«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№40, 14 - 20 октябрь 2023

БАҠСАҒА - ЯҢЫ ҺУЛЫШ

11 октябрҙә, Республика көнөндә, Өфө ҡалаһының Аксаков исемендәге баҡсаһы киң күләмле реконструкциянан һуң яңынан асылды. Баш ҡалабыҙҙың тарихи-мәҙәни ҡомартҡыһы һаҡсыл һәм зауыҡлы итеп яңыртылды. Тантаналы сарала БР Башлығы Радий Хәбиров һәм Абхазия Президенты Аслан Бжания ҡатнашты.

Радий Хәбиров, баҡсаны асыу тантанаһына килгән өфөләргә мөрәжәғәт итеп, былай тине: "Һеҙ ҡарағыҙ әле, ҡояш күренде, тимәк, беҙ хаҡ эш башҡарабыҙ. Эйе, ямғыр ҙа яуып тора. Миңә республикабыҙ ҙа тап ошо рәүешле күренә. Эйе, ҡайҙалыр эңер төшкән кеүек. Эйе, ҡайҙалыр еңел түгел. Эйе, беҙ бик ҡатмарлы ваҡытта йәшәйбеҙ. Әммә беҙ Өфөбөҙ һәм бөтөн республикабыҙ матурыраҡ, йылыраҡ төбәк булһын, яҡшы уйын майҙансыҡтарында йөрөгән балаларҙы күргәндә күңелдәребеҙгә шатлыҡ тулһын, тигән ниәтебеҙҙән һис ҡасан баш тартманыҡ. Беҙ Аксаков паркына реконструкция эшләнек. Был республикабыҙға, өфөләргә сираттағы бүләгебеҙ ул. Был беҙҙең киң билдәле яҡташыбыҙҙың бик йылы исеме менән бәйле гүзәл урын... " Эйе, Аксаков баҡсаһы - бик иҫтәлекле ҡомартҡы. Бында XVIII быуат аҙағында билдәле яҙыусы Сергей Аксаковтың ата-әсәһенең усадьбаһы булған, ул 1791 йылдың сентябрендә ошонда тыуған. Һуңынан усадьбаны Өфө сауҙагәре К.И. Блохин һатып ала, бында уның аҡсаһына 1833 йылда йәмәғәт баҡсаһы асыла, ял итергә килеүселәргә инеү түләүле була. 1888 йылдан усадьбаға яңы хужа - сауҙагәр В.И. Виденеев килә, ул бында ағастан ике ҡатлы йәйге театр төҙөтә. Совет власы йылдарында ошо баҡсаға СССР-ҙың мәғариф наркомы А.В. Луначарский исеме бирелә. Ул саҡта йәйге кистәрҙә баҡсала тынлы оркестр уйнаған, китап уҡыу павильоны, бильярд бүлмәһе, ресторан эшләгән, театр эстрадаһында концерт программалары ҡуйылған. Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында С.Т. Аксаковтың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы баҡсаға уның исеме бирелә.



матур һүҙ
БАШҠОРТОСТАН!

Ошо һүҙҙе әйтеү менән күҙ алдына республикабыҙ бар гүзәллеге менән килеп баҫа. Яратҡанға шулай ул, тиерһегеҙ. Эйе, был һүҙҙе яратҡан кеше генә шулай матур итеп әйтә ала. Матур итеп, ғорурланып, ихласлыҡ менән. Был һүҙ йәнле кеүек. Әйткәндә, ишеткәндә, уның ысынлап та йәне бар һымаҡ.


донъя шаңдауы
ПУТИНДЫҢ АЛТЫ МАҠСАТЫ

Эксперттар билдәләүенсә, төп ставканы күтәргән һайын, долларҙың үҫә барыуы бер нисә сәбәпкә бәйле: валюта курсындағы спекуляция; илдән капиталдың ситкә ағылыуы; долларҙың бөтөн донъя валюталарына ҡарата ла нығыныуы.


бынағайыш
ТИШЕК ТОҠҠА - ЙЫРТЫҠ ЯМАУ

"Һәр бер эш биреүсе үҙе яллаған сит ил граждандары тәртибе өсөн яуаплы булырға тейеш. Ә инде ситтән килгәндәр енәйәт ҡылған икән, уны ғаиләһе-нийе, бөтөн туған-тумасаһы менән бергә илдән ҡыуырға", - тип талап итә С. Миронов.


психолог ыңғайға көйләй
ТАТЫУЛЫҠҠА НИ ЕТӘ?

Ауыр холоҡло булып сыҡты был етәксем. Иртәнсәк кабинетҡа килеп инеп, биргән һаулығымды ла алмай, берәй эш ҡуша ла: "Эшләй алырмын тиһегеҙме? Ҡулығыҙҙан килмәйәсәк", - тип алып килгән документтарҙы кире алып китә.


ҡатын-ҡыҙ ҡолағына
БАЛА ТАБЫРҒА БУЛДЫҢМЫ? ӘҘЕРЛӘН, ПЛАНЛАШТЫР!

Ҡыҙ баланы әсәй кеше буласаҡ әсәй итеп тәрбиәләргә бурыслы. Был иң элек ҡыҙ баланың гигиенаһына, уны дөрөҫ итеп йыуындырыуға ла ҡағыла. Сөнки дөрөҫ йыуындырыу ҡыҙҙарҙың енес ағзаһында елһенеүҙәр булдырмаҫҡа ярҙам итә.


ҡыҙыҡлы әңгәмә
КЕШЕ ҮҘЕНӘ ЯҘҒАН ҒҮМЕРҘЕ ОҘАЙТА АЛМАЙ, Ә ҠЫҪҠАРТА АЛА

Табиптар сәләмәтлекте һаҡлау өсөн күп хәрәкәтләнергә, физкультура, спорт менән шөғөлләнергә ҡуша. Әммә бөгөн бассейн, спорт залдары, фитнес үҙәктәр ныҡ етеш йәшәгәндәр өсөн генә тәғәйенләнгән кеүек.


табип иҫкәртә
БИТЕҢӘ СИҠАН СЫҠҠАНМЫ?

Халыҡта "Күҙең ауыртһа - ҡулыңды тый, эсең ауыртһа - ауыҙыңды тый", тип тә әйтәләр бит әле. Нәҡ шуның һымаҡ уҡ, биткә сыҡҡан нәмәләрҙе лә соҡоғолап, ярһытып, үҙебеҙҙең ғүмеребеҙҙе ҡурҡыныс алдына ҡуймайыҡ.


Рамаҙан Өмөтбаев
АТЛЫ БАШҠОРТ – 12

Ә һин ат һорағас, нишләп ҡылысын да һорамайһың? Ҡылысһыҙ... ниндәй кавалерист? Ҡылысһыҙ ат өҫтөндә йөрөү - ул ялан аяҡҡа шпор тағыу менән бәрәбәр! Шәхси ҡылысыңды ла тағып ҡайт.


илһөйәрлек мәктәбе
ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА

Бөгөн беҙ еңмәһәк, һуғыш бында ла килеп етәсәк, иманһыҙлыҡ, тәүфиҡһыҙлыҡ хөкөм һөрәсәк, ғаилә институты емереләсәк, тигән уй тынғылыҡ бирмәне.


ағинәй мәктәбе
НИНДӘЙ ЮРҒАН ЯБЫНАҺЫҢ?

Һарыҡ йөнөнән эшләнгән юрған ябынһаң, йоҡоң тыныс була, ни тиклем ауырыраҡ, шул тиклем яҡшыраҡ йоҡлайһың. Йәйге эҫелә лә һарыҡ йөнөнән эшләнгән юрғанымды ябынып ятам, ул эҫелә һалҡын, һалҡында - йылы.


тереклек мәктәбе
АЙЫУҒА ТАРЫМА. ТАРЫҺАҢ, УРЫНЫҢДА ҠАТ ТА ҠАЛ

Быйыл һауа торошоноң үтә лә эҫе булыуы, ҡоролоҡ хайуандар өсөн ауыр мәл булды, айыуҙар йоҡоға талыу алдынан үҙҙәренә етерлек май йыя алманы. Шуға күрә улар аҙыҡ эҙләп, кеше йәшәгән урындарға ла йыш сыға башланы.


афарин!
СӘХНӘЛӘ - МЮЗИКЛ

Мюзиклдың төп идеяһы - яуызлыҡ һәм изгелек араһында барған мәңгелек көрәш. Гүзәл Уралдың нурлы ерен юҡ итергә ниәт ҡорған ер аҫты донъяһының ҡара көстәренә ҡаршы тороусы Урал улдары һәм ҡыҙҙарының изге ғәмәлдәре төп сюжет линияһын билдәләй.


афарин!
МӨҒЖИЗӘЛӘР ИЛЕ

Һуғыш ваҡиғалары кешеләр хәтеренән сыҡмай, улар ғүмерҙәренең һуңғы көндәренә тиклем шул осорҙағы хистәрҙе кисерәләр. Был спектакль Небылица фамилиялы фронтовичканың миҫалында бик күп кешеләрҙең яҙмыштарын сағылдыра.



Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru