«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№10, 7 - 13 март, 2015

БАШҠОРТ ҠЫҘЫНА

Йырҙар кеүек, йылдар йырланалар.
Йыл түрендә - башҡорт ҡатыны.
Ул тарата быуат-быуат буйы
йөрәгенә йыйған яҡтыны.
Ул Шәрифә Тимерғәлинамы?
Ниҙәр һөйләй әле бик алсаҡ:
"Мәңге йәшел ерҙә тыумағанбыҙ,
мәңге йәшлек иле буласаҡ!"
Һәҙиәлер, бәлки,
Дәүләтшина - уйҙарына тоғро ҙур кеше.
"Ырғыҙ"ына - ғәзиз ил ҡыҙына
бар мираҫы - йөрәк тибеше.
Кем ул? Зәйнәп Биишева мәллә?
Аҫыл томдар, улдар инәһе.
Өйрәтәме талант ишегенә нисек
талап биген асып инәһен.
Гөлнәзирә - Туйсинамы әллә -
ҡына гөлдәй күркәм ҡыҙ бала?
Алҡышлаһа бөгөн Мәскәү уны,
иртәгеһен Милан ҡул саба...
Ҡаҙан менән усаҡ хужаһы ғына
ул булмаған элек-электән -
башҡорт ҡыҙы Йәнтүрәһе менән
Парижғаса йәнәш елдерткән.
Уңғанлыҡта Батырова кеүек,
берсә Үлмәҫбикә кеүек ул.
Тыуған Ватан кеүек киң күңелле,
Тыуған Ватан кеүек бөйөк ул.

Рәмзилә Хисаметдинова

килешмәйем!
АТТЫҢ ШӘБЕ – КЕШЕЛӘ, ҠАТЫН ШӘБЕ – КҮРШЕЛӘ

Ағай кешенең: "Ҡатынды ҡаты тотмаһаң, елкәңә атланырға тора", - тигәнен ишеткеләй йөрөһәм дә, иғтибар итмәгәнмен, ә улар ана шулай ҡатындарынан йылы һүҙҙәрен йәлләп, үҙ өйҙәрендә үҙҙәренә дошман яһаған...

үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙ
ҒАИЛӘ ҠОРОРҒА ЛА, БАЛАЛАР ҮҪТЕРЕРГӘ ЛӘ ӨЙРӘТӘБЕҘ

- Ана шул "Киске Өфө"өнө уҡымағанға ла кейәүгә сыға алмай йөрөйһөң инде һин! Ғаилә мәсьәләләрендә атай-әсәйегеҙ, олатай-өләсәйҙәрегеҙ бирмәгән һабаҡтарҙы бирә был гәзит.

уйҙарымдан уйылам...
ҠАТЫН КЕШЕ ҠАМЫР МЕНӘН ҠАРТАЯ, БАЛА МЕНӘН ҺАРҒАЯ

Ир-ат өсөн гүзәл зат иң мәрхәмәтле йән. Беҙ уларға һөйгән йәр ҙә, ҡатын да, әсә лә. Бала саҡта беҙ атайҙарға ожмахҡа ишек асабыҙ, йәшлегебеҙҙә иребеҙҙең иманын тулыландырабыҙ, ә әсәлектә ожмахты аяғыбыҙ аҫтына һалабыҙ.

тарих ярсыҡтары
ХХ БЫУАТ БАШЫНДА МОСОЛМАН ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ ОЙОШМАЛАРЫ

ХХ быуат башы Рәсәй яҙмышында ҡырҡа боролош яһаған тарихи ваҡиғаларға - революцияларға, һуғыштарға бай булған ҡатмарлы осор була. Илде ялмап алған тетрәнеүҙәр, бер яҡтан, һанһыҙ кеше ҡорбандарына, илдең иҡтисадына ҙур матди зыян килтерһә, икенсе яҡтан, халыҡтың социаль әүҙемлеген арттырыуға, төрлө ойошмаларҙың, милли хәрәкәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

аһ, ҡатын ҡыҙ...
БӘҪЛЕ, ҠЫЙБАТЛЫ БУЛҺЫН КЕЙЕМЕБЕҘ

Оҙаҡ йәшәй башлаһа, ир менән ҡатындың тормошо прозаға әйләнә. Ләкин прозаны әҙерәк кенә поэзия менән йәнләндереп ебәреү өсөн бер йылы һүҙ ҙә етә. Әйҙә, бешергән ашын, кейемен, биҙәнеү әйберҙәрен маҡтап ебәр!

һай! һай! һай!
БАЙМАҠТАНМЫ?.. ӨФӨГӘМЕ?.. САҢҒЫЛАМЫ?..

"Иртән иртүк торабыҙ ҙа, юл картаһы буйынса бөгөн нисә километр үтәсәгебеҙҙе билдәләп алабыҙ. Мәҫәлән, 17 сәғәткә тиклем 40 саҡрым уҙып, Ҡолғонанан Красноусол ҡасабаһына тиклем барып етергә тейешбеҙ".

сәләмәтлек әлифбаһы
ЯЛҠАУ БУЛМАЙЫҠ!

Хәҙер әсәйҙәр балаға памперс кейҙерә лә, үҙенә эш еңеләйтә. Был һис ярамаған эш. Памперсты көнөнә бер-ике сәғәткә, урамда йөрөгәндә йәки берәй ергә барғанда, бала аҫтын еүешләп, һыуыҡ үткәрмәһен өсөн генә кейҙерергә мөмкин.

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru