«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
йәшлек йәшнәүҙәре
+  - 

ҮТӘ ЕТДИ БУЛЫРҒА ЛА ЯРАМАЙ –
донъя ауырлығы билеңде һындырыуы бар

 Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ Борон-борон заманда түгел, ә тап беҙ йәшәгән көндәрҙә бер батыр ер-һыу күреү, бәхет эҙләү маҡсатында оҙон юлға сыҡҡан, ти. Бара торғас, бер оло йылға ярына килеп төртөлгән. Йылға шундай киң һәм мул һыулы - бер ярынан ҡысҡырһаң, ҡаршы ярҙа торған кешегә саҡ-саҡ ишетелерлек, ти. Егет йылға аша һалынған мөһабәт күпер буйлап атлап киткән. Шул ваҡыт күкте ҡара болоттар ҡаплап алған да, дауыл ҡупҡан, бер аҙҙан йәшенләп ямғыр яуа башлаған. Егет ғәрәсәт уртаһында ҡалған. Ҡулсатыры булмағанға күрә, үтәнән-үтә һыуланған, күшеккән. Артына әйләнеп ҡараһа, күперҙең саҡ урта биле тәңгәленә генә еткән икән. "Ҡайҙа барырға? Белгән яҡҡа кире боролорғамы, әллә билдәһеҙлеккә ынтылып, юлды дауам итергәме? Ҡайтһам, ете диңгеҙ аръяғындағы тылсымлы ҡаланы күреү тигән хыялым тормошҡа ашмай ҡалыр инде..." тип уйға ҡалған егет... Был тарихтың аҙағын аҙ ғына һуңыраҡ һөйләрбеҙ. Әлегә һүҙҙе икенсерәк юҫыҡҡа йүнәлтәйек. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ -Башҡорт асыҡ КВН Лигаһы уйындары финалисы, бер кешенән торған "Кәкре Сүкеш" КВН командаһының капитаны ла, актеры ла, авторы ла булған Фидан ҠОЛМӨХӘМӘТОВ. Беҙ уның менән тормоштоң ҡатмарлы һынауҙарын еңелерәк үтеү юлын күрһәтеүсе башҡорт юморы тураһында әңгәмәләшербеҙ, һүҙ ыңғайында егеттең тормошонда булып үткән ҡайһы бер ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында ла бәйән итербеҙ, "күшеккән егет" тарихының аҙағын да ишеттерербеҙ.

Фидан, 25 февралдә Милли йәштәр театрында Башҡорт асыҡ КВН Лигаһының ярымфинал уйындарында һин барыһын да көлдөрөүең менән бер рәттән, матур итеп йырланың, музыкаль инструменттарҙа ла уйнаның, Пушкиндың "Евгений Онегин" романынан өҙөк тә күрһәттең һәм баһалама комиссияһы ағзаларының иң юғары баһаһына ла өлгәштең. Тамашасылар ҙа һинең сығышыңды ныҡ оҡшатты. Күптәр һине профессиональ музыкант булараҡ та асты. Кем һуң һин - үҙең менән таныштырып үт әле...

Мин Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылында 1990 йылда тыуып, Баймаҡ районында үҫкән кешемен. Минең телем "суверенитет" һүҙе менән асылған, тиҙәр. Әлбиттә, биш йәшемдә бер һүҙ булһа ла әйтергә өйрәнеүемә әсәйем ныҡ ҡыуанған. Әйткәндәй, әллә әсәйем шул мәлдә үк 2013 йылда буласаҡ ташҡынды алдан һиҙгәнме, әллә Әбйәлил еләктәре уға ваҡ тойолғанмы, беҙҙе алып, Баймаҡ районына күсеп киткән. Игеҙәгем Айгизәне, мине һәм ағайым Вадимды әсәйебеҙ яңғыҙы үҫтерҙе. Бәләкәйҙән ағайыма тарайған кейем-һалымды мин кейә торғайным. Рәсем дәресенә фломастерҙар, уҡыу өсөн бүтән кәрәк-яраҡтар һатып алыр өсөн йәйге каникул ваҡытында ауылдаштарға (Баймаҡ районы Түбә ауылында) ялланып бесән сабыуым, картуф утап-күмеүем, утын ярыуым да хәтерҙә ҡалған. Әммә беҙ бер ҙә күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнек. Ағайым бигерәк шаян, игеҙәгем Айгизә - етдиерәк, әммә ул да шаяртыуҙы аңлай торған кешеләр. Бәләкәй сағымдан башҡаларҙы көлдөрөргә яраттым. Үҙем эләгеп ҡолаһам, эргәләге кешеләрҙең көлөүенә ҡушылып, көлөп ята бирә торғайным. Әсәйем ундай саҡтарҙа: "Кит, кеше көлдөрөп ятма, тор!" - тип, шелтәләй ине. Ә миңә ҡыҙыҡ, ҡалғандар көлһә, рәхәт булып ҡала. Әле лә сәхнәгә ынтылыуымдың бар ғилләһе - кешене көлдөрөп, рәхәтлек алыу. Әйткәндәй, минең КВН-сы булыуымды ишеткән күп кенә кешеләр йыш ҡына: "Йә, ошо урында шаяртып күрһәт әле", - тип үтенә. Ә мин көлдөрһәм дә, килде-китте хәбәр һөйләй алмайым бит инде, шуға итәғәтле генә итеп баш тартыуҙы ҡулайыраҡ күрәм.
Сибай ҡалаһында музыка мәктәбендә, аҙаҡ Өфөлә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатында, БДУ-ның журналистика факультетында белем алдым. Фортепианола, ҡурайҙа, баянда уйнай, йырлай беләм. Мәктәптә лә, гимназияла ла музыка йүнәлешендә уҡып, юғары белем алыу ваҡыты еткәс, журналислыҡ һөнәренә йөҙ бороуым минең өсөн дә, туғандарым өсөн дә көтөлмәгән боролош булды. Улар һаман мине артист булыр тип өмөтләнә. Уның ҡарауы, БДУ-лағы абруйлы остаздарым, факультеттағы башҡорт мөхите мине туған телемә, халҡыма, рухи ҡиммәттәребеҙгә яҡынайтты. Мәктәп йылдарында ла, университетта ла рус телендә шиғырҙар яҙған булһам, әле бына яңыраҡ башҡорт телендә лә шиғыр яҙып ҡараным һәм "Килеп сыға бит!" тигән һығымта яһаным. Артабан да яҙышырға ниәтем бар. Әйткәндәй, ярымфинал уйындарында яңғыраған "Евгений Онегин"дан өҙөктө башҡортсаға үҙем ауҙарҙым. Тамашасыға оҡшаны, буғай.

КВН тигәндәй, был өлкәлә һин ярайһы уҡ тәжрибә туплаған кешеһең, ахыры. Баш ҡаланың башҡорт балалары араһында үткән "Шаяниум" отҡорҙар һәм тапҡырҙар бәйгеләрендә лә ҡатнашыуың тураһында беләбеҙ...

Эйе, 2008 йылдан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатына уҡырға килгәне бирле үҙ итәм был уйындарҙы. Ул саҡта "Ҡыҙыҡ-мажор"ҙың беренсе составында уйнарға тура килгәйне. 2012 йылға тиклем мин Рәфис исемле дуҫым менән "Горняк-Дозор" командаһында уйнаным. Рәфис уйындарҙан ситләшкәс, бер үҙем ҡалдым. Командаға яңы егеттәр һәм ҡыҙҙар алғым килмәне. Бүтән кеше лә эҙләп торманым, быйылғы фестивалгә бер үҙем сығырға ҡарар иттем. Бер үҙем ҡалдым, тип ҡайғырырғамы ни? Ҡайғырып йәшәүгә ҡарағанда, көлөп йәшәүе еңелерәк...

Юморҙың төрлөһө була: әсеһе, тағы кешенең кәмселектәренән, кире сифаттарынан көлгән саҡта бар сиктәрҙе үтеп киткән тупаҫы ла... "Ҡара юмор" тигән төшөнсә лә бар. Ә һинең юморыңдың тәбиғәте ниндәй?

Халыҡсан юморҙыр, тип уйлайым. Сөнки мин идеяларҙы "һауанан" алмайым, тексты "бармаҡтан һурып" яҙмайым, ә халҡыбыҙ араһында киң таралған лаҡаптар йыям. Мәҫәлән, минең сығыштарҙа ауыл тематикаһы киң яҡтыртыла. Көлкөләрҙе мөмкин тиклем үткерерәк итергә тырышам. Көлкө яҙыу - әҫәр яҙыу һымаҡ уҡ ауыр шөғөл. Өҫтәл артында яҙышып ултыраһың-ултыраһың да, оҡшамаһа, ҡағыҙҙы йомарлап ырғытаһың. Унан өр-яңы биттән өр-яңы текст яҙып та ҡуйыла. Ҡабат-ҡабат эшләгәнгә күрә лә, минең текстар тамашасы тарафынан да, баһалама комиссияһы тарафынан да йылы ҡабул ителәлер. Миңә башҡорт телендәге "Атаҡ-атаҡ!", "Ыста-ыста!" һымаҡ ымлыҡ һүҙҙәр, "йомшағыраҡ" әрләшеү һүҙҙәре оҡшай. Мин уларҙы бик яратып файҙаланам.
Уңышлы КВН-сы булыу өсөн тамашасыны көлдөрөү генә етмәй, уйландыра белеү ҙә зарур. Ә бының өсөн донъялағы хәлдәр, һин һүҙ алып барған өлкә, ваҡиға тураһында етерлек кимәлдә хәбәрҙар ҙа булырға, үҙеңә лә уйлана, сағыштыра, һығымта яһай белергә кәрәк. Миңә тормош тәжрибәм, шулай уҡ китаптар уҡыу ярҙамға килә. Халҡымдың үткәне һәм бөгөнгөһө менән дә ҡыҙыҡһынып йәшәйем, уның тураһында яңынан-яңы мәғлүмәттәр йыям, күңелемә һеңдерә йөрөйөм...

Булып үткән Башҡорт асыҡ КВН Лигаһының ярымфинал уйындарында ҡатнашҡан коллегаларыңдың сығыштары тураһында ни әйтерһең? Кемдәрҙең шаяртыуын оҡшаттың, ә кемгә тағы тырышыбыраҡ әҙерләнергә кәңәш итер инең?

Һорауыңдың икенсе яртыһынан башлайыҡ. 19 февралдә булып үткән уйындарҙа "Бытбылдыҡ"тарҙың, "Өтөр"ҙәрҙең, ә 25-ндә "Страйк"тарҙың сығыштары оҡшаны. 14 апрелдә Ҡала мәҙәниәт һарайында 19 сәғәттә үтәсәк финал уйындарында бытбылдыҡтар менән страйктарҙы мин үҙемдең төп дәғүәселәрем тип һанайым. Мәскәүҙән килгән "Хәйнешондар"ҙы барыһы ла ярата. Ярымфинал уйындары алдынан интернет селтәрендә үткәрелгән тауыш биреүҙән күренеүенсә, күпселек тап ошо команданың финалға сығасағына ышаныс белдергәйне. Тик егеттәргә тәжрибә етеңкерәмәне, шикелле. Шаяртыуҙары ла шәп ине былай...
Тәүге һорауға - командалар сығыштарының эстәлегенә килгәндә, мине шул ҡыуандыра: йәштәр үҙ фекерҙәрен ҡыйыуыраҡ белдерә башланы. Тимәк, халҡыбыҙ фекерен, уның мәнфәғәттәрен тәғәйен кешеләргә ишеттерә торған трибуна барлыҡҡа килде, тигән һүҙ. Тик йәштәр үҙ сығыштарында сама тигән нәмәгә лә иғтибар итһен ине. Айырым командалар сығыштарында ҡатын-ҡыҙҙарҙан көлөү ғәҙәте йышайҙы. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан көлөргә ярамай, минеңсә. Уларҙы нисек бар, шулай, йәғни бөйөк һәм бейек итеп ҡабул итергә кәрәк. Улар КВН-да сығыш яһай икән, шул килеш - гүзәл зат образында яҡтыртылырға тейеш. Юғиһә, халҡыбыҙҙың иң ҡиммәтле, иң ғәзиз ҡатын-ҡыҙ төшөнсәһенә бысраҡ яғыусылар ҙа осрап тора. Әйҙә, егеттәр тураһында теләһә нисек итеп шаяртһындар, көлһөндәр - унан ғына егет кешенең дәрәжәһе кәмемәй.
Тағы, эпосыбыҙ "Урал батыр"ҙы ла КВН сәхнәһенә алып сығыр алдынан ете ҡат үлсәргә кәрәк. Ғөмүмән, бындай ҡомартҡыларыбыҙҙан көлөүгә табу һалынырға тейеш. Юғиһә, тап ошо ике төшөнсәгә - башҡорт ҡыҙы образына һәм мәшһүр эпосыбыҙға һаҡһыҙ тотонғандары өсөн ҡайһы бер командалар тураһында күңелһеҙ тәҫораттар ҡалды.
Ҡатын-ҡыҙҙар темаһына ҡағылыуын ҡағылғас, күңелде өйкәп торған тағы бер нәмә тураһында ла әйтмәй булдыра алмайым. Тик ҡыҙҙарҙан ғына торған командаларҙы егеттәр менән "байытырға" кәрәк, минеңсә. Ана бит, ҡыҙҙарҙан ғына торған "Хыялыйҙар" командаһына егеттәр ҙә килеп ҡыҫылғас, ҡыҙыҡлы ноталар барлыҡҡа килде. Ғөмүмән, КВН-ды (шартлы рәүештә, әлбиттә) сәсәндәр әйтеше менән сағыштырһаҡ, бик күп уртаҡлыҡтар табырға булыр ине. Ә халҡыбыҙҙа сәсән - ул фәҡәт ир затынан булған, ти философия фәндәре кандидаты, этнограф Зәкирйән Әминев. Шуға, бәлки, юмор өлкәһендә егеттәр генә сығыш яһаһа, яҡшыраҡ булмаҫ инеме икән? Башҡорт КВН-ы сәсәнлек традицияларына ла таянырға тейеш минеңсә. Башҡорттоң бай фольклорына, тарихи үткәненә, ата-бабаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә нигеҙләнгән юмор ғына милли юморыбыҙҙың йөҙөн билдәләй. Беҙ үҙ сығышыбыҙҙы ошо үҙенсәлектәргә нигеҙләп ҡорорға тейешбеҙ. Әгәр шулай түгел икән, беҙҙең сығыш аҡ ҡағыҙ битенә аҡ буяу менән нимәлер яҙыуға бәрәбәр буласаҡ.

Бер тапҡыр үҙеңдең "автостоп" менән мауығыуың тураһында ла һөйләй биреберәк ҡуйғайның. Шул турала ла ишетке килә бит әле...

Бер ваҡыт дуҫым Салауат менән зәңгәр экрандарҙа "Достучаться до небес" исемле фильм ҡараныҡ. Шунда икебеҙҙә лә диңгеҙҙе барып күрергә тигән хыял барлыҡҡа килде. Әлеге фильмдағы геройҙар - үлемесле ауырыуға дусар булған ике егет, төрлө кәртәләр үтеп, закондар аша атлап, диңгеҙгә барып етәләр. Беҙ был эште законлы юл менән атҡарырға булдыҡ. Ҡара диңгеҙгә юлға сығырға хәл итеп, сығып китеү көнөн билдәләнек. 20 көндән һуң икебеҙ ҙә рюкзактар артмаҡлап, килешелгән ерҙә осраштыҡ. Бер ни өндәшмәй генә Иглин яғына юлланыусы автобусҡа билет алып ултырҙыҡ. Һуңғы көнгә тиклем мине төрлө шикле уйҙар борсоно. Хәүеф тойғоһо ла бар. Иглин янында оло юлда төшөп ҡалдыҡ та, юлдағы машиналарға ҡул күтәрә башланыҡ. 15 минут үттеме, юҡмы, бер водитель ултыртып алды. Беҙ уға ниндәй маҡсат менән юлға сығыуыбыҙҙы һөйләп бирҙек. Төндә Һарытау өлкәһенең Сызрань ҡалаһы ситенә килеп еттек тә, яланда палаткабыҙҙы ҡороп, усаҡ яғып, дөгө бешереп, сәй ҡайнатып эстек. Таң менән тағы юлға сығып баҫтыҡ. Был юлы ла уңыш йылмайҙы - Сочиҙың үҙенә юлланыусы ағай ултыртып алды, уның иркен машинаһында ике көн эсендә рәхәтләнеп барып та еттек. Сочиға килеп төшкәндә, таңғы сәғәт 4 ине. "Ҡайҙа диңгеҙ?" тип, Салауат менән тирә-яҡҡа ҡарашабыҙ. Бер ваҡыт талғын ғына шау ҡолаҡҡа салынды. Беҙ тот та шул яҡҡа табан йүгер! Диңгеҙгә етеү менән сисенеп ташлап, таң менән һыу инә башланыҡ. Эх, ул мәлдәге ҡыуанысты һүҙҙәр менән генә лә аңлатырлыҡ түгел! Ҡара диңгеҙ ярында бер аҙна ял иттек, ҡояшта ҡыҙынып, ҡарайышып бөттөк. Сочиға ял итергә килеүсе турист халҡы Абхазия тәбиғәтен үлтереп маҡтағас, ҡайтабыҙмы, әллә Абхазияға барабыҙмы, тип, бер аҙ икеләнгәндән һуң, ҡыҙыҡһыныуыбыҙ еңде. Ысынлап та, был илдә шарлауыҡтар күп һәм матур икәнлегенә инандыҡ. Тауҙары тураһында әйтеп тә тормайым.
Ат ҡайтыу яғына еңелерәк тартһа, беҙ ҡайтыр юлды килгәндәге һымаҡ тиҙ үтмәнек. Юлға сыҡҡанда кеҫәбеҙҙә дүртәр мең аҡсабыҙ бар ине, нисек кенә ҡыҫып тоторға тырышһаҡ та, уныһы ла бөттө, ярай әле, водителдәр ярҙам итте - кем 100 һум, кем 50 һум аҡса биреп китте. Әйткәндәй, ошо сәйәхәттән һуң миндә водитель һөнәренә ҡарата яңы мөнәсәбәт барлыҡҡа килде. Оло юлда йөрөүселәр ҡалалағы һөмһөҙ водителдәрҙән ҡырҡа айырыла икән: улар шул тиклем кешелеклеләр. Бәлки, оҙон юл хәүефе әҙәми затты кешелеклерәк итәлер?
Был сәйәхәттән һуң ике йыл үткәс, бер үҙем Санкт-Петербург ҡалаһына юлландым. Ҡулыма диплом алған, эшләп тә йөрөгән саҡ ине. Аҙмы-күпме аҡса тупланым да, тағы сығып киттем. Түбәнге Новгород аша үткән саҡта Ока йылғаһы аша һалынған күпер уртаһында (мәҡәлә башында һүҙ барған) йәшенле ямғырға эләктем. Алға йүгерергәме? Артҡамы? Күперҙең урта тирәһендә торам икән. "Әһә! Алда бер ҡоролма күренә, шунда ышыҡланайым", - тип, алға киттем. Ел мине тегеләй ҙә, былай ҙа бәүелтә. Сиркәү эсенә килеп инеп, поптан ҡоро кейемдәремде кейеп алырға рөхсәт һораным. Ул рөхсәт итте, мин кейенеп алдым. Сиркәүгә тәү тапҡыр ингәнгә күрә, мәсеттән нимәһе менән айырыла икән, тип, уны ҡарап йөрөй башланым. Арғы яҡта йырлап торалар, кешеләр суҡына, тәреләр ҡуйылған, майшәмдәр яна... Ахырҙа, бер әбей: "Улым, ә һин ниңә доға уҡымайһың? Әйҙә әле, мин һине суҡындырайым", - тип яҡынлашҡас, "Юҡ, рәхмәт, кәрәкмәй", - тип, сығып китергә тура килде. Өфө-Санкт-Петербург юлында Татарстандағы бер икмәк заводы биләмәһендә ҡарауылсынан рөхсәт һорап, йоҡлап сыҡтым. Бара-бара Мәскәүҙе үттем, Санкт-Петербург ҡалаһына ла еттем. Унда бер дуҫымда ҡундым да, ҡала менән танышҡас, поезд менән ҡайтырға сыҡтым. Бер үҙем булғас, күңелһеҙ ине, шуға "тимер ат"ҡа ултырҙым. "Автостоп" менән бер "ауырығас", туҡтауы, ай-һай, еңел түгел икән! Яңынан-яңы ерҙәрҙе барып күрге килә. Әле бына яҡын киләсәктә Байкал күленә сәфәр сығырға хыялланам. Беҙҙең йәштәргә, айырыуса 18 йәштән үткән йәштәргә, йыш ҡына "алйотланып" алыу етмәй. Улар бөгөн шул тиклем "дөрөҫ"тәр, уларҙың тормоштары ла төҫһөҙ, уҡыуҙары ла, эштәре лә яйһыҙ. Балаларса ихласлап ҡыуанырға, балалар һымаҡ шыршыға эленгән тәтәй артынан үрмәләргә онотоп барабыҙ түгелме? Ә тормошта үтә етди булырға ла ярамай - донъяның ауырлығы билеңде һындырыуы бар.

Шулай итеп...
Фидандың бер сығышынан өҙөк. "Хәтәр район ул - Баймаҡ районы. Баймаҡта ғына "Һаумыһығыҙ!" тигәнгә, "Һауҙырһағыҙ, һауырбыҙ!" тигән яуап ишетергә була. Туҡмалыу, ғәҙәттә, ошо фразанан һуң башлана ла инде (әйткәндәй, мин шуға ла "нейҙе" ҡыҫып, Өфөлә ултырам). Баймаҡ - боронғо гректарҙың Спартаһы һымаҡ: халҡы шундай рухлы, уларҙың ҡатындары ла "Мин - башҡорт!" тип күкрәк һуға, шуға ла балаларына һөт урынына ҡаймаҡ имеҙә, имеш..."

Илгиз ИШБУЛАТОВ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 31.03.14 | Ҡаралған: 2072

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru