Башҡортостанда Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты инициативаһы менән һәр йылды бер темаға нарыҡлау йолаға әйләнеп бара. Былтыр иғлан ителгән Башҡорт теле йылы эҙмә-эҙлекле генә Башҡорт тарихы йылы менән тоташып китте. Тел менән тарих, белеүебеҙсә, бер-береһенә бәйләнеп килә, сөнки яҙма тел тарихты теркәп ҡалдыра; теркәлгән тарих әҙәбиәтте барлыҡҡа килтерә, әҙәбиәт мәҙәниәткә нигеҙ һала... Һанай китһәң, бындай бәйләнештәрҙе әллә күпме дауам итергә мөмкин. Әммә бөгөн маҡсатыбыҙ саҡ ҡына икенсерәк һәм ошо хаҡта һөйләшеү өсөн редакцияға Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә АБДУЛЛИНА менән филология фәндәре докторы, профессор, билдәле ғалим Ғиниәт ҠУНАФИНды саҡырҙыҡ.
Башҡорт дәүләт университеты - республиканың иң төп, иң мөһим вуздарының береһе һәм тап уға ҙур өмөттәр бағлана. Сикләүҙәр заманында йәшәһәк тә, 14 декабрҙә Башҡорт теле көнөн ҙурлап байрам иттек, олонан ҡупмаһаҡ та, һәр башҡорт өсөн был көн рухиәт байрамына әйләнде. Һөйләшеүҙе БДУ-ның Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса ниндәй эштәр алып барыуына һәм ниндәй сараларҙы тормошҡа ашырыуына бер аҙ байҡау яһауҙан башлайыҡ...
Гөлфирә Риф ҡыҙы: Факультетыбыҙ традицияларға бай һәм ул, ысынлап та, башҡорт теленең, башҡорт әҙәбиәтенең, башҡорт мәҙәниәтенең мәркәзе. Элек-электән ул Башҡортостан өсөн генә түгел, Рәсәйҙең төрлө субъекттары өсөн милли кадрҙар әҙерләү үҙәге булып тора. Факультеттың маҡсаты - булған традицияларҙы һаҡлап ҡалып, әҙерәк кенә яңыса үҫеш тәҡдим итеү, сөнки заман башҡа - заң башҡа, беҙгә уҡырға килеүсе студенттарҙың хәҙер үҙаңы ла икенсе, донъяға ҡарашы ла башҡаса. Улар беҙҙең кеүек, беҙ теләгәнсә уйламай, һәм ни тиклем генә рухлы булһалар ҙа, башҡорт телен, башҡорт әҙәбиәтен, башҡорт мәҙәниәтен һәм рухиәтен һ.б. үҫтереү юлын икенсе төрлө күҙ алдына килтерә. Һәм беҙ ошо үҫеш алымдарына студенттар күҙлегенән ҡарап, уларса фекерләргә тырышабыҙ.
Элек, факультетты Ғиниәт Сафиулла улы етәкләгән ваҡытта меңгә яҡын студент уҡыған, әммә ул саҡта бюджет урындары күп булған һәм факультетҡа бөтәһе лә маҡсатлы, аңлы рәүештә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булам, тип килгән. Ә хәҙерге абитуриенттарҙы тик башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән генә ылыҡтырыуы ауыр. Шуның өсөн һуңғы йылдарҙа беҙ башҡорт теленең донъяуи кимәлдә тотҡан урынын дөрөҫ билдәләү йүнәлешендә эш алып барабыҙ, студенттарға телебеҙҙең, әҙәбиәтебеҙҙең башҡа телдәрҙән һәм әҙәбиәттәрҙән бер ҙә генә кәм түгел, айырым осраҡтарҙа хатта уларға ҡарағанда нығыраҡ үҫешкән дә икәнен һеңдерергә тырышабыҙ. Шул маҡсаттан башҡорт теле шәреҡ илдәре телдәре менән сағыштырып өйрәнелә лә инде. Хәҙер балаларҙың ҡытай, япон, корей теле тип иҫтәре китә, хатта үҙаллы өйрәнәләр. Беҙ, донъя ағышынан ситтә ҡалмайынса, уларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, бына шундайыраҡ йүнәлештә эш алып барабыҙ.
Ғиниәт Сафиулла улы: Ҡытай стенаһы менән генә бикләнеп ултырып, үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнап, берәү ҙә алға китә алмай. Күрешеү-аралашыуҙан барыбер ниндәйҙер өлгөләр, тәжрибә алаһың, өйрәнәһең, башҡалар һинән өйрәнә. Шуның һымаҡ, бағланыш - бәйләнештә. Бына был Гөлфирә Риф ҡыҙы әйткән йүнәлештәрҙе теге заманда уҡ башлап, өс ярым кешенән торған штат менән көнсығыш телдәрен өйрәнеү кафедраһын асырға батырсылыҡ иткәйнек, шөкөр, ул хәҙер ҡеүәтле кафедра булып китте.
Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында тырыша-тырыша башҡорт һәм сит телдәр кафедраһын да асып ебәргәйнек. Ул ваҡытта студенттарҙың 40 проценты ауылдан килгән башҡорт балалары ине. Ә ниңә башҡорт балалары инглиз һәм немец телдәрен рус теле аша ғына үҙләштереп ултырырға тейеш әле, тигән һорау ҡуйылып, был телдәрҙе туранан-тура үҙләштереү методикаһын индерергә тигән маҡсат менән асылған кафедра ине ул. Үкенескә күрә, ундай методика менән эшләүсе кадрҙарыбыҙ булмай сыҡты. Шуға ла был методиканы ныҡлы ерлеккә ҡуя алманыҡ. Әлеге ваҡытта факультетыбыҙҙа алты көнсығыш теле, барлығы 10 тел өйрәнелә, теге йәки был телде ни тиклем етеҙерәк үҙләштереү алымдары эҙләнә. Бөгөн башҡорт телен сит тел итеп өйрәнеү методикаһы өҫтөндә лә эш алып барыла. Беҙгә бөгөн дә кадрҙар кәрәк. Юғары кимәлдәге белгестәр күп нәмәне хәл итә.
Беҙҙең факультетҡа мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнгән балалар ғына килмәй. Шул уҡ журналистика, шул уҡ Көнсығышты өйрәнеү бүлегенә сығышы менән башҡорт милләтле булған, ләкин төрлө сәбәптән үҙенең әсә телен, мәҙәниәтен, рухиәтен әле ҡабул итеп бөтмәгән, аңлап етмәгән, әммә барыбер ҙә ниндәйҙер кимәлдә рух талабы - ҡан хәтере этәргес булып, көнсығыш телдәрен өйрәнергә килгәндәр бар. Шуға, ошо мәлдәрҙе лә күҙ уңынан ысҡындырып ебәрмәй, уларға, теләгәндәренә, ликбез кимәлендә, факультатив кимәлендә булһа ла туған телдә ниндәйҙер саралар үткәрергә кәрәктер, тип уйлайым. Мейе ҡапҡасын асып ҡына үҙең теләгәнде һалып булмай, ләкин үҙеңдең идеяларыңды уның яғынан яуап булырҙай, уртаҡ тел табырҙай рәүештә еткереү кәрәк. Тел факторы - үҙе консерватив күренеш, уны берәү ҙә инҡар итмәй. Ул тиҙ генә үҙгәрә, бер туҡтауһыҙ революция яһай торған өлкә түгел. Ул - милләтте милләт иткән төшөнсә. Тел бар икән, халыҡтың тарихы бар, тарихы бар икән - теле бар, рухиәте бар. Шунһыҙ - тел, тарих, ер, рухиәт - юҡ. Тик бер фекеремде һәр ваҡыт әйтә киләм: аҡыллы консерватизм, йәғни традициялар ерлегендә үҫешергә тырышыу кәрәк.
Гөлфирә Риф ҡыҙы: Эйе, факультетыбыҙ, элеккесә, башҡорт милләтле балалар тупланған ғына урын түгел. Бер яҡтан, быға хафаланырға ла урын барҙыр - 800 студент белем ала, шуның 200-ҙән саҡ ҡына ашыуы башҡорт балалары, йәғни улар башҡорт бүлегендә уҡый. Ҡалған 600-ө - ул 10-дан артыҡ сит ил вәкилдәре (Ирандан, Ҡытайҙан, Төркиә, Конго, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Тажикстан һ.б.) һәм 20-нән артыҡ Рәсәй субъекттарынан килгән төрлө милләт вәкилдәре. Хатта ҡара тәнлеләр ҙә бар араларында. Икенсе яҡтан, шатланырға ла кәрәк - беҙҙең факультетты һайлап, белеп, аңлап килгәндәр бит, тимәк, уның ниндәйҙер абруйы бар. Тағы ла бер мәл бар: әлеге лә баяғы шәрҡиәт һәм африканистика бүлегенә беҙҙең башҡорт балалары инә алмай ҙа ҡала, сөнки ҡабул итеү балдары юғары, ә беҙҙең балы юғары булған башҡорт балалары финанс, иҡтисад, хоҡуҡ, нефть, авиация, медицина юғары уҡыу йорттарын һайлай. Улар милли факультетты бик һанлап бармай.
Ғиниәт Сафиулла улы: Ә шулай ҙа берҙәм дәүләт имтиханы балдары тигән ҙур күрһәткес бар. Факультетыбыҙҙың имиджы тураһында һүҙ алып барғанда, беҙҙең факультетҡа ошо һөҙөмтә буйынса ҡабул ителгәндәр күрһәткесе хоҡуҡ институты һәм иҡтисад-финанстан һуң иң юғарыһы.
Гөлфирә Риф ҡыҙы: Башҡорт филологияһы факультеты булғас, дәрестәребеҙ тик башҡорт телендә генә бара икән, тип уйлаусылар ҙа бар. Был хата фекер. Беҙ - универсаль, күп милләтле, әммә шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең ерлегебеҙҙе, асылыбыҙҙы һаҡлап ҡалған факультет. Бөтә сараларыбыҙ башҡорт телендә башлана. Ғөмүмән, беҙҙә ҡытай теле - ҡытайса, корей теле - корейса, башҡорт теле башҡортса уҡытыла. Бер үк ваҡытта Шәрҡиәт һәм башҡорт теле ғилеме кафедраһы мөдире булараҡ, ултырыштарҙы рус телендә алып барһам да, һәр ваҡыт аралаштырып башҡортса ла телмәр тотам. Һәм беҙҙең башҡа милләттән булған уҡытыусыларға ла, ошо кафедрала эшләйһегеҙ икән, ҡайһы бер ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе башҡортса әйтергә өйрәнегеҙ, тип ипләп кенә һеңдерәбеҙ. Ошо уҡ ҡағиҙә студенттарыбыҙға ла еткерелә. Улар үҙ илдәренә, үҙ төбәктәренә ҡайтып, бына башҡорттар үҙҙәренең телен, халҡын ихтирам итә, шул уҡ ваҡытта башҡа халыҡтарҙы ла кәмһетмәй, тип һөйләй икән - беҙҙең маҡсат шул.
Бөгөн барлыҡ донъя цифрлаштырыуға йөҙ бора. Хатта, әгәр интернетта юҡ икән, һинең телең юҡ, тип тә ебәрәләр. Был йәһәттән эштәр нисек ҡуйылған?
Гөлфирә Риф ҡыҙы: Был, ысынлап та, шулай. Беҙ ҙә факультеттың уҡытыусыларын да, студенттарын да ошондай проекттарға йәлеп итергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, БДУ уҡытыусылары әле башҡорт теленең дактиль алфавитын эшләне. Уны төҙөүҙә беҙҙең факультет та ҡатнашты. Башҡорт теленең ым-ишара телен булдырҙыҡ. Ул Рәсәй Федерацияһында милли телдәр араһында иң беренсе төҙөлгән дактиль алфавит һәм ым-ишара теле. Башҡа бер телдә лә юҡ. Был да бит үҫештең бер баҫҡысын күрһәтә.
Унан һуң, факультет уҡытыусылары тарафынан башҡорт теленең тарихи корпусы төҙөлдө. Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булып, төньяҡ-көнбайыш райондарҙы арҡырынан-буйға йөрөп сыҡтыҡ. Һәм, әлбиттә, беҙҙең бик бай фонд тупланды. Хәҙер диалектологик база, диалектологик корпус эшләрлек материалдар һәм фольклор базаһы бар. Электән йыйылған материалдарҙы төньяҡ-көнбайыш буйынса байытыу - ул инде баһалап бөткөһөҙ ҡиммәткә эйә, тип иҫәпләйем.
Шунан һуң факультет нигеҙендә диссертация советы тергеҙелде. Унда ла тапалған темаларҙы түгел, донъяуи кимәлдә ылыҡтырғыс булған темаларҙы тәҡдим итергә тырышабыҙ. Сөнки, мәҫәлән, эҙләү системаһында кемдер "башҡорт теле" тип йыя икән, башҡорт теле буйынса яҡланған диссертацияларыбыҙ табылырға һәм улар башҡаларға ниндәйҙер өлгө булырға тейеш тип уйлайбыҙ. Аспиранттарыбыҙ был фекерҙе ҡеүәтләй.
Һуңғы осорҙа беҙҙең байтаҡ ҡына монографиялар донъя күрә һәм беҙ инглиз телле журналдарҙа башҡорт теле буйынса мәҡәләләр баҫтырабыҙ. 2015 йылда башҡорт теле ғилеме буйынса мин Scopus-та баҫылған иң тәүге мәҡәлә авторымын. Ул ваҡытта скептик ҡарашта булыусылар күп булды, йәнәһе, минең мәҡәләне унда кем ала. Ул мәҡәләләр бит башҡорт тел ғилеме буйынса яҙылһа ла, барыһы ла инглиз теленә тәржемә ителә. Тимәк, мәҡәлә башындағы һәм мәҡәлә эсендәге башҡорт һүҙе аша башҡа милләт вәкилдәре беҙҙе инглиз телендә мәҡәлә баҫтырырлыҡ милләт булараҡ ҡабул итә. Ошо хаҡта ла уйларға тейешбеҙ.
Был һорау, башҡорт әҙәбиәтен оҙаҡ йылдар энәһенән-ебенәсә ентекләп өйрәнгән әҙәбиәт белегесе булараҡ, Ғиниәт Сафиулла улы, һеҙгә: һуңғы ваҡытта шуға йыш иғтибар итәбеҙ - беҙҙең телселәрҙең хеҙмәтендә лә, фәнни даирәлә лә иҫке башҡорт теле тигән термин юҡ, әммә шул уҡ ваҡытта барлыҡ төрки халыҡтар өсөн уртаҡ булған иҫке төрки теле бик уңышлы ғына иҫке татар теленә әүерелгән. Ошо мәсьәләгә асыҡлыҡ индереп китегеҙ әле.
Ғиниәт Сафиулла улы: Телселәр беләлер тип уйлайым: Салауат Юлаевтың яҙмалары буйынса кандидатлыҡ, докторлыҡ эштәре яҙған Хисамова, Рамазанова иптәштәребеҙ был документтарҙың телен иҫке татар теле тип ҡуллана башлаған. Улар бөгөн дә шул юлды ҡыуа. Ул ваҡытта иҫке татар теле тигән төшөнсәнең еҫе лә, еле лә, эҙе лә булмаған. Бында елдең ҡайҙан иҫкәнен төшөнөүе ауыр түгел. Петр Беренсе лә үҙенең күрһәтмәһендә, Көнсығышҡа үтеп инеү өсөн рәсми тел кәрәк, тигәндә иҫке яҙма төрки телен күҙ уңында тотҡан, асылда, бер ниндәй ҙә татарҙарҙы түгел. Ғалимдарыбыҙ Биксурин, Кукляшев, Ивановтар баҫма китаптар сығара башлаған - татар теле башҡорт теле менән бергә ана шул яҙма телдең бер һөйләше итеп кенә ҡаралған. Элек бит татар тигән төшөнсә барлыҡ төрки халыҡтар өсөн уртаҡ атама булған, татарҙар ҡаҙанлы булып йөрөгән. Һуңынан ғына улар татар тигән атамаға йәбешеп алып китәләр. Бына тора ул төшөнсәнең башы - 20-се быуат башына яҡынлаған ерҙә генә. Үпкәләмәһендәр, уға тиклем юҡ ул иҫке татар теле. Туҡайҙың шиғырҙарын төп нөсхәһендә уҡып ҡарағыҙ - ҡайҙа унда иҫке татар теле? Бабичты алып ҡарағыҙ. Ул яҙмаларҙы, иҫке татар телендә яҙылған, тип нисек атарға мөмкин?
Социаль-иҡтисади йәһәттән ҡарағанда, ысынлап та, күршеләр алда барған һәм бара. Ҡайҙа иҡтисад үҫә, унда мөмкинлектәр киңәйә бара. Тәүге типографиялар, университет Ҡаҙанда барлыҡҡа килә. Был да үҙ ролен уйнай. Шул тирәлә яҙма мәҙәниәт, бигерәк тә гуманитар өлкәлә, ныҡ үҫешә һәм шулар йоғонто яһамай тип әйтеп булмай. Татарҙар араһында шәхси типографиялар асырға тырышыусылар күбәйеп китә һәм асалар ҙа. Ул ваҡыт өсөн типография, ҡағыҙ баҫмалар - заманына күрә мәҙәни революция. Кемдең ҡулында - шуның ауыҙында. Ул типографияларҙа Ғәли Соҡоройҙоң да, Бабичтың да яҙмаларын баҫмаҫҡа тырышыуҙар була. Йәғни, әҫәреңде ҡағыҙға баҫтырыу өсөн нәшриәтсенең талабы үтәлергә тейеш. Ташҡа бер баҫылған артабан шулай дауам итеп ала ла китә. Шунан һуң, уҡыуҙы алайыҡ. Уҡыу бит барыбер татар телендә алып барылмаған. Утыҙ Имәниҙең шиғырҙары йә булмаһа Тажетдин Ялсығолдоң әҫәрҙәре, яҙмалары мәҙрәсәләрҙә уҡытылған икән, кем уны иҫке татар телендә яҙылған тип әйтә ала?
Иҫке татар теле тигән төшөнсә - ул нонсенс. Уның идеологтары 19-сы быуаттың һуңғы сирегендәге идеологтар, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев замандаштары. Өмөтбаевтың яҙғандарын төп нөсхәлә уҡып ҡарағыҙ, ул шул уҡ ғәрәпле, фарсылы һәм сығатайлы иҫке төрки теле бит. Әлбиттә, тағы бер нескәлек бар: ғәрәп графикаһында беҙҙең өндәр күберәк. Нишләп ғәрәп графикаһында яҙылған иҫке төрки телен иҫке татар теле тиеүселәр был хаҡта өндәшмәй, нишләп ҡысҡырмай?
Ошо иҫке төрки теле темаһын икенсе темаға бәйләп ебәрәйек: быйыл һеҙҙең факультет төньяҡ-көнбайыш райондар буйлап диалектологик һәм фольклор экспедицияһында булды, тимәк, киләсәктә тағы бер хәҡиҡәтте тергеҙеү буйынса ла эштәр алып барырға нигеҙ булдырыла, тип әйтергә мөмкин...
Гөлфирә Риф ҡыҙы: Ул беҙҙең генә түгел, ошо территорияларҙа йәшәгән ерле халыҡтың теләге. Һеҙ беҙҙе нисек ҡаршы алғандарын күрһәгеҙ! Сөнки уҙған быуаттың 70-се йылдарынан алып уларға ғалимдарыбыҙ килмәгән, экспедициялар булмаған. Был, моғайын, финанс мәсьәләләренә бәйлелер.
Экспедицияны иң элек Асҡын, Ҡариҙел райондарынан башланыҡ. Унда кешенең милләтен һорап торорға ла кәрәкмәй: халыҡтың ихласлығынан һәм нисек ҡаршы алыуҙарынан уҡ күренеп тора. Һәр береһе: "Ҡайҙа булдығыҙ һеҙ бығаса? Тарихты, риүәйәттәрҙе, легендаларҙы белгән инәй-бабайҙарыбыҙ үлеп бөттө бит..." - тип үкенес белдерҙе. Бер ни тиклем үҙебеҙҙе ғәйепле тойҙоҡ хатта. Башҡортостан Башлығының грантын отмаһаҡ, беҙ ҙә бара алмаҫ инек, сөнки экспедиция барҙың да ҡайттың түгел, ауылдар буйлап йөрөп, ҡуна ятып эшләргә кәрәк. Маҡсатыбыҙ фольклор һәм диалектологик материал йыйыу булһа ла, беҙ бер юлы этнографик материалдар ҙа тупланыҡ. Ни өсөн тигәндә, ҡайҙа барма, шунда сигелгән таҫтамалдар, боронғо әйберҙәр һаҡланған. Шул тиклем бай яҙма, аудио, видеоматериал тупланыҡ. Әлбиттә, ваҡыт яғы сикле ине. Һуңынан һәр район буйынса барлыҡ материалды бергә туплап, видеолар, фотолар менән бергә айырым флешкаға, дискыға яҙҙырып тапшырҙыҡ. Райондарҙың мөмкинлеге булһа, улар үҙҙәре был материалды баҫтырып сығарып тарата ала.
Бөгөн бөтөн нәмә аҡсаға ҡоролған. Ҡайһы яҡтан алып ҡараһаҡ та, башҡорт теленең яҙмышы аҡсаға бәйле һәм шундай һорау бирге килә: Башҡортостанда башҡорт телен тейешле кимәлдә һаҡлау, үҫтереү өсөн етерлек аҡса бүленәме, дәүләт тарафынан иғтибар етерлекме? Эйе, гранттар бирелә, әммә улар ғына етерлек түгел һәм грант бер йыл булһа, икенсе йылына булмауы ла ихтимал. Ә тел мәсьәләһен бер йыл иғтибар үҙәгенә ҡуйып, икенсе йылына онотоу ярамай...
Гөлфирә Риф ҡыҙы: Бында матди яҡ, ысынлап та, ҙур урында тора. Беҙ - университет, һәм беҙ Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем биреү министрлығына буйһонабыҙ. Финанс ярҙамын һораған хәлдә лә, юридик сәбәптәр арҡаһында министрлыҡ үҙе аҡса бүлмәйәсәк, ә Башҡортостан Хөкүмәте лә, министрлыҡтар ҙа туранан-тура ярҙам күрһәтә алмай.
Беҙҙә Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың телдәрен һаҡлау программаһы бар. Уны финанслау йәһәтенән бик күп бәхәстәр булды. Татарстан Республикаһы программаһының финанс күләме менән сағыштырҙылар. Әлбиттә, айырма иҫ китмәле. Бөгөн финанслау булмайынса, ҡоро рух менән генә, ҡоро дәрт менән генә, ҡоро грант менән генә бер нәмә лә эшләп булмай. Бына әле грант отҡас, факультеттағы бөтә эшебеҙҙе ташлап, экспедицияға сығып киттек. Бындай экспедицияларҙың файҙаһы бар яҡлап та ҙур, әммә финанс кәрәк. Беләһәгеҙме, беҙ йөрөгән райондарҙа күпме материал йыйылмай ҡалды. Коронавирус ваҡыты бит, барыһына ла инеп тә, күреп тә булманы. Ә шулай ҙа шундай ҙур эш башҡарылды. Финанслау булһа, беҙ диалектологик һәм фольклор корпусын төҙөргә әҙербеҙ. Әле фондтарға ғариза биреп ҡараныҡ, Мәскәүҙән кире яуап алдыҡ. Әлбиттә, башҡорт теле Рәсәй кимәлендә түгел, үҙебеҙҙең республикала ғына фундаменталь була ала. Башҡортостан Хөкүмәте был мәсьәләне фундаменталь тип ҡабул итеп, шуға финанслау бүлергә тейеш. Финанслау булһа, беҙҙең ҡулдан эш килә.
Ғиниәт Сафиулла улы: Хәҙер беҙ капитализмдың үҙендә йәшәйбеҙ, үкенескә күрә, аҙым һайын аҡса кәрәк. Гөлфирә Риф ҡыҙы әйтеп китеүенсә, геүләп-геүләп дәүләт программаһы ҡабул ителде. Күршеләрҙә телде һаҡлау һәм үҫтереүгә - 1 миллиард 400 миллион, Башҡортостанда 350 миллион бүленә. Тағы шуны өҫтәп әйтер инем: башҡорттар араһында меценаттар юҡ. Күршеләребеҙҙә улар бар. Ә беҙҙекеләр ҡайҙа икән? Булһалар ҙа, аҡсалы милләттәштәргә милли аң, рухиәт етешмәйме икән?
Башҡорт - ниндәй генә власть булыуға ҡарамаҫтан, борон-борондан башҡорт булып килгән һәм үҙен милләт булараҡ та, рухиәтенең бер өлөшө булараҡ телен дә һаҡлап ҡалған. Уның бына ошо үҙен һаҡлауы ҡайҙан килә һәм киләсәктә лә башҡорт булып һаҡланыр, телен һаҡлап ҡалыр һәм үҫтерер мөмкинлеге, ҡеүәте бармы?
