«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№37, 11 - 17 сентябрь 2021

ТӘНҠИТЕ ЛӘ, МАҠТАУЫ ЛА УРЫНЛЫ

Беҙ бала саҡта гәзит иң төп мәғлүмәт сығанағы булды. Нәҡ гәзит биттәренән илдәге яңылыҡтарҙы белә инек. Ошо тәртип күңелгә ныҡ һеңеп ҡалған һәм әле булһын ҡағыҙға баҫылған мәғлүмәт минең өсөн интернет, радио һәм телевизорға ҡарағанда ышаныслыраҡ, яҡыныраҡ, мөһимерәк күренә. Шуға күрә өйөбөҙгә тиҫтәләгән гәзит-журнал яҙҙырам һәм уларҙың һәр береһен ентекләп уҡып барам.

Шулар араһында "Киске Өфө"нө айырыуса билдәләп үткем килә. Гәзит рәсми мәғлүмәти сығанаҡ булыу менән бер рәттән, киң мәғәнәле, төплө, төрлө быуынға ла ҡыҙыҡлы булырҙай мәҡәләләре менән абруйлы. Шулай уҡ миңә уның беренсе битенән үк көнүҙәк мәсьәләләрҙең асыҡ һәм аныҡ аңлатмалар менән бирелеүе айырыуса оҡшай. Бер үк теманы төрлө кеше фекере аша асып, ул мәсьәләне киң даирәлә ҡарау мөмкинлеге бирә гәзит.
Мәктәп тормошон киң яҡтыртыуы, уҡытыусылар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе лә "Киске Өфө"нөң мәртәбәле бер үҙенсәлеге. Ғөмүмән, тәрбиә, ғаилә, ата-әсә һәм балалар араһындағы мөнәсәбәт тураһында ла күп баҫтыра гәзит һәм был тик маҡтауға лайыҡ. Тарих темаһына ҙур урын биреүе, арҙаҡлы шәхестәрбеҙ тураһында яҙыуы, шулай уҡ йәштәр тормошон күҙ уңынан ысҡындырмайынса үҙ уҡыусыларына еткерә барыуын юғары баһалайым.
"Киске Өфө" журналистары хәл итәһе мәсьәләләрҙе киң йәмәғәт иғтибарына әүҙем сығара, урынлы ғына итеп тәнҡит "утына" тота белә, маҡтағанда ла артыҡ мауығып китмәй, саманан арттырмайынса ғына халыҡ иғтибарына еткерә белә. Төрлө һорауҙарҙы хәл итеү юлын да бер яҡлы ғына сағылдырмай, бер позициянан ҡарап ҡына эш итмәй гәзит, ә бөтә яҡты ла тыңлай, аңлай белә.
Сканвордттарҙы яратып сисәм. Улар миңә халҡым, телем, мәҙәниәтем, тарихым һәм бөгөнгөм тураһында булған белемемде тикшерергә ярҙам итә, зиһенде асып ебәрә.

Сәлих ӘКРӘМОВ.
Әбйәлил районы.

бынағайыш
БАТЫП БАРЫУСЫНЫ ҠОТҠАРЫУ - УНЫҢ ҮҘ ЭШЕМЕ?

Рәсәй Иҫәп палатаһы ошо көндәрҙә РФ Пенсия фонды сығымдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса отчетында шаҡ ҡатырғыс бер мәғлүмәт бирҙе: йәше буйынса пенсия алыусылар һаны кәмегән, ә фонд бюджеты сығымдары, киреһенсә, артҡан. Был ниндәй ғиллә?

көнауаз
ХАЛЫҠ МЕНӘН ДҮРТ СӘҒӘТ

Урман ситен һөрөп сығыу өсөн ҙур техника булмауы ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы. Был йәһәттән республика Башлығы 1 ноябргә төбәктә янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙең яңы стратегияһы булдырыласағын белдерҙе.

уйлыға - уй
СЫЛБЫРҘАЙ ТЕҘЕЛЕП, ҠАЙТЫҒЫҘ…

"Нишләп полковникка ынтылманың?" - тип һорау биргәндәре лә бар. Бына ошо мәсьәләнең дә тыуған яҡ менән бәйле булыу хикмәте бар. "Полковник погондарын тыуған яғыма алыштырҙым", тип әйтһәм дә хаталанамаҫмын.

ырыуың кем?
ЫРЫУЫБЫҘ УНЛАР - БАБАЛАРЫБЫҘ ҺУНДАР

Рус документында телгә алынған сонгуттар кем булған һуң? Әлбиттә, сонгуттар - су-унгуттар ул замандағы башҡорт телендә су-онғоттар булған. Һыу, йәғни йылға онғоттары - улар, башҡорттоң унлар ырыуына тура килә.

халыҡ иҫәбен алыу - 2020
ҺӘР БЕР АРХИВ – ХАЗИНАЛАР УТРАУЫ, УНДА БЫУАТТАР АУАЗЫ ТАУЫШ БИРӘ

"Татар булып килгєйнем, башљорт булып љайтам!" - тигєн ћўџџєрџе ишетергє тура килде. Эйе, архив документтары - хєљиљєти яџмалар, ўткєндєрџењ дїрїѕ саѓылышы, бер ниндєй сєйєси баѕымћыџ яџып љалдырылѓан тїплї дєлилдєр.

теманы дауам итеп...
КЕМДӘР УЛАР МИШӘРҘӘР?

1926 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса республика биләмәһендә 136 мең самаһы мишәр йәшәгән. 1939 йылдағы иҫәп буйынса иһә мишәрҙәр бөтөнләй теркәлмәгән. Нисек былай килеп сыҡҡан һуң?

теманы дауам итеп...
ГЕНЕРАЛДЫҢ ТЫУҒАН АУЫЛЫНДА

Мәғлүм булыуынса, генерал Хажиәхмәт Ишбулатов Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан. Ул 1915 йылда 146-сы хәрби батальондың, 1916 йылда 152-се запастағы полктың командиры булып хеҙмәт иткән.

Ғәлим ХИСАМОВ
ФРАНЦУЗ ЯУЫ

Ләкин быларҙың үҙҙәренең күңелендә лә дуҫлыҡтың ысынлығына шик тыуа. Александр ҡайтып киткәс, Наполеон "урыҫ батшаһы мине тишек шөмәнгә ултыртмаҡсы булды", - тип һығымта яһай.

сәнғәт донъяһында
ҠУРСАҠ ТЕАТРЫНДА ҒЫНА ЫСЫН МӨҒЖИЗӘ, ЫСЫН ӘКИӘТ ЙӘШӘЙ

Театрҙың 90 йыл эшләү дәүерендә йөҙәрләгән спектакль сәхнәләштерелгән. Бөгөн дә балалар гаджеттар, интернет менән нығыраҡ дуҫ булһа ла, ололар уларға ҡурсаҡ театрының мөғжизәле донъяһын күрһәтһен ине.

сәләмәт бул
ТАЖЗӘХМӘТ ТУРАҺЫНДА МИФ ҺӘМ ЫСЫНБАРЛЫҠ

Прививка эшләттең дә матдәләр һеҙҙең орагнизмда бер нисә йылға ҡалды түгел. Юҡ. Улар организмға антиматдәләр эшләргә ярҙам итә һәм бер нисә тәүлектән сыға. Бер йылдан организмығыҙҙа бер нәмә лә ҡалмаясаҡ.

халыҡ дауаһы
БАЛАН

Балан йыйыр мәл. Урман ситтәрендә, баҡсаларҙа ауыр тәлгәштәрен эйеп, ут-ялҡындай ҡыҙарып, күҙҙәрҙе ҡамаштыра ул. Быйылғы эҫелә күптән беште инде балан, ә шулай ҙа ҡырауҙан һуң айырыуса тәмләнә, баллана ғына ул.

ил-йорт хәбәре
УТТЫ АУЫЛҒА ИНДЕРМӘНЕЛӘР

Үткән аҙнаның иң шомло һәм иң ҡурҡыныс, шул уҡ ваҡытта баймаҡтарҙың, республика халҡының берҙәмлеген күрһәткән ваҡиға - ул Баймаҡ - Сибай юлындағы, Ғәле ауылы янындағы, телевышка яғына үрләгән янғын булғандыр.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru