«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘТӘСКӘ ЛӘ ЕҢЕЛ ТҮГЕЛ!
+  - 


Ауылдың йоҡонан уянған ғына мәле. Һикәлтәлә ултырған бала тын ғына урамды күҙәтә. Кисә генә ул олатай-өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Ә бына бөгөн таң менән тороп та ултырған. Нишләп иртә торғандыр инде, белмәйем. Әле бит бик иртә, хатта ауыл өҫтөнә йәйелгән томан да йүнләп таралып өлгөрмәгән. Яңы урында йоҡлай алманы микән был бала? Әллә ҡала тормошонан һуң ауыл тормошо танһыҡ булып китте микән? Бәлки, башҡа берәй сәбәп булғандыр? Кем белһен инде уны хәҙер. Миңә ҡалһа, тубыҡтарын ике ҡулдары менән ҡосаҡлап ултырған бала ауылда ғына була торған тынлыҡ-тыныслыҡтан ниндәйҙер ләззәт, ниндәйҙер көс, ниндәйҙер ял алып ултыра, буғай.
Ошо мәл малайҙы бер аҙ һиҫкәндереп, яйлап ҡына баҫып, һарайҙан Әтәс килеп сыҡты. Үҙ дәрәжәһен төшөрмәй генә тирә-яҡты байҡап алды. Бер килке башын йә тегеләй, йә былай бороп, тирә-йүнде күҙәтеп торҙо. Был тикшереүҙән ул ҡәнәғәт ҡалды, булһа кәрәк. Ысынлап та, кисә һарай мөйөшөнә һөйәлгән һәнәк-көрәк бөгөн дә үҙ урынында. Кисә ерҙә аунап ятҡан тас бөгөн дә шул рәүешле аунап ята. Түмәргә сабылған балта ла шул килеш түмәр өҫтөндә тора. Ярылған утын өйөмө лә шул килеш ята. Эш бүре түгел, урманға ҡасмаҫ, тигән әйтем дөрөҫ икән. Ҡыҫҡаһы, һәр нәмә үҙ урынында, бөтә ерҙә тәртип. Тикшереүҙән ҡәнәғәт ҡалған Әтәс бер килке ауыҙ эсенән ниндәйҙер йырҙы көйләп торҙо ла ҡанаттарын бер-ике һелкеп кенә кәртәләүгә осоп менде. Осоп менде лә өҫтән тағы тирә-йүнгә күҙ һалды. Был тикшереүҙән дә ҡәнәғәт ҡалды. Урамда ла именлек, ауылда ла именлек, тип еңел һулап ҡуйҙы ул, буғай. Шунан Әтәс һайғауҙа тегеләй әйләнеп, былай әйләнеп, тегеләй шылып, былай шылып, үҙенә уңайлы урын әтмәлләп алды. Яйлы урын тапҡас, бер аҙ эстән генә нимәлер әйтеп алды ла, киң күкрәктәрен тултырып, тын алды. Аҙаҡ башын бер аҙ артҡа ташлап, кәүҙәһен мөмкин тиклем алға эйеп, ҡанаттарын бер аҙ йәйә биреп, бар көсөнә һөрәнләп ебәрҙе.
- Ки-кри-күүүүүк!
Һөрәнләп ебәрҙе лә, башын бер яҡҡа бер аҙ ҡайҡайта биреп, тынып ҡалды. Һүҙ ҙә юҡ, һаулыҡ шәп Әтәстең. Тауышы алыҫҡа китте былай. Уның моңло тауышы ауылдың теге осонда ла ишетелгәндер әле. Күп тә үтмәне, яҡындан да, алыҫтан да башҡа әтәстәрҙең тауыштары яңғырай башланы.
- Ки-кри-күүүүүк! Ки-кри-күүүүүк! Ки-кри-күүүүүк!
Былар бер-береһен ошолай сәләмләй икән, тип уйлап ҡуйҙы малай. Беҙҙең Әтәс тағы берҙе ҡысҡырырға самалап, кәүҙәһен аңҡайта биреп торҙо ла, нишләптер кире уйланы. Бөгөнгә етәр, тип әйтте микән эстән генә. Бер аҙ тирә-йүнгә күҙ йүгертеп алғандан һуң һалмаҡ ҡына ергә осоп килеп төштө. Был мәлгә һарайҙан урамға бер-бер артлы унлаған тауыҡ йүгереп килеп сыҡҡайны инде. Улары һәр кеме үҙенсә сутырҙап, нимәлер һөйләп алған була бит әле. Һаулыҡ һорашыуҙары, хәл-әхүәлде белешеүҙәре ошолайыраҡ микән быларҙың, тип уйлап ҡуйҙы малай. Әтәс мәртәбәһен белеп кенә уларҙы тыңланы ла, тауышын бер аҙ күтәрә төшөп, уларға нимәлер һөйләп алды. Аҙаҡ танау эсенән генә ниндәйҙер көйҙө ҡәнәғәт көйләй-көйләй, һарай яғына инеп тә юғалды. Әтәс тауыҡтарға ниндәйҙер эш ҡушты, буғай, тип уйлап ҡуйҙы малай. Бер аҙҙан тауыҡтар ҙа тырым-тыраҡай таралышып бөттө.
Ошо мәл солан ишеген шығырлатып асып, өйҙән олатай килеп сыҡты. Ейәненә күҙ һирпеп алды ла уның менән ике ҡуллап күреште. Еңелсә генә арҡаһынан яратып алды.
- Һаумы, улым. - Тора биргәс, өҫтәп ҡуйҙы: - Иртә тороуың һәйбәт.
Урамға күҙ һалғандан һуң, усын ҡаш өҫтөнә ҡуйып, ауыл яғына ҡарап ҡатып ҡалды. Әллә олатай ҙа әтәс һымаҡ ҡысҡырырға самалай инде, тип уйлап ҡуйҙы малай. Әммә уның өмөтө аҡланманы. Олатайы: "Аллаға шөкөр, ауылда именлек", - тип еңел һулап ҡуйҙы. Шунан һикәлтәнән төшөп, урам эсенә байҡау яһаны. Бөгөн малайҙар утынды ярып бөтөп, лапаҫ аҫтына ташып ҡуйырҙар, тип үҙ алдына һөйләнеп алды. Шунан: "Ҡуй инде уларҙы, балтаны урынына ҡуймағандар, һәнәк-көрәкте йыйыштырмағандар, бөгөн улар менән бер аҙ тәрбиә эше алып барырға тура килер", - тип әйтеп ҡуйҙы. Аҙаҡ юл ыңғайы урамда тәгәрәп ятҡан тасты һарай мөйөшөнә һөйәп, кәртәләү яғына инеп юғалды. Атын ҡарарға китте, тип уйлап ҡуйҙы малай. Күп тә үтмәне, солан ишеге тағы шығырлап асылды. Бер ҡулына күнәк ҡыҫтырып алған өләсәһе икән. Ыңғай ғына төшөп китмәне ул һикәлтәнән. Бер килке һоҡланып ейәненә ҡарап торҙо. Әйтерһең дә, уны тәү тапҡыр күрә. Шунан дөмбөлдәтеп арҡаһынан яратып алды.
- Хәйерле иртә, улым, хәйерле иртә. Өшөмәйеңме? Нишләп йоҡлай бирмәнең? Ҡалай иртә торғанһың. Аҫтыңа берәй нәмә түшәп ултырһаң ней була. Иртәнсәк таҡта һыуыҡ була бит ул. Арҡаңа берәй нәмә һалып ултырһаң да шәп булыр ине. Арҡаңдан һыуыҡ үтеп ҡуймаһын тағы...
Өләсәй был һүҙҙәрҙе һикәлтәнең һәр баҫҡысы һайын әйтә барҙы, буғай. Ергә аяғы тейеү менән: "Ай-әттәгенәһе, һуңлап барам икән дәбаһа, тиҙерәк һыйырҙы һауа һалып, көтөүгә ҡыуыр кәрәк", - тип һөйләнә-һөйләнә һарай яғына йүнәлде. Малай өләсәһенең һыйырға өндәшкән йылы һүҙҙәрен, аҙаҡ күнәк төбөнә сөмбөрләп һуғылған һөт тауыштарын бер килке ләззәтләнеп тыңлап ултырҙы. Өләсәһе һыйыр-башмаҡтарҙы көтөүгә ҡыуған мәлдә ауыл йоҡонан тамам уянды, буғай. Кемдер һыйыр һауа, кемдер һыйыр ҡыуа, ҡайҙалыр һарыҡ-кәзә баҡыра, ҡайҙалыр өйрәк-ҡаҙ ҡаңғылдаша. Ара-тирә көтөүсенең сыбыртҡы шартлатыуы ишетелеп ҡала.
Ошо мәл ейәне эргәһенә олатай килеп сүгәләне. Арҡаһынан еңелсә генә яратып алғандан һуң әйтеп ҡуйҙы.
- Әтәс матур һөрәнләне, ибет, улым...
Улар бер аҙға тын ҡалды. Аҙаҡ олатай һүҙен дауам итте.
- Һуңғы ваҡыт тормош апаруҡ буталып китте, улым. Бөгөн бәғзе тауыҡ Әтәс булып ҡысҡырырға ла тартынмай.
Һайғау өҫтөндә ҡысҡырып (һөрәнләп, тип яҙып булмай ҙа инде) ултырған тауыҡты күҙ алдына килтереп, малай ирекһеҙҙән көлөп ебәрҙе. Ейәненең нимәгә көлгәнен аңлаған олатай үҙ алдына һөйләнде.
- Ситтән ҡараһаң, ысынлап та был хәл көлкө шул...
Аҙаҡ ейәненә ҡарап, һүҙен дауам итте.
- Әтәскә лә абруйлы Әтәс булыуы еңелдән түгел, улым. Тәү мәлдә йәш Әтәс матур итеп һөрәнләй ҙә алмай әле ул. Күп ваҡыт уның зәғиф тауышы үҙенән әллә ни ары китә алмай, ярты юлда өҙөлөп ҡала. Ҡайһы берәүҙәре йә башын артҡа үтә ныҡ ташлап, йә һөрәнләгән мәлдә алға үтә ныҡ иңкәйеп, һайғауҙан ҡолап та китә (Быныһын шыттыра, тип уйлап ҡуйҙы малай. Әллә ысын микән. Улайға китһә, олатай оло башы менән алдашып ултырмайҙыр инде). Шулай яйлап Әтәс матур итеп һөрәнләргә өйрәнеп ала. Әлбиттә, матур итеп һөрәнләү - үҙе бер һөнәр. Әммә матур һөрәнләү менән генә эш бөтмәй бит әле. Эшеңде лә матур итеп алып бара белергә кәрәк. Шунда ғына урамда тәртип була.
Олатай менән ейән бер аҙға тын ҡалды. Әлбиттә, бала кеше оло кеше әйткән һүҙҙәрҙең барыһын да аңлап бөтмәне. Насип итһә, ваҡыты еткәс, аңлар әле. Бөгөн бала күңеленә ниндәйҙер тәрбиә орлоғо һалынды ғына бит әле...

Әғләм ШӘРИПОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.24 | Ҡаралған: 113

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru