«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УРАМ МУЗЫКАНТТАРЫН ТЫҢЛАУСЫ ЛА, ТҮЛӘҮСЕ ЛӘ БАР, ИМЕШ
+  - 

Баш ҡаланың парк һәм башҡа ял итеү урындарында төрлө музыка инструменттарында уйнап аҡса эшләүсе егет һәм ҡыҙҙарҙы һәр кем күргәне барҙыр. Улар араһында яңғыҙ башҡарыусылар ҙа, дуэт менән уйнаусылар ҙа, хатта бер-нисә кешенән торған бәләкәй генә оркестр ҙа бар. Бындай үҙенсәлекле "концерт"тар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тамаша ҡылыусылар бигерәк тә балаларға, үҫмерҙәргә аҡса йәлләмәй. Уларҙың был шөғөлөнә ыңғай ҡараусылар ҙа, балаларына ошо юл менән аҡса эшләргә юл ҡуйыусы ата-әсәләргә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереүселәр ҙә бар. Шулай бер көн Ҡала советы янындағы ял паркында музыка ҡоралында уйнап тороусы өс үҫмер эргәһендә туҡтаған апайҙарҙың: "Был балаларҙың ата-әсәләренә ниндәй ҙә булһа административ яза бирергә кәрәк. Ниндәй эҫе көндә балаларҙы урамға аҡса йыйырға сығарып ебәргәндәр. Үҙҙәренә оят түгелме икән ни?" тиеүҙәрен ишеткәс, музыканттарҙың үҙҙәренә мөрәжәғәт итмәйенсә булдыра алманым. Ысынлап та, урамда музыка ҡоралында уйнап, бер аҙ аҡса йыйырға уларҙы ата-әсәләре мәжбүр итәме, әллә был үҙҙәренең теләге буйынса эшләнгән эшме? Ни өсөн улар аҡса эшләүҙең нәҡ ошо юлын һайлаған? Ошо һәм башҡа һорауҙарға үҙҙәрен Арсен, Илшат һәм Йәмил тип таныштырған йәш музыканттар яуап бирә.

Егеттәр, музыка ҡоралы ярҙамында аҡса эшләү ниәте ҡайҙан барлыҡҡа килде? Атай-әсәйегеҙҙең, уҡытыусыларығыҙҙың быға ҡарашы нисек?

Арсен: Беҙ музыка йүнәлешендә белем биргән уҡыу йортонда уҡыйбыҙ. Уның исемен әйтә алмайбыҙ, сөнки уҡытыусыларыбыҙ был шөғөлөбөҙҙө хупламаясаҡ.
Илшат: Республиканың төрлө райондарынан уҡырға килгәнбеҙ. Ә ауылдаштарыбыҙ беҙҙең турала уҡыһа, атай-әсәйҙәребеҙгә ыңғай ҡарамаясаҡ, сөнки улар өсөн урамда музыка ҡоралында уйнап, аҡса эшләү сит һәм ҡырағай күренеш. Шуға күрә гәзит битендә уҡыу йортобоҙ тураһында мәғлүмәт бирмәһәгеҙ ине.
Йәмил: Ауылдаштар эштең айышына төшөнмәйенсә, атай-әсәйҙәребеҙгә ғәйеп ташлар, тип ҡурҡабыҙ. Был шөғөлгә тотонор алдынан өйҙәгеләргә барыһын да яҡшылап аңлаттыҡ һәм уҡыуыбыҙға зыян килмәйәсәк, тип ант иттек. Әгәр ата-әсәләр риза булмаһа һәм хупламаһа, беҙ был эшкә тотонмаҫ инек, моғайын.
Илшат: Бала саҡтан мин - баянда, Арсен - саксофонда, Йәмил тромбонда уйнай. 8-9-сы кластарҙан башлап таныштар саҡырыуы буйынса айырым да, бергәләп тә туй мәжлестәренә, юбилей, тыуған көн кисәләренә барып уйнап йөрөйбөҙ. Бер ерҙә уйнаһаң, ундағы ҡунаҡтар күҙенә эләгәһең һәм оҡшатһалар, улар артабан үҙҙәренең байрамын йәмләргә саҡыра. Шулай сылбыр буйлап йөрөйһөң дә йөрөйһөң, берҙән, тәмле-татлы ризыҡҡа туйып ҡайтаһың, икенсенән, кеҫәгә аҡса ла төшә. Арсен: Ләкин бындай ҡунаҡтарға йыш йөрөп булмай, сөнки улар, ғәҙәттә, кисен уҙа, ә был ваҡытта беҙ ятаҡтан сыға алмайбыҙ. Шуға күрә көндөҙ аҡса эшләү мөмкинлеге биргән ысул таптыҡ - икенсе йыл инде ошо паркта уйнайбыҙ.

Урамдағы тәүге "концерт"ығыҙ ниндәй тәьҫорттар ҡалдырҙы? Халыҡ нисек ҡабул итте?

Йәмил: Беренсе тапҡыр урамда уйнауыбыҙҙы әле булһа көлөп иҫкә алабыҙ. Төрлө музыкаль конкурстарҙа, абруйлы баһалама ағзалары, ҙур сәхнәләрҙә меңәрләгән кеше алдында сығыш яһағаныбыҙ булһа ла, паркҡа килеп баҫҡас, ҡаушап ҡалдыҡ.
Арсен: Уны-быны уйламайынса, парктың эсенә үк инеп, баяндың ҡумтаһын йәйеп ҡуйып, уйнап ебәреүебеҙ булды, яныбыҙға парк һаҡсылары килеп етте. Беҙ уларҙы сығышыбыҙҙы тыңларға килгәндәр икән тип, тағы ла тырышыбыраҡ, дәртләнеберәк уйнай башланыҡ. Ә улар, баҡтиһәң, беҙҙе парктан ҡыуып сығарырға, тип йүгереп килгәндәр икән.
Илшат: Ярай, бер көйҙө уйнап бөткәнсе көтөп торҙолар әле улар, шунан ғына ишеккә табан күрһәттеләр. Көйҙө туҡтатып ҡыуып сығарһалар, беҙҙең ҡаушауҙан былай ҙа сығырҙай булып типкән йөрәктәр бөтөнләй туҡтап ҡалыуы ла бар ине. Арсен: Ләкин шул бер-нисә минут эсендә лә халыҡтың иғтибарын йәлеп итә алдыҡ - ҡумтабыҙға тәүге 100 һум инеп ятты. Был уңыш беҙҙең һаҡсылар менән булған осрашыуҙан һуң төшкән танауҙарҙы күтәрҙе, ышаныс өҫтәне. Шуға парктың ишегенән сығып, бер аҙ ситкә киттек тә, тағы ла һыҙҙырып уйнап ебәрҙек.
Илшат: Ҡала халҡы урам музыканттарына өйрәнеп бөткән, шуға күрә уларҙы шаҡ ҡатырҙыҡ, тип әйтеп булмай. Эргәбеҙҙән бер ниндәй эмоцияһыҙ ғына үтеп китеүселәр ҙә, яныбыҙҙа туҡтап, тыңлап тороусылар ҙа булды. Ике йыл ваҡыт үтте - тамашасы үҙгәрмәй. Ҡайһы берәүҙәр туҡтап тормайынса ғына аҡса һалып китә. Туҡтаусыларҙы ла ике төркөмгә бүлергә була: беренселәре тыңлай ҙа ары атлай, ә икенселәре әҙме-күпме аҡса һала.
Йәмил: Оҫталыҡ тәжрибә менән килә, тигәндәй, хәҙер парк янында ниндәй йәштәге аудитория йөрөүенә ҡарап уйнарға өйрәндек. Йәштәр күберәк булһа - заманса йырҙар, ә ололарға ретро көйҙәрен һыҙҙырабыҙ. Репертуарыбыҙҙа башҡорт, урыҫ, сит ил көйҙәре бар. Шулай итеп, һәр кемдең күңеленә хуш килерлек, уның ҡолағына эленерлек көй уйнау аҡсаның күберәк төшөүенә юл аса.

Һеҙҙең ошо рәүешле аҡса эшләүегеҙгә кире ҡараштағылар ҙа бар. Уларға нимә тип әйтер инегеҙ?

Йәмил: Был шөғөлгә тотонғанда уның кире яҡтары булырын да күҙаллай инек, ләкин ҡайһы берәүҙәрҙең ситуацияны үтә лә ҡуйыртып, ҡарайтып ебәреүенә генә әҙер булмай сыҡтыҡ. Урамға уйнарға сыҡҡандың тәүге ваҡыттарында беҙҙе оялтырға тырышыусыларҙан, әрләп китеүселәрҙән, атай-әсәйҙәребеҙҙе беҙҙе ҡарамауҙа ғәйепләүселәрҙән төрлө һүҙҙәр ишетеп, баҙап ҡала инек. Үҙебеҙҙе, ысынлап та, ниндәйҙер яраҡһыҙ эш эшләп тотолған кешеләр хәлендә ҡалыуыбыҙ әле лә иҫтә. Ләкин ваҡыт үткән һайын үҙебеҙҙә был негативҡа ҡаршы торорлоҡ рухи көс булдырҙыҡ һәм хәҙер бер кемгә лә, бер ниндәй һүҙгә лә иғтибар итмәйбеҙ.
Илшат: Беҙ бер кемде лә алдамайбыҙ, урламайбыҙ, төрлө мутлашыуҙар ойоштормайбыҙ, ә үҙебеҙҙең хәләл көсөбөҙ менән аҡса эшләйбеҙ. Һәр кем үҙе алған профессияһы буйынса хеҙмәт итеп эш хаҡы ала. Күптәр үҙҙәренең шөғөлөн килем килтереүсе ысулға әйләндерә. Музыка - беҙҙең киләсәгебеҙ, көн күрер шөғөлөбөҙ, шуға әле үк үҙ һөнәребеҙҙән, һәләтебеҙҙән файҙа күрәбеҙ икән, бының бер ниндәй насарлығы ла юҡ, тип иҫәпләйем.
Арсен: Был шөғөлгә аслыҡтан йәки кейергә кейем булмауҙан тотонманыҡ. Шуға күрә атай-әсәйҙәребеҙҙең тәрбиәһен шик аҫтына ҡуйыусылар яңылыша. Атай-әсәйҙәребеҙ беҙҙе яҡшы тәрбиәләй, бөтә нәмә менән дә тәьмин итә, аҡса бирә. Эшләп тапҡан аҡсабыҙ ҙа төрлө кәрәк-яраҡтар һатып алырға ярап ҡала. Әлегә тиклем аҡсаның кеҫә тишкәнен ишеткәнебеҙ юҡ. Беҙҙең дә аҡса талап иткән төрлө мауығыуҙарыбыҙ бар һәм улар өсөн түләүҙе үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ. Мин, мәҫәлән, фотоаппарат, Илшат - велосипед, ә Йәмил ноутбук һатып алдыҡ. Кино, театр, концерт, төрлө күргәҙмәләргә йөрөү, ҡыҙҙарыбыҙға сәскә һәм тәмлекәстәр һатып алыу өсөн аҡсаны атай-әсәйҙән һорап ултырып булмай бит инде.

Егеттәр, һуңғы һорау. "Эш хаҡығыҙ" тураһында мәғлүмәт бирергә риза булырһығыҙмы?

Йәмил: Ғәҙәттә, был парк эргәһенә көндәр йылый башлағас та киләбеҙ һәм каникулға ҡайтып киткәнсе аҙнаһына 1-3 тапҡыр сығып, 2-шәр сәғәт тирәһе уйнайбыҙ. Бер сығыуҙа һәр беребеҙгә 500-700 һум, байрам, ял көндәрендә 1000-1500 һум аҡса эшләйбеҙ. Ябай ғына арифметика ҡулланып, күпме аҡса эшләүебеҙҙе һанап сығарырға була. Шулай уҡ был "эш хаҡыбыҙға" байрам мәжлестәренән төшкән килемде лә ҡушһаҡ, зарланырлыҡ урын ҡалмай. Ятаҡта түбәгә төкөрөп ятһаҡ, уныһы ла булмаҫ ине әле.

Шулай итеп...
Йәнле музыка тыңлау ҡолаҡсын аша ишетелгән дыңғырлауҙы ишетеү кеүек түгел шул. Шуға күрә лә йәш музыканттар янынан кеше өҙөлмәй, ҡайһы берәүҙәр ҡайта-ҡайта килеп тыңлай, икенселәр хатта ниндәйҙер көй уйнатырға заказ да бирә. Ҡулдары етеҙ, тындары киң, йөҙҙәре көләс, көйҙәре моңло егеттәр, ысынлап та, үҙҙәренә ылыҡтырып тора, уларҙың моңо бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Паркка ял итергә килеүселәргә лә, йәш таланттарға ла был шөғөл берҙәй ҡәнәғәтлек килтерә икән, тимәк, уның бер хилафлығы ла юҡ. Ә нимәгәлер ризаһыҙлыҡ белдереп йөрөүселәр һәр ваҡыт бар. Был осраҡта "Эт өрә торор, бүре йөрөй торор", тип әйтергә генә ҡала, күрәһең. Бөгөнгө әңгәмәселәрем миҫалы уйы булып та, әлегәсә ошо ысул менән аҡса эшләргә баҙнат итмәгәндәргә, бәлки, этәргес көс булыр.

Гөлназ МАНАПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.07.15 | Ҡаралған: 1327

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru