«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СЕЛТӘРЛЕ БУЛЫУ ХЫЯЛЫ АҒИНӘЙҘӘРҘЕ ӨФӨГӘ ЙЫЙҘЫ
+  - 

Күптән түгел Сибай ҡалаһының Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсәниә Асия Ғәйнуллина етәкселегендәге "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары Өфөлә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәү әйбере - селтәр ( һаҡал, күкрәксә, хәситә, арҡыры яға ла тиҙәр) эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе үткәрҙе. Был сара Республика халыҡ ижады үҙәге эргәһендәге Сәсәндәр мәктәбе һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә ойошторолдо һәм Башҡортостандың төрлө төбәктәренән йөҙҙән ашыу ағинәйҙе йыйҙы.

Былтыр II "Селтәр" башҡорт сәхнә костюмы республика күргәҙмә-конкурсы үткәрелгәндә үк халыҡ ижадын өйрәнеүсе белгестәр ҡатнашыусылар араһында бөтөнләй яңылыш тегелгән селтәр өлгөләрен күреп, борсолоуын белдергәйне. Сөнки ҡайһы бер ижади төркөмдәр ялтырауыҡлы ептәр, ҙур муйынсаҡтар ярҙамында төрлө биҙәктәр һалып эшләгән өлгөләрен "селтәр" тип конкурсҡа тәҡдим итте. Улар араһында ете тажлы ҡурай, Башҡортостандың флагын төшөрөп ҡуйыусылар ҙа булды. Ул саҡта хәлде төҙәтеү өсөн берәй сара күрергә кәрәк, тигән ниәт яралһа, ниһайәт, быйыл уны тормошҡа ашырыу юлы ла табылды. Республика халыҡ ижады үҙәге эргәһендә Сәсәндәр мәктәбе асылыуы һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының эше йәнләнеүе быға булышлыҡ итте. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған йөҙҙән ашыу ағинәйгә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейеменең бөтә нескәлектәрен белгән Сибай ҡалаһы ағинәйҙәре үҙ оҫталыҡтарын өйрәтте. Улар оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар өсөн селтәрҙең нигеҙен тәшкил иткән тауарҙы бесеп тегеп, уға кәрәк тиклем ҡыҙыл мәрйен, ҡортбаш һәм хатта энәһен-ебен дә ҡушып һалып әҙерләп килтергәйне. Был эште еңелләштерҙе һәм һөҙөмтәле итте. Өлгө өсөн сибайҙар үҙҙәре эшләгән селтәр, хәситә, арҡыры яғаларҙың күргәҙмәһе лә ойошторолдо. Республика халыҡ ижады үҙәге ҡарамағындағы бинаның ҙур залында түңәрәкләп теҙелгән өҫтәлдәр артына шау-гөр килеп урынлашып бөткән ҡатын-ҡыҙҙарға Асия Ғәйнуллина селтәрҙәргә һалынған мәрйен биҙәктәренең мәғәнәһе, ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләгәндән һуң, йым ғына итеп мәрйен теҙеү серҙәренә төшөндөрҙө.
- Селтәрҙәге һәр биҙәккә тәрән мәғәнә һалынған, улар кеше күҙенән генә түгел, насар көстәрҙән дә һаҡлаған, - тип башланы һүҙен Асия Солтан ҡыҙы. - Боронғо биҙәктәрҙә башҡорт халҡының мөһөрө, бетеүе мотлаҡ төшөрөлә. Мөһөр - түңәрәк, ә бетеүҙәр өсмөйөш, ромб формаһында була. Мөһөрҙөң уртаһына ҡортбаш, аҡыҡ, ысын мәрйен, ай ташы ҡуйырға мөмкин. Мөһөр эсенә бетеү эшләп, уның уртаһына ошо таштарҙың береһен ҡуйһағыҙ, донъяғыҙҙың дүрт яғына ла ҡот ҡуныр. Селтәрҙә мәрйендәрҙең сәнселеп төшөүе Ҡояш нурын һынландыра - был ҡатын-ҡыҙ, һуҙылып төшкәне - Ай нуры, уның осонда орлоғо була, был ир-егеттең нуры. Ир-егеттең орлоҡло нурына ҡатын-ҡыҙҙың таралып төшкән нуры ҡушылып, орлоҡтан шытымдар сыға. Бына ниндәй тәрән фәл-сәфә һалынған беҙҙең милли кейемебеҙҙең һәр биҙәгенә. Селтәрҙең башына өс, дүрт, биш йәки ете ҡортбаш ҡуйыла һәм улар ике яҡтан да тәңкә менән уратылырға тейеш. Селтәр эшләгәндә боронғо өлгөләргә ҡарап эшләү кәрәк, сөнки бына ошондай беҙ белеп бөтмәгән йәшерен мәғәнәләрҙе һаҡлау һәм киләсәк быуынға түкмәй-сәсмәй тапшырып ҡалдырыу мөһим...
Оҫталыҡ дәресенә килеүселәрҙең күбеһе оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан, араларында бер-нисә йәш ҡыҙ ҙа бар ине. Мәҫәлән, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Лилиә Ҡашҡароваға был сара тураһында әсәһе әйткән. Күптән милли кейемдәр менән ҡыҙыҡһынып йөрөгән ҡыҙ оҫталыҡ дәресендә селтәр эшләргә өйрәнеүҙән тыш, сараның икенсе өлөшөндә эпос һәм ҡобайырҙар башҡарыу буйынса үткәрелгән семинарҙы тыңлап, рухланып сығыуы тураһында ла һөйләне. Ә бына Асҡын ағинәйҙәре тауарҙы буй-буй һалып тегеп, сигелгән биҙәктәр менән матурлап эшләнгән күкрәксәнән тыш, музейҙарында ғына һаҡланған селтәрҙе лә өйрәнеүҙәренә шатланыуын белдерҙе. Ғөмүмән, оҫталыҡ дәресе барышында тырышып, дәррәү генә мәрйен теҙгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың бер-береһенә ярҙам итергә лә, йырларға ла өлгөрөүе һоҡланғыс бер күренеш ине.
- Был оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар барыһы ла бер маҡсатҡа хеҙмәт итә - улар беҙҙең рухиәтебеҙ һағында тора. Бөгөн беҙ ошондай сараларҙың халыҡ өсөн мөһим булыуын һәм беҙ фараз итеүгә ҡарағанда ла күберәк кешеләр битараф ҡалмауын күрҙек. Киләсәктә Өфөлә генә түгел, республиканың башҡа төбәктәрендә лә ошондай оҫталыҡ дәрестәрен ойоштороу мәсьәләһе барлығын аңланыҡ, - тине Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева саранан ҡәнәғәт ҡалыуын белдереп.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Беренсе тапҡыр үткәрелгән бындай күләмле оҫталыҡ дәресе милли кейемдәребеҙҙең үҙенсәлеген һаҡлап ҡалыу йәһәтенән яһалған аҙымдарҙың иң әһәмиәтлеһе булып сығыуы ихтимал. Унда ҡатнашыусы ҡатын-ҡыҙҙар ҙур энтузиазм менән башлаған эшен еренә еткереп, тамамлап ҡуйыр һәм йәштәргә өйрәтеү сараһын да күрер, моғайын. Ни тиһәң дә, дәрестән һуң өйгә эше лә бирелде бит.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.01.16 | Ҡаралған: 1769

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru