«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЛЕНИН МӘКТӘБЕНӘ - 100 ЙЫЛ!
+  - 


Бөгөн Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы етәксеһе, Совет дәүләтенә нигеҙ һалыусы В.И.Лениндың исемен йөрөтөүсе ниндәйҙер ойошма, учреждениелар илдә юҡ, тип әйтерлек. Ә бына Башҡортостандың тәүге баш ҡалаһының береһе булған Стәрлетамаҡта булды, йәшәне, эшләне һәм бөгөн дә бар бер мәктәп - Ленин мәктәбе! Быйыл уның асылыуына - бер быуат тулды. Эшләй башлауының тәүге йылдарынан алып унда кемдәр генә белем һәм тәрбиә алып сыҡмаған: буласаҡ министр ҙа, осоусы ла, инженер ҙа, яҙыусы ла, мәҙәниәт, сәнғәт әһелдәре лә, уҡытыусылар ҙа... Бөгөн мәктәптең күренекле юбилей тантанаһын нисек ҡаршылай лицей коллективы? Уҡытыу-тәрбиә эштәрендә ниндәй уңыштары бар? Ошо хаҡта В.И.Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ лицей-интернаты директоры Салауат ҒӘЛИМУЛЛИН менән һөйләшәбеҙ.

Салауат Фердинанд улы, һеҙ мәктәп тарихында нисәнсе директорҙыр - уныһы мөһим түгел, әммә заманында Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе, Башҡортостан автономиялы республикаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе Шәриф Манатов туранан-тура үҙе етәкселек иткән Ленин мәктәбендә эшләү һеҙгә һәм уҡытыусылар коллективына ниндәй айырым бурыстар йөкмәтә?

- Эйе, дөрөҫ әйтәһегеҙ: Ленин мәктәбе бай тарихҡа һәм традицияларға эйә, һәм ул республикабыҙҙағы иң өлкән урта белем биреү учреждениеларының береһелер ҙә. Беҙҙең коллектив бөгөн ниндәй мәктәптә эшләүен, маҡсаттарын бик яҡшы аңлай. Беҙ йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә, балалар тарихыбыҙҙы һәм билдәле шәхестәребеҙҙе яҡшы белеп үҫһендәр һәм күңелдәрендә ихтирам тойғоһо һаҡлаһындар өсөн бөтөн көсөбөҙҙө, белемебеҙҙе, ваҡытыбыҙҙы бирәбеҙ. Мәктәбебеҙҙең үткән юлына ҡыҫҡаса ғына байҡау ҙа - ул үҙе бер тарихи хрестоматияға торошло: ошо уҡыу йортона ҡағылышы булмаған, уның диуарҙарын тетрәтмәгән бер генә тарихи ваҡиға ла юҡ; ошо белем йорто үҙ хәтерендә билдәле шәхестәрҙең күбеһенең мөнәсәбәтен, йылы ихтирамын һаҡлай.
Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы йылдарынан һуң, өҫтәүенә, аслыҡ афәтенән ҡаҡшаған илдә етем балаларҙы тәрбиәләү һәм уларға белем биреү мәсьәләһе бик киҫкен килеп баҫа. Мәғариф буйынса халыҡ комиссариатының һәр бер ултырышында тип әйтерлек ата-әсәһеҙ ҡалған балаларҙың хәлен яҡшыртыу, уларҙы аслыҡтан ҡотҡарыу, уҡытыу-тәрбиә мәсьәләләре ҡарала, уны нисек атҡарыу саралары эҙләнә. Ул заманда Өфө кантонында ике баҫҡыслы бер генә башҡорт мәктәбе лә булмай. Ошондай шарттарҙа башҡорт балаларына урта белем биреү мәсьәләһе ҡырҡыу тора. Һәм бына мәғариф буйынса халыҡ комиссариатының 1924 йылдағы (4 июль) 49-сы бойороғо сыға. Уның беренсе пункты башҡорт телен учреждениеларҙа тормошҡа ашырыуҙы тағы ла уңышлыраҡ итеү өсөн комиссия төҙөп, Ленин исемендәге мәктәпте булдырыуҙы ойоштороу эшен ваҡытлыса Шәриф Манатовҡа тапшырырға ҡарар ителә. Эйе, йәш Совет иленә милли кадрҙар уҡытыу һәм тәрбиәләү мәсьәләһе бик мөһим була һәм шул сәбәпле ниһайәт, 1924 йылдың 20 мартында раҫланған ҡарар нигеҙендә етем һәм ярлы башҡорт-татар балалары өсөн В.И.Ленин исемендәге өлгөлө белем биреү йортон асырға хәл ителә. Тәүҙә ул Өфө ҡалаһында эшләһә, 1930 йылда Стәрлетамаҡҡа күсерелә һәм 1999 йылдан В.И. Ленин исемендәге 2-се һанлы Стәрлетамаҡ лицей-интернаты тип үҙгәртелә. Лицей статусы, әлбиттә, инновацион белем биреү учреждениеһы булараҡ, уҡыу-уҡытыу эшен юғары сифатта һәм төрлө йүнәлештә ойоштороуҙы, шулай уҡ йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреүҙе күҙаллай. Беҙ тап бына шул маҡсаттан сығып эш итәбеҙ ҙә инде.

Ленин мәктәбе бөгөн ниндәй йүнәлештә эшләй, уҡыу-уҡытыу эштәрендә ниндәй уңыштарығыҙ бар?

- Бөгөн беҙҙең күп профилле лицейҙа 200-ҙән ашыу бала инновацион ысул буйынса белем ала. Мәктәбебеҙҙе тамамлаусыларҙың 95 проценты республикабыҙ һәм илебеҙҙәге юғары уҡыу йорттарына инеп, һөнәр үҙләштереп сыға. Лицейҙа беҙ хәҙер төрлө предметтарҙан олимпиадалар, фәнни конференциялар, "Беҙгә - 100", Балалар ҡоролтайҙары кеүек ҙур саралар үткәреү мөмкинлеге алдыҡ. Олимпиадаларҙа еңеүсе уҡыусыларыбыҙ күҙгә күренеп артты. Ғөмүмән, беҙ балаларҙың киләсәге өмөтлө булһын өсөн тырышабыҙ һәм уларға күңелдәренә яҡын һөнәр һайлауҙа ярҙам итәбеҙ. Был йәһәттән лицей уҡыу-уҡытыу программаларын үҫтерә барып, уҡыу-уҡытыу эшен нигеҙҙә химия-биология, математика фәндәренә өҫтөнлөк бирелә. Һөнәр һайлау буйынса уҡыусылар араһында эш инженерлыҡ йүнәлешендә алып барыла. Республикабыҙҙың төп юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть техник университеты менән беҙҙе күптәнге партнерлыҡ ептәре бәйләй. Был вуз менән килешеү сиктәрендә лицей уҡыусылары ошо уҡыу йортоноң уҡытыусылары һәм белгестәре тарафынан үткәрелгән оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала һәм буласаҡ һөнәр үҙенсәлектәренә төшөнә тора. Башҡорт дәүләт медицина университеты, Стәрлетамаҡ педагогия университеты, Эске Эштәр министрлығының Өфө мәк-тәбе менән дә беҙ ошондай уҡ килешеүҙәргә өлгәшкәнбеҙ һәм был үҙ һөҙөмтәһен бирә. Әйткәндәй, бөгөн лицейҙа инженер класы, психология-педагогика, медицина, хоҡуҡ һағы (полицейскийҙар) йүнәлешендәге кластар барлыҡҡа килде. Ҡытай телен өйрәнеү буйынса программа индерелде.

Ҡытай телен белеү һәйбәт, әлбиттә, ләкин тәүҙә туған телеңде өйрәнеү яҡшыраҡ, шулай бит?Ошо ыңғайҙан лицейҙа башҡорт телен уҡытыу хаҡында ла һөйләп китһәгеҙ ине?

- Әсә телебеҙгә һөйөү тәрбиәләү - илһөйәрҙәр үҫтереү тип аңлайым мин. Был йәһәттән иң тәүҙә шуны билдәләп китер инем: В.И.Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатта милли мөхиттең үҫеше әле лә дауам итә. Мәктәп етәкселеге, уҡытыусылар туған тел - башҡорт телен артабан да уҡытыу, үҫтереү маҡсатында үҙенсәлекле проекттар буйынса эшләй, төрлө саралар ойоштора, сөнки былар бөтәһе лә аҙнаһына ни бары 5 сәғәтлек башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен тулыландырыу, балаларҙы әсә теленән өҫтәмә материал һәм мәғлүмәттәр менән байытыу ниәтендә эшләнә. Мәҫәлән, 2023 йылдан башлап "Рәшит Ниғмәти уҡыуҙары" үҙебеҙҙең мәктәптә уҙғарылһа, быйылдан башлап ул республика кимәлендә үткәрелә башланы. Туған тел көнөнә бағышланған сараларҙа әсә теле уҡытыусылары асыҡ дәрестәр үткәрә, "Ерем, илем, телем" тип аталған викториналар, "Урал батыр" эпосы буйынса уйындар уҙғара, "Тел - халыҡ байлығы" темаһына класс сәғәттәре була. Тағы шул да мәғлүм булһын: В.И.Ленин исемендәге 2-се лицей-интернатта барлыҡ мәғлүмәтте заманлаштырыусы яңы быуын вәкилдәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған "Фәнни майҙан" форумы эшләй. Был форумда Стәрлетамаҡ балалар ҡоролтайының ойошторолоуы оло мәғәнәгә эйә бер сара ул.
Ҡыҫҡаса ғына һүҙемде тамамлап, шуны әйтер инем: лицейҙа тирә-яҡ райондарҙан уҡырға килгән балалар яҡты, йылы һәм уңайлы ятаҡ бүлмәләрендә йәшәй. Улар ҡарамағында ашхана, тренажерҙар залы, көрәш һәм актовый зал, китапхана. Улар өсөн башҡорт бейеүе, "Аҡ шоңҡар" фольклор коллективы, "Көрәш", шахмат, волейбол һәм башҡа түңәрәктәр эшләй. Лицейыбыҙҙың 100 йыллығына бағышлап "Ленин мәктәбе - минең мәктәбем" тигән китап сығарҙыҡ. Унда уҡыу йортоноң тарихы, бөгөнгөһө сағылыш алды, шулай уҡ киләсәккә ниәттәребеҙ менән танышырға мөмкин. Лицейыбыҙҙа мин киләсәгебеҙ йөҙөн күрәм, тип ғорурлыҡ менән әйтә алам, сөнки бөгөнгө йәштәребеҙ тап бына ошондай уҡыу йорттарында белем һәм тәрбиә алырға тейеш.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.24 | Ҡаралған: 71

Киске Өфө
 

Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru