«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ПОМИДОР ТӘРБИӘ ЯРАТА
+  - 

Мин йыл һайын помидорҙы февраль аҙаҡтарында сәсәм. Ни тиклем иртәрәк ултыртһаң, шул тиклем тиҙерәк өлгөрә, тиһәләр ҙә, помидор барыбер июль аҙаҡтарына ғына ҡыҙара ул.

Помидорҙан мул уңыш алыу сере менән уртаҡлашыуымды һорап, йыш мөрәжәғәт итәләр. Мин уларға, үҫентеләрҙе һыу, яҡтылыҡ, ашлама менән генә түгел, ә матур мөнәсәбәт, күтәренке күңелегеҙ менән дә тәрбиәләргә кәрәк, тип әйтәм. Эйе, кәрәккәнсә дымы ла, яҡтылығы ла булырға тейеш. Үҫенте оҙоная башлаһа, осон киҫәм. Әммә уның да үҙ тәртибе, самаһы бар: мин үҫентене аҫта өс япраҡ ҡалырлыҡ итеп ҡырҡам. Шулай иткәндә, ул буйға түгел, ә ботаҡ ебәреп, тармаҡланып үҫә. Мин байтаҡ йылдар инде бер төрлө генә йәшелсә орлоҡтары сәсәм. "Малиновый гигант", "Мастер Гарден", "Красный великан", "Любительский розовый", "Купец-молодец" кеүек ҙур, ҡыҙыл помидорҙарҙы яратам. Йыл һайын үҙемдең йәшелсәнән орлоҡ алып ҡалам. Йыш ҡына һатып алынған орлоҡтоң күп өлөшө буш була. Шуға күрә, үҙемдекеләргә өҫтөнлөк бирәм. Шулай ҙа уларҙы сәсер алдынан тоҙло һыуға һалып, бушмы-түгелме икәнен тикшерәм. Ҡалдырған орлоҡтарым һәр ваҡыт магазиндыҡына ҡарағанда сифатлы булып сыға. Әммә тоҙло һыуҙан алғас, таҙа һыу менән сайҡарға кәрәк.
Бөгөн, әлбиттә, орлоҡ сәсеү, уны төрлө ауырыуҙарға ҡаршы эшкәртеү тураһында һөйләү һуң инде. Уңған баҡсасылар хәҙер үҫентеһен әллә нисә тапҡыр күсереп ултыртҡандыр. Мин үҙем үрсетмә 7-9 сантиметрға етһә, яртылаш тупраҡ һалынған ҙурыраҡ һауытҡа күсерәм. Үҫкән ваҡытта унда аҙлап ҡына тупраҡ өҫтәргә була. Аҙна-ун көнгә бер тапҡыр органик ашлама менән туҡландырырға ла онотмайбыҙ. Үҫенте 30-40 сантиметр бейеклеккә еткәс, көслө тамырлы булһын өсөн уны тағы ла ҙурыраҡ һауытҡа күсереп ултыртырға кәрәк. Минең теплица булғас, һуңғы йылдарҙа һауытҡа күсереп тормайым.
Үҫенте шытып сығыуға, яҡты көн ваҡытын мөмкин тиклем оҙайтырға кәрәк. Ысын япрағы сыҡҡансы, 16 сәғәткә тиклем яҡтылыҡ булдырығыҙ. Унан һуң яҡтылыҡ 14 сәғәттән артмаһын, улар ҙа ял итергә тейеш.
Үҫентеләргә һыуҙы күп һибергә ярамай. Төбөнә һыу йыйылып тороу, артыҡ дым тамырҙар сереү, бәшмәк ауырыуҙары ҡурҡынысын тыуҙыра. Һыу бүлмә температураһында булырға тейеш. Помидор үҫенте булып, тәҙрә төбөндә 60 көн ултырһа - һәйбәт. Шытып сыҡҡан көнөнән 65-70 көндө иҫәпләһәң, сәсеү көнөн дә билдәләргә мөмкин. Был ваҡытҡа уның япрағы 7-8, ә оҙонлоғо яҡынса 20-25 булһа, был үҫентене яҡшы тип һанайым.
Кәңәшем йәш баҡсасыларға файҙалы булһа, бик шат булыр инем.

Гүзәл ЗАҺИҘУЛЛИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.04.21 | Ҡаралған: 541

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru