Февраль революцияһынан һуң, Рәсәй армияһында 1917 йылда тарҡалыш процестары башлана, күп кенә частарҙа һалдаттар һәм матростар командирҙарын ҡыуып ебәрәләр, туҡмайҙар, хатта юғары чиндағыларын атып үлтереү осраҡтары була. 1917 йылдың яҙында Бәләбәйҙә лә һалдаттар араһында дисциплина насарая, шуға күрә генерал Ишбулатовҡа Бәләбәй гарнизоны һалдаттары менән дә командалыҡ итеү бурысы йөкмәтелә. Әммә бында алдан һис бер көтөлмәгән хәл килеп тыуа. 5 майҙа Бәләбәй властары шарап һәм араҡы складтарында бик ҙур күләмдә тупланған алкоголле эсемлектәрҙе утилләштерергә була, сөнки башҡа ҡалаларҙа һалдат һәм матростарҙың ошондай складтарға һөжүм итеү осраҡтары күҙәтелә. Әммә власть әһелдәре үтә вайымһыҙ һәм һаҡһыҙ эш итә: шарап-араҡы тултырылған мискәләрҙе урамға алып сығып, халыҡтың күҙ алдында юл буйына түгә башлайҙар. Ошо хаҡтағы хәбәр йәшен тиҙлегендә бар ҡалаға тарала.
Бәләбәй гарнизоны һалдаттары ла, казармаларынан сығып, урам буйлап аҡҡан шарап шишмәләренән ауыҙ итә тәүҙә. Шунан инде араҡы шауҡымынан ҡыҙып алған ҡораллы һалдаттар, һаҡсыларҙы ҡыуып ебәреп, шарап складтарына бәреп инә, ҡалала вакханалия башлана. Урамдар буйлап һибелгән иҫерек һалдаттар лавкаларҙы емерә, ҡала кешеләрен туҡмай, талай. Әлбиттә, шарап запастары бөтөүгә, һалдаттар бер ни тиклем тыныслана бирә, әммә улар ҡылған законһыҙ ғәмәлдәре өсөн бер ниндәй яуаплылыҡҡа тарттырылмай. Һалдаттар бөтөнләйгә контролдән сыға. Шундай аяныслы хәлдә лә Хаджи-Әхмәт Ишбулатов үҙенең полкы һәм Бәләбәй гарнизоны командиры вазифаһын ташлап китмәй: күрәһең, һалдат массалары араһында генералдың абруйы ҙур була, уға ҡул менән дә, һүҙ менән дә янаусылар булмай. Һуңынаныраҡ генерал 1-се мосолман бригадаһын ойоштороу маҡсатында Ҡаҙанға саҡырыла, әммә был эш уңышһыҙ тамамлана, сөнки Ваҡытлы Хөкүмәт мосолман хәрби частарын төҙөүгә ҡаршы була.
Октябрь аҙаҡтарында Рәсәйҙә власҡа большевиктар килә, элекке батша армияһы частары таратыла. Бәләбәйҙәге 152-се запас пехота полкы һалдаттарына ла өйҙәренә ҡайтып китергә рөхсәт ителә, уның командиры Х.-Ә. Ишбулатов тыуған ауылы Өйҙөрәкбашҡа юллана.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында, бөтөн Рәсәйҙе солғап алған Граждандар һуғышы шарттарында, беренсе Башҡорт республикаһының яҙмышы хәл ителгән осорҙа, генерал Ишбулатов та ошо сәйәси ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмай. Ә.-З. Вәлиди һәм уның арҡаҙаштары тарафынан ойошторолған Башҡорт хөкүмәте ағзалары, 1918 йылдың апрелендә Ырымбур төрмәһенән азат ителгәс, адмирал Колчак армияһы командованиеһы менән бәйләнешкә инеп, Силәбелә айырым башҡорт ғәскәрен төҙөү пландарын ғәмәлгә ашыра башлай.
Ә.-З. Вәлиди етәкләгән Башҡорт хәрби шураһы 1918 йылдың июнендә Башҡорт хөкүмәте исеменән милли ғәскәр составына мобилизация иғлан итә. Башҡорт ғәскәре штабы 12 мең һалдаттан торған ике пехота дивизияһы һәм бер атлы бригада төҙөргә ниәт итә. Йәй аҙаҡтарына 5 пехота полкы, 2 атлы полк һәм унлаған хәрби милиция отрядтары барлыҡҡа килә. Улар, Екатеринбург фронтында барған һуғыштарҙа ҡатнашып, юғары баһаға лайыҡ булһа ла, Колчак ғәскәре етәкселеге уларҙы үҙ ҡарамағында ғына тоторға тырыша, берҙәм башҡорт армияһын булдырыуҙы хупламай. Ә.-З. Вәлиди бер үҙәктән идара ителгән берҙәм Башҡорт ғәскәри корпусын төҙөү ниәтенән ваз кисмәй, 1918 йылдың авгусында аҡтарҙың монархик ҡарашлы Себер хөкүмәтен өнәп бөтмәгән Комуч етәкселәре (Һамар ҡалаһында) менән килешеүгә өлгәшә, һәм 7 сентябрҙә ике пехота дивизияһы һәм 1-се атлы полк нигеҙендә Айырым Башҡорт корпусы хасил була. Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Ә.-З. Вәлидов үҙенең арҡаҙаштары алдында ғәскәри командирҙар вазифаһына хәрби тәжрибәһе булған мосолман офицерҙарын йәлеп итеү бурысын ҡуя.
Генерал Х.-Ә. Ишбулатов, 10 июлдә үк Башҡорт хәрби шураһы тарафынан башҡорт дивизияһы командиры вазифаһына тәғәйенләү өсөн Силәбе ҡалаһына килергә саҡырыу алһа ла, уны ҡабул итмәй. Ул тәүге осорҙа айырым башҡорт ғәскәрен булдырыу идеяһына ышанып етмәй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, Ә.-З. Вәлиди Өйҙөрәкбашҡа, генерал Ишбулатов менән осрашып һөйләшеү ниәте менән, билдәле шағир, үҙенең тоғро арҡаҙашы Шәйехзада Бабичты ебәрә. Шағир менән генерал электән үк таныш булалар. Һөҙөмтәлә 1918 йылың 7 сентябрендә Х.-Ә. Ишбулатов Ырымбурға килеп етә, ул Айырым Башҡорт корпусы командиры вазифаһында хәрби хеҙмәтен дауам итергә ризалыҡ бирә. Генералға ғәскәр менән идара итеү өсөн ярҙамға бер нисә рус офицеры ла йәлеп ителә. Ул, тиҙ арала башҡорт полктарының хәрби әҙерлеген тикшереп, уларға яҡшы баһа бирә. Сентябрь аҙаҡтарында - октябрь баштарында башҡорт полктарының ҡаһарманлығы Орск ҡалаһы эргәһендәге алыштарҙа командование тарафынан юғары баһаға лайыҡ була. 17 октябрҙә генерал-лейтенант званиеһы бирелгән комкор Ишбулатов башҡорт яугирҙарына ошолай мөрәжәғәт итә: "Башкурдистандың дан ҡаҙанған воиндары! Хәрби эштәрегеҙҙең ҡыҫҡа ғына бер осоронда һеҙ үҙегеҙҙең азаматлығығыҙ һәм ныҡ тороуығыҙ менән хөрмәт үә маҡтауға лайыҡ булдығыҙ. Һеҙгә өлгәшелгән уңыштарығыҙ өсөн ысын йөрәктән рәхмәт белдерәм, һеҙҙең башлығығыҙ булыуым менән ғорурланам".
Генерал айырым башҡорт полктарын бер территорияға туплау маҡсатын ҡуя, ҡыҙылдарға ҡаршы фронтта төрлө йүнәлештәрҙә хәрәкәт иткән иң яҡшы башҡорт ғәскәрҙәренең тиҙ арала һәм аҫтыртын рәүештә юҡ ителеү хәүефе хаҡында Әхмәтзәки Вәлидовҡа ла тураһын әйтә. Ысынлап та, үҙен Рәсәйҙең Юғары хакимы итеп иғлан иткән адмирал Колчак армияһының Юғары Баш командованиеһы штабы 1918 йылдың 17 октябрендә Башҡорт корпусын таратыу хаҡында бойороҡ бирә. Башҡорт ғәскәре башлыҡтарының ризаһыҙлығы бер нисек тә иҫәпкә алынмай. Өфө ҡалаһында большевиктар власына ҡаршы көрәшкән көстәр тарафынан ойошторолған Ваҡытлы хөкүмәт - Директория ла ошо ҡарарҙы хуплап сыға. Башҡорт ғәскәренән Колчак командирҙарына буйһоноулы бер генә дивизия ҡалдырылыу ҡарала.
Һамар Комучының ҡайһы бер ағзалары ҡатнашлығында Ырымбурҙа Колчакҡа ҡаршы ҡораллы ихтилал да планлаштырыла, әммә был план хаҡында ҡаршы яҡҡа ла хәбәр итеп өлгөрәләр, һөҙөмтәлә Ырымбурҙағы аҙ һанлы башҡорт яугирҙары ҡаланы ҡалдырып китергә мәжбүр була. Ошо арала генерал Ишбулатов, Вәлидовтың бойороғона ярашлы, барса башҡорт полктарын Ырымбур һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары араһындағы киң арауыҡта туплауға өлгәшә. Башҡорт ғәскәре Колчак командованиеһына буйһоноуҙан баш тарта. Генерал-лейтенант Х.-Ә. Ишбулатов декабрь урталарына тиклем формаль рәүештә Башҡорт дивизияһы начальнигы вазифаһында ҡала, һуңынан Башҡорт ғәскәри идаралығы ҡарамағына күсерелә. Шулай итеп, Башҡорт милли частары Колчак армияһы составында тарҡалыуҙан ҡотолоп, йәш Башҡорт автономияһының хәл иткес көсөнә әүерелә.
Башҡорт ғәскәре 1919 йылдың февралендә ҡыҙылдар яғына сыға. 20 мартта Үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте араһындағы Килешеү нигеҙендә Башҡорт Совет автономияһы иғлан ителгәндән һуң да генерал Х.-Ә. Ишбулатов эшмәкәрлеген дауам итә, ул Башхәрбиревкомдың хәрби комиссары Ә.-З. Вәлидовтың хәрби эштәр буйынса ярҙамсыһы вазифаһында эшләй. Ул, сирләп китеп, 1921 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында 70 йәшендә вафат була.
Уның балаларының яҙмышы ла илдә булып уҙған ваҡиғалар менән бермә-бер бәйле була. Оло улы Сәйетгәрәй Өфө янындағы Мотор заводында (хәҙерге УМПО) эшләй, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, "Ҡыҙыл Йондоҙ" ордены, хәрби миҙалдар менән бүләкләнә. Генералдың икенсе улы Рөстәм, атаһы кеүек үк, хәрби карьера юлын һайлай, 1928 йылда хәрби-диңгеҙ училищеһын тамамлай. Өсөнсө рангылағы капитан званиеһында Ҡара диңгеҙ флотында һыу аҫты кәмәләре дивизионы командиры вазифаһын биләй. Әммә 1937 йылда "хәрби-фашистик заговор"ҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, хәрби трибунал ҡарары менән 1938 йылда үлем язаһына хөкөм ителә. 1967 йылда СССР Юғары Судының Хәрби коллегияһы ҡарары менән реабилитациялана. Генералдың Миәссәр исемле ҡыҙы Мәскәүҙә медицина институтының 2 курсын тамамлағас, Ҡырымға китә, һуңынан Башҡортостанға ҡайтып йәшәй, тормошҡа сығып, өс бала әсәһе була.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ.
(Тарих фәндәре кандидаты Рөстәм Таймасов материалдары нигеҙендә әҙерләнде.
Аҙағы. Башы 13-сө һанда).
КИРЕ СЫҒЫРҒА