Ғиниәт Сафиулла улы: Тарихта халыҡтар нисек юғала? Ярай, хәҙер "Без башҡортлар" хәрәкәте бар, үҙен татар тип йөрөүселәр тамырҙарын табып, башҡорт икәнлеген асыҡлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәйләнештәр ниндәйҙер мәлдә өҙөлөп тә китә. Алманы киҫкәндән һуң йәбештереп ҡуйырға тырышыуҙан ғына бер нәмә лә килеп сыҡмай. Йәбештереп була, әммә йөйө ҡала. Бында тағы бер ҡабатларға мәжбүрмен - бәйләнештәрҙе өҙмәҫ өсөн башҡорт телендә уҡытыу кәрәк. Оло быуын үҙенең башҡортлоғон таныр ул, ә уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре төкөрөп тә бирмәүе мөмкин. Уҡытыуҙы киҫә һуғып әҙәби телгә генә күсереү ҙә кәрәкмәй, уларҙы үҙҙәренең диалектын иҫәпкә алып уҡыта башларға кәрәк. Бының өсөн кадрҙарҙы үҙҙәренең яғынан әҙерләү зарур.
2022-2032 йылдарҙы БМО-ның Генераль ассамблеяһы Туған телдәрҙең ун йыллығы тип иғлан итте. Был бер йыл ғына түгел, ә тотош 10 йыл. Тимәк, ошо ваҡытта күп эштәрҙе эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырырға мөмкин буласаҡ. Ошо осорҙа һеҙҙең факультет ниндәй эштәр эшләргә планлаштыра?
Гөлфирә Риф ҡыҙы: Мәғлүм булыуынса, федераль исемлеккә ингән олимпиадалар теҙмәһе раҫланды һәм уға башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада ла индерелде. Ошо олимпиада еңеүселәре юғары уҡыу йорттарына йә имтиханһыҙ ҡабул ителә, йә берҙәм дәүләт имтиханы 100 балға тиңләштерелә. Был ҙур эш. Тимәк, олимпиадала яҡшы белем күрһәтә алған балалар юғары уҡыу йорттарына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән һынауһыҙ ҡабул ителәсәк.
Анонс рәүешендә әйтәм: билдәле генә Мәскәү проектында ҡатнашып, башҡа туғыҙ тел менән бер рәттән, башҡорт әкиәттәрен урыҫ теленә тәржемә рәүешендә китапсыҡ сығарҙыҡ. Ул асыҡ, матур, сағыу һүрәттәр менән эшләнгән һәм балалар баҡсаларына тәғәйенләнгән. Ошо көндәрҙә был китапты ҡулға алырбыҙ тип уйлайым.
Башҡорт телен белеү кимәлен тикшереү ҡағиҙәләрен эшләнек. Әйтәйек, кемдер дәүләт хеҙмәтенә эшкә урынлашырға теләй, йә булмаһа, юғары уҡыу йорттарының профилле - филология бүлегенә уҡырға инергә йыйына икән, ул башҡорт телен белергә тейеш. Был ситтән килгәндәргә лә ҡағыла. Ошо тест ярҙамында беҙ уның башҡорт телен белеү кимәлен билдәләй аласаҡбыҙ. Рәсәйгә сит илдәрҙән килеүселәр рус теле буйынса тест тапшыра бит, шуның кеүек була инде. Артабан иһә республика кимәлендә сертификациялау үҙәге булдырырға уйлайбыҙ. Беҙ бының менән, Башҡортостанда йәшәргә, эшләргә теләйһең икән, телде белергә тейешһең, тигәнде күрһәтергә тырышабыҙ. Һәм тағы башҡорт телен халыҡ-ара кимәлдә сертификациялауҙы планлаштырабыҙ. Республика етәкселеге менән ул хаҡта һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Был телебеҙҙең ЮНЕСКО кимәлендә сит илдәрҙә лә ҡабул ителеүенә юл асасаҡ. Әле беҙгә БР Мәғариф һәм фән министрлығы полилингваль мәктәптәр өсөн башҡорт теле буйынса күп телле һүҙлектәр төҙөү буйынса мөрәжәғәт итте. Әлегә башҡорт-рус-инглиз, һуңынан көнсығыш телдәре буйынса ла һүҙлектәр төҙөүҙе дауам итербеҙ тип уйлайым. Шулай уҡ предметтарҙың күпмелер өлөшөн төбәк компоненты ҡулланып уҡытыу өсөн дәреслектәргә аңлатмалар, методик ҡулланмалар һорайҙар, һәм беҙ был тәңгәлдә лә эш алып барабыҙ.
Республикала башҡорт теле буйынса милли корпус төҙөлмәгән. Ул ҙур минус. Айырым өлкәләр, әйтәйек, шиғриәт, проза буйынса айырым корпустар бар. Тарих буйынса корпус бар. Фольклор, диалектология буйынса эшләһәк, шунан килеп сыға ла инде ул дөйөм корпус.
Хәҙер дәреслектәр эшләүгә лә үҙебеҙ тотонорға ниәт бар, республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы шундай тәҡдим менән сыҡты. Дәреслектәрҙе үҙе мәктәптә бер көн дә дәрес уҡытмаған кеше эшләргә тейеш түгел. Булһын унда өс автор: ғалим, Мәғарифты үҫтереү институтында эшләгән белгес һәм ошо эштәрҙе ғәмәлгә ашырған, мәктәптә әлеге ваҡытта уҡытып йөрөгән, балаларҙың тын алышын тойған практик-уҡытыусы.
Цифрлаштырыу эшмәкәрлеге дауам итәсәк. Беҙҙең коллективтың мобиль ҡушымталар өҫтөндә лә әүҙем эшләгәнен беләһегеҙ. Хәҙер барлыҡ башҡарған эштәрҙе йәштәр үҙ мәнфәғәтендә киң ҡулланһын һәм көндәлек тормошта файҙалана алһын өсөн цифрлаштырыуға ултырасаҡбыҙ.
Башҡорт теле корпусы тураһында күптән һөйләйҙәр, әммә йөк һаман урынында. Ул эшләп китһен өсөн унда күпме һүҙ булырға тейеш: миллионмы, миллиардмы...
Гөлфирә Риф ҡыҙы: Башлап ебәрер өсөн 1 миллион һүҙ кәрәк, тиҙәр. Минеңсә, был бик аҙ. Беҙҙең бит телебеҙ бик бай, миллиондан башлап, уны тулыландырып торорға кәрәк. Унда шул уҡ диалект һүҙҙәре лә урын алырға тейеш тип уйлайым. Корпус әҙәби һүҙҙәрҙең генә йыйылмаһы түгел бит. Телебеҙҙең академик һүҙлеге төҙөлгән, башҡа терминологик, лингвистик йүнәлештәге тар ҡулланылышлы башҡа һүҙлектәр бар - шуларҙың барыһының да электрон варианттары һаҡланған, шуларҙы ғына бер системаға һалған ваҡытта ла әллә нисә миллион һүҙебеҙ буласаҡ.
Хөкүмәттә барлыҡ базаларҙы берләштереү хаҡында идея бар. Улар Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтынан бик ҙур эштәр көтә ине, был эштәр нисек барғанын әлегә белмәйем. Әммә шундай маҡсат ҡуйылған. Йәғни һәр кем үҙендә булған базаны йәлләмәй генә бер ҡаҙанға һалырға тейеш. Быны тормошҡа ашырыу өсөн ниндәйҙер бер берәмек, аңлы, рухлы һәм эшен намыҫлы үтәгән структура булырға тейеш...
Шулай итеп...
Тел һәм әҙәбиәт һәр саҡ йәнәш килә, тине Ғиниәт Сәфиулла улы әңгәмә барышында һәм ҡапыл әңгәмәнең төп асылын асып биргән образ күҙ алдына баҫты. Мәҡәләнең йомғаҡлау өлөшө тап шулай яҙылырға тейеш! Аҡыллыға - ишараны Мостай Кәримдең ошо юлдарында табабыҙ: "...Бер ваҡыт мин, әле үҫмер сағымда, ҡояш батып барғанда Сағылтау башында йөрөгәнемдә, саҡма таш өйөмөнә тап булдым. Кемдер мунса ташына тип йыйғандыр, күрәһең, уларҙы. Ни эшләптер, эйелеп, өйөмдәге бер йоморо ташты алдым. Ул йып-йылы ине. Мин быға ғәжәпләндем. Икенселәрен дә тотоп ҡараным. Улары ла йылы ине. Ситтәрәк таралып ятҡан бер нисә ташты өйөмгә алып һалайым тип ҡул һондом. Былары һап-һалҡын ине. Тимәк, күмәк булғанда таштар ҙа, ҡояштан алған йылыны үҙ-ара бүлешеп, оҙаҡ заман һыуынмайҙар икән..."
Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 2021 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА