«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАТЫП БАРЫУСЫНЫ ҠОТҠАРЫУ - УНЫҢ ҮҘ ЭШЕМЕ?
+  - 

Рәсәй Иҫәп палатаһы ошо көндәрҙә РФ Пенсия фонды сығымдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса отчетында шаҡ ҡатырғыс бер мәғлүмәт бирҙе: йәше буйынса пенсия алыусылар һаны кәмегән, ә фонд бюджеты сығымдары, киреһенсә, артҡан. Был ниндәй ғиллә?

Ил хөкүмәте өсөн "артыҡ тамаҡ", "ек күремселәре" иҫәпләнгән пенсионерҙар һанының бер йыл эсендә бермә-бер кәмеүенән пенсия тәьминәте чиновниктары, ниһайәт, иркенерәк тын алып, ҡыуаныс кисерә торғандыр. Ни тиһәң дә, ҡарттар һанының кәмеүе пенсия реформаһының тәүге "емештәре" бит, тик улар өсөн был татлы емеш булһа ла, ябай халыҡ өсөн ул бик әсе, сөнки кәмеүсе категория араһында пандемия ҡорбандары ла, фәҡирлек сигендә йәшәп донъя ҡуйғандар ҙа етерлек. Росстат хәбәр итеүенсә, 2020 йылдың июленән 2021 йылдың июленә тиклем бер йыл эсендә Рәсәйҙә пенсионерҙар һаны 1 млн 200 мең кешегә кәмегән. Пенсия реформаһының төп маҡсаты - пенсия алыусылар һанын кәметеү маҡсаты, шулай итеп, күҙ алдында бойомға ашырыла башланы. Тәүге "уңыштар" шул турала һөйләй. 2018 йылда Рәсәй Президенты пенсия йәшен кисектереү тураһында указ ҡабул иткән ваҡытта Рәсәйҙә пенсионерҙар һаны 43,5 млн ине һәм был 2010 йылдан алып илдә уларҙың һаны туҡтауһыҙ йылдан-йыл арта барған осор булды. Мәҫәлән, 2008 йылда барлығы 38,4 млн пенсионер булһа, был һан ун йылдан тағы 5 миллионға артып, әлеге 43,5 млн тәшкил иткәйне. Был хәл ил хөкүмәтендә оло хафа һәм борсолоу тыуҙырҙы: пенсия түләүҙә бюджет наҡыҫлығы арҡаһында ауырлыҡтар башланды. Шунлыҡтан, ул ваҡыттағы премьер Д. Медведев, финанс министры А. Силуанов, ул саҡтағы иҡтисад министры М. Орешкин менән стратегик проекттар үҙәге етәксеһе А. Кудрин, Үҙәк банк рәйесе Э. Нәбиуллина һәм башҡа ҡайһы бер чиновниктар ҡатнашлығында пенсия йәшен кисектереү реформаһы бойомға ашырыла.
Әлеге көндә пенсионерҙар һаны ҡырҡа кәмеүенең өс төрлө сәбәбе атала. Әйтеп кителеүенсә, тәүгеһе, әлбиттә, пенсия реформаһы. Был турала указ көсөнә ингәндән һуң хаҡлы ялға китергә тейешле өлкән йәштәгеләр эш урындарында тотҡарланырға мәжбүр булды һәм һөҙөмтәлә пенсия алыусылар һаны тәүге йылы уҡ 326 мең кешегә кәмене. Киләһе 2020 йылда иһә "артыҡ тамаҡтар" һаны 300 меңгә кәмергә тейеш тип көтөлһә лә, коронавирус арҡаһында яҡты донъя менән хушлашыусылар иҫәбе өҫтәлеп, был күрһәткес йәмғеһе ярты миллиондан (568 мең 700) артып китте. Бында коронавирусты ғына ғәйепләү дөрөҫ булмаҫ: өсөнсө сәбәп - өлкән быуын вәкилдәренең фәҡирлек сигендә йәшәү шарттары ла үҙ эшен эшләне, ти эксперттар, сөнки аҙыҡ-түлеккә, дарыуҙарға, коммуналь хеҙмәттәргә хаҡтарҙың көндән-көн юғары үрләүе ҡарттарҙы аслы-туҡлы көн күрергә мәжбүр итте һәм улар араһында үлем кимәлен арттырҙы.
Шулай итеп, пенсия реформаһы үҙенең төп маҡсатына - пенсия алыусылар иҫәбен кәметеүгә ирешһә лә, был өлкән йәштәгеләрҙең тормош хәлен яҡшыртманы. Шуға күрә халыҡ мәнфәғәтен күҙәтеүсе ҡайһы бер бик һирәк депутаттар пенсияны арттырыуҙың башҡа төрлө юлдарын эҙләй һәм ниндәй ҙә булһа тәҡдимдәре менән сығыш яһай башланы. Мәҫәлән, шундай эшмәкәрҙәрҙең иң әүҙеме РФ Дәүләт Думаһының "Ғәҙел Рәсәй - Хәҡиҡәт хаҡына" фракцияһы етәксеһе Сергей Миронов ҡаҙна ҡытлығын тулыландырыу маҡсатында "ил бюджеты менән пенсионерҙар араһында кәрәге теймәгән аралашсы" булараҡ, Рәсәй Пенсия фондын бөтөрөргә тәҡдим итте. Депутаттар ЛДПР етәксеһе Владимир Жириновский, Алексей Журавлев, Вера Ганзя һәм башҡалар ҙа был идеяны хуплап сыҡтылар. Ни өсөн тигәндә, ысынлап та, пенсионерҙар һаны кәмеүгә ҡарамаҫтан, РФ Иҫәп палатаһы тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә Пенсия фондының сығымдары арта ғына бара икән. Бына парадокс, ләкин уның сере бөгөнгө тормошҡа хас ябай ғына: фонд чиновниктарына бер йыл эсендә эш хаҡы 17,8 процентҡа арттырылды һәм ул уртаса 78 меңдән айына 91 меңгә барып етте. Ә был фондтың тулайым сығымдары Иҫәп палатаһы мәғлүмәттәре буйынса 117,7 миллиардҡа барып баҫа, имеш. Фонд хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы сығымдарынан тыш, был ведомство үҙ ҡарамағындағы 2,3 млн кв.м. майҙан тәшкил иткән күсемһеҙ милекте тотоуға, ремонтҡа, эш буйынса кәрәкле тауарҙар, эш һәм хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса мәғлүмәт-коммуникация технологиялары өсөн һәм ҡайҙалыр яңы ведомство биналары төҙөүгә сығымдар, йәғни Пенсия фондының эске, үҙ кәрәгенә сығымдары ҡабара ғына бара. Был ведомствоны бөтөрөү шуға ла бюджетты тулыландырыуға байтаҡ өҫтәмә булыр ине, ти ошо тәҡдим яҡлылар.
Ләкин, һәр ваҡыттағыса, халыҡҡа яҡшылыҡ теләгән тәҡдимдәр теләк булып ҡына ҡала шул, чиновниктар бюрократияһы иң тәүҙә үҙҙәренең "комфорт мөхите"н ҡайғырта, уның менән һис хушлашырға теләмәй. Ул ғына ла түгел, Пенсия фонды позицияһын артабан нығытыу сараһы күрелә: М.Топилин урынына яңы етәксе, иҡтисад фәндәре докторы Н.Кричевский тасуирлауынса,"тәжрибәле һәм прогрессив ҡарашлы" Андрей Кигимдың тәғәйенләнеүе лә ошо хаҡта һөйләй кеүек. Хөкүмәт премьеры Михаил Мишустин да уға социаль үҫеш йүнәлешендә ҙур өмөттәр бағлай. Быға тиклем Социаль страховка фондын етәкләгән Кигим ошо ведомство менән РФ Пенсия фондын берләштереү һөҙөмтәһендә эште яныса ойошторорға тейеш тип ҡарала. Әллә инде, ҡалыплашып өлгөргән системаның нигеҙе иҫкесә ҡала килә икән, уның етәкселәрен алыштырыуҙан ни фәтүә булыр икән? Өлкән йәштәге граждандар, ғүмерҙәре етһә, тағы ла көтөр, үҙгәреш өмөт итер, шулай итеп, 2030 йыл да килеп етер, һәм дәүләт, ниһайәт, еңел һулап, пенсия менән тәьмин итеү бурысын граждандарҙың үҙ елкәһенә күсереп тә ҡуйыр. Һәр хәлдә, эксперттарҙың тел төбөнән шул аңлашыла...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.09.21 | Ҡаралған: 415

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru