
Рәсәй көнө, Ҡала көнө, Салауат Юлаевтың тыуған көнө уңайынан Дуҫлыҡ монументына һәм Салауат Юлаев һәйкәленә сәскәләр һалыу тантанаһында республика Башлығы Радий Хәбировтың кейгән кейеме социаль селтәрҙәрҙә шунда уҡ халыҡтың иғтибарын йәлеп итте.
Өфө дизайнерының башҡорт яугирҙары кейгән камзулдар эскизы буйынса тегелгән бындай костюмдарына сәйәсмәндәр, артистар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре тарафынан һорау ҙур, сөнки милли кейемдең заманса сағылышы модаға инә бара. Революцияға тиклемге осорҙа башҡорт атлы яугирҙары кейгән кейем эскизы буйынса тегелгән башҡорт костюмдары коллекцияһының беренсе костюмы ла Радий Хәбировта. "Башҡорттар һәр ваҡыт яугир ҡатламына ҡараған, шуға күрә уларҙың кейемдәре хәрби формаға оҡшаш, - ти тарихсылар. - Атта һыбай йөрөргә уңайлы булһын өсөн уның итәге ҡыя тегелә. Республика Башлығының заманса башҡорттоң милли костюмдар кейеү модаһын тергеҙеүе хуплауға лайыҡ..."
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|