«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№49, 6 - 12 декабрь, 2014

ТӨПЛӨ ФЕКЕРЛЕ, КИҢ МӘҒЛҮМӘТЛЕ

Яратып уҡыған баҫмаларым "Башҡортостан" гәзите - олпат һәм рәсми, "Йәшлек" йәштәрсә сая булһа, "Киске Өфө" гәзите төплө фекерле, киң мәғлүмәтле булыуы менән иғтибарҙы, ихтирамды яулап алды.

Үҙ еребеҙҙә үҙебеҙ хужа булырға тейешлекте төплө, ипле итеп аңлата белеүсе, халҡыбыҙҙа милли ғорурлыҡ, сәм, ғәм тойғоһон уятырға ынтылыусы, күңелдәргә афоризм кеүек уйылған тос фекерҙәре менән уйланырға мәжбүр итеүсе етди, абруйлы гәзит ул - "Киске Өфө".
Милли баҫмаларыбыҙ араһында иң йәштәренән булһа ла, гәзитебеҙҙе тәжрибәле, олпат, аҡты ҡаранан айыра белгән, ваҡлыҡтарҙан өҫтөн була алған, бар белемен уҡыусыһына тапшырырға ынтылған остаз менән сағыштырыр инем. Үҙ үҫеше менән генә сикләнеп ҡалмай ул, үҙенән дә мәғлүмәтлерәк, төплөрәк йәш быуынды тәрбиәләүгә хеҙмәт итә.
Иғтибарыбыҙҙы көндән-көн нығыраҡ йолоп ала барған интернет селтәрендә башҡортса форумдарҙағы бәхәсләшеүҙәрҙе күҙәтеп барырға күнеккәнмен. Уларҙың күпселеге менән танышып сыҡҡандан һуң, күңелдә бер генә фекер ҡала: "Булыр илдең балаһы бер-береһен "батыр" ти. Бөлөр илдең балаһы бер-береһен "бахыр" ти". "Киске Өфө" гәзите иһә бәҫле, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе генә түгел, тырыш, маҡсатлы йәштәребеҙҙе, киләсәккә ҙур пландар менән йәшәүсе мәктәп уҡыусыларын да киң йәмәғәтселеккә танытып, халҡыбыҙҙы ҙурлай икән, беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа яратҡан гәзитебеҙҙе "Булыр илдең балаһы" тип хаҡлы рәүештә баһалай алабыҙ.

Гөлнур ҠАСҠЫНОВА,
БДУ-ның Бөрө филиалы доценты.

ҡоролтай зыңғыры
АУЫРЛЫҠТАРЫ БАРЛАНДЫ ЛА УЛ ТИК УЛАР ҠАҒЫҘҘА ҒЫНА ҠАЛМАҺЫН ИНЕ

Ҡурған өлкәһе тарих, фольклор һәм этнография менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн - үҙе бер хазина. Ғалимдар билдәләүенсә, Ҡурған өлкәһе - ҡатын-ҡыҙ милли кейемдәренең төп нөсхәһендә һаҡланған төбәктәрҙең береһе.

тарихи хәҡиҡәт
АҠ БОЛҒАР ИЛЕ, ЙӘКИ ОЛО БАШҠОРТОСТАН

Болғар ханлығы составында үҙ вәкәләттәре булған Бөйөк Башҡортостан, йәки Аҡ Болғар урта быуаттарҙа киң территорияларға йәйелгән, күп илдәр, халыҡтар менән сауҙа бәйләнештәре булған башҡорт ырыуҙарының дәүләте була.

диалог
НИНДӘЙ ГЕНӘ ЗАМАНДА ЛА ҮҘГӘРЕШҺЕҘ ҠАЛЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ҒАИЛӘ ҠИММӘТТӘРЕ БАР

Тик был миҙалға ысынлап лайыҡ булмағандар ҙа эйә булыуы күңелде ҡыра, миҙалдың бәҫен төшөрә. Күп бала табыу менән генәме ни, әгәр уларға тейешле тәрбиә, өлгө бирә алмаһаң. Иҫәп менән сифат тура килмәй икән, 5 түгел, 15 бала тапһалар ҙа, миҙал тураһында һүҙ ҙә булырға тейеш түгел.

ағинәйҙәр ҡоро
БУЛЫР ИЛДЕҢ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАРЫ БЕР-БЕРЕҺЕНӘ "АҒИНӘЙ" ТИП ӨНДӘШЕР

Районда 54 ауылдың 37-һендә "Ағинәйҙәр ҡоро" әүҙем эшләп килә икән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың йәше лә, олоһо ла бер төптән булып, башҡорт ауылдарындағы рухи донъяны һаҡлап ҡалыу теләге менән берләшкән был ҡорға.

хеҙмәт һабағы
ҮҘЕҢ ЕТЕШТЕРГӘН РИЗЫҠҠА ЕТӘ БУЛАМЫ ҺУҢ!

Ике һыйыр тотабыҙ, йыл һайын ҡаҙ, өйрәк, бройлер себештәре һатып алабыҙ. Ауылда йәшәп тә, мал тотмауҙы күҙ алдына ла килтермәйем. Шуға күрә, кәртә-ҡуралағы эштәрҙе күңелемде биреп, яратып башҡарам.

һай! һай! һай!
МИЛЛИ ФИЛЬМДАР МЕНӘН ДОНЪЯНЫ ЛА ЯУЛАРҒА БУЛА

Тап глобалләшеү шарттарында үҙеңдең мәҙәниәтеңде һаҡлау кәрәк. Әгәр ҙә һин ошо ҡаршылыҡтарҙы еңә алаһың икән - артабан йәшәү хоҡуғына эйә булаһың, юҡ икән, халыҡтар һәм мәҙәниәттәр араһында сиктәр юйыла.

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru