«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№52, 24 - 30 декабрь, 2016

ТАУЫҠ ЙЫЛЫ

Йылдар менән хушлашабыҙ,
Теләп иҫәнлек-һаулыҡ.
Ярай, улар килә тора,
Быныһы икән - Тауыҡ.

Тауыҡ йылына ла беҙҙең
Теләк бер - үтһен имен.
Йылдар имен үтһен, тиһәң,
Табыштар эҙлә - тибен!

Һуҡыр тары таптым, тиеп,
Тик яр һалма ил-йортҡа.
Юҡһа, аҙмы ҡытҡылданыҡ
Һалмайынса йомортҡа.

Тауыҡ йылы өс йөҙ алтмыш
Йомортҡаһын һаласаҡ,
Ул сағында ҡытҡылдап та,
Ҡорҡолдап та аласаҡ.

Өнһөҙ генә түл йыйғанға
Әйтмәһендәр: тауыҡ баш.
Әтәс булып ҡысҡырмайыҡ,
Ғүмер кискә ауышҡас.

Онотмайыҡ, Тауыҡ йылы -
Ҡытлыҡҡа, тигәндәрен,
Башҡаларға япһармайыҡ
Иңдәргә тейгәндәрен.

Был донъяла беҙҙең эштәр -
Тауыҡ сүпләһә - бөтмәҫ;
Уй-хистәргә ашыр өсөн
Был ғүмер генә етмәҫ.

Сафуан ӘЛИБАЙ

әйҙәгеҙ...
БУЛҒАНЫНА ШӨКӨР ИТӘЙЕК!

"Быныһы рәхмәттәр бүлеге, - тип аңлата Фәрештә, бер аҙ уңайһыҙланып. - Нисек кенә күңелһеҙ булмаһын, был факт: кешеләр Хоҙайҙан фатиха алыуын ала, ләкин бының өсөн Хоҙайға рәхмәт әйтергә онота..."

әйҙәгеҙ, үҙебеҙҙән башлайыҡ!
МӨҒЖИЗӘ КӨТӨҮ ФӘЛСӘФӘҺЕ

Бәхетле булырға, донъя йәмен тойоп йәшәргә теләйһең икән - оло бәхет көтөп ултырма, уны бәләкәй генә шатлыҡтарҙан йый. Һауыҡтыр күңелеңде, ҡаралыҡтан арала, таҙала. Мәҫәлән, иртәнсәктән ыңғайға көйләнеп тор.

әйҙәгеҙ, һаҡсыл булайыҡ!
"БЕҘҘЕКЕ"НДӘ МИЛЛИОНЛАҒАН "МИНЕКЕ" БАР

Вандализм йә ошо йортта йәшәүсе балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең, йә уларҙың дуҫтарының эше. Һәм улар үҙҙәре йәшәгән йортто ремонтлау өсөн аҡсаны ата-әсәһе, олатай-өләсәһе түләүен аңларға тейеш.

хаҡ тамырыбыҙ
БЫЛ ТОМЛЫҠТАР ТАРИХИ АҢЫБЫҘҘЫ УЯТА

Шул саҡ беҙҙең бөгөн татар булып йөрөгән күп кешеләрҙең ата-бабалары үҙҙәрен башҡорт тип күрһәтә. "Вотчинник башкир" тип яҙылалар улар. Был тарихи сығанаҡ ҡына түгел, ә кире ҡағып булмай торған документ.

әйҙәгеҙ...
"КИСКЕ ӨФӨ"ЛӘГЕ АҠЫЛДЫ АҢЫБЫҘҒА ҺЕҢДЕРӘЙЕК!

Заманға ярашлы йәшәйеш аҡылына ла ҡолаҡ һалыу зарур бөгөн. 2002 йылдан, "Киске Өфө" гәзите ижад ителә башлаған мәлдән алып, замандаштарҙан ошо аҡыл-фекерҙәрҙе тирәбеҙ, гәзит биттәренә урынлаштырабыҙ. Кемдер уҡый ҙа күңеленә һеңдермәй, кемдер иһә күңеленә һеңдереп уҡый.

әйҙәгеҙ...
ШАЯРЫП, ШАЯРТЫП ЙӘШӘЙЕК!

"Көтөлмәгәнлек эффекты" хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Психологтар фекеренсә, кешегә көтмәгәндә ниндәйҙер мәғлүмәт еткергәндә уның асылы лакмус ҡағыҙындағы кеүек сағыла, имеш. Бәлки, шулайҙыр ҙа.

йондоҙҙар нимәгә ишаралай?
ҠАНАТЛЫЛАР ҺӘМ ӘҮҘЕМДӘР МАҠСАТТАРЫНА ӨЛГӘШЕР

Бөтөн йондоҙлоҡ билдәләренән дә әүҙемләшеү, һөнәр оҫталығын, белемен арттырыу талап ителәсәк, шунһыҙ, "ем сүпләй" алмай ҡалыуығыҙ бар: Әтәс йылы, иҫкәртеүебеҙсә, ауырлыҡтар, аҡсаға ҡытлыҡ килтерер.

әйҙәгеҙ...
ЙОЛАЛАРЫБЫҘҘЫ ҺАНЛАЙЫҠ!

Сосновкала башҡорттар менән бергә төрлө милләт вәкилдәре йәшәй. Бындай мөхиттә башҡалар араһында һыр бирмәй, матур сифаттар күрһәтеп, йолаларыңды күтәрмәләп йәшәргә кәрәк икәнен аңлай милләттәштәр.

иғтибар: акция!
ҺӘР КЕМ УҠЫРҒА ТЕЙЕШЛЕ ЙӨҘ БАШҠОРТ КИТАБЫ

"Башҡорт китабы топ-100+" акцияһы киләһе йылда ла дауам итәсәк.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru