«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - ЙӘЛДӘК, ДӘШТЕ ҠЫПСАҠ ВАРИҪТАРЫ БУЛАБЫҘ
+  - 


Йәлдәк олоҫо башҡорттарының Рус дәүләтенә мөнәсәбәте, XVI быуат урталарында Волга-Урал һәм Себер территорияһында барған ҡатмарлы сәйәси ситуация менән бермә-бер бәйле рәүештә үҙгәреп тора. Үҙ заманында Ҡаҙан хандары, Нуғай ханлығы менән союздаш булып, уларҙың ҡеүәтле атлы ғәскәрен үҙ мәнфәғәттәрендә йәлеп итеү мөмкинлегенә эйә була. Көньяҡ һәм көнбайыш башҡорт ырыуҙары ла нуғайҙар менән килешеп йәшәү шарттарында көн итә. Әммә XVII быуат баштарында Волга - Урал арауығында яңы ҡеүәтле көс - төркиҙәр ҡалмыҡ тип атап йөрөткән 300 меңлек монгол-ойрат урҙаһы пәйҙә була. Улар Оло Нуғай Урҙаһын буйһондороп, Яйыҡ, Үр (Орь), Илек, Эмба йылғалары буйындағы башҡорт ерҙәрен дә баҫып ала. Нуғай дәүләте ҡурсауынан мәхрүм ҡалған башҡорт ырыуҙарына ҡалмыҡ иҙеүенә тарыу төп хәүефкә әйләнә. Башҡорт юлбашсыларына, рус хакимдары менән килешеп, ҡалмыҡтарға ҡаршы тороуҙан башҡа сара ҡалмай. Шулай итеп, бер нисә тиҫтә йылға һуҙылған башҡорт-ҡалмыҡ яуҙары башлана.
Тап ошо осорҙа Мәскәү хакимлығын танымаған Күсем хан вариҫтары ҡалмыҡ ғәскәрен үҙҙәренең союздашы итеп ала. Улар ҡалмыҡтар ярҙамында элекке Себер ханлығын тергеҙеү мөмкинлегенә ышана. Әммә ул саҡта башҡорт ырыуҙарының уртаҡ дошманына әйләнгән ҡалмыҡтар менән берләшкән Күсем хан тоҡомдары Себер даруғаһы башҡорттарын үҙҙәренән ситләштерә. Шулай ҙа сәйәси тотороҡһоҙлоҡ шарттарында, Өфө хакимиәте чиновниктарының баш-баштаҡлығынан ыҙаланған айырым башҡорт кландары Күсемлеләр лагеры яғына сыға. Уларға Йәлдәк олоҫо башҡорттарының байтаҡ өлөшө ҡушыла. Рәсәй тарихында ошо ваҡиғалар һуңынан ҡалмыҡ ханы исеме менән "Дайчин болғанышы", тип атала башлай. Әммә был сыуалыштан башҡорттар өсөн әллә ниндәй файҙа булмаясағын башҡорт юлбашсыларының күбеһе яҡшы аңлай, сөнки ҡалмыҡ тайшалары башҡорттарҙы үҙҙәренән кәм һанап, буйһондороп тотоу сәйәсәтен өҫтөн күрә.
1649 йылда ҡалмыҡ тайшаһы Дайчин былай тип яҙа: " ...А опасен я только от одного Уфимского города от русских людей и от башкирцев, потому что чинят мне шкоду большую - на улусы приходят войною, людей побивают и в полон емлют. Но чаю, что и добром башкирцы будут у меня …"
Йәлдәк башҡорттарының Рус дәүләте ҡулы аҫтына ингән осорҙа тарихи Башҡортостандың ҡайһы тарафында йәшәүе хаҡында фараз итергә генә була. Бындай фекер өсөн ерлек тә бар: айырым сығанаҡтарҙағы мәғлүмәттәр йәлдәк ырыуының йә Ҡаҙан, йә Себер даруғалары территорияһында йәшәүе хаҡында һөйләй. 1643 йылға ҡараған бер документта Йәлдәк олоҫо башҡорттарынан Йәнмөхәммәт (Енметка) Аҡҡолаҡов ырыуҙаштары менән батша Алексей Михайловичҡа үҙҙәренә Ағиҙел йылғаһы буйындағы элекке ерҙәрен биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткәндәрендә 1637 йылдан бирле властарға ҡаршы тороуҙан туҡтауҙарын белдерә: "от измены они обратились и приехали с Яику реки в Уфимский уезд в старые свои жилья и жили де они на берегу по Белой реке по обе стороны в вотчинах своих…" Күрәһең, ошоға тиклем Күсем хан вариҫтары һәм ҡалмыҡтар менән бергә батша ғәскәренә ҡаршы сыҡҡан йәлдәк башҡорттары артабан күп ҡорбандар талап иткән көрәштән ваз кискән. Батша властары, башҡорттарҙы тынысландырыу маҡсатында, уларҙың һорау-талаптарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр була. Мәҫәлән, Йәлдәк олоҫо башҡорто Китап Баймырҙин 1662 йылда властарҙан үҙ ырыуҙаштары биләгән аҫаба ерҙәргә "оберегательный грамота" алыуға өлгәшә: "велено де им Китяпке с товарищи дедовскими и отцовскими вотчинами, которые писаны в их челобитье, владети по-прежнему".
Йәлдәк башҡорттары батша чиновниктары золомона ҡаршы ойошторолған ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнаша. 1662 - 1664 йылдарҙа "Дайчиновщина" тип аталған ихтилал етәкселәренән булған Йәлдәк олоҫо башҡорттары Килей һәм Әтегәш Тәнекәевтәрҙе ғәйепләп, Өфө воеводаһы А.М. Волконский шулай яҙа: "И в прошлом же во 171 году (1663 - Ред. иҫк.) весною вы ж, башкирцы, Атыгеш и Килей Таникеевы и Белярской волости Менен и Сарт с товарищи летом, забыв бога и великого государя премногую к себе милости и жалованье, изменили в другой и отъехали в дальние свои кочевья, и ваша братия молодые люди воруют, под Мензелинск и в Казанский же уезд и в иные места изгоном приходят, и людей побивают, и в полон емлют, и всякое воровство делают".
Һуңынан воевода, батша ярлыҡауына өмөтләндереп, башҡорт ихтилалы юлбашсыларын баш һалырға саҡыра. Әлбиттә, йәлдәк башҡорттарының барыһы ла ихтилалға ҡушылған, тип әйтеп булмай. 1714 йылда Ҡаҙан өйәҙенән Мусай Сайков һәм керәшен Якушка Исаев Танып буйынан үҙҙәренә тәғәйен ата-бабалары ерен һорап яҙған хатта шундай мәғлүмәт биргән: "...исстари де прадед их башкирец Бурай владел вотчиною бортным ухожьем по Таныпу реке, и тот прадед их Бурай переехал жить из Уфимского уезду в Казанский уезд и жил в Казанском уезде и умре…" 1662 - 1664 йылдарға тиклем Борай Ерғазиндың аҫаба ерҙәре ошонда булған.
1735 - 1740 йылдарҙа ла йәлдәктәрҙең күпселеге, старшина Әхмәр мулла Әсәнов ҡулы аҫтындағыларынан башҡалары, ихтилалсылар рәтендә була. Ҡаҙыбаш ауылы башҡорто Усман Ҡорманалиндан һорау алыу ҡағыҙында былай тиелә: "...их Елдяцкой волости башкирец Юсуп-мулла Токчюрин, Явгильда Таулин с товарыщи с воровскими неприятельскими людьми башкирцами в степи ездили за Вологоцким полком, которые де и поныне ездят безпрестанно неведомо куды". Аҡай Күсемовтың арҡаҙашы, Йылан олоҫо башҡорто Мәсәғүт Ураҙаев йәлдәк башҡорттарын ихтилалға ҡушылырға саҡырып йөрөй, был хаҡта ла мәғлүмәт бар: "...ему послушны деревни Салтанбековой башкирцы Аскар Салтанбеков с товарыщи, деревни Аксашевой башкирец Курманай-абыз с деревенскими жителями". Аҡай батыр дошман ҡулына эләккәс, Асҡар Солтанбәков баш һалырға мәжбүр була, ошо хаҡта каратель отряды башлығы А.И. Тевкелев ошондай мәғлүмәт биргән: "А сего ноября 11 дня явился ко мне с повинной Казанской дороги Елдяцкой волости башкирец Аскар Салтанбеков, который был в воровстве с вором Акаем, того ради онаго явившегося вора, по важности его дела, по получении о том его воровстве особливого Ея Императорского Величества указу, освобожден на поруки…"
Йәлдәк олоҫо башҡорттарының 1773 - 1775 йылдарҙағы дөйөм башҡорт күтәрелешендә ҡатнашыуы хаҡында мәғлүмәт күп түгел, әммә улар ҙа был ихтилалдан ситтә ҡалмаған. Өфө провинция канцелярияһының 1775 йылдың 16 февраленә ҡараған ведомостарында Йәлдәк олоҫонан 311 башҡорт һәм 116 яһаҡлы татарҙың йәлдәк старшинаһы Баязит Килмәтов етәкселек иткән команда составында хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы көрәштә ҡатнашыуы теркәлгән. 1918 йылдың апрелендә Йәлдәк олоҫо башҡорттары, Башкурдистан республикаһы составына ҡушылыу ниәтендә, большевиктар власына ҡаршы сығып, баш күтәрә. Был ваҡиға тарихҡа Борай башҡорт автономиялы районын (Борай кантонын) иғлан итеү исеме аҫтында ингән.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 17-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.21 | Ҡаралған: 296

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru