«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
№18, 1 - 7 май 2021

БАЙРАМ МЕНӘН!

1 майҙың башҡа бер көндә лә булмағанса үҙ йәме, үҙ романтикаһы бар. Күрәһең, яҙ айы булғанға шулайҙыр. Совет осоронда "Хеҙмәтсәндәрҙең теләктәшлек көнө" тип аталды ул көндәге байрам, 1992 йылдан башлап "Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы" тип үткәрелә.

Байрамдың "яҙ" тигән өлөшө аңлашыла, ә бына "хеҙмәт" тигәне барыбер ҙә уйға һала. Ни өсөн тигәндә, "намыҫлы хеҙмәт", "хеҙмәт етештереүсәнлеге", "хеҙмәт сәме" тигән төшөнсәләр шул уҡ совет дәүерендә тороп ҡалманымы ни? Ҡасандыр, 1886 йылдың 1 майында Американың хеҙмәт федерацияһы, анархистар һәм эшселәр хоҡуҡтарын яҡлаусылар, 15 сәғәтлек эш көнөн һигеҙгә ҡалдырыуҙы талап итеп, дөйөм милли забастовка иғлан итә. Һөҙөмтәлә 1886 йылдың июлендә Парижда II Интернационал конгресы 1 майҙы эш көнөн һигеҙ сәғәтлек итеү өсөн "Халыҡ-ара көрәш көнө" тип атарға ҡарар итә. Ә беҙҙең ил граждандарының эш урыны менән тәьмин ителеүенә ниндәй гарантия бар? Эш урыны булмаған кеше был көндө урамға йә паркҡа сығып, нимә өсөн ҡыуанырға тейеш? Әгәр ҙә ил гражданының эш урыны юҡ икән, был байрамдың хеҙмәт менән ниндәй бәйләнеше бар ҙа, ниңә ул байрам "Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы" тип атала? Мода өсөн генәме?
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙыҡ ул беҙҙең ил халҡы. Эш урыны булмаһа ла, йә иһә ер аяғы ер башына барып, вахта ысулы менән хеҙмәт итһә лә, ошо көндө урамға сыға, таныштарын күреп йылмая, һөйләшә, байрам итә. Ошондай менталитетлы оптимист хеҙмәтсәндәре булған илде бер кем дә теҙ сүктерә алмаясаҡ! Валлаһи!
Нисек кенә булмаһын, байрам менән! Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

үәт, шулай!
ДИКТАНТ ЯҘҘЫҠ

Ошо көндәрҙә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант акцияһы үтте. Сара етенсе тапҡыр ойошторолдо һәм Рәсәйҙең 17 төбәгендә, 12 сит илдә йәшәүсе башҡорт телен белеүселәрҙе берләштерҙе.

көнауаз
ХАЛЫҠ ҺӘМ ТӘБИҒӘТ ТАЛАБЫ

Рәсәй Президенты тирә-яҡ мөхитте һаҡлауҙа ҡаты саралар ҡулланырға саҡырҙы. "Тәбиғәт иҫәбенә килем алдың икән - артыңдан йыйыштыр!" - бына шундай мөнәсәбәт булырға тейеш, тине В. Путин. Бының менән ул килем артынан ҡыуып, экология закондарын боҙоусы һәм тәбиғәткә төкөрөп ҡараусы предприятие етәкселәренә асыҡтан-асыҡ ишараланы.

башҡорттарихы йылы
ЫРЫУ ЙЫЙЫНДАРЫ

XIII-XIV быуаттарҙа ҡәбилә Ағиҙел йылғаһы үҙәнендә туплана. Көньяҡта башҡорт ҡырғыҙҙарының ерҙәре Ыҡ һәм Зәй йылғалары үрҙәренә тиклем барып етә. Үҙ сығышын ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары Сыңғыҙхан нәҫеленән Тонаҡ бей һәм Ҡадыҡ бейгә бәйләй.

ырыуың кем?
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘЛДӘК, ДӘШТЕ ҠЫПСАҠ ВАРИҪТАРЫ БУЛАБЫҘ

Батша властары, башҡорттарҙы тынысландырыу маҡсатында, уларҙың һорау-талаптарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр була. Мәҫәлән, Йәлдәк олоҫо башҡорто Китап Баймырҙин 1662 йылда властарҙан үҙ ырыуҙаштары биләгән аҫаба ерҙәргә "оберегательный грамота" алыуға өлгәшә.

Өфө башҡорто
ҠАЙҘА ТЫУҒАНМЫН, ШУНДА КӘРӘКЛЕ БУЛЫП ЙӘШӘЙЕМ...

Бына шундай тарихтар тыңлап үҫкәнгә лә күңелгә яҡындыр инде ҡала балаһына башҡорт мөхите. Үҙ балаларыма ла был тарихты һөйләргә, быуындар бәйләнешен һаҡларға, милли рух мәсьәләләрен аңлатырға тырышам.

Мөнир ҠУНАФИН
СОҠОР

Бигерәк ауыр ҙаһа ғүмер кисереүе. Бар ғүмерем ошо тотҡонда үткән кеүек. Ҡол булып йәшәгәнмен. Байлыҡтың, әйберҙәрҙең, бисәнең, замандың ҡоло булып. Был минең ғүмер түгел һымаҡ.

тарих һөйләйем
ӘҘӘМ ЫШАНМАҪЛЫҠ СӘЙӘХӘТ

Шулай ҙа башҡорттар бөлгөнлөккә төшкән колхоздарынан, үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, илбаҫарҙарҙан хәтһеҙ ҡаза күргәндәргә, донъяһыҙ тороп ҡалғандарға ебәреү өсөн дүрт йөҙ баш самаһы тана-торпо йыйҙы.

йола тотҡан яҙлыҡмаҫ!
МИЛЛИ РИЗЫҠТАРҘА - ЙӘНШИШМӘ ТӘМЕ

Беҙҙекеләр арымай, ашағаны - һары май! Һары майҙың файҙаһын һөйләп тороу артыҡ. Тибет монахтары һәр бер дауаға "чи майы" ҡуша, ти, баҡһаң, "чи майы" - ул беҙҙеңсә иретелгән һары май икән.

йән әрнеүе
ЭТ ДУҪ ҠЫНА ТҮГЕЛ

Күп йылдар ветеринар булып эшләнем. Шуға ышаныслы әйтәм: эт-бесәй - йоғошло сир таратыусы хайуандар. Етмәһә, һуңғы ваҡытта эттәрҙән таланған балалар хаҡында ла күп ишеттек.

йәшел дарыухана
АҠТАМЫР

Халыҡ медицинаһында тамырһабаҡтан әҙерләнгән төнәтмәне (йәки ҡайнатманы) ашҡаҙан-эсәк сирҙәренән, үт ҡыуығында, бөйөрҙә һәм бәүел ҡыуығында таш барлыҡҡа килгәндә, дөйөм шешенгәндә, подагра һәм ревматизм кеүек сирҙәрҙән, һыуыҡ тейҙереп ауырығанда, тын алыу юлдары шешкәндә, тирләтеү өсөн, аналыҡтан ҡан килгәндә, дауамлы рәүештә сиҡан сығып йонсотҡанда ҡулланырға кәңәш ителә.

афарин!
ҠУРАЙСЫ БАЛАЛАР БАШ ҠАЛАЛА ЛА КҮП ИКӘН

Өфөләге башҡорт балалары туған телдә уҡырға ғына түгел, туған телдә йырларға, бейергә, ҡурай, ҡумыҙ, ҡыл-ҡубыҙҙа, башҡорт думбыраһында уйнарға ла теләй. Бының бәхәсһеҙ хәҡиҡәт икәненә беҙ әлеге сарала - Ленин районы башҡорттары ҡоролтайы ойошторған Милли музыка ҡоралдарында уйнаусы балаларҙың I Өфө ҡала конкурсы мәлендә тағы бер тапҡыр инандыҡ.

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru