«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№39, 28 сентябрь - 4 октябрь, 2019

"ҺЕҢЛЕКӘШ"

Өфөлә Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса "Һеңлекәш" фильмының премьераһы уҙҙы. Премьера Башҡортостандың халыҡ шағиры, күренекле яҙыусы, драматург һәм йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы йылында ҙур мәҙәни ваҡиға булды. Ә 20-24 сентябрҙә Ялтала үткән "Евразия күпере" халыҡ-ара кинофестивалендә Александр Галибиндың был фильмы "Иң яҡшы уйын фильмы" номинацияһында Гран-при яуланы. 19 сентябрҙә картина киң прокатҡа сыҡты.

"Һеңлекәш" фильмы Белорет районының Яңы Хәсән ауылында төшөрөлгән. Проект өсөн махсус рәүештә ҡуйыусы рәссам Вячеслав Виданов етәкселегендә декораторҙар 1940 йылдарҙағы өйҙәрҙең аныҡ күсермәләрен төҙөгән. Фильмдың режиссеры - танылған актер һәм режиссер Александр Галибин.

"Беҙ шундай шәп урында һоҡланғыс кешеләр менән эшләнек, һеҙҙең төйәктә эшләү - ҙур бәхет. Мостай Кәрим - халыҡтың йөрәге, шуға беҙгә оло яуаплылыҡ йөкмәтелде. Был минең тормошомда иң тулҡынландырғыс көндәрҙең береһе булды - рус кешеһе башҡорт халҡы, тамырҙары менән башҡорт мәҙәниәтенә барып тоташҡан тарихы тураһында фильм төшөрә. Картина башҡортса бара, беҙ экранда башҡорт теленең русса тауышҡа ҡарағанда көслөрәк булыуын теләнек һәм шуға өлгәштек. Мин һеҙҙең республикаға, ошонда эшләгән кешеләргә ғашиҡмын", - тине Александр Галибин.
Фильмда төп ролдәрҙе 7 йәшлек Арыҫлан Ҡырымсурин (Йәмил) менән 9 йәшлек Марта Тимофеева (Оксана) бик оҫта башҡарҙы. Арыҫлан беренсе тапҡыр ғына киноға төшһә, йәш актриса - ысын йондоҙ. Марта Тимофееваның иҫәбендә кинола һәм сериалдарҙа 40-тан ашыу эше бар. "Һеңлекәш"тә төшөү өсөн Мартаға башҡорт телен өйрәнергә тура килгән. Фильмда шулай уҡ Илгизә Ғилманова, Виталий Салий, Рәүис Заһитов, Тимур Ғарипов, Гөлназ һәм Руслан Хайсаровтар, Сәғиҙулла Байегет, Ирада Ҡадирова, Йософ һәм Фәнис Рәхмәтовтар һәм башҡалар йәлеп ителгән. Шулай уҡ "Рейд" хәрби-тарихи клубынан 10-дан ашыу кеше ҡатнаша. Операторы - "Ищите женщину", "Крейцерова соната", "Покаяние", "Плащ Казановы" кеүек билдәле картиналарҙы төшөргән легендар Михаил Агранович. Фильмға музыканы Илья Духовный яҙған. Тулы метражлы нәфис фильм төшөрөү өсөн повесҡа бер нисә эпизод өҫтәлгән. Сценарий авторы - Айҙар Аҡманов. "Һеңлекәш" хәрби драмаһын Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Мостай Кәрим исемендәге фонд булышлығында "Мотор Фильм Студия" кинокомпанияһы төшөргән.

ырыуың кем?
БАТШАЛАРҒА БАШ ЭЙМӘГӘН ӘЙЛЕЛӘРБЕҘ!

Хәҙерге заманда ла тарихи ерлектә Әйлеләр союзына ингән көҙәй, ҡошсо һәм башҡа ырыу башҡорттары үҙ нәҫел-ырыуының атамаһынан тыш, әйле исеменән дә һис баш тартмай.

заман башҡорто
ДАУЫЛДА ЮЛҒА СЫҠҠАНҺЫҢ ИКӘН ЕЛКӘНДӘРЕҢДЕ КҮТӘРЕП ЕБӘР

Эшҡыуарлыҡта һин был системаны үҙең төҙөп алаһың. Бында эшкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙар, ҡараш, мөнәсәбәт бөтөнләй икенсе. Һинең арырға, йыбанырға ваҡытың да юҡ.

ижадхана
СИБАЙ ЕРЛЕГЕНДӘ ҒАИЛӘ ҠОРҘОМ, ХЕҘМӘТ ЮЛЫН БАШЛАНЫМ

Яңылыҡтар үтеп китеп онотола ла, һаман урап килеп, шул халыҡсанлыҡҡа ҡайтып ҡалабыҙ. Боронғо киноларға, йырҙарға, костюмдарға, хатта декорацияларға әйләнеп ҡайтабыҙ. Үҙ булмышыңдан, асылыңдан китеп булмай.

беҙҙең сәфәрҙәр
КӨМӨШ КҮЛДӘР ИЛЕНДӘ, АҪЫЛ БАШҠОРТ ЕРЕНДӘ

Арғаяштар милли кейемде ҡушъяулыҡһыҙ кеймәй. Был яҡтарҙа ҡашмау осрамай тиерлек, ә төп биҙәүестәрен "яға" тиҙәр, уныһы тәңкәләр һәм ҡортбаштар менән биҙәлә, гәрәбә теҙеп сығыла, ваҡ мәрйендән селтәрҙәр үрелмәй.

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru