«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№43, 22 - 28 октябрь, 2016

ӨФӨБӨҘҘӨ БИҘӘЙ

ЗӘЙНӘБ АПАЙЫБЫҘ

ҺӘЙКӘЛЕ

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға тантаналы рәүештә һәйкәл асылды. Октябрь проспектындағы аллеяла яҙыусының хеҙмәттәштәре, туғандары һәм яҡындары, студенттар һәм уҡыусылар йыйылды. Тантанаға Күгәрсен районынан яҙыусының яҡташтары ла килгәйне.

Сара яҙыусының үҙе уҡыуында "Хәйерле көн!" шиғырының яҙмаһы һәм ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Ирек Ялаловтың сығышы менән башланды. Һәйкәлде асыу хоҡуғы шағирә, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясоваға һәм яҙыусының Мәскәүҙән килгән улы Тельман Әминевҡа бирелде.
- Был - ҙур байрам, тормошомдағы иң бәхетле көн, - тине Тельман Әминев. - Әсәйемдең яҡты донъянан китеүенә 20 йыл үтте. Мин һәр саҡ уның хәтерен мәңгеләштереү тураһында уйландым. Һәйкәл бик матур, сквер менән бергә ул архитектура комплексын барлыҡҡа килтерә һәм Өфөнөң биҙәге булып тора...
Тантана З.Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһы уҡыусылары башҡарыуында Зәйнәб Биишеваның шиғырҙарын уҡыу һәм сәскә һалыу менән тамамланды. Бейеклеге өс метрға яҡын бронза һындың скульпторы - Владимир Дворник. Һәйкәл яҙыусының исемен йөрөткән "Китап" нәшриәте һәм Өфө һөнәрҙәр һәм сервис колледжы эргәһендә урынлашҡан. Һәйкәл янындағы биләмә төҙөкләндерелгән. Ошо урында Зәйнәб Биишева исемендәге сквер булдырылған.
Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Үҙенең шиғри йыйынтығын сығарған тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Замандаштары уны әүҙем тормош позицияһы булған кеше, ысын илһөйәр, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшсе итеп хәтерендә ҡалдырған.

Ләйлә АРАЛБАЕВА.

тураһын әйткәндә...
ҺӨЙЛӘГӘН ҺҮҘЕБЕҘ РУХЛАНДЫРЫРЛЫҠ БУЛҺЫН

Яңы миҙгелдә Башҡортостан юлдаш телеканалында "Башҡортостан геройҙары" тип аталған проект старт ала. Телеканал һайлап алынған тарихи шәхестәрҙең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында 100 телефильм әҙерләй.

... ғәҙәттәре күркәм
ЙӨҘЙӘШӘРҘӘР КҮБӘЙӘ...

Өфө ҡалаһы һуңғы йылдарҙа өлкән йәштәгеләр ҡалаһына әйләнә бара. Мәҫәлән, 5 йыл элек 100 йәште үткән граждандарҙың һаны 30-лап ине, бөгөн 60 "йөҙйәшәр"ебеҙ бар.

айығайыҡ, йәмәғәт!
ЭСМӘЙЕМ, ТИГӘНДЕ ЛӘ ЭСЕРГЕЛӘРЕ КИЛӘ ШУЛ

Ултырһын ул шешә ялтырап, һин уға ҡарама, алма, эсмә! Уның харам икәнен аңына һеңдер һәм башҡаларҙы ла тый, өгөтлә, оялт. Беҙ был афәткә ҡаршы шулай итеп кенә көрәшә алабыҙ.

улар автономия яуланы
ХӘЛИМ ӘМИРОВ

Сәйәси комиссар булараҡ, Х. Әмировҡа ярайһы уҡ ауыр мәсьәлә йөкмәтелә: милли ғәскәрҙең яңы шарттарҙа рух ныҡлығын тәьмин итеү, башҡорт һалдаттарына автономия өсөн көрәштең ҡатмарлы юлдарын төшөндөрөү.

заман башҡорто
ТЫНЫС ТОРМОШТА - БӨРЙӘН, ЮРМАТЫ, ТҮҢГӘҮЕР...

Хеҙмәтем бөрйәндәр хаҡында тик яңы мәғлүмәттәрҙән генә тора. Бөрйәндәр тураһындағы бығаса булған ғилми концепция үҙе үк үҙгәреш кисерҙе: бөрйәндәр төрки тамырлы түгел, ә иран, скиф-сармат сығышлы ҡәбилә.

йәшлек йәшнәүҙәре
УҢЫШЛЫ КЕШЕ - МӘҒЛҮМӘТЛЕ КЕШЕ ИНДЕ УЛ

Йәштәр үҙҙәре үк ауыл - перспективалар территорияһы, тигән фекер әйтте. Йәштәр юл инфраструктураһы, айыҡ тормош алып барыу, шәхси эшҡыуарлыҡҡа ҡағылған мәсьәләләрҙең хәл ителешен теләй.

эй, бала саҡ
ҺӘЙБӘТ АТАЙ-ӘСӘЙҘЕҢ ЙЫЛЫ ҠОСАҒЫНДА ҮҪТЕК

Беҙгә, алты балаға, иҫ киткес һәйбәт атай-әсәйҙән тыуып, уларҙың йылы ҡараштарын тойоп, ҡанат аҫтында ғына үҫеү бәхете тейҙе. Үҙемде белә-белгәндән атайым - Рәсүл Кәримов колхозда яуаплы вазифалар биләне: бригадир ҙа, ферма мөдире лә булды, күп йылдар мәктәптә эшләне.

иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Киске Өфө" гәзитенең "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Башстатус" төркөмө менән берлектә иғлан иткән "Башҡорт китабы топ-100+" акцияһына ҡушылған уҡыусыларыбыҙҙың тәҡдимдәрен һәр һанда күрһәтә киләбеҙ. Бөтәһе лә уҡырға тейешле китаптар исемлеге яйлап үҫә бара.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru