«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№47, 25 ноябрь - 1 декабрь, 2017

ЛӘЙСӘНЕБЕҘ -

ЕҢЕҮСЕЛӘР АРАҺЫНДА!

Учалы районы Яңы Байрамғол ауылынан 9 йәшлек Ләйсән Золотареваның "Синяя птица" телевизион конкурсындағы сығышы был аҙнаның иң шәп яңылыҡтарының береһе булды, тиһәк тә яңылышмабыҙ.

Рәсәй буйынса был бәйгегә 10 меңдән ашыу ғариза бирелгән һәм бары тик 40 бала ғына һынауҙарҙы уңышлы үткән. Һайлап алыу турҙары Рәсәйҙең эре ҡалаларында, шул иҫәптән Өфөлә лә ойошторолған. Балалар йыр, бейеү, гимнастика, тасуири һөйләү, музыка ҡоралдарында уйнау буйынса ярыша. Уларҙы "Рәсәй 1" каналы 3 декабргә тиклем һәр йәкшәмбе күрһәтә, иң һәләтле бәйгеселәр финалға сыға. Ләйсән "Урал батыр" эпосынан өҙөк һөйләне, "Сыңрау торна" йырын башҡарҙы, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнап ишеттерҙе.
Ләйсәндең атаһы Ирек Нуретдинов әйтеүенсә, Яңы Байрамғолда махсус музыка мәктәбе юҡ. Ғаиләлә өс бала үҫә һәм уларҙың йырларға, бейергә, музыка ҡоралдарында уйнарға уҡытыусы һөнәренә эйә булған атай менән әсәй үҙҙәре өйрәтә. "Урал батыр" эпосын ятлай башлау тарихы ла ҡыҙыҡлы. Өлкән улдары Артурҙың теле ауыр асыла, шуға ла Ирек Әсҡәт улы хәтере нығынһын, һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнһен, тип, уға "Урал батыр" эпосын ятлата. Теле асылғас, ағаһына эйәреп, Ләйсән дә эпосты һөйләй башлай. Өләсәһе, мәғариф ветераны Дилара Ғөбәйҙулла ҡыҙы Игелекова ейәнсәренең һәләтен тойомлап, Ләйсәнгә 4 йәш тулғас, уның менән шөғөлләнә башлай, уға атай менән әсәй ҙә ҡушыла. Ҡыҙ 6 йәшенә өс мең ярым юл ятлай. 2016 йылда Бөрйәндә үткән "Урал батыр" эпосын һөйләүселәр республика бәйгеһендә эпосты тотош ятлай һәм 1-се урынға лайыҡ була. Бейеү буйынса лә төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша, "Учалы йондоҙсоҡтары", "Байыҡ" республика балалар конкурсында 1-се, 3-се урындар ала. Ләйсән башҡорт халыҡ йырҙарын да оҫта башҡара, былтыр Туймазыла үткән "Оҙон көй" бәйгеһендә 3-сө урынға лайыҡ була.

тураһын әйткәндә...
БАШҠОРТ МӘҘӘНИӘТЕН БАШҠОРТ ТЕЛЕН ЯҠЛАЙЫМ!

Кемдер, башҡорт теле инглиз, ҡытай, испан телдәре кеүек кәрәкле түгел, тиер. Тик башҡорт теле төрки телдәр төркөмөнә ҡарай һәм уны аҙ ғына белһәң дә, Төркиәнән килгән туристар менән аралаша аласаҡһың, хатта Венгрияла ла һеҙгә туған итеп ҡараясаҡтар.

белем усағы
БИШ ТЕЛ ӨЙРӘНӘБЕҘ...

Хәҙер беҙгә Белорет ҡалаһының төрлө тарафтарынан башҡорт балалары уҡырға йөрөй, хатта яҡын-тирәләге ауылдарҙан да ата-әсәләр балаларын ҡалала йәшәргә урынлаштырып, беҙгә алып килә.

сәләмәтлек әлифбаһы
ИЛДЕҢ ҮҪЕШЕ БЕЛЕМ ҺӘМ МЕДИЦИНА КИМӘЛЕНӘ БӘЙЛЕ

Ауыл ерҙәрендә, нигеҙҙә, ит менән туҡланалар. Урал аръяғы тотош иттә ултыра, тиергә лә мөмкин. Башҡорттар итһеҙ йәшәй алмай, тиҙәр. Шулай ҙа уйланырға урын бар, сөнки йыл һайын ошо өлкәләге сирлеләр һаны арта.

ижадхана
ТОРМОШ ТА, ИЖАД ТА ИХЛАСТАРҘЫ ҮҘ ИТӘ

Шулай ҙа иң ҙур ҡурҡыуым - унда башҡорт егетен осрата алмау ине. Шуға ла Мәскәүҙә ҡалманым һәм быға бер ҙә үкенмәйем. Мәскәү мине һөнәрле итте, ҡанаттар ҡуйҙы, ә бәхетемде мин Өфөлә таптым.

йәшлек йәшнәүҙәре
ӘҮҘЕМЛЕГЕҢ НИ САМА? UFA-FORUM ҺИНЕ КӨТӘ!

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ниндәйҙер яңы оҫталыҡҡа өйрәнеп ҡалыу өсөн иң уңайлы ысул - ул йәштәр өсөн үткәрелгән мәғариф форумдары. Башҡорт йәштәрен шулай маҡсатлы итер сараларҙың береһе Ufa-forum йәштәр мәғариф киңлеге Өфөлә 1-3 декабрь көндәрендә уҙғарыласаҡ.

ҡыҫҡа интервью
МОҢДОҢ ЙӘНЕ - ЫСЫН МӨХӘББӘТ

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы яңы ижад миҙгелендә яңы концерттар менән ҡыуандырмаҡсы. 29 ноябрҙә республика бәйгеләре лауреаты Заһир ИҪӘНСУРИН "Моңдоң йәне - мөхәббәт" тип аталған тәүге концертына саҡыра. Ошо ваҡиға айҡанлы йырсы менән әңгәмә ҡорабыҙ.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru