Рәйсә КҮЗБӘКОВА, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы: Бөгөнгө көндә милли ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре ил етәкселеге кимәлендә ҡат-ҡат йәмәғәтселек иғтибарына еткерелә тора. Шул уҡ ваҡытта милли ҡиммәттәр нигеҙен туған, әсә теле тәшкил итеүен бер генә мәлгә лә оноторға ярамай, сөнки туған телен онотҡан милләт - ул инде теге йәки был милләт булыуҙан туҡтай, тигән һүҙ. Шуға күрә лә бөгөн Рәсәй халыҡтарының һәр береһе алдында әсә телен уҡытыу проблемаһы бер ҡасан да булмағанса киҫкенлеге менән килеп баҫты. Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров был мәсьәләләр менән хәбәрҙарҙыр һәм беҙ был хаҡта ла уның аҡыллы, уйланылған фекерен ишетербеҙ әле, тип өмөт итәбеҙ. Әлегә беҙ, йәмәғәтселек вәкилдәре, уҡытыусылар, ата-әсәләр, йәғни ошо проблеманың уртаһында ҡайнаусы, туған телебеҙ яҙмышына битараф булмаған кешеләр, республикабыҙ етәксеһе иғтибарына ҡайһы бер киҫкен һәм уның ярҙамын көткән мәсьәләләрҙе еткерә торорға бурыслыбыҙ, тигән фекерҙәмен.
Башҡортостанда һуңғы 5 йылда мәктәптәрҙә башҡорт телендә уҡытыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тулыһынса үҙағышына ҡуйылды. Һөҙөмтәлә башҡорт мәктәптәрендә уҡытыу рус теленә күсерелде. Әлеге көнгә тап-таҙа башҡорт ауылдарында ла 5-се кластан алып уҡытыу рус телендә алып барыла, башланғыс кластарҙа ла математика, "Тирә-яҡ мөхит" предметтары рус телендә уҡытыла, хатта йыр, рәсем дәрестәрендә лә башҡорт телендә бер йыр өйрәтелмәгән, башҡорт тематикаһы бөтөнләй ҡулланылмаған мәктәптәр бар.
Дөйөм белем биреү мәктәптәрен оптималләштереү һөҙөмтәһендә 2010 йылдағы 700 башҡорт мәктәбенән бөгөн ни бары 350 тирәһе генә мәктәп ҡалды. Ауылда уҡытыусылар һаны аяуһыҙ ҡыҫҡартылыуға дусар ителде, гөрләп эшләп торған мәктәп түңәрәктәре, оҙайтылған көн төркөмдәре ябылды. Химия, физика, информатика уҡытыусылары эштән сығарылып, улар урынын ошо предметтарҙан әҙерлек курсы үткән тарих, филология, география уҡытыусылары алды. Шулай итеп, ауыл балаларының закон буйынса билдәләнгән сифатлы белем алыуға хоҡуҡтары тупаҫ боҙолоуға юл ҡуйылды.
Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы Законды ғәмәлгә ашырыу буйынса комиссияның эшмәкәрлеге туҡтатылды, улар тарафынан Мәғариф министрлығының дәүләт телдәре һәм БР халыҡтары телдәрен өйрәнеү буйынса эш һөҙөмтәләре бөтөнләй иғтибарға алынмай башланы. БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тарафынан "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында"ғы закондың танымаҫлыҡ хәлгә еткергәнсе үҙгәртелеүе, ҡыҫҡартылыуынан һуң был закон башҡорт телен үҫтереүҙе тәьмин итә алмау ғына түгел, туған телебеҙҙе яҡлар хәлдә лә түгел хатта. Башҡорт балалары туған тел булараҡ башҡорт телен уҡымаһа, башҡа милләт ата-әсәләре балаларының республиканың дәүләт телен өйрәнеүен теләмәһә, уның дәүләт теле булараҡ статусы тағы ла төшәсәк. Быйыл 26 октябрҙә РФ Президенты Владимир Путин Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса фонд булдырыу хаҡында күрһәтмә бирҙе. Хөкүмәткә өс ай эсендә ошо фондты ойоштороу эштәрен тамамларға ҡушылды. Бындай фонд башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса быйыл Башҡортостанда ла булдырылғайны. Шунан сығып, милли телдәрҙе һаҡлауға, уны өйрәнеүгә мөмкинлек булдырыла, тип аңларға кәрәк. Шулай булғас, республика мәктәптәрендә дәүләт теле булараҡ рус теле менән бер рәттән башҡорт телен һаҡлау, үҫтереү һәм уҡытыу мәсьәләләрендә принципиаль ҡаршылыҡтар булырға тейеш түгелдер, тигән фекеребеҙҙе республиканың яңы етәксеһе ишетер, иғтибар йүнәлтер, тип ышанабыҙ.
Минзәлә ФАЗЛЕТДИНОВА, "Румикс" ғилми-етештереү фирмаһы директоры: Мин әле ҡуҙғатырға теләгән, республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Фәрит улы иғтибарына еткерергә теләгән һүҙ, беләм, бик күптәрҙең йөрәген һыҙлата. Һүҙ мәктәптәребеҙ хаҡында. Анығыраҡ итеп әйткәндә, һуңғы йылдарҙа оптималләштереү (йәғни ҡаҙнала күпмелер аҡса ҡалһын өсөн) арҡаһында, ябылып, уҡыусыларын төрлө яҡҡа таратҡан ауыл мәктәптәре тураһында. Һөйөп-һөйөлөп кенә үҫәһе балаларҙы ата-әсә ҡуйынынан, ғаилә йылыһынан һәм тәрбиәһенән йолҡоп, ҡаҙна йорттарына - интернаттарға урынлаштырыуҙың касафаты ни рәүешле буласағын кем бизмәнгә һалып ҡараған? Ундай бизмәндәр юҡ! Республикала аҙаҡҡы тиҫтә йылда ауылдарҙа нисә йөҙләп мәктәп ябылды икән, нисәүһе ябылыу алдына тора? Тыуған ауылым - Әлшәй районы Сурай ауылындағы туғыҙ йыллыҡ мәктәпкә ябылыу хәүефе янағас, фиҙаҡәр уҡытыусылар, балалар һанын еткереү өсөн, күрше ауылдарҙан уҡыусылар йыйып, уларҙы үҙ өйҙәрендә йәшәтеп, мәктәпте һаҡлап алып ҡалды. Мәктәбем яҙмышына мин бер нисек тә битараф ҡала алмайым, тормош иптәшем менән уны замандың шәфҡәтһеҙ елдәренән ҡурсаларға тырышабыҙ, даими ярҙам итәбеҙ. Ауылым балаларын ата-әсәнән айырмайынса уҡытыу өсөн бөгөн бюджетта аҡса юҡ икән, хатта уҡытыусыларға хеҙмәт хаҡын үҙебеҙ түләргә әҙербеҙ. Тик уны шәхси мәктәпкә әйләндерергә берәү ҙә рөхсәт бирмәҫ шул.
Быйыл тағы уҡыусылар һаны етмәгәнлектән, мәктәпте ябыу мәсьәләһе күтәрелеүе ихтимал. Иманым камил: класта бер уҡыусы булғанда ла класс ябылырға тейеш түгел, мәктәптә бер бала ҡалғанда ла уҡыу йорто йәшәргә тейеш! Ниндәй ауыр һуғыш йылдарында ла мәктәптәр һаҡланып ҡалған бит! Ғөмүмән, балаларҙы ғаиләнән тартып алып, ят ҡулдарҙа тәрбиәләү - халҡыбыҙ аҡылына, фиғеленә, тәбиғәтенә яҡын да килмәгән күренеш. Киләсәгебеҙ тамырына балта менән сапҡан ул яман күренеште туҡтатыу кәрәк. Һөйләгәндәр һүҙҙә генә ҡалмаһын өсөн юғары власть органдары, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары тарафынан был турала ниндәйҙер етди документ төҙөлөргә, уға хоҡуҡи төҫ бирелергә, мәктәптәрҙе ябылыуҙан һаҡлаусы закондарҙы сығарыуға өлгәшеү мотлаҡ. Шуны иҫтә тотайыҡ: ауыл - милләтебеҙ бишеге, мәктәп иһә - уның йәне лә, ҡото ла, күңеле лә.
Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллығын байрам иткәндә ҡалған мәктәптәрҙең ябылыуына ла юл ҡуйһаҡ, ниндәй йөҙ, ниндәй намыҫ менән йәшәрбеҙ, йәмәғәт?
Спартак ИЛЬЯСОВ, яҙыусы, тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе: Беренсенән, һүҙҙе шунан башларға теләйем: миңә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тигәндә "ваҡытлыса" тигән һүҙ оҡшап етмәй. Аңлашыла ки, әле һайланмаһа ла, беҙҙең Башлыҡты ла, башҡа төбәктәр губернаторҙарын да РФ Президенты ышаныс күрһәтеп тәғәйенләп ҡуйҙы, шулай булғас, "вазифаһын башҡарыусы" тип кенә әйтергә булмаймы икән, юғиһә "ваҡытлыса" тигәне күңелде борсоуға һалғандай. Уның ҡарауы, халыҡ мәнфәғәтендә башланып торған яҡшы эштәр "ваҡытлыса" булмаҫ, тип ышанайыҡ. Әлбиттә, Радий Фәрит улына яҡшы "мираҫ" ҡалды тип әйтә алмайым, шулай ҙа беҙ, Башҡортостан халҡы, үҙ тормошобоҙҙо яҡшы яҡҡа үҙгәртеү йүнәлешендә яңы етәксебеҙгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итеп, гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәргә тырышырбыҙ. Радий Хәбировтың үҙ вазифаһын башҡара башлағас та халыҡ араһына, ауыл райондарына сығып, кешеләр менән аралашыуы, уларҙың тормош-көнкүрештәре менән ҡыҙыҡһыныуы бик оҡшаны, афарин. Етәксенең эшлеклелек сифаттары тап шунда күренә лә. Баймаҡ районы Темәс ауылындағы хәлдәрҙе үҙ күҙҙәре менән барып күреүе лә бик яҡшы булды. Ундағы хәлдәргә беҙ аптыраһаҡ та, шундай уҡ хәлдәге урындар, "ташландыҡ", төпкөл ауылдар үҙебеҙҙә - Учалы районында ла бар. Шул уҡ ата-әсәләр, халыҡ менән кәңәшләшмәйенсә ябып ҡуйылған мәктәптәр, газһыҙлыҡтан, юлһыҙлыҡтан ыҙа сигеүҙәр... Учалы ерҙәренән күпме аҫыл таштар, алтын сығарылалыр - мин белмәйем, ләкин шундайын да бай ресурстарға эйә булған төбәктең бәләкәй ауылдары хәйерсе хәлендә йәшәүен аңым менән ҡабул итә алмайым. Күптән инде сит-ят халыҡтар беҙҙең яҡҡа ла килеп сыҡҡан, йәшерен рәүештә алтын эҙләп, ҡом йыуып яталар, имеш, тигән хәбәрҙәр ишетелә. Ә бөтә халыҡ күреп-белеп торғаны шул: арендаторҙар ҡеүәтле КАМАЗ-дарға шыплап тейәлгән шалҡандай ағастарыбыҙҙы ауыл эргәһенән көн-төн ситкә ташый - юлдарыбыҙҙы боҙоп юҡҡа сығара, ләкин килтерелгән зыян өсөн бер тин дә түләнмәй. Учалыла ағас запасы етерлек, тик бына урындағы халыҡ йорт һалып инеү өсөн ағас ала алмай йонсой. Ағас лимит буйынса ғына бүленә, уны алыу өсөн сират ҙур. Республика Башлығы Учалы яҡтарына ла иғтибар йүнәлтеп, ошо мәсьәләләр тейешле органдар тарафынан тикшерелер һәм контролгә алыныр, тигән өмөттәбеҙ. Шуныһы һәйбәт: Баймаҡ, Белорет, Дыуан райондарында тәбиғи байлыҡтарҙы законһыҙ рәүештә файҙаланыуҙың ҡырағайҙарса осраҡтарынан сығып, Радий Фәрит улы был йәһәттән ғәмәлдәге законды кисекмәҫтән ҡәтғиләштереү тураһында күрһәтмә бирҙе һәм мәсьәләне контролгә алды: "Ошо өс тема: таш, урмандар һәм ҡыр йәнлектәре буйынса беҙ даими шөғөлләнәсәкбеҙ", - тине ул. Үҙгәрештәр оҙаҡ көттөрмәҫ, моғайын.
Йәмних ҠАШҠАРОВ, хеҙмәт ветераны, Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылы: Бөгөн ил буйынса ғына түгел, донъя кимәлендә сүплек полигондары мәсьәләһе бик киҫкен тора. Ләкин бына шул глобаль проблемаға һәр кем үҙенән, үҙенең йәшәгән еренән, урындағы мәнфәғәттәрҙән сығып ҡарарға тейеш, тип уйлайым. Сүплектәргә һыймай башлаған сүп-сар, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары, ошо арҡала экологияға килтерелгән зыян, сүп-сарҙы сорттарға айырыу, эшкәртеү мәсьәләләре... Ошоларҙың һәр береһе оло проблемаға әүерелде бөгөн. Шуға күрә республикабыҙҙың яңы етәксеһенә мин дә тәҡдим-теләктәрем менән мөрәжәғәт итергә булдым. Илебеҙ киң, тәбиғи байлыҡтарыбыҙ мул. Байлыҡ күп осраҡта ер аҫтында. Ерҙе аҡтарабыҙ, байлыҡтың кәрәк өлөшөн алабыҙ, файҙаланабыҙ һәм ҡалдыҡтарын Ер өҫтөнә ташлай бирәбеҙ. Бына шул ҡалдыҡтар менән еребеҙ тарығая, бысрана бара. Миңә, ауыл кешеһенә, эш, йомош-юл менән ҡырҙа булырға тура килә. Нәмә генә, ҡайҙа ғына ташланмай: тотонолған һауыт-һаба, кейем, йорт йыһаздары, баҡса-хужалыҡ эштәре ҡалдыҡтары һәм тиреҫ. Эйе, "свалка" исемле урын махсус бүленгән. Әммә уның да майҙаны ҙурая бара. Яндырабыҙ, кәңәш итеүҙәренсә, ергә лә күмеп ҡарайбыҙ. Әммә яғып, һауаны бысратабыҙ. Хәҙерге химик юл менән етештерелгән тауарҙарҙың зыянын улар ҡулланыуҙан сыҡҡандан һуң яндырып та юҡ итеп булмай, киреһенсә, янған ваҡытта уларҙан канцероген матдәләр бүленеп сыға. Улар озон ҡатламына тиклем күтәрелеп, зарарлы берләшмәләр барлыҡҡа килтерә һәм тупраҡ, һыу, һауабыҙҙы бысратып, ҡар, ямғыр аша кире ергә төшә, ундағы микроорганизмдарҙы юҡҡа сығара, үҫемлектәрҙе ағыулай, кеше һәм хайуандарға тәьҫир итә. Былар тәбиғәттең үҙ-ара бәйләнеше, әйләнеше. Илдәр быны аңлай, тәбиғәтте һаҡларға ынтыла. Элек беҙҙә лә ҡалдыҡтарҙың ҡәҙере бар ине. Улар йыйыла, һатып алына ине. Мәҫәлән, ярты литр күләмле шешәне тапшырып, ауырлығы 960 г (бөгөн 520 г) булған бер буханка икмәк, 4 ҡап шырпы алыр инек. Сепрәк-сапраҡ, быялаһын, йөн-ҡауырһын, тиреһен, хатта һөйәккә тиклем йыйыр булдылар. Бөгөн уларға иғтибар итеүсе юҡ. Ошо беҙҙең вайымһыҙлыҡ Еребеҙҙе тарайта, бысрата. Шуғалыр ҙа Хөкүмәт ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары (ТКО) тураһында 2014 йылдың 29 декабрендә махсус Закон да ҡабул итте, ниһайәт. Закон нигеҙен, асылын аңлатып матбуғат күп мәғлүмәт бирә. Әммә ул аҡса йыйыуға ғына ҡағылған һымаҡ.
Ауыл халҡы мал тота, баҡсаһы бар. Уларҙың сүп-сары баҡсанан ары китмәҫкә тейеш, йәнәһе. 5-6 (унан да күберәк) һыйыр малы тотҡандар бар. Улар үҙҙәре тиҙәккә күмелһенме? Ә сыбыҡ-сабыҡ, ағас ҡалдыҡтары? Хәйер, ул ҡалдыҡтар ҡала халҡында ла бар. Күптәре "6 сотый" тота. Бына шул көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеүселәр булһын ине. Ул, эшсе булараҡ, ҡалдыҡтарҙы туплар, серейәсәк ағас, мал тиҙәген һөрөнтө ергә сығарыр, тәртип һәм таҙалыҡ өсөн яуаплы ла булыр ине. Ҡыҫҡаһы, сүп-сар, ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса ғына түгел, йәшәгән еребеҙҙе таҙалыҡта, төҙөклөктә тотоу бурысын да контролгә алһын һәм уны закон нигеҙендә талап итһен ине ауыл хакимиәттәре. Ә ауыл хакимиәттәрен эшкә ҡушыу юғары власть органдары ҡулынан ғына киләлер, тип уйлайым.
Нурия ҠУНЫСБАЕВА, Ейәнсура районының "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе: Тарихтан билдәле булыуынса, донъяла бик күп милләттәр юҡҡа сыҡҡан. Был юғалыу әхлаҡһыҙлыҡтан, маңҡортлоҡтан һәм ил, милләт өсөн яуаплы булған хужаларҙың киләсәккә ҡарата битарафлығынан башланған. Милләтебеҙҙе бөгөн ҙур афәт - эскелек ялмап алып бара. Енәйәттәр, үҙ-үҙеңә ҡул һалыу, ата-әсәһе тере булып та етем ҡалған балалар - барыһы ла ошонан башлана. Беҙ, ағинәйҙәр, милләтебеҙ үҙ тамырҙарынан ситләшмәһен, эскелек кеүек яман ғәҙәттәргә бирелмәһен тип оран һалабыҙ, ауылдарҙа сәләмәт мөхит һаҡларға тырышабыҙ. Айыҡлыҡ өсөн көрәш юлында күпмелер дәрәжәлә тәжрибә туплағанбыҙ. Эскелеккә, насар ғәҙәттәргә ҡаршы өндәгән лекциялар менән сығыш яһайбыҙ, был насар юлға төшкән ғаиләләр менән эшләйбеҙ, спиртлы эсемлек һатҡандарҙы билдәләйбеҙ, иҫкәртеү сараларын күрәбеҙ. Ләкин был ғына аҙ. Эскелек менән көрәшкә бар йәмәғәтселек менән күтәрелергә кәрәк. Был дәүләт кимәлендә хәл ителергә тейеш. Был яуызлыҡҡа ҡаршы ил, хөкүмәт тарафынан аныҡ саралар күрелергә, фармандар сығырға һәм үтәлергә тейеш. Ошо юҫыҡта ла республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировҡа өмөтөбөҙ ҙур. Был яуаплы эшкә әле яңы ғына килеү менән ғәзиз Башҡортостаныбыҙ киләсәген хәстәрләп, ҡайһы бер мөһим эштәрҙе башланы ла инде. Айыҡлыҡ сараларына ла етди иғтибар бирелһен ине уның тарафынан. Мәҫәлән, бер нисә йыл рәттән үткәрелгән "Айыҡ ауыл" республика конкурсына ҙур өмөт бағлағайныҡ. Уның беҙҙе һөйөндөргән һөҙөмтәләре лә булды, айыҡлыҡҡа юл һалынды. Һәр хәлдә, кешеләр аңына "Эскелек хурлыҡ ҡына түгел, ул күрәләтә үҙ ғүмереңде ҡыйыу, йәш быуындың тамырына балта менән сабыу", тигән хәҡиҡәт һеңдерелә башлағайны. Тик был матур башланғыс Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан яҡлау тапманы, күтәреп алынманы. Яңы республика етәксеһе ошо "Айыҡ ауыл" конкурсы һымаҡ сараларҙы хуплаһа, Башҡортостаныбыҙ, халҡыбыҙ киләсәге өсөн эшләнгән ҙур бер аҙым булыр ине. Сөнки эскелек әле оло яуызлыҡ булараҡ йәшәүен дауам итә. "Халҡыңды күтәреп, һин үҙеңде лә күтәрәһең", тигән хәҡиҡәт йәшәй. Радий Хәбиров халыҡ тауышын ишетер, ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар аҡылына ҡолаҡ һалыр, тип ышанабыҙ.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА