«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӨРӘК ҠУШЫУЫ БУЙЫНСА
+  - 

Әҙәм балаһы ауырлыҡ килгәндә Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеп, ярлыҡау һорай, яҡлау эҙләй. Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәр ҙә рухи терәккә, йылы һүҙгә, күңелдәрендә ҡайнаған борсоулы һорауҙарына яуап табыуға мохтаж икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Ошоно аңлаған өсөн дә Мәләүездән Рәфис САФИН Махсус хәрби операция зонаһына ирекмән булараҡ юлланып, унда ике ай самаһы йөрөп ҡайта. Уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Рәфис хәҙрәт, һеҙҙең Махсус хәрби операцияға ирекмән булараҡ юлланыуығыҙҙы, әлбиттә, яҡташтарығыҙ ғәҙәти хәл тип ҡабул иткәндер, сөнки һеҙ дин әһеле булараҡ та үҙегеҙҙе ярҙамсыл, изгелекле кеше булараҡ танытҡайнығыҙ бит?

- Мин бер ҡасан да ауырлыҡтан ҡурҡманым, тормошта еңел юл һайламаным. Әрме бурысымды Кавказдағы хәрби конфликт ваҡытында үтәнем, Һауа десанты ғәскәрҙәрендә, разведкала хеҙмәт иттем. Шулай ҙа күңелдә ниндәйҙер үтәлеп бөтмәгән бурыс кеүек хис бар ине. Ватанды һаҡлау тигән изге тойғо булған ул. Ике яҡтан да олатайҙарым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Бөгөн беҙ еңмәһәк, һуғыш бында ла килеп етәсәк, иманһыҙлыҡ, тәүфиҡһыҙлыҡ хөкөм һөрәсәк, ғаилә институты емереләсәк, тигән уй тынғылыҡ бирмәне. Биш бала атаһы булараҡ, ошондай хәлдәрҙе күҙ алдына килтереп, күңелдә ризаһыҙлыҡ кисерҙем. Шул тәртипһеҙлектәрҙең минең балаларға ҡағылыу мөмкинлеген уйлап, ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы сығыу теләге барлыҡҡа килде. Махсус хәрби операцияла дини тәрбиә эштәре алып барырға тәҡдим иткәстәр, ризалаштым. Һалдаттарыбыҙға рухи терәк булырға, психологик ярҙам күрһәтергә теләнем, сөнки мин - дипломлы психолог та.

Беҙҙе, урта быуынды, атеист итеп үҫтерҙеләр. Ә кем һеҙҙе дөрөҫ итеп тәрбиәләне?

- Ислам тәғлимәте нигеҙҙәрен өләсәйем Рәхилә Миһран ҡыҙы бирҙе. Ул ваҡытта дин тураһында артыҡ мәғлүмәт булманы. Атай яғынан өләсәй Хәжәр Вәлишә ҡыҙы ғәрәпсә белде. Уларҙың тәрбиәһе көслө булды. Атайым Риф Муллағәли улы физкультуранан уҡытты, мине лә 12 йәштән спортҡа ылыҡтыра башланы. 14-15 йәштәрҙә һабантуйҙарҙа көрәштә, гер күтәреүҙә призлы урындар ала башланым. Әрме хеҙмәтенән һуң Стәрлетамаҡта медицина колледжын тамамланым, БДПУ-ла психология һәм социология факультетында уҡыным. Өфөлә Мәрйәм Солтанова мәҙрәсәһендә, өҫтәп Иранда, Төркиәлә белем алдым.

Шулай итеп, төп эшегеҙҙән отпуск алып, Махсус хәрби операция барған төбәккә командировкаға барып ҡайттығыҙ. Унда башҡарған эшегеҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине?

- Луганск Халыҡ Республикаһында хәрби сәйәси идаралыҡҡа тәғәйенләнеләр. Алғы һыҙыҡҡа барып, һалдаттар менән әңгәмә ҡороп, Ватанды һаҡлау, илһөйәрлек тураһында әңгәмәләр үткәрҙек, мәғлүмәттәр бирҙек. Элек ҡәҙимге тормошта дин, Аллаһы Тәғәлә тураһында бик уйлап та бирмәгәндәрҙер, әммә унда, ут эсендә, һалдаттың да, офицерҙың да нимәгәлер ышанғыһы, таянғыһы килеүе күҙҙәренән үк күренеп тора. "Ниндәй доға ҡылырға, ошонда һуғышта йөрөп, гонаһ ҡылмайбыҙмы?" - тигән һорауҙар күп. "Йәмәғәт, һеҙ, гонаһ ҡылмайһығыҙ, һеҙ Ватанды һаҡлайһығыҙ. Шуның өсөн күңелегеҙҙә шик булмаһын, Аллаһы Тәғәләгә тапшырығыҙ ҙа, яугир вазифағыҙҙы башҡарығыҙ", - тип һәр береһе менән һөйләшергә тура килде. Мосолмандар подразделениеһында Ҡорбан ғәйетен дә үткәрергә насип булды. Урыны-еренә еткерәйек тип, эргәләге ауылдарҙан һарыҡ-кәзә кеүек мал һатып алып, ҡорбан салып, аш бешереп ашағас, егеттәрҙең рухы, кәйефе күтәрелде. "Нисек унда барырға ҡурҡманың?" тип һорағандар булды. Нимәнән ҡурҡаһың? Мин үлемдән ҡурҡмайым, ләкин уны ашыҡтырмайым да. Шуның өсөн күркәм эш, изге ғәмәлдәр, батырлыҡ ҡылып китергә кәрәк. Өйҙә ҡоймаҡты ҡаймаҡҡа манып ашап, мәсеткә йөрөү генә мосолманлыҡ түгел. Ҡулыма ҡорал тотмаһам да, һалдаттар эргәһендә ҡуш ҡуллап доға ҡылдым, фатиха бирҙем. Госпиталдәргә күп йөрөнөм. Тиҙҙән егеттәр ҡайта башлар, Аллаһ бойорһа. Тән яраһы төҙәлер ҙә, уларға психологик ярҙам, ҙур иғтибар кәрәк буласаҡ. Сөнки улар йәрәхәтләнеп кенә ҡалмаған, бергә ризыҡланып, бергә окопта ултырған иптәштәрен юғалтҡан. Бурысымды үтәнем, күңелем бер аҙ тынысланды. Яугир һалдаттарға рухи ярҙам итә алғаныма ҡыуанам.

Һеҙҙең был ҡарарҙы тағы нисегерәк ҡабул итте таныштарығыҙ?

- Ҡайһы берәүҙәр: "Был эш һиңә кәрәк инеме? Күпме түләнеләр?" - тип һорай. Ир-егеттәр шулай ваҡсылға әйләндеме, тип, күңелде ниндәйҙер уй-кисереш, борсолоу баҫа. Кеше һинең ихлас күңел менән шул мәхшәргә барып ҡайтҡанды аңламай. Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла 60-ты үткән, 70-кә етеп килгән үҙ теләге менән ҡатнашҡан ирҙәр ҙә бар. "Ә һеҙ ни эшләйһегеҙ бында?" - тип һорайым. "Тыныс тормош тиҙерәк башланыуын теләйем", - ти улар. "Илгә файҙа килтергем килә", - тигәндәре лә булды.
Бөгөн иһә ғаләмдең Раббыһы булған Аллаһтан Махсус хәрби операцияла йөрөгән ир-егеттәребеҙҙе бәлә-ҡазаларҙан һаҡлауын, балаларыбыҙға һау килеш ата-әсәләре менән осрашыуын, һөйгәндәре менән ҡауышыуын насип итеүен һорайбыҙ. Һалдат буласаҡ барлыҡ егеттәргә лә ҡаһарман атай-олатайҙар рухына тап төшөрмәүен, әрме хеҙмәтен лайыҡлы үтеүен, тыуған ерҙәре, атай-әсәйҙәре менән бәйләнеште өҙмәүҙәрен теләйем. Иҫән-һау хеҙмәт итеп ҡайтһын улдарыбыҙ.

Әҡлимә ИМАМОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.10.23 | Ҡаралған: 106

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru