БЕРӘҮҘӘРҘЕ КӘМҺЕТЕП...
үҙең юғары булып булмай
19 мартта Татарстан Республикаһының Әлмәт драма театры Башҡортостанға сираттағы гастролдәренә килгәйне. Беренсе көндө тамашасыларға драматург Тажи Ғиззәттең "Ҡыйыу ҡыҙҙар" комедияһы буйынса режиссер Илдар Хәйруллин сәхнәләштергән спектакль тәҡдим ителде. Әммә тамашала башҡорт халҡына ҡарата мыҫҡыллы һүҙҙәр яңғырауы йәмәғәтселек араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Һөҙөмтәлә Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы театрҙың гастролен ваҡытынан алда туҡтатырға мәжбүр булды.
Интернет селтәрендәге фекер алышыуҙар барышында автор материалының төп нөсхәһендә сәхнәнән яңғыраған һүҙҙәрҙең бөтөнләй булмауы асыҡлана, тимәк, уны кемдеңдер үҙенән өҫтәүе бик ихтимал. Ошо күңелһеҙ хәлгә бәйле Татарстан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Ирада Әйүпова: "Милли тойғоһо кәмһетелгән тамашасы алдында ғәфү үтенеүҙе үҙебеҙҙең мөҡәддәс бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Ихлас күңелдән әйтәм: был тамаша менән бер кемде лә рәнйетергә теләмәнек. Беҙгә ҡарата булған тәнҡит һүҙҙәрен ҡабул итәбеҙ һәм күңелһеҙ хәл-ваҡиға тыуҙырыуға килтергән сәбәптәрҙе ентекле тикшерәсәкбеҙ", - тип белдерҙе. Был йәһәттән спектаклдең видеояҙмаһы анализланасаҡ.
Татарстандың мәҙәни йәмәғәтселеге вәкилдәре быны, артистың ике милләт араһындағы иң нескә ҡылға ҡағылған үкенесле хатаһы, тип иҫәпләй. Бына уларҙың бер нисәүһенең фекерҙәре:
Римзил Вәлиев, йәмәғәт эшмәкәре һәм публицист: Был, әлбиттә, ҡыҙыҡһыныусы кешеләр ике туғандаш халыҡ араһында дошманлыҡ тыуҙырыу өсөн файҙалана алырлыҡ үкенесле хәл. Шуға күрә мин беҙгә ғәфү үтенергә һәм был теманы артыҡ ҡуйыртмаҫҡа кәрәк, тип уйлайым.
Рауил Сабыр, драматург: Был ваҡиға һүҙ менән үлтереп, һүҙ менән терелтеп булғанын тағы бер тапҡыр раҫланы. Режиссер тарафынан да, актер тарафынан да автор тексына үҙгәрештәр индергәндә бик һаҡ булырға кәрәк. Мин Әлмәт театры спектаклен ҡараманым, пьесаны ла күптән уҡығайным, әммә, иҫләүемсә, унда һүҙ барлыҡ шәкерттәр тураһында бара. Әгәр Әлмәт театры, ысынлап та, татар шәкерттәрен аҡтан-аҡ итеп күрһәтеп, башҡорт шәкертен кәмһетә икән, был, минеңсә, провокация. Шуныһы аңлашылмай, Ҡырым һәм Украиналағы ваҡиғалар барышы халыҡтың милли тойғоларын ныҡ киҫкенләштергәндә, был тойғоларҙа уйнау нимәгә кәрәк?
Роберт Миңнуллин, Татарстандың Дәүләт Советы депутаты, Татарстандың халыҡ шағиры: Был, әлбиттә, барыбыҙ өсөн дә хурлыҡ! Әшәкелек. Тотош коллектив, режиссер, актерҙар ниндәй хәлгә барып еткән. Уларҙың фекерләүе шулай.
Башҡорттарҙың был күренеште шулай һағайып ҡабул итеүе, минеңсә, дөрөҫ. Был, ысынлап та, халыҡты кәмһетеү. Әгәр беҙгә Башҡортостандан башҡорттар килеп татарҙар хаҡында шулай тип сәхнәнән һөйләһә, беҙ нимә эшләр инек?! Элек бындай хәлдең булғанын иҫләмәйем. Мәҙәниәт министрлығы һығымталар яһарға тейеш.
Әйткәндәй, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты был хәл айҡанлы Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитовҡа мөрәжәғәт итте. "Һуңғы ваҡытта,- тиелә мөрәжәғәттә, - беҙҙең республикаға түбән профессиональ кимәлдәге һәм шикле репутациялы үҙешмәкәр коллективтарҙың концерт һәм спектаклдәре йышайҙы. Беҙ Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы республикала юғары профессиональ, мәғрифәт һәм мәҙәни сәйәсәтте тормошҡа ашырырға һәм республика территорияһындағы гастролдәр эшмәкәрлеген дә үҙ контроленә алырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ..."
Земфира ХӘБИРОВА әҙерләне.
КИРЕ СЫҒЫРҒА