«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№16, 17 - 23 апрель 2021

АУЫЛДАР АЙЫҠ БУЛҺЫН!

Ниһайәт, "Айыҡ ауыл - 2020" конкурсы ла тамамланды. Тап бынан 10 йыл элек сәләмәт тормош алып барған һәм айыҡлыҡты пропагандалаған егеттәр инициативаһы менән башланған конкурс бөгөн тотош Башҡортостанды ялмап алды, тиергә мөмкин, сөнки йылдан-йыл уның географияһы киңәйә бара. 2019 йылда унда 400-ҙән ашыу ауыл ҡатнашһа, "Айыҡ ауыл - 2020" конкурсы һөҙөмтәләренең һандарҙа сағылышын түбәндәгесә күрһәтергә мөмкин: 54 райондан 2 114 ауыл ҡатнаша, 50 мең активист, 1 мең волонтер эшмәкәрлек алып бара, 320 магазин алкоголь һатыуҙан баш тарта, 2 мең спорт сараһы уҙғарыла, 100-ләгән кеше нарколог иҫәбенән алына, тура бәйләнешкә 2 мең мөрәжәғәт килә, балалар өсөн йөҙләгән лекция һәм синыф сәғәте уҙғарыла, скандинавса атлап, тиҫтәләгән километр юл үтелә, меңләгән "Мәргән уҡсы" сәпкә тейҙерә.

Мәғлүм булыуынса, быйыл был сара Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо һәм приз күләме 40 миллион һум тәшкил итте. Финалға эре, ҙур, урта, бәләкәй ауылдар номинацияларында 12 ауыл сыҡты һәм еңеүсене билдәләү тауыш биреү һөҙөмтәһендә асыҡланды (үкенескә күрә, тауыш биреү һөҙөмтәләре халыҡҡа асыҡтан-асыҡ иғлан ителмәне). Бүләкләү сараһына финалға сыҡҡан ауылдар үҙҙәренең күргәҙмәләрен тәҡдим итте, стратегик сессияла ҡатнашты, айыҡлыҡ тураһында лекция тыңланы. Форсайт-сессияға йыйылыусылар идеаль айыҡ ауыл моделен күҙалланы, ҡоролтай рәйестәре, район хакимиәттәре вәкилдәре, ауыл активистары үҙҙәренең тәжрибәһенән сығып, киләһе йылғы конкурстарҙы камиллаштырыу буйынса тәҡдимдәрен индерҙе.

(Артабан уҡырға)

килешмәйем
ЭТ ЭТЛЕГЕН ИТЕР...

Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2000-2010 йылдар эсендә 400-ләп кеше берәҙәк эттәр өйөрөнән таланып һәләк булған. Ә кешегә ташланыу факттары иҫәпһеҙ-һанһыҙ: эт ҡорбандарының күптәре үлемдән ҡотолһа ла сирле йә ғүмерлек ғәрип булып ҡала. Мәҫәлән, 2019 йылдың һигеҙ айында ғына ла 287 мең кеше эйәһеҙ эттәрҙән талана, шуларҙың 30 проценты - балалар.

көнауаз
ҠАҒЫҘ БАҪМАЛАРҒА ҠЫҘЫҠҺЫНЫУ БАР ӘЛЕ

Интернеттағы сығанаҡтар менән эшләргә өйрәнеү беренсе урынға ҡуйылһа ла, киләсәкте күҙаллап, баҫма матбуғатты ла тотороҡло эшләтеү кәрәк. Был инде журналистарҙан бер юлы әллә нисә төр һөнәр үҙләштереүҙе талап итә.

мин шуны беләм...
КИСКЕ АЛТЫНАН ҺУҢ АШАУ ЗЫЯНҒА

...Япония ғалимы биолог Есинори Осуми шундай асыш яһай: әгәр кеше кәмендә 14 сәғәт ашамай торһа, уның күҙәнәктәре лә асыға икән. Һәм шул асыҡҡан күҙәнәктәр үҙенең эсендә булған бөтә "бысраҡты" ашай башлай. Шулай уҡ башҡа "ҡартайған" һәм ауырыу күҙәнәктәрҙе лә йота.

сәләмәтлек әлифбаһы
ЙӘШ КҮРЕНЕҮСЕЛӘРҘЕҢ КҮБЕҺЕ СӘЛӘМӘТ ҺӘМ ИЗГЕ КҮҢЕЛЛЕ КЕШЕЛӘР

кеше ни тиклем генә сәләмәт, йәш һәм матур булып ҡалырға тырышһа ла, йылдар барыбер үҙенекен итә - йәшлек артынан ҡартлыҡ килә. Ғүмеребеҙҙең ошо этабын лайыҡлы ҡаршы алыр, олоғайғас та күңел көрлөгөн һаҡлар өсөн нимә эшләргә? Мәләүез үҙәк район дауаханаһы врач-гериатры Гүзәл ЮЛДАШЕВА менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.

табип һүҙе
ИҪКӘРТЕҮ САРАҺЫ ОШО БУЛА ИНДЕ

Ә берәү вакциналанмаған килеш сирләп, унан Аллаһ Тәғәлә ихтыяры менән йүнәлеп китте икән, был кешенең тәнендә лә әлеге антиматдәләр барлыҡҡа килә. Тәбиғи юл менән. Бындай кеше лә күпмелер ваҡыт инфекцияға бирешмәй.

йәшел дауахана
ҠАРАҒАЙ БӨРӨЛӘРЕ ТЫН ЮЛДАРЫН ДАУАЛАЙ

Был осорҙа улар сайырлы, йәбешкәк, йәшел генә һәм хуш еҫле була һәм, тәбиғи, шифалы матдәләре иң ныҡ тупланғын сағы. Дауаланығыҙ, йыбанмағыҙ! Бөрөләрҙе бирсәткә кейеп, ҡайсы менән ҡырҡып алығыҙ, сөнки ҡулға йәбешкән сайыр тиҙ генә йыуылмай.

Мөнир ҠУНАФИН
СОҠОР

Ағаһы тураһында уйланы. Уны нишләптер күптән иҫкә алмаған икән дә. Их, соҡор, шәп булдың бит һин. Күптән шулай ултырып уйланырға булған Зөбәйергә. Ул күңеленең таҙарғанын, хәтеренең яңырғанын тойҙо.

ағинәй мәктәбе
АПТЫРАНЫҒЫҘМЫ? АПТЫРАМАНЫҠ!

Их, ошо баймаҡтарҙың сәмселлеге! Ташты ҡутарып ярһып-бәреп сыҡҡан орошишмәмени уларҙың ошондай саф, ихлас, самими ярһыуы! Ошо илаһи сәм һәм ярһыу уларҙың бөтә фиғелендә, бейеүендә, йырында!

йолаларыбыҙ
БАШ ИТЕНӘ – ҠУНАҠҠА

Беҙҙең Мәләүез районында, айырыуса Нөгөш буйы ауылдарында борондан ҡалған бик матур бер йола бар: "Баш итенә ҡунаҡ йый" тип атала ул.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru