«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛДЕҢ ҮҪЕШЕ БЕЛЕМ ҺӘМ МЕДИЦИНА КИМӘЛЕНӘ БӘЙЛЕ
+  - 



Милләтебеҙҙә шундай бер матур күренеш бар, был бигерәк тә ауыл ерҙәрендә киң таралған: берәйһе тураһында һүҙ сыҡһа, ғәҙәттә, "Кем балаһы?" тип һорайҙар. Балалар ата-әсәләр өсөн яуап бирмәһә лә, бала өсөн ата-әсә яуаплы икәненә ишаралыр был. Тоҡомоңдо дауам итеүсегә үҙеңдең иң яҡшы һыҙаттарыңды, сифаттарыңды бирә алғанһыңмы, ул һинең исемеңә лайыҡлы булырлыҡмы, атай-әсәй абруйын артабан дауам итәме? Башҡорт дәүләт медицина университетының топографик анатомия һәм оператив хирургия кафедраһы мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор, 130 ғилми баҫма, 40 рационализаторлыҡ тәҡдиме һәм 3 патент авторы Илдар Ишмырҙа улы ҺИҘИӘТОВ менән әңгәмәне лә уның тамырҙарын барлауҙан башланыҡ...

- Атайым яғынан өләсәйем Рәйхана, медицина буйынса белеме булмаһа ла, Әбйәлил районының Ҡужан ауылында кендек инәһе булараҡ билдәле ине. Кешеләрҙе ҡулы менән имләп тә, өшкөрөп тә дауалай ине. Уның һәләте ниндәйҙер кимәлдә атайыма ла йоғонто яһағандыр, бәлки. Шулай булмаһа, Темәс педучилищеһын тамамлағандан һуң, Таштимер - Ташбулат ауылдарында физика-математика уҡытыусыһы булып эшләй башлап, ҡапыл икенсе йүнәлеш һайламаҫ ине. Ике йыл эшләгәндән һуң, өс туған ағаһы Нил менән икәүләп медицина институтына уҡырға инәләр. Уларға хатта сентябрь буйына ятаҡ та бирмәйҙәр: Нил ағайҙың фуфайкаһы була, атайымдың плащы - шуларҙы ябынып, паркта йоҡлап, иртән дәрескә йөрөйҙәр. Минең һаман да шуға - белем алыуға ынтылыштары шул тиклем көслө булғанлығына иҫем китә. Яҡшы уҡыйҙар, даими рәүештә фәнни түңәрәктәрҙә ҡатнашалар. Атайымдың тағы ла бөгөн бик күптәрҙә булмаған бер яҡшы һыҙаты бар ине, был сифатты мин бер генә педагогта ла күргәнем юҡ, хатта үҙемдә лә юҡ ул - ул өсөнсө курста уҡығанында үҙ ирке менән райондарҙан килгән беренсе курс студенттарына остаз була, уларға ярҙам итә, терәк була, спортҡа ылыҡтыра, уларҙы үҙе күнектерә. Ошо ваҡытта уҡ ул шәфҡәтле, мәрхәмәтле була, белемдең әһәмиәтен аңлай, ауыл балаларын ауырлыҡтар алдында бөгөлөп төшөүҙән һаҡлай. Һуңынан, вуз уҡытыусыһы булып киткәс тә, ауыл уҡыусыларына ныҡ ярҙам итте. Хатта ҡайҙалыр урынлашҡансы, егет-ҡыҙҙар беҙҙә йәшәй торғайны. Туғандар тураһында әйтеп тә тормайым - улар беҙҙә ятып уҡыны, тиһәм дә була.

Атайығыҙ тураһында хаҡ әйттегеҙ: шәфҡәтле. Кеше хәлен аңлаған, уны үҙе аша кисерә белгән өсөн дә ул республикала беренсе хоспис асыу фекеренә килгәндер. Бөгөн ошо дауалау учреждениеһы ниндәй торошта, ниндәй хәлдә?

- Атайымды белә-белгәнемдән ул ауыр тормош һынауҙары алдында ҡалыусыларға, сирлеләргә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙҙы. 15 йыл онкодиспансерҙа эшләүе лә быға сәбәпсе булғандыр, бәлки. Сөнки унда ауыр сирлеләр, ҡайһы берҙәренә бөтөнләй бер кем килмәй, бәғзеләре яҙмыш һынауы алдында япа-яңғыҙ ҡалдырылған. Ошолар барыһы ла күҙ алдында булғанға, сирлеләрҙең яҙмышын саҡ ҡына еңеләйтеү маҡсатынан ул шундай ҡарарға килгәндер, тием. Башта Салауат ауылында (Әбйәлил районы) амбулатор-поликлиника төҙөргә ҡарар итә, һуңынан хоспис асырға була. Ул Рәсәйҙә беренселәрҙән булып хоспис төҙөй башлай. Әммә бюрократик кәртәләргә эләгеп, был эш 10 йылға һуҙыла. Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовҡа рәхмәт, уның бойороғо булмаһа, был хосписты асыу бик ауыр булыр ине. Сөнки ул замандарҙа хоспистың әһәмиәтен күптәр аңламаны, бик күп ҡаршылыҡтар тыуҙырылды. Әммә йылдар үтеү менән был эш үҙен аҡланы. Тик шуныһы үкенесле, бөгөн Татарстанда 5-6 хоспис эшләһә, беҙҙең республика һаман шул бер хосписҡа күҙ терәп тора. 15 койка-урынға иҫәпләнгән был медицина учреждениеһында бөгөн урындар етмәй, хатта ниндәйҙер сират та бар. Урал аръяғынан, хатта Силәбе өлкәһенән, Магнитогорск ҡалаһынан киләләр.Күптән түгел Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитов та был мәсьәләгә иғтибар бирә башланы, республикала хоспистар төҙөү тураһында һүҙ ҡуҙғатты, шуға күрә киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ инде.

Үҙегеҙ медицинаға нисек килдегеҙ? Атайығыҙҙың тормошон күҙәтеп, медик булмайым, тигән уйҙар килмәнеме башығыҙға?

- Беҙ - табиптар династияһы. Бала саҡтан ошо һөнәргә программаланғанмын, хатта башҡа һөнәр һайлау мөмкинлегем дә булманы тиергә лә мөмкин. Сөнки әсәйем дә табип, һеңлеләремдең береһе - медицина фәндәре докторы, икенсеһе Мәскәүҙә гинеколог булып эшләй, ҡыҙым - офтальмолог, туғанымдың ҡыҙы Америкала табип, улы - ҡан тамырҙары хирургы. Ғөмүмән, туғандарымдың күпселеге табиптар.

Һеҙ бигерәк интим һөнәр эйәһе - колопроктолог. Күптәр тап ошо белгестәргә мөрәжәғәт итергә ҡыйынһына, шул уҡ ваҡытта эсәк ауырыуҙары етди проблема булып тора. Шуға ла кеше сирен һуҙып йөрөп, ахыр сиктә, түҙерлек мөмкинлеге ҡалмағас ҡына мөрәжәғәт итәлер. Әллә мин хаталанаммы?

- Атайымдың юлын дауам итәм, тиер инем, ул да ошо һөнәр эйәһе ине. Хатта Башҡортостанда колопроктологияға Шенбергер Илья Львович менән бергә нигеҙ һалыусы ла - тура эсәктә башҡарылған барлыҡ операцияларҙы индереүсе. Икәүләп улар әлегәсә эшләп килгән тулы колопроктология бүлеген ойоштора.
Бөгөн XXI быуат булһа ла, бер нәмә борсой - әлегәсә колоректаль (тура эсәк) яман шеше аҙғас ҡына - 4-се стадияла мөрәжәғәт итеүселәр бик күп. Бында шуны ла әйтергә кәрәк, яман шештең был төрө бөтөн донъяла арта, бигерәк тә Америка, Канада, Япония кеүек үҫешкән илдәрҙә. Рәсәй һуңғы йылдарҙа уларҙы ҡыуып тотоп бара. Әгәр был сирҙең төп сәбәбен асыҡлаусы кеше табылһа, уға алтындан һәйкәл ҡойорға мөмкин булыр ине. Әлбиттә, барыһы ла сәбәптәр итеп билдәле факторҙарҙы килтерә, әммә төп сәбәбен берәү ҙә аныҡ ҡына белмәй. Рәсәйҙә колоректаль рак менән иң күп сирләүселәр Санкт-Петербургта (йылына 100 мең кешегә 33 кеше тура килә), икенсе урында Мәскәү тора. Башҡа төбәктәрҙең күрһәткесе түбәнерәк, әммә был һандар ныҡ шикләндерә. Тәжрибәмдән сығып, беҙҙә хәл-торош яҡшыраҡ, тип оптимизм менән әйтә алмайым. Ни өсөн тигәндә, Мәскәү һәм Питерҙа был күрһәткестәр - беренсе тапҡыр асыҡланған, йәғни иртә стадияла асыҡланған рак. Америкала диагностика беҙҙәгегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ һәм аҡ тәнлеләр үҙ сәләмәтлегенә етди иғтибар бирә. Шуға ҡарамаҫтан, Кентукки штатында 100 мең халыҡҡа 53 кеше рак менән сирләй. Ләкин бында шуныһы уйланырға мәжбүр итә - беҙҙә диагностика һуң эшләнә. Шуға күрә, ғүмер оҙайлығы Америка менән сағыштырғанда түбән.
Үкенескә күрә, илдә рак менән сирләүселәрҙең 60 процентын бик йыш 3-4-се стадияларҙа ғына асыҡлайбыҙ. Ә рак диагнозы ҡуйылғандан һуң ғүмер оҙайлығы уның ниндәй стадияла дауаланыу башланғанына ныҡ бәйле. Мәҫәлән, колоректаль рак беренсе стадияла, йәғни күҙәнәк кимәлендә икән, дөрөҫ дауалағанда бирешмәүсәнлек (выживаемость - операциянан һуң 5 йыл менән иҫәпләнә) 95 процент тәшкил итә. Икенсе дәрәжәлә - 87 процент. Өсөнсөлә, йәғни метастазалар таралғас, бирешмәүсәнлек ҡырҡа түбәнәйә - 30-40 процент. Ә 4-се стадияла 5 процент ҡына. Күреүегеҙсә, барыһы ла ракты ҡайһы ваҡытта диагностикалауға ныҡ бәйле.
Бөгөн республикала хәл-торош тынысланырлыҡ түгел, сөнки райондарҙан ғәҙәттә 3-сө стадия рак менән киләләр. Бының сәбәбе - тейешле кимәлдә мәғлүмәтле, үҙ сәләмәтлегеңә иғтибарлы булмауҙа, ҡулланған ризыҡтың типологияһында һәм характерындалыр.
Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк, мәҫәлән, Америкала колоректаль рак беҙҙәгегә ҡарағанда йышыраҡ осрай. Әммә уларҙа бирешмәүсәнлек юғары һәм был бигерәк тә аҡ тәнлеләр араһында күҙәтелә, төҫлө тәнлеләр араһында, киреһенсә, арта бара. Ҡушма Штаттарҙа белемле, алдынғы ҡарашлы, уйланған кешеләр үҙ сәләмәтлектәренә ныҡлы иғтибар бүлә һәм ит (бигерәк тә майлы, ҡыҙҙырылған) ашауҙы сикләй.
Әлбиттә, 100 процент раҫланмаһа ла, күпселек алдынғы онкологтарҙың фекеренсә, ҡулланған ризыҡ һәм колоректаль рак араһында бәйләнеш бар. Кем майлы, һыйыр, сусҡа ите ашай, уны ҡыҙҙырып, төрлө тәмләткестәр һалып, ныҡ тоҙлап ҡуллана, уларҙа эсәк яман шеше йышыраҡ осрай. Хәҙер американдар күберәк сей йәшелсә-емешкә, бутҡа ашауға күсә бара һәм уларҙа, ысынлап та, был сир күренеше кәмей. Ошо фонда беҙгә бигерәк тә райондарға иғтибар бирергә кәрәк, сөнки ауыл ерҙәрендә, нигеҙҙә, ит менән туҡланалар. Урал аръяғы тотош иттә ултыра, тиергә лә мөмкин. Башҡорттар итһеҙ йәшәй алмай, тиҙәр. Шулай ҙа уйланырға урын бар, сөнки колоректаль рак әлегә өсөнсө урында торһа, ҡайһы бер илдәрҙә икенсе урынға күтәрелде һәм беҙҙә лә шундай тенденция күҙәтелә. Әле Башҡортостанда йыл һайын ошо өлкәләге сирлеләр һаны 3-4 процентҡа арта. Бер генә миҫал: бөгөн республикала иң бысраҡ ҡала булып Салауат һанала. Унда төрлө сығышлы яман шеш бик күп. Унда 100 мең халыҡҡа 20 меңдән ашыу сирле тура килә. Әбйәлил районында 100 мең кешегә - 800 кеше.

Бөгөн табиптар барлыҡ сирҙәр ҙә йәшәрә, ти. Һеҙҙең өлкә буйынса статистика ниндәй? Колоректаль яман шеше ауырыуын ниндәй билдәләр буйынса асыҡларға була?

- Колоректаль рак тураһында һүҙ алып барғанда, тәү сиратта, йәшкә иғтибар итергә кәрәк. Был бик етди мәсьәлә. 45 йәштән һуң мотлаҡ колоскопия үтеү зарур. Үкенескә күрә, райондарҙа бындай тикшереү юҡ. Әлбиттә, бик ауыр һәм ҡатмарлы процедура, сит илдәрҙә һәр саҡ наркоз аҫтында үткәрәләр, беҙҙә, үкенескә күрә, медицина кимәле улай уҡ юғары түгел. Икенсенән, медицина хеҙмәткәрҙәренең кимәле лә түбән, барыһы ла формаль рәүештә башҡарыла. Ысын күңелдән ауырыуҙарҙың һанын кәметеү өсөн янып-көйөүсе медиктар бик һирәк. Атайым районда эшләгән ваҡытында ауылдар буйлап йөрөп, халыҡа аңлатыу эштәре алып барырға тырыша ине. Хәҙер ундай энтузиастар ғына түгел, күп ауылдарҙа хатта медпункт та юҡ. Шул уҡ ваҡытта халыҡ үҙе лә ниндәйҙер кимәлдә ғәйепле. Сөнки сәләмәтлектәренә иғтибар бирмәйҙәр. Гендер билдәләре буйынса ҡарағанда, ҡатын-ҡыҙ һаулығына иғтибарлыраҡ, шуға күрә уларҙа рак йышыраҡ һәм иртә стадияларҙа асыҡлана, шуға күрә операциянан һуң йәшәү ваҡыты ла оҙағыраҡ.
Шулай уҡ нәҫелдән күскән сирҙәргә лә иғтибар итергә кәрәк. Кемдә, мәҫәлән, полиптар бар, сей яра бар - улар мотлаҡ тикшерелеп торорға тейеш. Бынан тыш, нәҫелендә башҡа төр яман шеш булған осраҡта ла колоректаль рак йышыраҡ осрай. Шуға күрә, нәҫелендә кемдер ауырый икән, ундай категория мотлаҡ тикшерелергә тейеш, сөнки был сир генетика буйынса ла күсә.
Колоректаль рак алдынан хәүеф симптомдары була. Уларға тәү сиратта оло ярауҙа ҡан күренеүе инә. Шулай уҡ эстә аңлашылмаған, даими ауыртыу тойолғанда ла тынысланырға ярамай. Йыуан эсәк даға кеүек эске ағзаларҙы урап тора, шуға күрә төрлө икенсе сирҙәр артына йәшеренеүе мөмкин. Мәҫәлән, бауыр тирәһендәге бөгәл холецистит барлыҡҡа килтереүе ихтимал, түбәнәйгән өлөшөндә - невралгия, юғары өлөшөндә - панкреатит. Йәғни кеше нинидәйҙер сир менән сирләй һәм сираттағы ауыртыныуҙы киҫкенләшеү тип уйлай. Ә был ваҡытта яман шеш барлыҡҡа килә.
Шулай уҡ оло ярауҙың характеры үҙгәреүенә лә иғтибар итеү зарур. Кеше ихтыяжын үтәй, әммә унда тулыһынса бушанмаған тойғо ҡала. Йәки ярау юҡ, ә теләк бар. Тиҙ арыу, тәндең аңлашылмаған ойоуы, ҡайһы бер осраҡта бер сәбәпһеҙ ябығыу, эс ҡатыу, эс китеү, һуңғы айҙа бер нисә көн оло ярау тотҡарланыуы ла колоректаль рак билдәләре булып һанала. Әммә улар 3-4-се стадияла ғына билдәле була. Тәжрибәле табиптар пациенттың ошо билдәләргә зарланыуы буйынса ла дөрөҫ диагноз ҡуя ала.

Яман шештән алда эсәктәрҙә ниндәйҙер процестар баралыр бит, мәҫәлән, полип. Ғөмүмән, беҙгә күренмәгән ниндәй ауырыуҙар булыуы ихтимал? Уларҙы булдырмаҫ өсөн нимә эшләргә?

- Колоректаль рак барлыҡҡа килеүгә полиптар (тиресә ҡатламындағы ябай шеш) сәбәп була. Әгәр тикшереү ваҡытында полип булыуы асыҡланһа, уны даими күҙәтеп торорға кәрәк. 4 мм-ҙан ҙурыраҡ булғандары, бигерәк тә "аяҡлы"лары, төҫө үҙгәргәндәре мотлаҡ алынырға тейеш. Әгәр полип ҙур түгел, 3-4 мм ғына икән, рак барлыҡҡа килеү ихтималлығы яҡынса 0,3 процент. Әгәр 1 см икән - 1 процент. 1 - 2 см һәм унан да ҙурыраҡ икән, хәүеф ҡапыл арта һәм 8 процентҡа етә. Бер нисә полип, йәғни төркөм табылғанда хәүеф тағы ла арта - 10 процентҡа етә. Төксәле шештәр табылғанда хәүеф тағы ла көсәйә (50 процент).
Бында шуны ла билдәләп китергә кәрәк: 60 йәштән һуң халыҡтың 40 процентында полип асыҡлана. Шуға, даими тикшерелергә, үҙгәрештәр күҙәтелгәндә уны алып ташларға кәрәк. Алкоголь һәм тәмәке тартыу ҙа колоректаль рак барлыҡҡа килеүгә сәбәп була.

Полиптарҙың барлыҡҡа килеү сәбәбе билдәлеме?

- Уның аныҡ ҡына сәбәбен берәү ҙә белмәй. Бер төркөм ғалимдар вирус теорияһын яҡлай, мәҫәлән, ҡайһы бер хайуандар - тауыҡтар, сусҡалар бер ваҡытта ла үҙ үлеме менән үлмәй - улар онкологиянан вафат була. Ни өсөн, сөнки уларҙың генетик сылбырында онкоген бар. Ул билдәле бер ваҡытта "терелә" һәм хайуандар яҡты донъя менән хушлаша.
Шуны ла әйтергә кәрәк, колоректаль яман шеше ныҡ йәшәрҙе. Элек пациенттарҙы 50 йәштән һуң тикшереү мотлаҡ булһа, хәҙер 45-40 йәштән һуң полиптар булыу ихтималлығын мотлаҡ тикшереү тураһында фекерҙәр яңғырай. Әйтеп киткәнемсә, ит ашау ҙа колоректаль рак барлыҡҡа килеүгә йоғонто яһауы мөмкин, сөнки ит эсәктәрҙә бактериялар һөжүменә дусар була һәм бактериялар үрсеп, канцерогендар барлыҡҡа килтерә. Ошо фонда полиптар һәм рак барлыҡҡа килә, әммә быны әлегә бер кем дә 100 процентҡа раҫламаған.
Ваҡытында дауалағанда, улар башҡаса барлыҡҡа килмәй. Шуны әйтеп китергә кәрәк, эсәктәрҙә полип булғанда, төксәлеләренән башҡа, кеше организмда бер ниндәй ҙә үҙгәреш тоймай. Ә төксәлеләр ҙур була - 3-4 см, улар йәрәхәтләнә һәм ҡанай. Әммә оло ярауҙа ҡан күренгәндә уны мотлаҡ полипҡа япһарырға ярамай, бындай күренеш геморрой һәм эсәктә ярыҡ (трещина) ваҡытында ла ҡан була. Шулай ҙа ҡан күренә икән, мотлаҡ табипҡа барып тикшерелергә кәрәк, сөнки ҡайһы бер осраҡта колоректаль рактың беренсе билдәһе булып йыуан эсәктән килгән ҡан тора. Ҡан сығанағын асыҡлау мөһим.

Геморрой тураһында телгә алғас, ошо хаҡта ла һөйләп үтегеҙ әле.

- Был бик ҙур мәсьәлә. Геморрой ҙа нәҫелдән күсә һәм ул ҡан тамырҙары ауырыуы - каверноз тәнсәләрҙең киңәйеүе һөҙөмтәһе. Ауыр физик көсөргәнеш, гигиенаның боҙолоуы, ҡырҡыу, әсе аҙыҡ, алкоголь ҡулланыу, ултырып эшләү был сиргә дусар итә.
Геморрой хәҙерге ваҡытта дөйөм ҡабул ителгән классификация буйынса 4 дәрәжәгә, эске һәм тышҡыға бүленә. Эске геморрой ҙур проблема тыуҙыра. Беренсе стадияла ауыртыныу ҙа булмауы мөмкин, әммә оло ярауҙа ҡан килә. Икенсе стадияла ҡандан тыш эске яҡта ниндәйҙер төйөндәр булыуы тойола. Улар оло ярауҙан һуң бөткән кеүек була. Ҡысытыу борсой. 3-сө стадияла эске төйөндәр тышҡа сыға, ҡанһырай, ауыртыу, һыҙлау барлыҡҡа килә. Оло ярауҙан һуң төйөндәр бер ни тиклем тышта була һәм бер аҙҙан эске һурыла. 4-се стадия - эске төйөндәр тышҡа сыға һәм уларҙы кире эскә индереп булмай. Геморрой менән сирләүселәр һаны ла арта. Табиптар, ғәҙәттә, клиник билдәләргә иғтибар итә. Әгәр төйөндәр булып та улар бимазаламаһа, пациенттың иғтибарын артыҡ йәлеп итмәйбеҙ, сөнки нимәгә иғтибар йүнәлтәһең, шул алға килә. Ҡатын-ҡыҙҙарҙа геморрой бик йыш бала тапҡандан һуң күҙәтелә. Кем эс ҡатыуы менән интегә, шуларҙа барлыҡҡа килә, унитазда ултырып китап йә гәзит уҡырға яратыусыларҙы ла урап үтмәй.

Геморрой ракка әйләнеүе мөмкинме?

- Хәҙерге мәғлүмәт технологиялары үҫешкән ваҡытта интернетта төрлө хәбәр тулып ята. Хатта, геморройҙы тиҙерәк дауалай һалығыҙ, юҡһа, ул яман шешкә әйләнеүе мөмкин, тип тә ҡурҡыталар. Әммә быны әлегә берәү ҙә күҙәткәне, хатта хроник геморройҙың да ракка әйләнеүенә дәлил дә, иҫбатлау ҙа юҡ. Әммә тынысланырға һәм был сир аҙғансы йөрөргә кәрәкмәй, ә табип менән кәңәшләшеп, дауаланыу мөһим. Сөнки ҡайһы бер осраҡта геморрой тип ваҡытты һуҙып, үҙаллы дауаланып, икенсе сирҙәрҙе аҙҙырыу осраҡтары ла юҡ түгел.

Әле эсәктә ярыҡ барлыҡҡа килеүе тураһында әйтеп киттегеҙ, шул хаҡта ла аңлатып китмәҫһегеҙме?

- Уның төп сәбәбе - эс ҡатыуы, ҡоро оло ярау. Ул аналь юлды зарарлай һәм яйлап киҫкен ярыҡҡа әүерелә, хроникка әйләнә. Хроникка әйләнгәс, уның ситтәрендә йөй туҡымаһы барлыҡҡа килә. Унда төйөр (сторожевой бугорок) булһа, үкенескә күрә, операцияһыҙ мөмкин түгел. Шунһыҙ, йөй даими асылып, киҫкенләшеп тик торасаҡ. Ярыҡ булмаһын өсөн йәшелсә-емеш ашарға, эс ҡатыуын булдырмаҫҡа кәрәк.

Эсәктәрҙә сей яра барлыҡҡа килеүе мөмкинме?

- Язва колиты менән ауырыусылар һаны арта. Әгәр был сир менән сирләй башланығыҙ икән - был ғүмерлек. Дөрөҫ дауаланғанда, дөрөҫ туҡланғанда ғүмер оҙайлығы башҡаларҙыҡы кеүек үк, әммә язва колитын ваҡытында баҫтырып, дарыуҙарҙы ғүмер буйы ҡабул итергә кәрәк. Ниндәй дарыуҙар ҡабул итергә - уныһын инде дауалаусы табип менән шәхсән һайлау зарур.

Бөгөн гәзит уҡыусыларҙы таныштырған сирҙәр төрлө заманса аппараттар менән асыҡланамы?

- Бөтөн донъя хәҙер УЗИ ҡуллана һәм сит илдәрҙә 80 процент ауырыуҙарҙы УЗИ асыҡлай. Үкенескә күрә, беҙ әлегә был кимәлгә етмәгәнбеҙ. Башҡа заманса тикшереү аппараттары 99 процентта дөрөҫ диагноз ҡуя. Әммә был маҡсатҡа ярашлы һәм дөрөҫ тикшергән осраҡта. Шуға күрә, заманса аппаратураларҙан тикшерелеүҙән баш тартырға ярамай, әммә тикшереү дөрөҫ булырға тейеш, сөнки халыҡ былай ҙа медицинаға бигүк ышанып етмәй.
Яман шеште диагностикалағанда махсус маркерҙар ҡулланыла. Был хаҡта нимә әйтер инем: анализдарығыҙ һәйбәт булһа ла тынысланырға ярамай. Маркерҙар буйынса яман шеш бары тик 3-4-се стадияла ғына асыҡлана, 1-2-се стадияны бөтөнләй күрһәтмәй. Шуға күрә, ҡан анализы буйынса ғына хәл-торошто билдәләү - дөрөҫ түгел. Шулай уҡ оло ярауҙа ҡан юҡ йәки бар тип кенә лә диагноз ҡуйыу мөмкин түгел. Бында мотлаҡ колопроктологҡа мөрәжәғәт итергә һәм тикшерелергә кәрәк.

Шулай итеп...
"Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Япония һәм Германия үҙ илдәрен бик тиҙ тергеҙә. Уның сәбәбен анализлап, бер билдәле сәйәсмән шундай ҡыҙыҡлы һығымтаға килә: халыҡтың белеме һәм илдең медицина кимәле. Американың бар президенттары ла медицинағы ҙур иғтибар бүлә, моғайын, был юҡҡа түгелдер. Минеңсә, барлыҡ ауырыуҙарҙы бөтөрөү өсөн кешенең белемен күтәрергә кәрәк. Кеше ни тиклем белемле, ул шул тиклем үҙенең һаулығына иғтибарлыраҡ буласаҡ, - тине әңгәмә ваҡытында Илдар Ишмырҙа улы. - Шуға ла милләттәштәремә бер ваҡытта ла белем алыуҙан туҡтамағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ, тип әйтер инем. Ә илдең медицина кимәле белемлеләргә ныҡ бәйле". Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.11.17 | Ҡаралған: 987

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru