Донъяның ҡайһы тарафында йәшәһәң дә, туған телең һәм тамырҙарыңды онотмау - һәр кемдең изге бурысылыр. Ә был маҡсатҡа нисек тоғро ҡалырға? М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, Мәскәү ҡалаһындағы балалар һәм атай-әсәйҙәр өсөн башҡорт теле дәрестәрен ойоштороусы яҡташыбыҙ Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы ӘХМӘҘУЛЛИНА менән әңгәмәләшкәндә тап ошо һорауға яуап эҙләнек.
Мәскәүҙә балалар һәм өлкәндәр өсөн башҡорт теленән белем бирә башлауығыҙға байтаҡ ҡына ваҡыт үткән, был эшкә тотонорға нимә этәрҙе?
- Эйе, беҙ илебеҙ баш ҡалаһында йәшәгән милләттәштәребеҙ һәм уларҙың балалары өсөн туған тел дәрестәрен Мәскәү башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә 2017 йылда башлап ойошторҙоҡ. Ошо йылдар эсендә ябай түңәрәктән "Башҡорт этномәҙәни клубы"на әүерелдек һәм туған тел дәрестәренән тыш, башҡорт мәҙәни донъяһына бәйле башҡа төрлө курстар ҙа ойошторабыҙ. Ә иң мөһиме, ситтә йәшәгән һәм мохтажлыҡ кисергән яҡташтарыбыҙ өсөн башҡорт мөхите булып торабыҙ. Был үҙ мохтажлығыбыҙҙан тыуған проект, сөнки балаларыбыҙ Мәскәүҙә тыуҙы һәм 3 йәшкә тиклем ғаиләлә башҡортса ғына аралашып үҫтеләр. Ә артабан эҙләп ҡарап та, уларға кәрәкле ошо мөхитте тапмағас, тоттоҡ та уны үҙебеҙ ойошторорға булдыҡ: дәрестәр үткәрергә урын таптыҡ, таныш башҡорт атай-әсәйҙәренә мөрәжәғәт итеп, тәүге уҡыусыларыбыҙҙы йыйҙыҡ.
Әлбиттә, беренсе йылда башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр һаны самалы ине, әммә бөгөн зарланмайбыҙ: төркөмдәрҙә йәмғеһе 40-ҡа яҡын бала шөғөлләнә, өлкәндәр ҙә теләп килә. Балаларҙы мәктәпкә тиклемге һәм мәктәп йәшендәге төркөмдәргә бүлгәнбеҙ, тағы ла онлайн рәүештә өйрәнеүселәр бар. Һуңғыһында Мәскәү генә түгел, Санкт-Петербург, Ярославль һәм башҡа ҡалаларҙан да шөғөлләнеүселәр бар. Дәрестәрҙе ата-әсәләр өсөн дә уңайлы ваҡытҡа ҡуйырға тырышабыҙ һәм шуға күптәр ғаиләләре менән йөрөүҙе хуп күрә. Мәҫәлән, атай-әсәй өлкәндәр төркөмөнә, балалары кескәйҙәр һәм мәктәп йәшендәгеләр төркөмөнә бер үк ваҡытҡа уҡырға килә ала. Уларға белемде биш профессиональ педагог бирә.
Тағы шуны ла телгә алып үтергә кәрәк: былтыр ирем Салауат Әхмәҙуллин өлкәндәргә иҫке төрки теле серҙәрен дә асты. Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, заманса форматта үткәрергә һәм балаларҙы башҡорт теленә генә түгел, мәҙәниәткә, тарихҡа һәм мөхиткә ылыҡтырырға тырышабыҙ. Улар бейеү, йыр, һүрәт төшөрөү, ҡумыҙҙа һәм ҡурайҙа уйнау оҫталығын үҙләштерә, башҡорт халыҡ уйындарын уйнай, башҡортса кино ҡарай. Өлкәндәргә милли тематикаға ҡағылмаған, әммә бик тә мөһим арт-терапия, психолог менән осрашыу, флористика буйынса ҡыҫҡа курстар ҙа ойошторабыҙ.
Ике йыл рәттән Башҡортостан Башлығының грантын оттоҡ һәм быйыл шул аҡсаға "Ҡомартҡы" конкурс-фестивален үткәрҙек. Конкурсҡа бейеү, халыҡ йыры, сәхнәләштереү, милли уйын ҡоралдарында уйнау, ауыҙ-тел ижады һәм һүрәт төшөрөү буйынса номинацияларҙа эштәр килде. Мәскәүҙә генә түгел, Башҡортостанда һәм илдең башҡа төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәр ҙә бик әүҙем ҡатнашты. Сараны ҙур тантаналы концерт менән тамамлап ҡуйҙыҡ.
Башҡорт теле буйынса дәреслектәр, кәрәкле материалдар мәсьәләһен әленән-әле күтәреп сығалар, ә өҫтәмә белем биреү өлкәһендә уны нисек хәл итәһегеҙ?
- Беҙҙә эшләгән уҡытыусылар барыһы ла тейешле белемле һәм тәжрибәле, улар бер беҙҙә генә уҡытмай һәм яңы форматтар менән яҡшы таныштар. Шуға, үҙебеҙ кәрәк тип һанағанса уҡытабыҙ. Дәрестәргә телде төрлө кимәлдә белгән, төрлө йәштәге кешеләр килә. Бер үк төркөмдә теле башҡортса асылғаны ла, туған телен бөтөнләй аңламаған, һөйләшмәгән, белмәгән бала ла ултырырға мөмкин. Ләкин уларҙы бер үк темпта өйрәтергә кәрәк. Шуға, уртаҡлыҡтар табырға тырышабыҙ. Оксфорд-Кембридж белем биреү системаһы, Монтессори системалары элементтарын ҡулланабыҙ, төрлө методтар һәм форматтар - барыһы ла телде теләп өйрәнһендәр өсөн эшләнелә. Мәҫәлән, "йәбешә - йәбешмәй" тигән ҡылым темаһын алайыҡ. Бала хәтерендә ҡалдырһын өсөн шунда уҡ ошо хәрәкәтте яһап күрһәтергә була: магнит торбаға йәбешә, тимәк, торба тимерҙән эшләнә һәм дәрестә тимерҙе эҙләтеп тә алаһың. Йырҙарҙы ла күп өйрәтәбеҙ, сөнки кеше бөтә һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлап етмәһә лә, өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнә. Уйындарҙы тик башҡортса ғына уйнайбыҙ һәм унда ҡатнашырға теләгән бала ниндәйҙер кәрәкле һүҙҙәрҙе белергә тейеш.
2019 йылда беҙҙең методиканы аңлатыусы китабым донъя күрҙе: унда теория һәм 20 дәрес өлгөһө бирелгән. Был китаптың эш дәфтәре лә бар. Әсбаптар Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ярҙамында бөтә Рәсәй буйлап таратылды. Әле бына яңы китапты нәшергә әҙерләнек, ул уйындар һәм күнегеүҙәрҙән торған сағыу ҡулланма буласаҡ.
Үҙегеҙҙең шәхси тәжрибәнән сығып, сит мөхиттә балаға туған телен өйрәтеп үҫтереү серҙәрен асһағыҙ ине.
- Күптән түгел әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр осрашыуы үткәргәйнем, шунда күптәре "Урамда, кеше араһында нисек туған телегеҙҙә һөйләшәһегеҙ?" тигәнерәк һорау бирәләр. Мәскәүҙә был йәһәттән бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ һиҙгәнебеҙ юҡ, урамда булһынмы, башҡа ерҙәме - башҡортса һөйләшеп йөрөйбөҙ. Үҙ-ара тартынмай башҡортса аралашабыҙ, әлбиттә, башҡа берәй милләт кешеһе килеп ҡушылһа, бер-беребеҙҙе аңлар өсөн уртаҡ телгә күсәбеҙ. Балаларҙың аңында башҡортса һөйләшеү ниндәйҙер кәмселек билдәһе, тигән ялған фекер юҡ. Улар ауыҙ тултырып матур итеп башҡортса аралаша, кеше араһында ла ҡысҡырып "әсәй-атай" тип өндәшергә, ниҙер һорарға мөмкиндәр. Тартынып тормайҙар, туған телдәренән оялмайҙар. Быға, бәлки, Мәскәүҙә төрлө милләт вәкилдәренең күп булыуы һәм һәр ҡайһыһы үҙ телендә һөйләшеп йөрөүен күреү ҙә булышлыҡ итәлер. Әммә иң мөһиме, балаларҙың теле башҡортса асылды. Улыбыҙ хатта 3 йәшенә тиклем русса аңлаһа ла һөйләшмәне, мин уға тәржемәсе булып йөрөй инем. Һуңынан 1-2 ай эсендә рус телен үҙләштерҙе лә алды. Ә бына ҡыҙыбыҙ 2 йәшенән үк ике телде лә белеп үҫте, әле ябай балалар баҡсаһына йөрөһә лә, башҡортсаны "тоҙларға" ирек бирмәйбеҙ - өйҙә тик туған телдә генә аралашабыҙ, был мотлаҡ шарт. Әлбиттә, балалар тик өйҙә генә, ата-әсәһе менән генә аралашып тора алмай. Уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙары күп, уларға дуҫтар, туғандар ҙа кәрәк, олатай-өләсәһе менән дә һөйләшеп торалар, бынан тыш та ниндәйҙер мөхит, аралашыу түңәрәге кәрәк. Был осраҡта беҙҙең "Башҡорт этномәҙәни клубы" оло ярҙам.
Дөрөҫөн әйткәндә, баланы һөйләшергә өйрәтә башларҙан да алда туған телгә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар тыуып торор, ҡала мөхитендә бит аралашыу ҙа, йәнһүрәттәр һәм башҡаһы ла етмәй. Ләкин телде өҫтөн ҡуйһаң, берәй һайлау алдында торғанда баланың теле өсөн яҡшыраҡты һайлайһың, ҡалғанын шымартып үткәреп ебәрәһең. Ҡайһы берҙә атай-әсәйҙәр "Балабыҙ беҙҙең менән башҡортса һөйләшмәй ҙә ҡуя, башҡортса һораһаң да русса яуап бирә", тиҙәр. Ә беҙгә дәрескә йөрөгән балалар минең менән тик башҡортса ғына аралаша, хатта яңы ғына өйрәнә башлағаны ла. Сөнки улар мине башҡорт теле менән бәйләй. Шуға был ассоциация алымын да ҡулланырға мөмкин: кем берәү менән башҡорт теле араһында ассоциация булһа, бала телен вата-емерә, иҫенә төшөрә-төшөрә башҡортса һөйләшәсәк.
Тағы ла бер бәләгә әүерелгән күренеш бар, ул да булһа - башҡортса-русса ҡатыштырып һөйләү. Хәҙер телде боҙмай һөйләшкән ололар ҙа һирәк, йәштәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Был ғәҙәткә ингән һәм ихтыярһыҙҙан килеп тыуған күренеш, әммә уны үҙгәртеп, төҙәтеп була. Кешенең мейеһе мәғлүмәтте ниндәй телдә күберәк ала, шул телдә уны тиҙерәк, алдараҡ "сығара". Ябай ғына миҫал: "информация" тигәнде мин көнөнә меңләгән тапҡыр ишетәм, күрәм, ә "мәғлүмәт" һүҙе һирәгерәк ҡулланыла һәм шуға ла аралашҡанда тәү сиратта хәтергә төшкәнен, беренсеһен ҡулланам. Шуға күберәк уҡырға, тыңларға, ҡарарға һәм шул рәүешле үҙеңә мөхит булдырырға кәрәк. Был рәүешле үҙеңә мөхит булдырыу тураһында күп кенә яҙғаным да бар: башҡортса нимә бар, бөтәһенә лә йәбешеп ятып, ихтыяж барлығын, "беҙ теләйбеҙ - һеҙ эшләгеҙ" тигәнде күрһәтеү мөһим. Юғиһә, ҡайҙа төртөлмә "Ихтыяж юҡ, быны эшләүҙән ни фәтүә?" тигән булып, йәмғиәттә башҡорт телендәге күп нәмәләргә иғтибар булмауға һылтаналар ҙа торалар...
Теле туған телендә асылған һәм уның аша донъяны танып белгән баланың фекерләү ҡеүәһе яҡшы үҫешә, тигән фекерҙә ғалимдар. Һеҙ бының менән килешәһегеҙме?
- Был күптән иҫбатланған факт. Ғөмүмән, билингвизм - ике телде лә берҙәй яҡшы белеү һәм ҡулланыу, бөгөн бөтә донъяға таралған күренеш. Ә күптән түгел, ХХ быуатта ғына, был күренешкә ҡараш бик үк ыңғай булмаған. Тик һуңғы тикшеренеүҙәргә таянып, билингвизмдың баш мейеһенә яҡшы йоғонто яһауы иҫбатланғас ҡына ҡайһы бер Европа илдәрендә ике теллелекте ҡабул итә башлағандар. Билингв - ике телде лә бер рәттән ҡулланған кеше. Берҙән, уның мейеһе һығылмалы була. Унан һуң, донъяға ҡарашы ла киңерәк була. Һәр бер тел - ул айырым донъя, тибеҙ, бала ике донъяны ла күңеленә һалып һөйләшеп йөрөй. Шулай уҡ билингвизим стресҡа ҡаршы тороуҙа ла ярҙам итә, тиҙәр. Былар барыһына ла билдәле, ә бына башҡорт ғаиләһендә тыуған баланың теле русса асылһа һәм ул тик шул телдә генә аралашып үҫкән осраҡта ниндәйҙер үрҙәр яулай аламы? Әлбиттә, был мөмкин булған хәл. Ләкин бында тел менән бергә баланың үҙ мәҙәниәтен, тарихын, мөхитен юғалтыуын күҙ уңынан ысҡындырабыҙ. Ул рус мәҙәниәтен дә үҙләштерә алмай, сөнки ул был милләттән түгел һәм был мөхитте ул тел ярҙамында ғына аңлай, үҙен ниндәйҙер бер арауыҡта ҡалған кеше итеп тоя. Ә туған телен һәм тамырҙарын белгән кеше тормошта бер нисә йыл һайын килгән экзистенциаль көрсөктәрҙе еңелерәк үткәрә, ти ғалимдар.
Һеҙҙе тәрбиә һәм тел мәсьәләһендә ниндәй һорау борсоуға йәки аптырауға һала?
- Даими рәүештә ҡалҡып торған бер һорау: "Туған телде кем өйрәтергә тейеш?" Бында фекерҙәр айырыла: атай-әсәй, йәмғиәт, хөкүмәт. Әммә был өс "яуап биреүсе" лә үҙ йөкләмәләрен тулыһынса аңлап етмәйме, әллә яуаплылыҡ алырға теләмәйме: һәр береһе баланы туп кеүек тегендә-бында тибә лә тибә. Был бурысты бөтәһе лә бергә атҡарырға тейеш, минеңсә. Әммә туған республикаһынан ситтә йәшәгәндәр, бына беҙҙең осраҡтағы һымаҡ, йәмғиәт йөкләмәһен дә, хөкүмәт йөкләмәһен дә үҙ иңеңә алырға мәжбүр. Сөнки беҙ балаңдың, тимәк, киләсәк быуыныңдың киләсәге өсөн атай-әсәйҙән дә яуаплыраҡ инстанция юҡ тигәнде аңлаусыларҙан.
Тағы ла йәмғиәттәге бер күренеш күңелде өйкәп тора, ул күптәрҙең йырып сыҡҡыһыҙ проблемаһына ла әүерелде: баланы гаджеттарҙан айыра алмау. Бында ла ата-әсәнән яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алыу талап ителә. Сөнки балаға ирек бирһәң, телефон уның уҡытыусыһына һәм хатта ата-әсәһенә әүерелә, ә беҙ ни бары ашатыусыһы ғына булып ҡалабыҙ. Әлбиттә, мыжып, көйһөҙләнеп ултырған йәки үҙенә иғтибар талап иткән, тиктормаҫ баланы транспортта, дауаханала йә өйҙә үҙ эштәрең менән булыу маҡсатында телефон менән арбап ултыртып ҡуйыуы рәхәтерәк. Шулай ҙа уның киләсәген хәстәрләһәң, аң кимәленең үҫешкән булыуын, ижади фекерләй белеүен теләһәң - был мәсьәләгә яуаплыраҡ ҡарарға, хатта үҙеңде лә ҡулыңа гел телефон алыуҙан кире күндереү мөһим. Беҙ был йәһәттән бик ҡаты тотабыҙ балаларҙы, улар телефонда бөтөнләй ултырмай, йәнһүрәттәрҙе көнөнә 1 сәғәт тирәһе ҡарайҙар, ә ҡалған ваҡыттарын уйнап, үҙ эштәре менән шөғөлләнеп уҙғара. Ғөмүмән, балаң менән аралашыу әүҙем, маҡсатҡа ярашлы булһа, уға гаджеттар кәрәкмәҫкә лә мөмкин. Балаға иғтибар бүлеү, уны шәхес булараҡ таныу, уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙар барлыҡҡа килтереү, ниндәйҙер ыңғай ғәҙәттәр тәрбиәләү мөһим.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы менән туған тел һәм балалар тәрбиәһенә ҡағылышлы күп темаларға һөйләштек. Әммә уның: "Туған телен белмәй үҫкән быуын - ул тел өлкәһендә генә түгел, ә атай-әсәйҙәр һәм балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙә лә һалҡынлыҡ, ауырлыҡ тыуҙырыусы күренеш ул", - тигән һүҙҙәре бигерәк тә хәтерҙә ҡалды. Сөнки беҙ был хәлде аҙым һайын тиерлек күҙәтәбеҙ. Туған тел менән бергә бала күңеленә атай-әсәйгә ҡарата ла хөрмәт, изгелек орлоҡтары һалына икәнен онотоп китә шул күптәр. Шулай түгелме ни?
Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №45, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА