Беренсе киҫәк. Боронғо дәүер.
Дүртенсе бүлек. Көньяҡ Урал гун эпохаһында
Дала зонаһы күскенселәре
Гундар дәүләте иртә синфи типта булып, уның иҡтисади нигеҙен күсмә һәм ярым күсмә малсылыҡ тәшкил итә. Император (шаньюй) нәҫелдән бирелгән һәм бер ни менән дә сикләнмәгән власҡа эйә була. Үҙ функцияларын ғәмәлгә ашырғанда ул үҙенең кәңәшселәренә таянған. Модэ хакимлыҡ иткән осорҙа гундарҙа ҡатмарлы дәүләт аппараты булыуы билдәле. Яһаҡ һәм һалым түләтеүҙе теүәл итеп ойоштороу маҡсатында халыҡ һанын иҫәпкә алыу эштәре башҡарыла; уларҙың үҙ яҙмаһы һәм аҡса әйләнеше барлыҡҡа килә.
Евразия далаларында баш һөйәген оҙонайтыу йолаһы Үҙәк Азияның төрки телле күсмә ҡәбиләләренең әүҙем йоғонтоһо һөҙөмтәһендә таралыу таба, күрәһең, был уларҙа ғәҙәти күренеш булған. Ошо хаҡта боронғо яҙма сығанаҡтарҙа Үҙәк Азия күскенселәренең баланың башын таҡтасыҡтар бәйләп ҡуйып оҙонайтыуҙары хаҡында мәғлүмәттәр бар. Оҙонсаға әйләнгән баш һөйәктәре һанының Көньяҡ Урал, Ҡаҙағстан, Себер һәм Волга буйы халыҡтары ҡурғандарында V-X быуаттарҙа айырыуса ныҡ артыуын билдәләп үтергә кәрәк, бында ошо осорҙа төрки телле ҡәбиләләр өҫтөнлөк итә.
Б.э. II - I быуаттарында Көньяҡ Урал гундары хаҡында тик туранан-тура булмаған мәғлүмәттәр буйынса фекер йөрөтөп булһа, б.э. II быуатында уҡ улар тураһында яҙма сығанаҡтарҙа иҫкә алына.
Мәҫәлән, б.э. I быуатында йәшәгән Рим тарихсыһы Дионисий Урал һәм Төньяҡ Каспий арауығында йәшәгән гундарҙы белгән. Шундай уҡ мәғлүмәтте II быуаттың билдәле Рим тарихсыһы Клавдий Птолемей раҫлай: ул йәшәгән дәүерҙә гундарҙың алдынғы отрядтары үҙҙәренең көнбайышҡа табан хәрәкәтендә Төньяҡ Ҡара диңгеҙ райондарына барып етә.
Байтаҡ ҡына тарихсылар фекеренсә, гундар, сәйәси яҡтан әүҙем булһалар ҙа, Ҡаҙағстандың, Көньяҡ Себерҙең һәм Көньяҡ Уралдың сак-усунь мөхитендә аҙсылыҡты тәшкил итә, һәм бында ваҡыт үтеү менән урындағы малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе ҡәбиләләр өҫтөнлөк ала. Гундарҙың (юэчжей төркөмө) һәм ерле сак-усунь ҡәбиләләренең б.э. тиклем II быуатта Урта Азия аша Бактрияға яһаған берлектәге походы уларҙың билдәле берҙәм акцияһы итеп күҙаллана, һөҙөмтәлә унда урындағы халыҡ күсмә ҡәбиләләр хакимлығына буйһондорола. Б.э. тиклем I - б.э. I быуаттарында хакимлыҡ иткән Бактрия батшаларының күптән түгел табылған хазиналары, уларҙың үҫешкән ҡала мәҙәниәте булған үтә ҙур илдә сәйәси власҡа килгән хәлдә лә, элекке күскенселәр булараҡ, үҙҙәренең ата-бабаларының ғөрөф-ғәҙәттәрен, донъяға ҡараштарын онотмағанлығын күрһәтә. Был үлгәндәрҙе меңәрләгән алтын предметтарҙан (баш, өҫ, аяҡ кейемдәренең биҙәүестәре һ.б.) торған үтә бай ҡәбер инвентары менән күскенселәрсә ерләү йолаһынан күренә, ошо әйберҙәрҙең байтаҡ ҡына өлөшөндә уҙған быуаттарҙағы Евразия далалары күскенселәре сәнғәтенә хас булған һыҙаттар һаҡланып ҡалған. Үҙенсәлекле деталдәрҙең тағы береһе - Бактрияның батшалыҡ итеүсе династияһы вәкилдәре, б.э. тиклем V-IV быуаттарҙағы сактар кеүек үк, 6 -10 мең алтын предметтар менән биҙәлгән затлы кейем кейгән. Тикшеренеүселәр, билдәләп үтелгән мәҙәни параллелдәрҙе иҫәпкә алып, юэчжейҙарҙың Бактрияға походтарында сак-массагет этник мөхите вәкилдәренең әүҙем ҡатнашыуы хаҡындағы фекерҙе нигеҙле, тип ҡарай.
Гундарҙың йәмғиәте һәм дәүләттәре улар йәшәгән барса территорияларҙа (Үҙәк Азия, Алтай, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Себер һәм Көнсығыш Европа) сығышы, йәшәү рәүеше, мәҙәниәте һәм теле төрлөсә булған ҡәбилә төркөмдәренән хасил булған, шуға күрә "гун" этнонимын әле билдәләп кителгән иҫкәрмәне иҫәпкә алып аңлау һәм ҡулланыу фарыз. Гундарҙың этник составы даими рәүештә үҙгәреп тора, быға уларҙың Ҡытай менән бер өҙлөкһөҙ һуғыш алып барыуы, шулай уҡ эске низағ-яуҙары булышлыҡ итә, ҙур этник төркөмдәрҙең массовый миграцияһына килтерә.
Көньяҡ Уралдың һәм уға йәнәш территорияларҙың боронғо тарихында гундарҙың мөһим роль уйнауын иҫәпкә алып, авторҙар уҡыусыны гундарҙың әүҙем ҡатнашлығында барлыҡҡа килгән һәм Көньяҡ Уралдың боронғо тарихында билдәле эҙ ҡалдырған бер нисә дәүләт берләшмәһенең ҡыҫҡаса тарихы менән таныштырыу урынлы булыр, тип һанай. Улар иҫәбенән Кангюй дәүләте айырым урын алып тора. Был дәүләт гундарҙың Ҡаҙағстан һәм Урта Азия далаларында, Урта һәм Түбәнге Һырдаръя, Төньяҡ Арал буйҙарындағы ерҙәрҙә алып барған сәйәси эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Гундарға буйһоноп йәшәгән, малсылыҡ менән шөғөлләнеүсе урындағы сак-усунь ҡәбиләләре ошо дәүләттең төп халҡын тәшкил итә. Сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Кангюй тәхетен йыш ҡына йә гун, йә Ҡытай ориентацияһын үҙ иткән хакимдар биләй. Ныҡлы стеналар менән уратып алынған тиҫтәләгән эре һәм йөҙәрләгән вағыраҡ ҡәлғәләр төҙөлөүе ошо замандағы Кангюйҙың иҡтисади һәм сәйәси ҡеүәтен раҫлаусы дәлил. Ошо ваҡыттан алып Көньяҡ Урал төбәге ҡәбиләләренең Урта Азия халыҡтары менән этномәҙәни һәм сауҙа бәйләнештәрен Кангюй үҙ контролендә тота башлай.
Нияз МӘЖИТОВ. Әлфиә СОЛТАНОВА.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы. Башы 2022 йылдың 28-се һанында).
"Киске Өфө" гәзите, №16, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА