Тулҡын-тулҡын булып ҡабатланып торған тажзәхмәт кешеләрҙе өйҙәренә бикләнергә мәжбүр итеп кенә тора. Мәҙәниәт йорттары ябылып, төрлө саралар үткәреүҙән дә туҡталып торорға мәжбүрбеҙ. Әммә күңел тигәнең аралашыуға тартыла бит барыбер. Шуға күрәлер инде уңайын табырға тура килә. Был мәлдә уңайы - онлайн формат. Беҙҙең "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ла бик йәтешләп кенә өйрәнеп алды быға. Инде дүртенсе сарабыҙ гөрләп бара ватсапта, интернетта. Әлеге мәҡәләмдә шуларҙың берәүһе тураһында һөйләп китмәксемен.
"Ташҡайҙарға соҡоп ҡарғыш яҙҙым" исемле конкурс башҡорт халҡының "Ҡайғы һәм хәтер көнө"нә арналып, тарих йылына ла ауаздаш булды. Был сараға Наурыз ауылы ағинәйҙәре етәксеһе Миңнур Байғарина ошондай маҡсат ҡуйҙы ағинәйҙәр алдына: "Үткәндәрҙе онотмау киләсәк өсөн кәрәк. Тарихты иҫкә төшөрөп һәм барлап, йәш быуынға тапшырыу- беҙҙең бурыс". Конкурс тарихҡа арналған шиғырҙар, йыр-бәйеттәр менән бергә үҙебеҙ йәшәгән төбәктең тарихы менән дә байытылды. Салауат батырыбыҙға арналған шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, ошо яу ваҡытында беҙҙең төбәк халҡына ҡағылышлы хәл-ваҡиғалар ҙа ситтә ҡалманы.
Уральскиҙан Дилбәр Кинйәбаева: "Мәҫкәү ауылы халҡы менән бергә яндырылған. Элек ауыл хәҙерге зыярат урынында булған. Был фажиғәнән имен ҡала алғандар хәҙерге урында нигеҙләгәндәр ауылды, тип һөйләй торғайны атайым ", - тип яҙып ебәрҙе. Ысынлап та, Салауат яуы осоронда, 1774 йылдың 25 февралендә Ступишин етәкселегендәге каратель отряды баш күтәреүселәрҙең терәк пункты булған Мәҫкәү ауылын баҫып ала, ауыл яндырыла. Вәхшилек ҡот осҡос була: ҡатын-ҡыҙ, бала-саға яндырыла, ҡулға алынған башҡорттар рәхимһеҙ язаланыуға дусар ителә. 1774 йылдың 5 май менән 9 май араһында Пугачев армияһы Наурыз ауылында була. Ауыл эргәһендәге Бүгәс тауы ошо ваҡиғаның өнһөҙ шаһиты булып тора бөгөн. Пугачев менән Салауаттың ғәскәре Яйыҡ башында Яманһаҙ аша күпер түшәп, һаҙҙы юғалтыуһыҙ үтәләр. Был күпер халыҡ араһында Салауат күпере тип йөрөтөлә башлай. Әле лә күперҙең урынын тоҫмалларға була, ти халыҡ.
Мулдаҡай ауылынан Зөлфиә Әминева 18-се быуат башындағы тарихи ваҡиғаларҙы ҡыҫҡаса һөйләп үтте. 1730-1750 йылдарҙа башҡорт ерҙәрендә йөҙләп ҡәлғә төҙөлә. Был, әлбиттә, халыҡ араһында ҙур ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Дүрт даруға вәкилдәре ҡоролтайға йыйыла һәм Ырымбур ҡәлғәһен һалыуға ҡаршы торорға ҡарар итәләр. Беренсе күтәрелештең етәксеһе яҡташыбыҙ Йосоп Арыҡов була. Нәрәле тирәһендәге, Йәнбикә йылғаһы буйҙарындағы ҡаты алыштар, 1736 йылда Кинйәкәй ( хәҙерге Вознесенка) ауылында баш күтәреүселәрҙең ҙур кәңәшмәһе, яҡташыбыҙ, ҡыуаҡан ырыуы старшинаһы Бәпәнәй Төрөпбирҙин, Мандар һәм Төлкөсура батырҙар тураһында ла иҫкә алды тарих һөйләүсе. Бәпәнәй абыҙ үҙенең Ҡалҡан күле буйындағы ҡышлауында ҡаҙаҡ ханы Әбүлхәйерҙе лә ҡабул итә икән ошо осорҙа. Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы бөгөн исеме генә ололарҙың хәтерендә һаҡланған Ҡасҡын ауылы тарихына ла туҡтап китте. Мулдаҡай мәктәбе уҡытыусыһы Эльза Рамазанова "Ҡасҡын ауылы" бәйетен яҙҙырып ебәрҙе. Халыҡтың аһ-зары булып ағылды был яҙма.
Йәмилә Нурдәүләтова ла ауылына бәйле тарих менән уртаҡлашты. Көҙөй ауылына нигеҙ һалыусы ата-бабаларыбыҙ әйле ырыуы, Салауат ырыуҙаштары була. Борон ул тирәләге ауыл халҡы Миндәк йылғаһы ашаһындағы тауҙың аҫҡы яғында тимерлек ҡорған. Шул тимерлектә ҡорос иреткәндәр, балта, сүкеш, ҡорал яһағандар, ҡылыс, уҡ башаҡтары сүкегәндәр. Батша указы буйынса тимерлек тоторға рөхсәт булмағанлыҡтан, ул йәшерен ер һаналған. Тәүге тимерсеһе Булат исемле бик батыр егет булған. Яҡын-тирәләге кешеләр, батша шымсылары белмәһен өсөн, тимерлек тип һөйләмәгәндәр, ә ҡорос Булатҡа барҙым, тип әйтер булғандар. Шул замандарҙың ауазы булып тау Ҡоросбулат тип йөрөтөлә. Хәҙер ҙә ул тирәлә иретелгән тимер-томор, руда ҡалдыҡтары, уҡ башаҡтары табырға була.
Салауат яуы баҫтырылғас, ҡаты эҙәрлекләүҙәрҙән ҡасып, Шайтан-Көҙөй йортон ҡалдырып, әйле ырыуы кешеләре Тирлән яҡтарына күсеп килә. Унда ла тынғы булмағас, бер өлөшө хәҙерге Төҫлө Көҙөйгә, икенсе өлөшө Ҡоросбулат тауы эргәһенә ауыл ҡороп ултыра. 1840 йылда батша хөкүмәте тарафынан яңы указ сығарыла. Ауылдарҙы хужалыҡтарына ҡарап бүлергә, икенсе урындарға күсереп ултыртырға, картаға төшөрөү өсөн һәр ауылға исем бирелергә тейеш була. Күсенеп йөрөү михнәттәрен күп татыған Көҙөй халҡы, кәңәшләшеп, ауылды ҡап урталай бүлеп, кәртәләй ҙә, ҡапҡа ҡуйып, һаҡсыларын да баҫтырып ҡуя. Ә ауылдарға ике бер туған етемдең - Һөйәрғол менән Мәһәҙейҙең исемдәрен бирәләр. Һуңғараҡ Мәһәҙей көҙөйҙәре һәм Көбәк ҡара табындары Һөйәрғол ауылын барлыҡҡа килтерә.
Вилә Мырҙағолова Һөйөндөк ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары менән таныштырып ҡыуандырҙы. Тарихҡа бай, әммә асылып бөтмәгән биттәре лә булған был яҡҡа бер экскурсия һымаҡ булды ул.
Ҡоҙаш ауылы ағинәйҙәре Гүзәл Шәймәрҙәнова менән Илзидә Рәхмәтуллина яҡташыбыҙ, "Илсе Ғайса" йырының авторы Ғайса ахун тураһында һөйләнеләр. Минзәлә Иҫәнбаева бик тә моңло тауыш менән йырлап та ебәргәс, Ғайса ахундың 1904 йылғы һуғышта саҡта ҡустыһы Мусаның һәләк булғанын ишеткәндәге күңел кисерештәре яңғырағандай булды. Яуҙан иҫән-һау ҡайтып, уҡытыусы, дауалаусы ла булып танылған Ғайса етем-еһергә, ярлыларға ярҙам итеп, изгелек ҡылып йәшәүе тураһында бәйән ителә тарихи хәтирәләрҙә.
Конкурс тамамланғас, ошо биттә яҙышып та, тарих һөйләп тә, тыңлап ҡына барыусыларҙан да рәхмәт һүҙҙәре яуҙы. "Бик матур, фәһемле, бай йөкмәткеле, йөрәктәргә үтеп инерлек бик тә кәрәкле бер ваҡиға булды был сара. Әле илебеҙ йылъяҙмаһында асылып бөтмәгән, халыҡ күңелендә һаҡланған тарих та күптер әле. Күпме мәғлүмәт тупланыҡ, изге йәндәрҙе лә, яуыздарын да иҫкә төшөрҙөк. Бик мөһим мәғлүмәттәр еткерелде, юғалмаһын ине, был бит- үҙе бер хеҙмәт" , - тине ағинәйҙәр. "Был конкурс булмаһа, районыбыҙҙа Салауат батыр ырыуҙаштары йәшәүен һаман да белмәй йөрөр инем әле", тиеүселәр ҙә булды арабыҙҙа.
Ошо сараға яуаплы булған Наурыз ауылы ағинәйе Миннур Хәлфетдин ҡыҙы йомғаҡлап шулай тине: "Үткәндәргә байҡау яһап, уйландыҡ та, һыҙландыҡ та, ғорурландыҡ та. Күпте күргән, күпте кисергән халҡыбыҙҙың күкрәгенән иңрәү булып сыҡҡан йыр-бәйеттәрен, батырҙарын данлаған поэтик һүҙен, шанлы тарихын күңелебеҙ аша үткәрҙек, тыңлаусыларға еткерҙек. Сарабыҙ ҡуйған маҡсатына өлгәште".
Ә мин иһә был мәҡәләмдә гәзит уҡыусыларға Учалы районы ағинәйҙәренең үҙ мәшәҡәттәренә генә күмелеп йәшәмәүен, ватсап аша булһа ла аралашып, файҙалы ғәмәлдәр башҡарыуын еткерергә тырыштым.
Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА