«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№25, 20 - 26 июнь, 2020

САЛАУАТ ЮЛАЕВ ИСЕМЕ

ЯУҒА КҮТӘРГӘН

Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә халыҡ араһында алып барылған патриотик эш тә мөһим өлөш индерә. Әгәр һуғышҡа тиклем пролетариаттың интернациональ берҙәмлегенә генә иғтибар бирелһә, 1939-1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышы был идеяларҙың дөрөҫ булмауын күрһәтә. Шуға күрә 1941 йылдың 22 июнендә хәрби хәрәкәттәр башланыу менән ул Бөйөк Ватан һуғышы тип иғлан ителә һәм Рәсәй патриоттарының исемдәре күтәреп сығыла.

1937 йылғы репрессиялар яңы ғына булған ваҡиғаларҙан геройҙар эҙләүҙең хәүефле булыуын күрһәтә. Граждандар һуғышы геройҙары ҡапыл "халыҡ дошманына" әүерелә. Шуға күрә Башҡорт АССР-ында, мәҫәлән, һуғыш алды йылдарында башҡорт эпосы персонаждарына һәм шағир, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе батырыбыҙ Салауат Юлаев исеменә йөҙ борола. Степан Злобиндың уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ Салауат Юлаев темаһы буйынса эшләүе һәм романының беренсе вариантын баҫтырыуы осраҡлы түгел. Яков Протазанов ошо роман сценарийы буйынса ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә "Салауат Юлаев" фильмын төшөрә. 1941 йылдың февралендә экрандарға сыҡҡан фильм ил буйынса киң танылыу яулай. Ул СССР халыҡтарын башҡорт халҡының геройы менән таныштыра, Пугачев хәрәкәте тарихын иҫкә төшөрә. Шундай шарттарҙа 1942 йылда Өфө паровоздар ремонтлау заводында бронепоездарҙың 25-се айырым дивизионына ингән "Полководец Суворов" һәм "Александр Невский" бронепоезы эшләнеүе лә юҡҡа түгел. Икенсе йылына Өфөнән фронтҡа "Өфө" һәм "Салауат Юлаев" бронепоезы китә. Улар бронепоездарҙың 60-сы айырым дивизионында һуғышта ҡатнаша. 1943 йылда ВКП(б) Өлкә Комитеты бюроһы ҡарары менән Салауат Юлаев исемендәге 1292-се танкыларға ҡаршы истребитель полкы формалаштырыла. Фронтта ул дошман танкыларын юҡ итеп, фиҙаҡәр һуғыша. Шулай итеп, 1943-1945 йылдарҙа Ҡыҙыл Армияла башҡорт халҡының милли геройы исемен йөрөткән ике хәрби часть була. Бөйөк Ватан һуғышында XVIII быуаттың халыҡ батырҙары, бигерәк тә милли батырҙары хөрмәтенә аталған башҡа хәрби частар булмай. Бынан тыш, республика халҡынан йыйылған аҡсаға "Салауат Юлаев" самолеты ла авиация полкы составында һуғыша.

Рәмил РӘХИМОВ,
тарихсы, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе.

әйтер һүҙем бар!
ГӘЗИТ УҠЫУ ҠАНАТЛАНЫП ЙӘШӘҮ УЛ

Янырак шулай матбуғат баҫмалары хаҡында һүҙ сыҡҡас, ниндәй гәзит уҡыйһың, тигән һорауға осраҡлы бер танышымдың: "Эй, ҡуй инде, бынауындай ваҡытта гәзит ҡайғыһы бармы..." - тип ҡул һелтәп кенә ҡуйыуы сәмемә тейҙе, ғәрлекте килтерҙе.

ҡыҫҡаса
МИЛЛИ КЕЙЕМ КЕЙӘЙЕК!

"Башҡорттарҙың кейемдәре хәрби формаға оҡшаш. Атта һыбай йөрөргә уңайлы булһын өсөн уның итәге ҡыя тегелә. Республика Башлығының заманса башҡорттоң милли костюмдар кейеү модаһын тергеҙеүе хуплауға лайыҡ..."

ишеттегеҙме?
ЙЫЛАНДАР...

Быйыл яҙ ике аҙнаға алдараҡ килеүе һөҙөмтәһеме икән, көндәр йылыныу менән халыҡ дачаларҙа, йорт яны баҡсаларында йыландар күренеүгә зарлана башланы. БР Экология министрлығы белгестәре белдереүенсә, Башҡортостанда йышыраҡ туҙбаш, ҡара йылан, ялан ҡара йыланы, баҡыр йылан (еҙ йылан) осрай.

һәр кем ҡолағына
СИРЛӘҮСЕЛӘР ҺӨЙЛӘЙ...

Яҡындарым сирләмәне, сөнки мин һаҡланыу саралары күреп, ҡурсаландым. Был сиргә ышанмаусыларҙы йәлләйем. Минеңсә, сир барыһы ла ауырып бөткәс кенә туҡтаясаҡ.

ырыуың кем?
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘНӘЙ, АСЫЛЫБЫҘ - КӨНБАЙЫШ БАШҠОРТТАРЫ

Башҡорт иле Өфө йылғаһы үрҙәренән башлап, Ағиҙелдең барса ағымы буйлап, көньяҡта Мугоджар тауҙарына тиклем барып етә, көнбайышта Бөйөк Булғария менән сиктәш булһа, көнсығышта улар Урал аръяғы далаларын биләй.

ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы
БӨРЙӘНДӘРҘЕҢ... АЙҺЫЛЫУЫ ҮӘ ТАҢҺЫЛЫУЫ

Ҡатын-ҡыҙ, күпме генә аҡыллы, белемле булмаһын, улын йөҙ проценты менән ир-ат итеп тәрбиәләй алмай. Үҙен, ғаиләһен яҡлай, ҡарай, һаҡлай алмаған ир ошо исемде шартлыса йөрөтөүсе генә.

Иҙрис НОҒОМАНОВ
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ

Ҡарағас осона яҡыныраҡ ботаҡта, ҡанаттарын һәлендерә, ҡеүәтле муйынын һона биреп, сал һаҡаллы һуйыр уйнай. Ул, гүйә, һағындырған яҙҙы ҡабаландырып, тыуып үҫкән Ирәндегенә дан йырлай.

әҙәп
ТӘРТИП КЕМДӘН ТОРА?

Һәм бик һирәктәр генә, моғайын, ҡулынан тәмәке еҫе лә китеп етмәгән кеше хеҙмәтләндереүенән баш тарта ала. Ә асылда һеҙҙең ундай хоҡуғығыҙ бар. Тәмәке еҫе килгән мастерҙан да, официанттан да, һатыусынан да баш тартып, икенсеһен һорай алаһығыҙ.

әсәйем лөғәте
ҠАМҠА, ЙӘҒНИ КҮСАПАЙ

Башҡорт һөйләштәрендә бер мәғәнәле һүҙҙәрҙең күплеген күреп хайран ҡалырлыҡ. Мәҫәлән, әҙәби телдәге ҡамҡа (божья коровка) һүҙенең ниндәй генә варианты юҡ. Беҙ үҙебеҙ ҙә бәләкәй саҡта "Күсапай, күсапай, ҡояшҡа күсеп кит, апай", тип теләк теләй торғайныҡ уға өндәшеп…

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru