«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№28, 13 - 19 июль, 2019

АҒИҘЕЛДӘ ЯҢЫ КҮПЕР

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров яңы Ағиҙел күпере төҙөлөшөнә рәсми старт бирҙе.

Республика етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, был төҙөлөш өсөн өс йыллап ваҡыт кәрәк буласаҡ. "Бөгөн Ағиҙелдең ике күпере араһында өс һыҙат киңлектәге өҫтәмә күпер төҙөлә башланы. Был эш тамамланғас, аркалы иҫке күпергә күсәсәкбеҙ. Бында таяуҙар нығытыласаҡ һәм күпер тороҡтары яңыртыласаҡ. Яңы күпер 31 ай эсендә әҙер булыр тип күҙаллана, проект буйынса тағы 30 ай иҫке күперҙе йүнәтеүгә китәсәк", - тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ проекттың финанс йәһәтенән сығымлы буласағын һәм күп ваҡыт талап итәсәген белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, йылдан-йыл арта барған транспорт ағымы баш ҡалабыҙ Өфөнөң генә түгел, тотош республикабыҙ үҫеше өсөн дә бик мөһим. Көньяҡ ҡапҡа иң көсөргәнешле урын, был күпер аша тәүлегенә 120 мең автомобиль үтә, 2018 йылдың 1 ғинуарындағы мәғлүмәттәр буйынса ҡалала мең кешегә 293 автомобиль тура килә һәм был үҫеш артабан да дауам итәсәк.

ишара
МАҠСАТЛЫ ЙӘШӘҮ - БЫНА БЫЛ ҮҪЕШ СТРАТЕГИЯҺЫ

Ысын социаль-рухи үҫеш бейеклегенә күтәрелә алмаған, әммә юғары постарҙа үҙ мәнфәғәттәрен алға һөрөп, дөйөм үҫеш барышына тотҡарлыҡ итеүсе етәкселәр булыуы беҙҙең төп бәләләребеҙҙең береһелер.

ҡала хакимиәтендә
СОВЕТ МАЙҘАНЫНДА ШАЙМОРАТОВҠА ҺӘЙКӘЛ БУЛАСАҠ!

Киров районының Совет майҙанында ике кимәлле паркинг төҙөү тәҡдим ителә. Уның өҫтөндә сквер булдырылып, генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.

эшҡыуарлыҡ мәктәбе
ЯУАПЛЫЛЫҠ УҢЫШЛЫ БУЛЫУҘЫҢ ТӘҮГЕ БАҪҠЫСЫ

Ҡулдан бурауҙы популярлаштырыу йәһәтенән балта оҫталары мәктәбе астым. Унда ай һайын дүрт-биш кеше уҡыны. Рәсәйҙең күп төбәктәренән килеп тәжрибә туплап ҡайттылар.

ырыуың кем?
БАШҠОРТ ЙӘНЛЕ БӨРЙӘНДӘР БЕҘ!

Ибн әл Асир (XII б.) бөрйәндәрҙең 588 йылда Төрки ҡағанаты ғәскәрҙәре составында Иран шаһы Ануширванға ҡаршы һуғышта ҡатнашыуы хаҡында яҙа. Күрәһең, бөрйәндәр ҡағанаттың билдәле һәм көслө ҡәүемдәренән һаналған.

ҡыҙыҡлы әңгәмә
"УРАЛ БАТЫР" ЭПОСЫ – ЙӘНДЕ ҺӘМ ТӘНДЕ ДАУАЛАУ СЫҒАНАҒЫ

Беҙҙең фольклорҙа күп арттерапевтик практикалар бар. Креатив хәрәкәттәр шул уҡ башҡорт бейеүе нигеҙендә ята. Күп элементтарҙы башҡорт бейеүенән алдыҡ, сөнки кеше уларҙы үҙенең эске донъяһын күрһәтеү өсөн ҡулланған.

Өфө башҡорто
ЯР БУЙЫ МАЛАЙЫ

Актер һөнәренә лә Башҡортостандың халыҡ артисы тигән исемде алғас ҡына уҡыным. Шулай итеп, башҡалар башта уҡып, унан эшкә театрға барһа, мин башта һөнәргә өйрәндем, унан уҡыным.

йәшлек йәшнәүҙәре
ҺӘР МӨМКИНЛЕККӘ ТЕШЕҢ-ТЫРНАҒЫҢ МЕНӘН ЙӘБЕШ

Лайыҡлы тормошта йәшәргә теләйбеҙ икән, һайлауҙарға ла мотлаҡ йөрөргә тейешбеҙ, сөнки гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәүҙән дә күп нәмә тора. Ғөмүмән, тормоштағы хәл-ваҡиғаларҙан ситтә торорға ярамай.

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru