«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№2, 9 - 15 ғинуар, 2016

ОШО БАҪМАНАН АЙЫРЫЛМАЙЫҠ!

Бөгөнгө мәғлүмәти иркенлек һәм уның күплеге алдында ҡайһы берҙә, ҡайһы матбуғат сараһын һайларға йәки ҡайһыһына өҫтөнлөк бирергә икән, тип баҙап ҡалабыҙ. Үҙең йәшәгән төбәк, республика, ил һәм донъя тураһында объектив фекер йөрөтәм тиһәң, аналитик ҡараштағы материалдарға иғтибар бүләһең. Тиҙләнеш дәүерендә уның формаһы ла осор талаптарына тура килергә тейеш.

Тап ошондай талаптарға яуап биреүсе баҫма - милли матбуғатыбыҙҙың йөҙөк ҡашына әйләнгән "Киске Өфө" гәзите. Беҙгә, күп балалы ғаилә булараҡ, хатта һәр беребеҙ өсөн генә тәғәйенләнгән рубрикалар, айырым биттәр бар унда. Уларҙың барыһы ла милли рух менән һуғарылған. Иң кесебеҙ Арыҫланға һуңғы биттәге материалдарҙы ҡысҡырып уҡыһаҡ, үҫмер ҡыҙыбыҙ Әҙилә әҙәп, матурлыҡ, әхлаҡ тураһында күберәк уҡырға ярата. Йыл буйына барған "Диалог" рубрикаһындағы сығыштарҙан фәһемле һәм файҙалы мәғлүмәттәр туплаһаң, гәзиттә баҫылған әҙәби әҫәрҙәр зауыҡлы уҡыусыға төбәлеүе менән айырылып тора. Гәзиттең һәр темаға объектив ҡарашы, үҙенсәлекле алымдары ла бөгөнгө уҡыусыны йәлеп итә. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ мәҡәлдәренең мәғәнәүи нигеҙҙәрен аңлатып яҙылған мәҡәләләрҙән һуң, миңә рухиәтебеҙҙең тағы ла бер ҡатламы асылғандай булды. Шулай уҡ тарихи тема ла һәр саҡ дәлилле алып барыла. "Киске Өфө"лә бирелә барған ҡала, республика, ил һәм донъя яңылыҡтары ла үҙенең мәғлүмәтлеге менән айырыла.
"Киске Өфө" - заман һулышын яҡшы тойған, үҙенә генә хас һуҡмағы булған гәзит ул. Тап ошо һуҡмаҡ ябай уҡыусыны ылыҡтырып, мәңгелек юғалмай торған ҡиммәттәр, рухи ҡиблалар, юғары зауыҡ һәм аң донъяһына алып инә. Шуға ла Яңы йылыбыҙҙы ла ошо гәзит менән ҡаршылаһаҡ, отолмабыҙ, мөхтәрәм дуҫтар!

Зәки ӘЛИБАЕВ,
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты.

тураһын әйткәндә...
МАЙМЫЛ БЕҘГӘ ЙЫЛМАЙЫРМЫ?

Шул 10 меңде күмәкләп талайҙар. Ә бына "Роснано" кеүек компанияла "тир түгеүсе" һәм миллионлап эш хаҡы алыусы "хеҙмәт коллективы" 2 миллион 240 меңгә Яңы йыл кисәһе ойоштороп, типтереп ята икән.

етәксе һүҙе
ҠАЛАБЫҘ ТУРАҺЫНДА ЭШҠЫУАРҘАР ҘА ХӘСТӘРЛЕК КҮРӘ

Һөҙөмтәлә ҡаланың таҙартыу ҡорамалдарының ҡеүәте тәүлегенә 500 мең куб метрға тиклем артты һәм таҙартылмаған һыуҙарҙың Ағиҙел йылғаһына ағыуы тулыһынса туҡтатылды.

әйҙә, эсмәйек!
ҠОРБАНДАР АРТА, Ә БИТ ШАРТЛАУ ҘА ЮҠ, ПУЛЯЛАР ҘА ОСМАЙ

Эскән кешенең ғүмер оҙайлығы 48-55 йыл. Уларҙың 25 проценты был йәшкә лә етмәй. 6-8 йыл систематик рәүештә эскелек менән булышҡан ата-әсәнән тыуған балалар аҡыл йәһәтенән бүтәндәрҙән кәм була.

йәшәгән бит батырҙар!
ФӘЙЗУЛЛА АҠТАЕВ ҺӘМ ЮЛБАРЫҪ БИКБУЛАТОВ

Белемле була. Русса яҙа һәм уҡый белә. Фәйзулла Аҡтаевты полк хорунжийы итеп күтәреү хаҡында документтар бар. Был чин уға Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе дворянины тигән статус бирә.

диалог
МИЛЛӘТ ТУРАҺЫНДА ФЕКЕР ТУПЛАУҒА МИЛЛИ МОҢ ДА БУЛЫШЛЫҠ ИТӘ

Әлеге көндә ошо йүнәлештә "Арғымаҡ", "Заман"дан тыш, "Әс-сәләм", "Йатаған", "Тамға", "Елмерҙәк", "Әйле ҡатай", "Урал тау", "Аҡтамыр", "Байембәт", "Юлдаш", "Сал Урал" һәм башҡа этно-төркөмдәр ижад итә.

һай! һай! һай!
БАШҠОРТ БЕЙЕҮЕНДӘ ХАЛЫҠТЫҢ ТАРИХЫ ЛА, КҮҢЕЛЕ ЛӘ САҒЫЛА

"Умырзая" фольклор ансамблендә, ысынлап та, бер урамда йәшәгән ирле-ҡатынлы 6 пар бейей. Улар колхоздар гөрләгән саҡтарҙа бейелгән бейеүҙәрҙе тергеҙеп, сәхнәгә алып сыҡты.

сәләмәтлек әлифбаһы
ТОТ ТА ҺАУЫҠ...

Табандарығыҙҙы һәм устарығыҙҙы айырмайынса күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ ҙа, ошо позала 10-15 минут ҡалығыҙ. Ҡул бармаҡтарығыҙ түбәгә ҡарап торорға тейеш.

ышанһаң - ышан
УҠСЫҒА КӨРСӨК ТЕЙМӘҪ, БАЛЫҠТАР ЯҠЛАУЛЫ БУЛЫР

Ә, ғөмүмән, маймыл ағас стихияһына ҡарағанлыҡтан, уға тиҙлек, хәрәкәтсәнлек, тиҙ үҙгәреүсән холоҡ та хас. Тимәк, кешелек донъяһы үҫештең төрлө юлдарын эҙләү өҫтөндә буласаҡ.

афарин!
СЕЛТӘРЛЕ БУЛЫУ ХЫЯЛЫ АҒИНӘЙҘӘРҘЕ ӨФӨГӘ ЙЫЙҘЫ

Боронғо биҙәктәрҙә башҡорт халҡының мөһөрө, бетеүе мотлаҡ төшөрөлә. Мөһөр - түңәрәк, ә бетеүҙәр өсмөйөш, ромб формаһында була. Мөһөрҙөң уртаһына ҡортбаш, аҡыҡ, ысын мәрйен, ай ташы ҡуйырға мөмкин.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru