«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДӘҮЛӘТ ЯҠЛАУЫНДА БУЛЫУ ҒАИЛӘ НИГЕҘЕН ЫШАНЫСЛЫ ИТӘ
+  - 


Сабыйҙың яҡты донъяға килеүе һәр бер ата-әсә, уларҙың туғандары өсөн дә көтөп алынған ҡыуаныслы ваҡиға, шул уҡ ваҡытта был йәһәттән финанс мәсьәләһенең дә мөһим булыуын танырға кәрәк, сөнки ғаиләнең яңы ағзаһының һаулығы һәм именлеге өсөн әсәнең йөклө сағынан уҡ күпмелер күләмдә сығымдар түгеү талап ителә бит. Әлбиттә, был сығымдарҙы өлөшләтә дәүләт ҡаплауы һәм шуның менән ғаиләләргә ҙур ярҙам күрһәтелеүе хаҡында беләбеҙ. "Балалары булған ғаиләләрҙең дәүләт тарафынан һәр кимәлдә ярҙамға һәм күтәрмәләүгә мохтаж булыуы билдәле. Ғаилә йылында беҙ был ярҙамды тағы ла көсәйтә төшәбеҙ", - тип яҙғайны йыл башында үҙенең социаль сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Шуны ла әйтергә кәрәк: Башҡортостанда сабыйы тыуған һәр бер ғаилә, матди хәле һәм балалары күпме булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһе лә дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Шул уҡ ваҡытта уларҙың ҡайһы берҙәре - күп балалы, аҙ тәьмин ителгәне, яңғыҙ әсәләр һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләре өҫтәмә ярҙамға лайыҡ. Яңы тыуған сабый ғаиләһенә ниндәй күләмдә ярҙам төрҙәре күрһәтелеүе хаҡында ентекләберәк ошо мәҡәләлә уҡый алаһығыҙ.

- Берҙәм пособие айлыҡ килеме ғаиләһендәге кеше башына йәшәү минимумының Башҡортостанда билдәләнгән күләменән артмаған ҡатындарға һәм шулай уҡ 0-17 йәшлек балалары булған осраҡта ғаилә килеменең һәр бер ағзаға өлөшө йәшәү минимумынан кәм булғанда. Пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең милек хәле иҫәпкә алына. Пособие ғаиләнең өлкән ағзалары эш хаҡы алһа йәки объектив сәбәптәр менән унан мәхрүм булғанда түләнә.
Пособие күләме бөтәһенә лә бер тигеҙ түгел, ул ғаилә килеменә һәм төбәктәге йәшәү минимумына бәйле.
- 17 йәшкә тиклемге балаларға түләүҙең нигеҙ күләме - 6 670 һум (балалар өсөн тәғәйенләнгән йәшәү минимумының 50 проценты).
- Әгәр ошо күләмдә лә ғаилә килеме минимумдан түбән ҡала икән, бындай ғаиләгә 10 005 һум (һәр балаға йәшәү минимумының 75 проценты) түләнә.
- Был сумма ла етерлек түгел икән, һәр балаға 13 340 һум (балалар өсөн минимумдың 100 проценты) түләнә.
Был түләүҙе алыу өсөн ауырлы ҡатын РФ Социаль фондына йәки йәшәгән урыны буйынса Күп функциялы үҙәккә (МФЦ) мөрәжәғәт итә йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша хәл итә ала.
Бала тыуғандан һуң бер тапҡыр түләнеүсе пособие бөтөн ғаиләләргә лә бирелә. Эшләп йөрөүсе ата-әсәнең береһенә ғариза яҙмайынса ла бала тыуғандан һуң уны теркәү факты буйынса РФ Социаль фонды тарафынан түләнә. Бер ҡайҙа ла эшләмәгән хәлдә Рәсәй Социаль фондының клиент хеҙмәтенә мөрәжәғәт итергә.
Яңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһы ла бөтә ғаиләләргә лә бирелергә тейеш. Йыйылмала сабыйҙы тыштан биләй торған өсмөйөшлө юрған, кофта, күлдәк-ыштан, башлыҡ, янғын хаҡында иҫкәртеү приборы, сумка, одеял, бәйләнгән комбинезон. - Ауырлы һәм бала имеҙеүсе әсәләргә тәғәйенләнгән махсуслаштырылған туҡланыу аҙығы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә ауырлы ҡатын йөклөлөк буйынса иҫәпкә теркәлгәндең киләһе айынан бала тыуғанға тиклем, шулай уҡ бала имеҙеүсе әсәгә сабыйына 6 ай тулғансы бирелә. Бушлай балалар аҙығы шулай уҡ аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләргә бала тыуғандан алып 3 йәшкәсә һәм МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына бирелә.
Балаға йәш ярым тулғансы түләнә торған айлыҡ пособиены бөтөн ғаиләләр ҙә ала. Уның күләме 10 611,33 һумдан алып йәки эшләгән кешеләр өсөн ике йыл алдағы уртаса эш хаҡының 40 проценты күләмендә, ә инде 2024 йылда тәғәйенләнгән осраҡта иң ҙур сумма 49 123,12 һумғаса тәшкил итә. 18 йәшкә тиклем балалары булған аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләр 233,55 һәм унан күберәк аҡса ала.
Ғаилә ипотекаһы 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң тыуған балаһы булған, шулай уҡ инвалид бала ҡараған һәм халыҡ һаны 50 меңгә тиклемге ҡалала йәшәгән ғаиләләргә 6 проценттан да юғары булмаған ставка буйынса бирелә.
Бушлай дарыуҙар 3 йәшкә тиклемге бөтөн балаларға ла, шулай уҡ 6 йәшкә тиклемге күп балалы ғаиләләргә бирелә.
Беренсе балаға Әсәлек капиталы тәүгә тыуған (уллыҡҡа, ҡыҙ итеп алынған) балалы бөтөн ғаиләләргә лә тейеш, уның күләме 630 380,78 һум. 2007 йылдың 1 ғинуарынан тыуған (уллыҡҡа алынған) икенсе, өсөнсө балалы ғаиләләргә 2024 йылда, әгәр ғаилә беренсе балаға Әсәлек капиталы алған осраҡта, 202 643,96 һум тейеш. 2020 йылдың 1 ғинуарына тиклем тыуған беренсе, икенсе (уллыҡҡа алынған) бала өсөн - 630 380,78 һум, ә инде шуға тиклем Әсәлек капиталы алмаған хәлдә - 833 024,74 һум.
- Мәҫәлән, Юлиә менән Альберт Нәғимовтар ғаиләһендә яңыраҡ өсөнсөгә ҡыҙ бала тыуған. "Аҙ тәьмин ителгән ғаилә статусына ҡарамағанлыҡтан, беҙгә берҙәм пособие бирелмәй, ләкин күп балалы ғаилә таныҡлығы алыу беҙгә ҡайһы бер өҫтөнлөктәр бирә, мәҫәлән, театр, музейҙарға ярты хаҡҡа йөрөргә мөмкин. Сабыйым тыуғандан һуң мин бер тапҡыр түләнә торған пособие алдым һәм бала ҡарау буйынса 1,5 йыллыҡ отпускыға сыҡтым. Әсәлек капиталы алдыҡ, уны беҙ балаларҙы уҡытыу өсөн тотонорбоҙ, тип ниәтләйбеҙ",- тип һөйләне беҙгә Юлиә.
Ә бына йәш ғаилә - Шәмсетдиновтар ғаилә ипотекаһы буйынса ике бүлмәле фатирлы булғандар. "Дөрөҫ, ипотека түләү өсөн ғаилә бюджетының күп өлөшө китеп тора, ләкин балаларға пособие иш янына ҡуш булып, файҙаһын бирә. Өҫтәүенә, Әсәлек капиталын файҙаланыу ҙа беҙгә ипотека көсөргәнешен еңеләйтә төшә", - тип һөйләй Шәмсетдиновтар.
- Йыш ҡына граждандарҙан шундай һорау ишетергә тура килә: аҙ тәьмин ителеүсе ғаиләләр кемдәр улар? Ғаиләләге уртаса эш хаҡы уның һәр ағзаһына бүлеп иҫәпләгәндә йәшәү минимумынан артмаған осраҡта был ғаилә аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнә. Башҡортостан буйынса йәшәү минимумы 2024 йылдың 1 ғинуарынан эшкә һәләтлеләр өсөн - 14 991 һум, ә балалар өсөн 13 340 һум тәшкил итә. Кемдәрҙә был йәһәттән һорауҙар тыуа һәм ғаиләгеҙҙең ниндәй дәүләт ярҙамы менән файҙалана алыу хоҡуғы хаҡында ентеклерәк белергә теләһәгеҙ, 8 800 100 00 01 телефоны буйынса шылтырата алаһығыҙ.

Әлфиә ӘҺЛИУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.24 | Ҡаралған: 85

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru