«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был аҙнала, 14 майҙа, БР матбуғат һәм мәғлүмәт көнөн байрам итәбеҙ. Совет осоронда ла, унан һуң да ошондай милли ваҡытлы баҫмалар нәшере республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә булды. Әммә бөгөн башҡорт журналистарын борсолдорған, хатта ки хәүефләндергән төп проблема - гәзит-журналдарға яҙылыусы милләттәштәребеҙ йылдан-йыл кәмей бара. Ваҡыт үтеү менән ҡағыҙға баҫылған ваҡытлы матбуғат юҡҡа сыҡмаҫмы һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАРБУЗ
+  - 

Ҡарбуздың дауалау сифаттары ифрат күп. Был татлы емеш бөйөр, йөрәк-ҡан тамыр ауырыуҙарынан, диатездан һәм диабеттан ярҙам итә. Ҡарбуз бөйөрҙәрҙең антитоксик функцияһын тиҙ яҡшырта, шуға күрә ул һары ауырыуы менән ауырыусыларға бик файҙалы. Склероз, подагра, артрит, ревматизм, һимереү менән яфаланғанда ҡарбузды мөмкин тиклем йышыраҡ ҡулланырға кәңәш ителә. Ҡарбуз ҡабығы йыуан эсәк эшмәкәрлеген әүҙемләштерә, балаларҙа һәм өлкәндәрҙә дисбактериозды дауалай.

Йыуан эсәк шешеүе. Киптерелгән ҡарбуз ҡабыҡтарын иҙергә, 2 стакан ҡайнар һыуға 5 ҡалаҡ иҙмә һалырға, ҡапҡас менән ябып, һыуынғансы төнәтергә. Һарҡытырға. Көнөнә 4 тапҡыр 0,5 стакан ҡабул итергә.

Гельминтоз. Духовкала ҡарбуз емештәрен киптерергә, ит турағыстан үткәрергә, һөт менән бутарға. Көн дауамында ҡабул итергә.

Мигрень, баш ауырыуы. Әҙ-әҙ йотомлап, ҡабаланмай, 2 стакан ҡарбуз һутын эсергә. Ә маңлайға ҡалын ҡарбуз ҡабығын бәйләргә. Ауыртыу тиҙ үтә.

Диатез. 0,5 литр һыуға 2 ҡалаҡ иҙелгән ҡарбуз ҡабығын алырға, талғын утта 5 минут ҡайнатырға, 2-3 сәғәт төнәтергә, һарҡытырға, көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда 0,5 стакан эсергә.

Йөрәктең ишемия ауырыуы. Ҡарбуз һутына 2 алма һуты өҫтәргә. Ошо ҡатышманы көҙ миҙгелендә көн һайын ҡабул итергә.

Күп ауырыуҙарҙан дауа булып торһа ла ҡарбуздың кире яҡтары тураһында ла оноторға ярамай. Ҡарбуз менән ағыуланыу осраҡтары күп. Әгәр ҡарбуз йомшағында бер нисә һарғайған урын булһа, уны һис кенә лә ҡулланырға ярамай. Был емеште эс ауырыуҙары булғанда ҡулланыу тыйыла. Тағы ла атеросклероз сирлеләргә ҡарбуз ҡайнатмаһын ҡулланырға ярамай.

Рим ӘХМӘДОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.24 | Ҡаралған: 173

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! Июнь аҙағына тиклем 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында яҙыла алаһығыҙ, хаҡы - 995 һум 76 тин. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru