«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАР БАШЫНА – ҠАР ХАН БАШЫНА ХАН ЕТЕР
+  - 

Үткән аҙнаның һуңғы көнөнә ҡарата РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй яугирҙары Донецкиҙың Прогресс һәм Евгеновка тораҡ пункттарын азат итте. Украина ғәскәренең тәүлек эсендәге юғалтыуҙары 1930 кешегә барып етте, тип хәбәр итә РИА Новости агентлығы оборона ведомствоһы мәғлүмәттәренә һылтанып.

Украина хәрби көстәре проблемалар алдында тороп ҡалды. Сит ил ялланыусылары түҙеп торғоһоҙ шарттарҙан биҙеп, күпләп Украина армияһы сафтарын ташлап китә башланы. Үҙәк разведка идаралығы (ЦРУ) аналитигы Ларри Джонсон фаразлауынса, был конфликтты яйға һалыу Украинаның капитуляцияһы менән тамамланасаҡ. Мәғлүм булыуынса, Мәскәү бер нисә тапҡыр һөйләшеүҙәргә әҙер булыуын белдерҙе, ләкин Киев режимы закон кимәлендә килешеүҙәргә тыйыу һалды. Украинаның экс-президенты Леонид Кучманың элекке советнигы Олег Соскин Зеленскийҙан был тыйыу указын юҡҡа сығарыуҙы талап итте.
Ә бына АҠШ властарында был арала Украина ҡайғыһы юҡ. Штаттағы "шым-шым" хәбәрҙәргә ҡарағанда, илдәге билдәле бер даирәләр, атап әйткәндә, эре бизнесмендар баҫымы аҫтында Байден киләһе срокка һайланыуҙан баш тартырға мәжбүр булды. Трамп һәм уның көрәштәштәре был хәлде "йәшертен дәүләт перевороты" тип атаны. Шулай итеп, вице-президент Камала Харрис праймеризһыҙ ғына Байден урынына президентлыҡҡа кандидатура итеп күрһәтелде. Шуны ғына көтөп торған Камала дәртләнеп эшкә тотондо һәм һайлау алды кампанияһын үткәреү өсөн күҙ асып йомғансы 200 млн доллар аҡса йыя ла һалды. АҠШ-та сираттағы алтмышынсы президент һайлауҙары ошо йылдың 5 ноябренә билдәләнгән.
Республикандар партияһынан, мәғлүм булыуынса, Дональд Трамп президентлыҡҡа дәғүә итә. Әйтеүҙәренсә, Харрис Трамп өсөн Байденға ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ "көнәркәшсе". Хәйер, был ханымды беҙ ике дәғүәсе араһында сентябрҙә буласаҡ дебаттарҙа яҡынданыраҡ беләсәкбеҙ. Һәр хәлдә, Трамп алдында Камала үҙенең сәйәсмән булараҡ профессиональ сифаттары менән маҡтана алмай, ул прокурор булып эшләгән һәм шуға ла телмәрендә, күрәһең, күберәк ғәйепләү интонацияһы яңғырай. Икенсенән, уның һайлау платформаһы ла, командаһы ла юҡ. Ул Байденды уҡытыусыһы тип иҫәпләй һәм уның бөтөн етешһеҙлектәрен, хаталарын уртаҡлашырға мәжбүр. Үҙенең ҡайһы бер белдереүҙәрендә ул Рәсәй хаҡында дустарса булмаған мөнәсәбәте менән асылды. Сығышы яғынан Көньяҡ Азиянан булған ҡара тәнле был ҡатын Трампты еңгән хәлдә Американың тәүге ҡатын-ҡыҙ президенты булараҡ тарихҡа инеп ҡаласаҡ.
Ә бына Кремль Харрис хаҡында ниндәйҙер баһалама биреүҙән алыҫ тора, сөнки АҠШ-тың вице-президенты булараҡ, уның тарафынан ике ил мөнәсәбәттәренә индергән бер ниндәй ҙә өлөшө һиҙелмәне. Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Николай Патрушев әйтмешләй, Трамп еңәсәкме, әллә Камаламы - Рәсәй өсөн барыбер, сөнки был йүнәлештә беҙҙең мәнфәғәттә әлегә яҡшыға үҙгәреш күренмәй. Ә шулай ҙа, кем белә, президентлыҡҡа дәғүәселәр исемлеге был ике кандидат менән генә сикләнмәй бит, һайлау алды көрәшендә "шахмат фигуралары"ның хәле ҡырҡа үҙгәреп китеүе лә ихтимал. Кем белә...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.24 | Ҡаралған: 89

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru