«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДАУЫЛДА ЮЛҒА СЫҠҠАНҺЫҢ ИКӘН ЕЛКӘНДӘРЕҢДЕ КҮТӘРЕП ЕБӘР
+  - 



Бизнесҡа ынтылыусылар күп, әммә уны ауыҙлыҡлап алып китә алыусылар ғына һынаулы. Бәхетле йондоҙ аҫтында тыуамы ундайҙар, әллә булмыштарында ниндәйҙер бер айырым һыҙаттар, ниндәйҙер артыҡ көс йәки аҡыл буламы? Әллә ундайҙарҙы бала саҡтан икенсерәк шарттарҙа тәрбиәләгәндәрме? Бына ошондай ҡыҙыҡһыныу менән саҡырҙыҡ беҙ диалогка эшҡыуарлыҡ өлкәһен гөрләтеп алып барыусы башҡорт ир-егеттәрен. Эшҡыуарҙар - "Булат" компанияһы етәксеһе Руслан ЗАРИПОВ һәм "Самрау" нәшриәте директоры Мансур ҒИЛФАНОВ менән әңгәмә был тәңгәлдә ниндәйҙер үҙаллы аҙымдар яһарға торған йәштәргә лә, шәп милләттәштәре менән ҡыҙыҡһыныусан гәзит уҡыусыларға ла файҙалы булыр ине.

Егеттәр, гәзит уҡыусыларыбыҙға аңлайышлыраҡ булһын өсөн, әйҙәгеҙ, тыуған яҡтан, ата-әсәнән, хыялдарҙан башлайыҡ.

Руслан Зарипов:
Мәсетле районының Һабанаҡ ауылында тыуып үҫтем. Ғаиләлә бер ҡыҙ һәм биш малай булдыҡ. Күҙ алдына килтерәһегеҙҙер инде. Өйҙә барыһы ла малайҙарса, тәртип көслө, эшләһәң, емертеп эшләйһең, ашаһаң, ҡайырып ашайһың. Үҙенә күрә бәләкәй бер армия кеүек, тиһәм дә хата булмаҫ. Уҡыуҙа ла, спортта ла әсәй-атайҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыштыҡ. Атайыбыҙ, заманына ярашлы, тигәндәй, коммунистик ҡарашлы кеше булды, үҙе лә бер минут буш торманы һәм беҙҙе лә шулай өйрәтте. "Ҡул ҡаушырып ултырмағыҙ, шунда эшләгеҙ, бында эшләгеҙ, кеҫәгеҙҙә аҡса, өҫтәлегеҙҙә ризыҡ булһын", ти торғайны.
Мәктәптән һуң Мәсәғүт педагогия училищеһында, артабан Башҡорт дәүләт университетында белем алдым. Үҙләштергән һөнәрҙәрем буйынса эшләп ҡараным ҡарауын, тик күпмелер ваҡыттан һуң уларҙың күңелемә ятмауын аңланым. Дөрөҫө шул: бәләкәй саҡтан миңә гел генә спорт, хәрби тематика яҡын булды. Өфөлә уҡыған осорҙа уҡ шәхси һаҡ ойошмаһында һаҡсы булып эшләнем. Еңел тиһәләр ҙә, был хаталы фекер. Төрлө әһәмиәттәге саралар ваҡытында алыштырғыһыҙ, көслө хеҙмәткәр булыр өсөн спорт менән дә етди шөғөлләнергә кәрәк, кешеләр менән дә яҡшы аралаша белеү мөһим. Шулай итеп, был йүнәлештең нескәлектәренә төшөндөм һәм ваҡыт уҙыу менән үҙемдең һаҡ ойошмаһын асырға баҙнат иттем. Ойошманы булдырып, эштәрҙе яйға һалып ебәргәс, ирекле ваҡыт та барлыҡҡа килә башланы. Шундай мәлдәрҙә нисек итеп ошо ваҡытты бушҡа уҙғармаҫҡа, тағы ла ниндәй шөғөлдө үҙләштерергә икән, тип баш ваттым. "Тайпан" һаҡ предприятиеһын асҡан ваҡытта дуҫым Шамил Яубаҫаров менән уның логотибы, реклама материалдары, интернет селтәрендәге сайтын булдырыу буйынса тығыҙ эш алып барҙыҡ. Позитив юҫыҡтағы бәхәс, фекер уртаҡлашыу ваҡытында яҡшы идеялар тыуа тигәндәре дөрөҫ ул. Ҡыҫҡаһы, берҙәм уй менән 2014 йылда "ФрешФормат" исемле нәшриәт хеҙмәтен булдырырға ниәт ҡылдыҡ. Дәртләнеп тотондоҡ был эшкә. Ошо уҡ йылда Башҡортостан Республикаһы Ҡатнаш алыш бәйгеһе (ММА) федерацияһын етәкләнем. 2015 йылда иһә "Мин - илһөйәр" ("Я - патриот") тигән йәмәғәт ойошмаһына нигеҙ һалдыҡ. Бөгөнгө көндә уларҙан тыш, "Интерсервис" ойошмаһын (халыҡҡа янғын һәм башҡа төр хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәр күрһәтә) астыҡ. Шулай итеп, биш йыл эсендә биш йүнәлештә эш алып барған ойошмалар үҙ ҡуласаларын әйләндерә башланы.
Мансур Ғилфанов: Ишембай районының Ҡолғона ауылы улымын. Шунда туғыҙ класты тамамлағас, Ишембай интернат-гимназияһына уҡырға барҙым. Унан БДУ-ның журналистика факультетын тамамланым. Был һөнәрҙе һайлауым, нисектер, осраҡлы килеп сыҡты. Әле мәктәпте тамамламаҫ элек, март айҙарында микән, Мәләүездә һынап ҡарау имтихандары ойошторолдо. Мин дә үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым һәм һөҙөмтәләрем юғары булып, уҡырға ҡабул ителеп тә ҡуйҙым. Шулай итеп, журналистикала уҡып сығып, радиола, телевидениела эшләп алдым. Унан "Шоңҡар" журналында хәбәрсе, Архангел районының район гәзитендә редактор булып хеҙмәт юлы үттем. Аҙыраҡ тәжрибә туплағас, тип әйтәйек, тормоштоң аңын-тоңон айыра башлағас, үҙ эшемде асыу теләге тыуҙы. Ә нимәгәлер өлгәшеү нимәнән башлана? Әлбиттә, хыялдан. Мин дә төрлө хыялдар менән яна, шуларҙы ысынбарлыҡ итеү өсөн көнө-төнө уйлана, пландар төҙөй инем. Идеяларымды яҡын дуҫтарым менән дә бүлешәм, уларҙың фекерен тыңлайым, сағыштырам. Шулай уйлаша торғас, 2015 йылда бергә уҡыған дуҫ егет Вилнур Хәсәнов менән "Самрау" нәшриәтен асып ебәрҙек. Илдә иҡтисади торғонлоҡ, күп ойошмалар, шул иҫәптән нәшриәттәр ҙә ябылған саҡ. Аҡса юҡ, ҡорамалдар кәрәк, уларҙы алыу өсөн заказдар кәрәк... Шундай ауыр ваҡытта, бөтөн ҡаршылыҡтарға үс итеп тигәндәй, беҙ эш башлап ебәрҙек. Туғандар ҙа, яҡындар ҙа "яҡшыраҡ, уңайлыраҡ ваҡыттарҙы көтөп торорға" кәңәш бирә ине, әлбиттә, күңелдә шик тә, ҡурҡыу ҙа булды. Әммә беҙ "Дауылда юлға сыҡҡанһың икән, елкәндәреңде күтәр" тигән девиз менән маҡсатҡа ынтылдыҡ. Аллаға шөкөр, бөгөнгө көндә нәшриәтебеҙҙә республикабыҙҙың билдәле яҙыусылары, эшмәкәрҙәре китаптарын баҫтыра, район-ҡалалар беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итә. Коллективыбыҙ ҙа үҫә бара, цехтарыбыҙ киңәйә, эш дәүмәле лә арта ғына.

Бала саҡта һеҙгә ниндәй тәрбиә бирелде? Уларҙы һеҙ әлеге йәшәйештә файҙалана йәки "Әлдә шулай иткәндәр" тип хәтерләй алаһығыҙмы?

Руслан Зарипов:
Төплө, аңлы фекер йөрөтә белгән осорҙан атайымдың һәм әсәйемдең эш башҡарыу алымдарын анализларға яраттым. Әсәйем, мәҫәлән, нимәгәлер тотонор алдынан ултырып уйлап ала ине. Ул күберәк үҙ интеллектына таянып эш итте. Атайым иһә, эшен үҙ ҡулдары менән башҡарҙы. Ул оҙаҡ уйлап тормай, тотор ҙа эшләр булды. Һәм күп осраҡта ана шул уйһыҙ-ниһеҙ тырышлығы менән эшенең осона барып та сыға ине. Аҙағына еткермәйсә туҡтамай торғандар була бит, ул да шундай кеше булды. Атайыбыҙ беҙҙе лә ярты юлда икеләнеп, туҡтап, йөҙ тапҡыр уйлап ултырмаҫҡа өйрәтте. Ә әсәйебеҙ һәр ваҡыт "Эшегеҙҙе уйлап башҡарығыҙ, уйламай бер эште эшләргә, ә аңлы ғына итеп тотонғанда, бер юлы биш эште башҡарырға була", тип аңлатты. Шулай итеп, ошондай ике миҫал араһында үҫтек, бөгөн уларҙың икеһенең кәңәштәре лә беҙгә ярҙам итә.
Мансур Ғилфанов: Мин бына әле Русланды тыңлап ултырам да, икебеҙ бер ғаиләлә үҫкән кеүек. Минең дә әсәй педагогик белемле кеше, балалар баҡсаһында эшләне. Атайыбыҙ ҙа шулай уҡ оҫта ҡуллы, эшһөйәр кеше ине. Уларҙы тап ана шул ижади фекерләү, донъяға ижади ҡараш бәйләгәндер тип уйлайым. Атай, үкенескә ҡаршы, иртәрәк китеп барҙы һәм әсәйгә беҙҙе яңғыҙына күтәрергә тура килде. Миндә, бәлки, шул ваҡытта атай яуаплылығы һалынғандыр ҙа инде, әсәйгә нисек тә ярҙам итергә, уның хәлен еңеләйтергә, йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тигән ынтылыш күңелемә тәрән булып инеп уйылғайны.

Эшҡыуарлыҡ йәки башҡа хеҙмәттәр өлкәһендә, ғөмүмән, тормошта ир-егеттең уңышлы булыуы нимәнән тора? Бармы уға ыңғай йоғонто яһаусы сәбәптәр?

Руслан Зарипов:
Эштә, тормошта булһынмы, ир-аттың уңышлы кеше булыуы тик бер үҙенән генә тормай. Тәү сиратта, уны уратып алған яҡындарынан, ғаиләһенән тора. Үҙ миҫалымдан сығып әйткәндә, ир-егеттең уңыш ҡаҙаныуында, шул уңышын башҡаларға өләшеүендә ҡатынының роле ҙур. Ҡатын-ҡыҙ, әсәй - ул йорт тотҡаһы, ғаиләнең усағын һаҡлаусы кеше. Уларҙың ыңғай энергияһы, яғымлы, һөйкөмлө ҡарашы, ҡанатландырғыс, дәрт өҫтәүсе һүҙҙәре - ир-егет өсөн ҙур көскә эйә. Мин, мәҫәлән, бик егәрле, башлы, төрлө идеялар менән янып йөрөүсе егеттәрҙең эш башлап та, ҡатындары тарафынан теләктәшлек, терәк таба алмай юғалып ҡалғандарын беләм. Һәр бөйөк ирҙең артында аҡыллы ҡатын тора, тигән әйтем бар. Уның менән тулыһынса килешәм. Был, ҡатын кәңәшенә мохтажлыҡ, уның һүҙенә генә ҡарап тороу, йәшәү тигән һүҙ түгел. Киреһенсә, һине ғүмере юлына юлдаш, ир, балаларына атай итеп һайлаған һәм балаларымдың әсәһе булған ҡатындың баһаһын юғарылап, күңелен ҡалдырмай, берҙәмлектә матур тормош итеүҙең бер рәүеше тип һанайым.
Уңыштың икенсе ҡанаты иһә - коллектив. Бергә эшләгән хеҙмәттәштәреңдең төплө белемле, алдынғы фекерле, креатив идеялы һәм, әлбиттә, маҡсатлы булыуы мөһим. Ундай дуҫтар араһында эш көнө генә түгел, хатта ял ваҡыттары ла файҙалы һәм эшлекле үтә.

Эшҡыуарҙар ни сәбәптән йәмәғәт эштәренә ылыға? Был күңел талабымы, әллә башҡа сәбәптәр бармы?

Руслан Зарипов:
Ысынында, йәмәғәт эшмәкәрлеге эшҡыуарлыҡҡа ҡарағанда ла күберәк көс һәм ваҡыт талап итә. Был йүнәлешкә һалынған аҡса кире ҡайтмай икәнен дә аңлау кәрәк. Мәҫәлән, БР Ҡатнаш алыш бәйгеһе (ММА) федерацияһын үҙ ҡулыма алғанда уның (ойошманың) бер нәмәһе лә юҡ ине. Бары тик арлы-бирле уҙғарылған ике-өс сара ғына. Бөгөн артҡа күҙ атаһың да, һоҡланырға, ғорурланырға ла урын бар, тип уйлап ҡуяһың. Иң мөһиме, балаларға спорт залдары булдырылды, тренерҙар йәлеп ителде, улар даими рәүештә Рәсәй Ҡатнаш алыш берлеге тарафынан ойошторолған махсус курстарҙа белемдәрен нығытып, лицензияланып тора. Бөгөнгө көндә беҙҙең Федерация Рәсәй кимәлендә иң яҡшылар, йылдам үҫеүселәр сафында.
2015 йылда булдырылған "Мин - илһөйәр" йәмәғәт ойошмаһы үҙ эсенә спорт, тәбиғәт, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, тарихыбыҙҙы, йәшәгән еребеҙҙе өйрәнеү кеүек йүнәлештәрҙе ала. Республикабыҙҙың күп мәктәптәре менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ. Мәктәп уҡыусылары, урта белем һәм юғары уҡыу йорттары студенттары, ғөмүмән, халыҡ араһында төрлө бәйгеләр ойоштороп торабыҙ. Бөгөн балалар барыбер интернетта ултыра һәм шул белемдәрен, ваҡыттарын уйын-маҙарға ғына әрәм итмәһен тип, уларҙы төрлөсә ҡыҙыҡһындырырға тырышабыҙ. Ике ҡыҙ атаһы булараҡ, ойошманы булдырған осорҙа уҡ балаларҙың, үҫмерҙәрҙең көнитмешенә ҙур иғтибар бирә торғайным. Ни тиһәң дә, баяғы педагог - уҡытыусы рухы йәшәй күңелдә. Тамамлаған Мәсәғүт педагогия колледжы менән Бөрө социаль-педагогик академияһының йоғонтоһо ҙур булғандыр, күрәһең. Балаларҙы, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләргә, уларға яҡшы кәңәштәр менән ярҙам итергә ынтылыш мине шул юҫыҡтағы эштәргә тотонорға көс бирә лә инде.

Үҙенә эшләгән кеше менән хөкүмәткә бил бөккән хеҙмәткәр араһындағы айырма нимәлә? Ни өсөн улар икеһе лә бер үк сифатты бирә алмай?

Мансур Ғилфанов:
Хөкүмәткә эшкә төшәһең икән, һин быға тиклем төҙөлгән системаға барып инәһең. Был система һиңә тиклем дә унар, иллешәр йыл эшләп килгән һәм һинән һуң да буласаҡ әле. Ә эшҡыуарлыҡта һин был системаны үҙең төҙөп алаһың. Бында эшкә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙар, ҡараш, мөнәсәбәт бөтөнләй икенсе. Һинең арырға, йыбанырға ваҡытың да юҡ. Ысынында һин арымайһың да, сөнки башың идеялар менән тулы. Ә хөкүмәт эшендә һин оло системала бер шөрөп кенә, бөгөн бара алмаһаң да, ауырып ятһаң да, ул механизм ҡыбырлап тора. Үҙ эшеңдә һин хатта ауырымаҫҡа ла, ваҡытты бушҡа үткәрмәҫкә тырышаһың. Шулай уҡ һинең яуаплылығыңда булған коллективты нисек тә яҡшыраҡ шарттарҙа тоторға ынтылаһың.
Руслан Зарипов: Ирекле ижадсы тигән төшөнсә бар. Нимәлер уйлап табыу, ҡыҙыҡлы, ҡайһы саҡта саманан тыш ҡыйыу аҙымдар ҡулланып ҡарарға, тәжрибәләр үткәрергә яратам. Хатта яһаған аҙымым теләгәнемсә уңышлы булмаған осраҡта ла, һайлай һәм һынап ҡарай алыуҙан ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерәм.
Һорауға килгәндә, хөкүмәт, дәүләт ойошмаһында, ғәҙәттә, һин ниндәйҙер билдәле вазифа биләйһең, айырым, ҡушылған йүнәлеш буйынса ғына эш башҡараһың. Кешенең, йәғни хеҙмәтсәндең эше тотош системаға файҙа килтерә лә ул, тик йыш ҡына кеше үҙе ошо системала шәхес булараҡ үҫеш алмай ҡала. Үҫеш булмаған осраҡта ул эшенең, тимәк, йәшәүҙең тәмен тоймай, эш урынына ла ҡанатланып бармай тигән һүҙ. Мин шулай уҡ эш ваҡытының билдәле ваҡыт арауығында булыуы, һигеҙ сәғәт менән сикләнеүе менән дә килешмәй ҡуям. Илһам килгән мәлдә кешенең төнгәсә, таңға тиклем дә ултырыуы ихтимал. Әлеге сикләнгәнлек, мәжбүрилек йөгөнән азат булыу - үҙе үк рухи күтәрелешкә килтерә. Эштә булып алған көсөргәнешле, ҡатмарлы мәлдәр ҙә, осоштар-ҡолауҙар ҙа ана шул илһамлы тулҡын менән берлектә һиҙелмәй үтеп китә.

Бизнеста команданы нисек һайларға?

Мансур Ғилфанов:
Минең командала осраҡлы кешеләр юҡ. Бына шундай эш урыны бар, шундай белгес кәрәк, тип кенә алмайбыҙ хеҙмәткәрҙе. Сөнки бында һәр береһенең сифатлы хеҙмәте талап ителә, бер күҙәнәк йомшаҡ эшләй икән, бөтөн организм көсһөҙләнә, тигән һымаҡ, бер кешенең үҙ вазифаһын сифатлы башҡармауы дөйөм эште тотҡарлаясаҡ. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙең башҡалар менән уртаҡ тел таба алыуы, килешә белеүе лә, алда әйткәнсә, идеялы булыуы ла күҙ уңында тотола. Командала эшләй белеү, үҙ звеноң өсөн тулы яуап биреү, команда хеҙмәтенә тоғролоҡ кеүек сифаттар ҙа ҡарала, әлбиттә. Йәғни, бизнеста етәксе бер үҙе генә әллә нимә башҡара алмай, уның иң отошло эше - үҙенә торошло, үҙенә тура килгән команданы йыйып алыу һәм бер идеяға инандырыу.
Руслан Зарипов: Бөгөнгө көндә команданан күп нәмә тора, быны бер нисек тә инҡар итеп булмай. Айырыуса, шәхси эшҡыуар булһаң, был мәсьәләгә ҙур иғтибар бирергә кәрәк. Команда, коллектив ағзаларының төрлө өлкә өсөн яуаплы булыуына ҡарамаҫтан, барыһы ла бер маҡсаттан сығып эш итергә тейеш. Араларынан берәүһе көйһөҙләнә башланы икән, етәксе кеше быны тойоп торорға бурыслы. Коллектив, командаң ағзалары менән юғарынан ғына түгел, ә коллега булараҡ аралаша белеү, уларҙы ишетеү, фекерҙәре менән ҡыҙыҡһыныу ҙа етәксе өсөн иң юғары, дәрәжәле сифаттарҙың береһелер.

Башҡорт эшҡыуарҙары булараҡ, башҡорт донъяһына ниндәй файҙа килтерәһегеҙ? Шундай уй килгәне бармы һеҙгә?

Мансур Ғилфанов:
Бар, әлбиттә. Күңелендә милли рухы булған һәр әҙәмгә киләлер ундай уй. Беҙҙең баштан уҡ маҡсат та шундай ине: башҡорт донъяһына файҙалы булғандай бизнес асыу. Һәм бөгөн беҙгә ысынлап та башҡорт донъяһының ижади бер өлөшө килә. Яҙыусылар, артистар, эшҡыуарҙар. Кемгәлер китап, кемгәлер афиша, кемгәлер реклама материалдары кәрәк. Беҙ һәр кем менән айырым эшләйбеҙ, уның мөмкинлектәрен самалап, төрлө ташламалар, бүлеп түләү ысулдарын ҡарап килешәбеҙ. Милли баҫмалар әҙерләүгә белемле телселәр, әҙәбиәтселәр менән хеҙмәттәшлегебеҙ бар. Һеҙҙең һорауҙан сығып һығымта яһағанда, бөгөн "Самрау" нәшриәте баш ҡалалағы берҙән-бер шәхси милли баҫма.
Руслан Зарипов: Быйыл, барлыҡ ойошмаларыбыҙҙы бер "йоҙроҡҡа" туплап, "Булат" компаниялар йыйылмаһын ойошторҙоҡ. Исеменә күрә есеме булыр тигән өмөт менән, әлбиттә. Башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге булат ҡылысты ла күҙ уңында тоттоҡ. Икенсенән, был исемде яҡын күреүемдең сәбәбе атайымдың исеме Булат булыуы, эштәремде уның яҡты иҫтәлегенә, хөрмәтенә арнау теләгенән дә булды.
Башҡорт донъяһы өсөн файҙа - ул, берәү, икәү, йә унау булһынмы, башҡорт егеттәренең йәмғиәтебеҙ өсөн файҙалы эш өҫтөндә булыуҙарылыр, моғайын. Тик "башҡорт донъяһы" тип, һаман да ҡурай, тирмә, ҡымыҙ темалары тирәләй "бейеүҙе" дауам итһәк, бер ни ҙә килеп сыҡмаясаҡ. Иң мөһиме - телеңде, халҡыңды, тарихыңды белеү, киләсәгенә битараф булмау.
Ойошмаларыбыҙ тарафынан алып барылған эштәрҙән сығып фекер йөрөткәндә, барыһы ла файҙа килтерә, тип әйтә алам. Миҫал өсөн, "Мин - илһөйәр" йәмәғәт ойошмаһы уҙғарған "Илһөйәрлек һәр ғаиләлә. Минең шәжәрәм" республика конкурсы сиктәрендә балалар тыуған яғының тарихын, шәжәрәһен, ер-һыу атамаларының килеп сығышын өйрәнә. Ышанаһығыҙмы, ҡайһылары шул тиклем ҙур, бай йөкмәткеле тикшеренеү эшен башҡара, хайран ҡалырһың! Балаларына йыш ҡына атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәре ҡушыла. Тәү сиратта, балаларҙың эшен, тырышлыҡтарын баһалай белеү, күңелдәренә дәрт һалыу мөһим. Бәлки был уларҙың тәүге асыштарылыр! Спорт даирәһенә ҡараған ойошмабыҙ - БР Ҡатнаш алыш бәйгеһе (ММА) федерацияһының эше лә башҡорт донъяһын бер нисек тә ситтә ҡалдыра алмай. Бөгөнгө көндә, шөкөр, федерацияның бүлексәләре райондарҙа булдырылып тора. Тимәк, ауылда йәшәүсе балаларҙың, үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең донъя кимәлендә киң таралған спорт төрө - ҡатнаш алыш менән яҡындан танышыу, шөғөлләнеү форсаты бар бөгөн. Бәләкәйҙән спорт менән дуҫ булған кеше - йыйнаҡ, тыйнаҡ, ҡыйыу була. Ундайҙар ҡалала ла юғалып ҡалмай, әрмелә лә бирешмәй, тормошта ла ныҡышмал була. Бындай күрһәткестәр ҡатын-ҡыҙ тарафынан да юғары баһалана.

Һеҙҙең кеүек йәш, сәләмәт, уңышлы ирҙәр өсөн ғаилә ҡиммәтәре ниндәй урында?

Руслан Зарипов:
Кешегә бирелгән сәләмәтлек, уңыштар, башҡа донъяуи рәхәтлектәрҙең барыһы ла - мәңгелек түгел. Бөгөн булып, иртәгә юҡҡа сығыуы бар. Ғаилә тигәнебеҙ ошо ваҡытлыса ҡиммәттәр араһында мәңгелек. Ниндәй генә хәлдә булһаң да, иң тәүҙә ғаиләңде уйлайһың. Ҡыуаныс икән, тиҙерәк улар менән бүлешәйем, хәсрәт икән, уларҙы бынан ҡурсалайым, тип янаһың. Бигерәк тә донъяға үҙ балаларың тыуғас был төшөнсәләр көсәйә. Эштән ҡайтып инеп, уларҙың нурлы йөҙҙәрен күреү, йүгерешеп килеп ҡосағыңа ырғыуҙары, ҡатыныңдың наҙлы йылмайыу менән ҡаршы алыуы - бер ғаилә башлығын да битараф ҡалдырмайҙыр. Ике ҡыҙ атаһы булыу мине, бәлки, нисектер йомшартып та ташлағандыр, әммә уларҙы уйлау менән күңелемә наҙ тула ла ҡуя. Ғаилә - ул йәшәү мәғәнәһе, йөрәк тибеше. Күп һүҙ - китапҡа яҡшы, тигәндәй, мине хәрәкәт иттергән, батырлыҡтарға дәртләндергән, көс биргән нәмә - ул минең ғаиләм!
Мансур Ғилфанов: Миндә өс малай үҫә, шунлыҡтан беҙҙең ғаиләлә "сүси-пүси"гә артыҡ урын юҡ. Шулай ҙа малайҙарға ғаилә ҡиммәттәрен ошо йәштәрендә үк аңлатыу, ғаилә өсөн эшләү, тырышыу ир кешенең бурысы икәнлекте төшөндөрөү минең өҫтөмдә. Быларҙы һүҙ менән генә һеңдереп булмай, тимәк, мин бары тик үҙ өлгөмдә генә күрһәтә алам. Мине, мәҫәлән, атайым ир бала булараҡ ҡатылыҡта тәрбиәләне, ундай ысул менән артыҡ риза түгелмен һәм малайҙарыма ҡаты булмаҫҡа тырышам. Ғаиләлә ир балалар ғына тәрбиәләнгәндә улар араһында тәртип тотоуы артыҡ ауыр ҙа түгел. Сөнки улар берәүгә лә ташлама булмаҫын яҡшы төшөнә. Олоһона әйтеүең башҡаларына ла ҡағыла һәм ағайҙарының ҡулы аҫтында башҡарылып та ҡуя. Ике әйттереү, ҡат-ҡат әйттереү хас түгел малайҙарға. Үҙ сиратымда инде уларҙы әсәйҙәренә ярҙам итергә, һәр кем үҙ бурысын теүәл үтәргә, уға һалынған яуаплылыҡты башҡа туғандарына ауҙармаҫҡа, килеп тыуған проблеманан ҡасмаҫҡа, ә кәңәшләшеп хәл итеү юлдарын ҡарарға, бер-береһе өсөн тауҙай булып торорға өйрәтәм. Һәм ғаилә ул ир кешенең, атайҙың, ғаилә башлығының аҡылына нигеҙләнә икәнде лә аңлатырға тырышам.
Руслан Зарипов: Мансурҙың әйткәндәрен йөпләп, балаларҙың ғаиләлә үҫкән мәле бер осор ғына икәнлекте, уларҙы шул осорҙа һөйөп-яратып, тәрбиәләп, ҡанаттарын нығытып ҡалырға кәрәклекте иҫебеҙгә төшөргө килә. Минең бына ҡыҙҙарым - кеше балалары, хәҙер сығыр ҙа китерҙәр, һуңынан улар бит атай йортонда нисек йәшәгәндәрен иҫләп кенә йыуанасаҡ. Әйҙә, атайҙарының һөйөүен һәм өҙөлөп тороуын ғына алып китһендәр хәтерҙәрендә. Беҙ, ғаилә башлыҡтары, үҙ ғаиләбеҙгә һәм балаларыбыҙға мөмкин тиклем мәрхәмәтле, иғтибарлы һәм ихтирамлы булайыҡ.

Бөгөнгө ир-егеттә аҡса табырға, мал табырға, үҙаллы булырға ынтылыу, тиҙерәк машиналы, фатирлы булырға атлығыу бар. Был уға тәбиғәттән һалынған сифаттармы, әллә заман талабымы? Әллә халыҡтың, ниһайәт, бай булыуҙан ҡурҡмаҫҡа өйрәнә башлауымы?

Мансур Ғилфанов:
Беҙҙең быуын милләттәштәр араһында саҡ-саҡ күҙгә ташлана башланы был сифат. Колхозлашыу һәм коллективлашыу халыҡтарҙа шул хәтлем тәрән эҙ ҡалдырған, улар шул колхоздары һәм союздары таралып-тарҡалғанда ла үҙаллы була алмай, үҙаллы эшләй һәм фекерләй алмай аҙаплана. Бөгөнгө йәштәр тиҙерәк үҙаллы булырға ынтыла, мин быны бик тә хуплайым. Студенттар ҙа машиналы була һалырға тырышып тора. Был уларҙы ҡайһы бер мохтажлыҡтарҙан арындыра, яңы мөмкинлектәр аса. Насармы ни? Әйҙә, байлыҡҡа ынтылыу тип атаһындар быны, әйҙә, башҡа нәмә тип, әммә былар ир кешенең табыусы, һунарсы асылының ысынбарлығы ғына.
Руслан Зарипов: Егет, ир кеше борон замандан ғаиләһен аҫыраусы, ҡурсалаусы булған. Был һыҙат, әлбиттә, башҡорт ир-уҙаманына ла хас. Мал табыу, уны дөрөҫ ҡуллана белеү серҙәре ата-бабанан киләсәк быуын ҡулына тапшырылып килгән. Әммә, заман башҡа - заң башҡа, тиҙәрме әле? Тәбиғәттән, ысынлап та, һалыналыр ҙа ул. Теләгәндәреңдең тормошҡа ашыуы өсөн бер ни ҡыбырлатмай, һаман да диванда аяҡ һуҙып, хыялдарыңдан айный алмай ятһаң, ышан, иртәгәһе көнө уңышһыҙ булыуыңда үҙеңде түгел, тәү сиратта башҡаларҙы әрләп, ғәйепләп ултырасаҡһың. Эшеңде башлап байып китһәң, шөкөр ит, көс-тырышлыҡ менән тапҡан малыңды бушҡа сарыф итмә.

"Эш юҡ" тигәнгә нисек ҡарайһығыҙ?

Руслан Зарипов:
"Эш юҡ!" тип йөрөһәң, бер нимә лә булмай инде ул. Эҙләгән кеше таба. Алған һөнәре буйынса эш урыны булмауы ла ихтимал. Сөнки бөгөнгө көндә тормош беҙҙән йыш осраҡта универсаль булыуыбыҙҙы талап итә. Бөгөн йәштәребеҙҙең төп хатаһы - ул бер эш тә күрһәтмәйенсә ҙур эш хаҡына өмөт итеүҙәрелер. Был насар түгел. Әммә эшең булһын, юғары эш хаҡы түләһендәр тиһәң, иҫбат ит, тырыш, һәләтлектәреңде күрһәт. Эш һәр ваҡыт бар ул. Таба белергә һәм, унан да мөһиме, тапҡан эшеңдән бөтә яҡлап файҙа ала белергә кәрәк.
Мансур Ғилфанов: Эштән күп нәмә юҡ. Ысын! Нисәгә ярылырға белмәй кителә. Әлеге ҡулдағы эштәрҙән тыш та бөтөнләй икенсе юҫыҡтағы ҡыҙыҡһыныуҙар, хыялдар һәм пландар бар. "Эш юҡ" тигәнде аңламайым. Ауылда ла, ҡалала ла эш етерлек. Бары теләк менән маҡсат ҡына булһын.

Шулай итеп...
"Барыһы ла хыялдан башланды", тигәйне башта Мансур Ғилфанов. Бик образлы әйтте, шулай бит? Тимәк, ниндәй генә оло эштәрҙең дә башы хыялда, йәғни, үҙеңде маҡсатҡа ярашлы көйләүҙә. Беҙ ниңәлер шундай терапияға етди ҡарамайбыҙ. Ә күп халыҡтарҙа был шәхес булып формалашыуҙың нигеҙе, тип билдәләнә. Бына бит, күҙ алдындағы һоҡланғыс миҫал. Шулай итеп, балаларҙы маҡсатлы хыялланырға өйрәтәйек.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.10.19 | Ҡаралған: 575

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru