урын биләүсе дин әһеле булмаған. Әммә ике мәсеттең дә эшен күҙәтеүсе, төҙәтеүсе вазифаһын башҡарған. Тимәк, уның рухи көсө, белеме һәм һәләте башҡаларҙыҡынан юғары булған, тип һығымта яһарға мөмкиндер. Уның килеменең төп өлөшө ауырыуҙарҙы дауалауҙан, күрше ауылдарҙа һәм хәллерәк мосолмандарҙың үтенестәре буйынса дини йолалар башҡарыуҙан тупланған. Фәйзрахман олатайымдың һәм әсәйемдең хәтирәләре һәм һөйләүҙәре буйынса, уға юғалған малдарының ҡайҙалығын белешергә тирә-яҡ ауылдарҙан да килгәндәр. Ул әйтеп, өйрәтеп ебәреүе буйынса табылған һыйырҙар өсөн- бер нисә һарыҡ, аттар өсөн таналар килтереп ҡалдырып китеү ғәҙәти хәл булған. Ҡайһы ваҡыт уның һарайына көнөнә генә лә утыҙар баш мал ингән.
Әммә килгән малдарҙың береһе лә өс көндән артыҡ һарайҙа тормаған. Һарыҡ-таналар һуйылып, ас-яланғастарға, етем-еҫерҙәргә өлөшләп таратылған, һатылған тай-аттарҙың аҡсаһы тейешенсә хәйер-саҙаҡаға тотонолған. Ҡайһы саҡта йорттағылар, килгән тана-тайҙарҙың тоҡомо яҡшы, тип, уларҙы үҙҙәрендә ҡалдырыуға рөхсәтен һорағандар. Әммә һәр ваҡыт: "Ярамай! Беҙгә харам",- тигән яуап булған. Ҡалдырған хәлдә лә, урынына үҙенең һарайындағы малды тотонорға ҡушҡан.

Дауалау алымдары

Мифтахетдин мулланың күпселек матди килеме ауырыуҙарҙы дауалауҙан булған, тип әйтергә була. Әммә ул бөтә төр ауырыуҙарҙы ла дауалауға тотонмаған. Әйтәйек, сире хирургияға ҡағылышлы ауырыуҙарға дипломлы табиптарға барырға кәңәш иткән. Алда әйтеп үтеүемсә, дарыуҙарҙы ул төрлө үлән сәскәләренән, һабаҡ һәм тамырҙарынан әҙерләгән. Яҙҙан көҙгәсә урман-яландарҙа үҙе йөрөп йыйған дарыу үләндәрен ҡайнатҡанда, йә төнәтмәләр әҙерләгәндә уға килене Ғәрифә ярҙам иткән. Ғәрифә өләсәйемдең әсәйемә һөйләп ҡалдырған бер рецебын - ашҡаҙандың сей яраһы (язва желудка) сирен нисек дауалағанын яҙып үтеү кәрәктер тип уйлайым. Стәрле баҙарында ит һатыу менән кәсеп иткән ирҙе алып киләләр. Ул ашҡаҙаны ауыртыуҙан, ашағанын ҡан ҡатыш ҡоҫоуҙан ныҡ ябыҡҡан, хәлһеҙләнеп, һуңғы сиккә еткән була. Төрлө үлән дарыуҙарын да ҡулланып, ирҙе буҙа менән дауалай. (Алынған әйберҙәрҙең күләмен өләсәй үҙе тотонған ярты литр самаһы һыйҙырышлы сүместә күрһәткән). Ете сүмес таҙа, өлгөргән һолоно 40 сүмес шишмә һыуында бик оҙаҡ ҡайнатҡан. Һыуы ҡайнап бөтә яҙып (ете сүместәй генә һыуы ҡалғанда), сүмес менән һоҫоп алғанда ул ҡуйырған ҡорт балылай һуҙылып торған. Уның өҫтөнә ҡабаттан ҡайнап сыҡҡан 40 сүмес һыу өҫтәп, буҙа итеп әсеткәндәр. Әсеткәндә инде кәрәгенсә шәкәр, һары май һәм мөгөҙлө малдарҙың эс майын өҫтәгәндәр. Шулай итеп, әҙерләнгән буҙаны ауырыуға ашар алдынан берәр кәсә (стакан) эсергән. Айҙан ашыу дауаланғандан һуң теге ир һауығып, үҙ аяғында ҡайтып киткән. Аҙаҡ Фәйзрахман олатайыма Стәрле баҙарына барырға тура килгән саҡтарҙа, теге ит һатыусы күреп ҡалһа, ай-вайына ҡуймай, атайыңа алып ҡайт, тип, ярты арба ит һәм башҡа тәм-томдар тейәп ҡайтарыр булған. Элекке кешеләр һаулыҡ ҡәҙерен генә түгел, табип ҡәҙерен дә дөрөҫ баһалағандар. Сөнки иң ҙур байлыҡ - һаулыҡ.
Икенсе бер ваҡиға: Стәрлелә медицина профессоры дәрәжәһенә етеп эшләп йөрөгән табип үҙенең 18-20 йәштәрҙәге быума өйәнәге менән яфаланған ҡыҙын алып килә. Ҡыҙыҡайҙы үҙҙәрендә өс ай самаһы дауалап, быума өйәнәктәрен туҡтата. Ҡыҙын алып ҡайтырға килгән профессор менән Мифтахетдин быума сире тураһында бик оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултыра. Профессор үҙенең китаптарын, ә Мифтахетдин олатай үҙенең "Тиб" китаптарын алдарына һалып, ауырыуҙарҙы дауалау ысулдарын сағыштырып, фекер уртаҡлаша. Өҫтөнлөк һис шикһеҙ Мифтахетдин яғында булғандыр. Беҙ, бөгөнгө табиптар, әле һаман быума сирен тулыһынса дауалай алмайбыҙ. Сөнки беҙ ул ауырыуға һаман да тик бер яҡтан ҡарайбыҙ. Дарыуҙар көсөн генә ҡулланабыҙ. Ә Мифтахетдин олатай төрлө үләндәрҙән әҙерләнгән дарыуҙар, гипноз һәм һүҙ көсөн ҡулланып дауалаған. Бөгөнгө көндә үҙем пенсия йәшенә еткән табип булараҡ, шуны әйтер инем: беҙгә кәрәкмәгән фәнни коммунизм, атеизм, политэкономия һәм башҡа шундай фәндәр уҡытҡансы, төплөрәк итеп дарыу үләндәре һәм боронғо медицина серҙәре тураһында белем бирһәләр, күпкә файҙалыраҡ булыр ине.

Рухи сирҙәрҙе лә дауалаған әүлиә

Бөгөнгө көндә наркологтар эскелектән бары бер-ике йылға код ҡуялар. Ҡайһы берҙәренең файҙаһы тейә. Күпселектә эскеселәр эштән ҡыуылмаҫ өсөн генә наркологҡа барып, аҡса түләп, справка алып ҡайталар ҙа, 3-4 ай түҙеп эсмәй йөрөйҙәр. Бер ҡатын Бөрйән районы Ямаш ауылында йәшәгән әүлиә Уйылдан муллаға эсеп яфалаған ирен өшкөртөргә ебәрә. Муллаға тапшырырға тип ике ҡаҙ ҙа бирә. "Уға ике ҡаҙ бик майлы булыр", тип, теге ир ҡаҙҙың береһен ауылға етмәҫ борон йәшереп китә. Әлеге мулла өшкөрөп биргән бер семтем тоҙҙо эскәндән һуң, ҡаҙҙы тапшырып, сығыу яғына ыңғайлай был. Уйылдан мулла уға: "Ағас ҡыуышына йәшереп киткән ҡаҙыңды онотоп ҡуйма. Эргәһендә эттәр йөрөй", - ти икән. Өйөнә ҡайтҡас, был ир үҙендә бер ниндәй ҙә үҙгәреш һиҙмәй. Эсеп алғыһы килә башлай. Йәшереп ҡуйған араҡыһынан ярты стакан һалып алып, йоторға самалай. Ни ғәжәп? Стаканды ауыҙына килтереү менән араҡы еҫенән уҡшый башлай. Шулай ҙа ныҡышып эсә һәм ҡоҫоп ебәрә. Икенсе көнөнә лә, аҙнанан, айҙан һуң да шул уҡ хәл ҡабатлана. Шулай итеп, эскесе ауыҙы янында торған араҡыны эсә алмай, айыҡ кешеләр рәтенә баҫа. Бына был ысын мәғәнәһендә "кодировать" итеү була.
Гипноз көсөн Мифтахетдин олатай бер ваҡытта ла кешеләргә кирәмәт күрһәтеү өсөн ҡулланмаған, ә дауалауҙың бер ысулы итеп файҙаланған. Әйтәйек, ауырыуҙың үҙенә был турала әйтмәй генә ауыртыу-һыҙланыуҙарын баҫыу, йәшәү рәүешен һәм ҡылыҡтарын үҙгәртеү өсөн гипноз алымын ҡулланған. Алда әйтеп үтеүемсә, ул үҙенең бесәнен урлаған егеттәрҙе ашатып-эсереп ултырғанда урлашыу ҡылыҡтарынан код ҡуя алған. Ғәрифә өләсәйемә лә уның гипноз ҡулланғанын бер тапҡыр күрергә тура килгән. Мифтахетдин олатай урындыҡта намаҙ ҡылып ултырған, ә килене Ғәрифә өй иҙәнен йыуып бөтөп, солан иҙәнен йыуа башлаған була. Күршелә йәшәгән бик тыйнаҡһыҙ малай, "Аяғыңды йыуып, еүеш сепрәк менән һөртөп ин!" тиеүгә ҡарамай, ямғырҙан һуң бысранған яланғас аяҡтары менән өйгә инеп китә. Инеп тә китә, илай-илай шарылдап, эләгә-тәгәрәй йүгереп килеп тә сыға был. "Ни булды?" тигәнгә: "Бабай миңә ҡарағайны, урындығы аҫтынан йыландары килеп сығып, ыҫылдашып миңә ташландылар", - ти икән.
Эйе, алдашыу, һүгенеү, урлашыу, тәртипһеҙлек һәм енәйәт ҡылыуға әүәҫлектәр - былар бөтәһе лә үҙ ваҡытында дауаланмаған һәм киҫәтелмәгән рухи ауырыуҙар. Быларҙы, минеңсә, фәҡәт һүҙ көсө, гипноз, йәғни әүлиәлек ҡөҙрәте менән генә дауалап була. Балаларға, үҫмерҙәргә иң көслө тәрбиәүи әүлиәләр - уларҙың ата-әсәләре, ә иң көслө гипнотизерҙары - улар йәшәгән донъя, йәғни күргәндәре. Үҙҙәре тәрбиәле, тәртипле ата-әсәләр һәм зауыҡ донъя ғына сәләмәт йәмғиәттең нигеҙе!

Рәдис ДУСАЛИН,
Ишембай районы Маҡар ауылы участка дауаханаһы табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, һәүәҫкәр тарихсы, шағир.
(Дауамы. Башы 12-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.14 | Ҡаралған: 2029

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru