«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№17, 24 - 30 апрель 2021

КӘҢӘШТӘРЕНӘ

ҠОЛАҠ ҺАЛАМ

"Киске Өфө" гәзитен иң һуңғы битенән башлап уҡырға яратам. Төрлө быуаттарҙа йәшәгән аҡыл эйәләренең фекерҙәре, афоризмдары, башҡорт халҡының мәҡәл-әйтемдәре бик мәғәнәле. Төрлө халыҡтың көнитмешен яҡтыртҡан риүәйәттәр ҙә фәһемле. Кешелек тормошондағы иң кәрәкле ҡиммәттәр ым-ишара менән генә бирелә. Ҡыҫҡа ғына, әммә бик кәрәкле һәм урынлы ундағы материалдар.

Яңы, быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған хикәйәләргә лә урын күп бирелә. Шуныһы оҡшай. Гәзиттең теле матур, бай, төрлө диалект һүҙҙәр ҡулланылыуы был баҫмала автор материалдарына урын ҙур бирелеүе тураһында һөйләй. Бер ҡалыпҡа һалмай, рәсмиләштермәй генә урынлаштырыла улар. Шуныһы менән дә баҫма бик ҡыҙыҡлы һәм уҡымлы, тип уйлайым.
Башҡорт халыҡ тарихы, теле, мәҙәниәте, мәғарифы хаҡында ошо өлкәләрҙә эшләп йөрөгән йәки элек эшләгән зыялылар, компетентлы кешеләр менән ҡоролған әңгәмәләр ҙә мауыҡтырғыс. Һаулыҡ бите лә бик уңышлы төҙөлә. Белгестәр менән әңгәмәләр, осрашыуҙар ойошторола. Ғөмүмән, "Киске Өфө" кешенең физик һәм рухи сәләмәтлеген нығытыуға йүнәлтелгән материалдарҙы күп баҫа. Дауалауҙың халыҡ ысулдары, доғаларҙың, ғибәҙәттәрҙең ярҙамы, көсө тураһында мәҡәләләрҙе яратып уҡыйым.
Миңә 77 йәш. Яңыраҡ гәзиттә һыуҙың организм өсөн ниндәй ҙур роль уйнауы хаҡында уҡыным. Шул кәңәшкә эйәреп, һыу эсә башланым. Тәүҙә һыуҙы көсләп кенә эсеп ҡуйһам, хәҙер иһә өйрәндем, иртән бер сынаяҡ йылы һыуҙы еңел генә эсеп ҡуям. Егерме минут тирәһенән генә ғәҙәттәгесә сәй эсәм. Иртәнге, төшкө, киске аш араһында бер, ҡайһы берҙә хатта икешәр сынаяҡ һыу эсәм. Ҡайһы саҡта аҙ ғына бал да бутайым. Үҙемдә ыңғай үҙгәреш һиҙәм, нисектер, еңел булып ҡалды. Бына шулай. Гәзиттә сыҡҡан файҙалы кәңәштәрҙе уҡып ҡына ҡалмайым, көндәлек тормошта ла ҡулланырға тырышам.

Разия СӘЛИХОВА.
Күгәрсен районы.

әйткәндәй...
МАҠСАТҠА ӨЛГӘШЕҮ ӨСӨН АҘЫМЛАП АЛҒА БАРЫУ ҘА ЕТӘ

Балаларын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәйҙәр һәм атайҙарға айырым ярҙам күрһәтеү өсөн 1 июлдән шундай ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 8-16 йәшлек балаларға 5650 һум түләү индерелә.

бынағайыш
ЭШСЕ СИНЫФ, ҺИН ҠАЙҘА?

Элек-электән Рәсәйҙең "арҡа һөйәген" тәшкил иткән эшсе синыф бөгөн юғалып ҡалырға тейеш түгел, киреһенсә, артабан йәшәргә, үҫешергә, заманыбыҙҙың белемле һәм әүҙем синыфы булып ҡалырға бурыслы.

Президент әйтте!
МАҠСАТҠА ӨЛГӘШЕҮ ӨСӨН АҘЫМЛАП АЛҒА БАРЫУ ҘА ЕТӘ

Йәштәр өсөн ата-олаталарының яҙмышы һәм еңеүе, замандаштары өлгө булып торорға, шуға күрә дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары ныҡлы тикшереү үтергә тейеш.

көнауаз
ЖУРНАЛИСТАРҘЫҢМЫ? УЛАРҘЫҢ ДА ХӘСТӘРҘӘРЕ БИХИСАП!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың "Журналистарҙың эш хаҡын 2022 йылдың 1 ғинуарынан 25 процентҡа арттырабыҙ", тип әйтеүе шатланып ҡабул ителде. Әлбиттә, тәү ҡарамаҡҡа был проценттар бик ҙур һымаҡ, әммә журналистың эш хаҡына бик күптән индексация яһалмаған һәм әлеге көндә район корреспонденттары 7 мең һум тирәһе, ҡала-республиканыҡылар яҡынса 13 мең һум эш хаҡына йәшәй.

афарин!
ИҢ ЯҠШЫ БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ ӨФӨЛӘ ҺӘМ ХӘЙБУЛЛАЛА

Тиҙҙән балалар баҡсаһында башҡорт телендә белем биреү өсөн "Бала саҡ" һәм башҡорт телен өйрәтеү маҡсатында "Шатлыҡ" программалары нәшер ителәсәк.

ырыуың кем?
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘЛДӘК, ДӘШТЕ ҠЫПСАҠ ВАРИҪТАРЫ БУЛАБЫҘ

Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ауылдары мәктәптәрендә XX быуатта, советтарҙың милли сәйәсәтенә ярашлы, һөйләш телдәренең рәсми рәүештә ҡабул ителгән яңы башҡорт әҙәби теле менән тап килмәүе арҡаһында, татар яҙма әҙәби теле уҡытыла башлай. Һөҙөмтәлә уларҙың байтағының милли берҙәйлеге лә үҙгәреш кисерә.

майҙан
АҒАС УЛТЫРТЫЛДЫ, ЙОРТҠА НИГЕҘ ҺАЛЫНДЫ ЫСЫН ИР-ЕГЕТТӘР ТӘРБИӘЛӘЙҺЕ ҠАЛДЫ

Атайҙарҙың абруйын күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау буйынса аңлатыу алып барырға тейешбеҙ. Малайҙарға ошо төшөнсәләрҙе бала саҡтан аңлатҡанда ғына ысын ир-егеттәр тәрбиәләй алабыҙ.

балалар ҡоро
БЫНА ШУНДАЙ БАЛАЛАР УҠЫЙ 20-СЕ БАШҠОРТ ҠАЛА ГИМНАЗИЯҺЫНДА

Артабан белемемде нығытыу өсөн бында ҡулайлыраҡ булыр, тип иҫәпләнек ғаиләбеҙҙең кәңәш ҡоронда. Башҡорт теле уҡытыусыһы булырға хыялланам. Һәм, әлбиттә, әлеге мәктәп базаһы минең һөнәремдең нигеҙе буласаҡ та.

Мөнир ҠУНАФИН
СОҠОР

Башҡортса гәзит-журнал да күргән юҡ. Үҫкәндә шуларҙы уҡып, кеше булдыҡ. Үҙ ҡабырсағымда, үҙ соҡоромда йәшәп тик ятам икән. Оло донъя, етеш тормош шул була икән тип... Бына ҡайҙа ул соҡор. Күңелдә, зиһендә икән ул соҡор!

ағинәй мәктәбе
БОРОНҒО АТАЙСАЛДЫҢ БӨГӨНГӨ ЗАҢЫ

Шул хәтле айырылышыуҙар күп бит. Шуға ла беҙҙең ауылда 211 яңғыҙ ир йәшәй. Шул хәтле үк ҡыҙ-ҡырҡын ирҙән айырылып ҡайтып ултыра. Бергә ҡушһаң... Үҙе бер ауыл бит ул.

баҡсасы кәңәше
ПОМИДОР ТӘРБИӘ ЯРАТА

Мин йыл һайын помидорҙы февраль аҙаҡтарында сәсәм. Ни тиклем иртәрәк ултыртһаң, шул тиклем тиҙерәк өлгөрә, тиһәләр ҙә, помидор барыбер июль аҙаҡтарына ғына ҡыҙара ул.

иғтибар!
ОТКРЫТКА ҺАТЫП АЛ!

Почта әйләнешенә Милли кейем көнөнә арналған открыткалар сыҡты. Тематик серия өс открытканан тора, уларҙа көньяҡ башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙарының байрам кейеме, йорт старшинаһы кейеме һәм Ҡурған башҡорттары ҡатын-ҡыҙҙарының байрам кейеме төшөрөлгән.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru